«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАДИ МӨХИТКӘ ӘЙҘӘНЕ
+  - 

1972 йыл ине. Юғары белемгә эйә булырға ынтылған ҡайнар йөрәкле ҡыҙҙар һәм егеттәр Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый башланыҡ. Беҙҙең төркөмдөң кураторы итеп әле генә йәнтөйәге Бөрйәндән эшкә саҡырылған Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновты тәғәйенләп ҡуйҙылар. Һомғол буйлы, алсаҡ йөҙлө, итәғәтле, кеселекле, ихтирамлы, яғымлы тауышлы... 33 йәштә генә... Уны тәү ҡараштан, танышыуҙан үҙ иттек һәм артабан хөрмәтләп, "Әхмәт ағай" тип кенә йөрөттөк.
Тәүҙә ағайыбыҙ беҙҙең менән бер ятаҡта йәшәне, яҡын кеше, аҡыллы кәңәшсе булып, күңелдәребеҙҙе нығыраҡ арбаны. Әхмәт ағай йәшәгән бәләкәй генә бүлмәлә байтаҡ урынды китаптар биләй ине. Лекцияларҙан һуң күмәкләп һөйләшкәндә, аралашҡанда ул тәрән, күп яҡлы белемгә эйә булырға инандырҙы. Һуңыраҡ реферат, ғилми мәҡәләләр яҙыу ғына түгел, ә кандидатлыҡ диссертацияһына әҙерлек башларға ла өндәне. Педучилище тамамлап, уҡытып килгән егеттәрҙе йәштәрҙең тәрбиәсеһе, остазы итеп ҡуйҙы.
Ағайыбыҙҙың сәме, дарманы, илһамы менән ижади мөхиткә сорналдыҡ. "Шоңҡар" әҙәби берекмәһендә рухландыҡ, нәҫерҙәребеҙҙе, шиғырҙарыбыҙҙы уҡыныҡ, геү килеп олуғ әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен тикшерҙек, университет кимәлендә әҙәби-мәҙәни кисәләр үткәрҙек, "Саҡматаш" исемле ҡулъяҙма журнал сығарҙыҡ... Уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, таушалғансы, туҙғансы уҡынылар. Әйткәндәй, халыҡ ижадын йыйыу сәйәхәтенән һуң сығарған "Әбйәлил иле - йыр иле" тигән биш метр самаһы оҙонлоғондағы стена гәзитебеҙ бөтә университетты хайран итте, декан был күренеште ғәжәп хәл итеп һөйләне.
Шуға ла һабаҡташтарымдан кемдәрҙеңдер - һәләтле журналистар, кемдәрҙеңдер шиғри күңелле абруйлы уҡытыусылар булып китеүендә Әхмәт ағайыбыҙҙың йоғонтоһо ифрат ҙур булды. Уның ғилми өлкәләге олуғ остазы күренекле ғалим Марат Хәләф улы Минһажетдинов булһа, беҙҙең остазыбыҙ - нәҡ үҙе! 44 йыл буйы ижади мөхиттә бергә ҡайнаныҡ, осрашып, фекер алышып йәшәнек. Үҙемә килгәндә, уның өгөтө менән халҡыбыҙ ижады буйынса хеҙмәттәр яҙҙым, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым, "Ватандаш" журналында эшләгәндә байтаҡ мәҡәләләрен баҫырға әҙерләнем. Остазыбыҙ үҙенең тәүге сығарылыш шәкерттәре менән тығыҙ бәйләнештә йәшәне. Беҙ уны гелән осрашыуҙарыбыҙға саҡырҙыҡ. Һәр саҡ килде, хәлдәребеҙҙе белеште, таянысыбыҙ булыуҙы дауам итте. Әхмәт ағай ысын кеше, халҡыбыҙҙың мәшһүр улы булып хәтеребеҙҙә һаҡланасаҡ. "Урал батыр" эпосындағыса, уның донъяла мәңге ҡалыр эше - фәҡәт яҡшылыҡ! Ошо яҡшылыҡтары әхирәт донъяһында ла уның йәнен йәннәттә итһен!

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ, журналист, яҙыусы.

"Киске Өфө" гәзите коллективы һәм уның меңәрләгән уҡыусылары исеменән күренекле ғалим-фольклорсы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың
вафаты айҡанлы уның балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Донъя бер мосафирханалыр, инсан да рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғәләменән әхирәткә күсеп киткән бер юлсылыр. Ауыр тупрағы еңел булһын мәрхүмдең.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.16 | Ҡаралған: 1216

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru