«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН БОҘМАЙЫҠ!
+  - 

Ошо көндәрҙә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Заһит улы ҒИЛМЕТДИНОВ журналистар менән осрашып, ағымдағы йыл йомғаҡтары, эшләнгән эштәр һәм идаралыҡ алдында торған пландар, бурыстар менән таныштырҙы.

Әңгәмә "Һуңғы йылда Башҡортостанда юлда һәләк булыусылар һаны артҡанмы, кәмегәнме?" тигән һорауҙан башланды. Динар Заһит улы әйтеүенсә, былтырҙан бирле ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелгән. Былтырғы ҡорбандар һаны, унан алдағы йылдағы менән сағыштырғанда, 10 процентҡа кәмерәк булһа, быйылғыһы - былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 17 процентҡа кәмерәк. Ғилметдинов был үҙгәрештәрҙең сәбәбен бер нисә факторға бәйләп аңлатты. Беренсе сәбәп юл хәүефһеҙлеге менән бәйле министрлыҡ-ведомстволарҙың үҙ эштәренә яуаплы ҡарауы, бер төптән эшләүе менән бәйле булһа, икенсенән, әлеге күрһәткестең ыңғай яҡҡа үҫеүенең тағы бер сәбәбе - полиция хеҙмәткәрҙәренең "Тиҙ ярҙам" машиналары килгәнгә тиклем үк ҡаза күреүсегә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүе.
"Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны буйынса Рәсәйҙә 5-се урында киләбеҙ икән, был бик борсоулы хәл", - тине Динар Заһит улы. Юлдарҙа балаларҙың зыян күреүе, һәләк булыуы тураһында ла бик әрнеп һөйләне ул. Билдәләнеүенсә, быйыл 10 айҙа юл һәләкәттәрендә 411 бала төрлө кимәлдәге тән йәрәхәте алған, 12 баланың ғүмере өҙөлгән.
2016 йылдың шул уҡ 10 айында республика ҡалалары һәм райондары ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2 миллиондан ашыу административ хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәгән, водитель таныҡлығын тартып алыуҙы күҙ уңында тотҡан 87 меңдән ашыу материал тултырылған. Идаралыҡ начальнигы ҡаршы яҡ хәрәкәте һыҙатына сығыуҙы, иҫерек килеш руль артына ултырыуҙы һәм билдәләнгән тиҙлектән юғарыраҡ тиҙлек менән хәрәкәт итеүҙе фажиғәләргә килтереүсе иң йыш осрай торған хоҡуҡ боҙоуҙар тип атаны.
Билдәләнеүенсә, хоҡуҡ һаҡсылары заман технологияларын да, төрлө хәйләләрҙе лә уңышлы файҙалана. Хәйләле ысулға "йәшерен патруль" машиналарын индерергә булалыр. Уҡыусылар был күренеш менән таныштыр. "Йәшерен патруль" проекты шунан ғибәрәт, - тип аңлатты Ғилметдинов, - Өфө урамдарында берәй һөмһөҙ водителдең юл ҡағиҙәләрен боҙоуы тураһында мәғлүмәт алынһа, хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала башҡаларҙан айырылып тормаған ҡәҙимге автомашинға ултырып ала ла, хоҡуҡ боҙоусының "ҡойроғона ултырып", күҙәтә башлай. Был йәшерен система көн һайын 200 самаһы хоҡуҡ боҙоу тураһында материал килтерә. Бер автобус водителе, мәҫәлән, Орджоникидзе районынан Телеүҙәккә еткәнсе 40 тапҡыр юл ҡағиҙәһен боҙҙо..."
Динар Заһит улы иң хәүефле, иң ауыр юл участкаларына фото-видео теркәү системалары ҡуйыу тәртибе менән дә таныштырҙы. Әйтәйек, теге йәки был урында юл һәләкәттәре йышайһа, ул урынға камера беркетелә. Был турала иҫкәртеүсе юл билдәһе ҡуйылып, халыҡҡа белдереү яһалғас, бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс кенә камера ҡабыҙыла. "Беҙҙең өсөн иң мөһиме - халыҡтың именлеге. Шуға ла беҙ ҡулланыу ваҡыты үтеп, иҫкергән һәм эшләмәгән, әммә машина радарҙарына үҙенең барлығы тураһында иҫкәртеүсе хәбәр ебәреүен дауам иткән иҫке камераларҙы һүтеп алмайбыҙ. Әйҙә, иҫкәртһендәр, ипле йөрөүселәр күбәйер", - ти әңгәмәсебеҙ.
Республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙә беренселәрҙән булып бөтөн махсус транспорттарын да видео теркәгес камералар менән йыһазландырған. "Шуға ла һуңғы осорҙа бәхәстәр ҙә, беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә дәғүәләр ҙә кәмене. Тиҙҙән юлдар именлеген һаҡлаусы һәр хеҙмәткәргә шәхси камералар беркетеләсәк. Әлегә финанслау ғына көтөлә. Был эш атҡарылһа, инспекторҙарҙың үҙҙәре менән таныштырыуынан алып, ниндәй протокол төҙөүенә тиклем барыһы ла теркәлеп барасаҡ", - тине Динар Заһит улы.

Шулай итеп...
"Барыһы ла яп-ябай нәмәгә - юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә генә ҡайтып ҡала бит. Ниңә үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуялар икән кешеләр?" - тине әңгәмә аҙағында әсенеп Динар Заһит улы. Ысынлап та, ниңә?

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.16 | Ҡаралған: 1021

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru