«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

Алтын бөртөкләп йыйылған кеүек, башҡорт әҙәбиәтенең иң аҫыл, алтынға бәрәбәр китаптарын/әҫәрҙәрен бөртөкләп барлай киләбеҙ. Әлегә бөтә быуындар уҡып белергә тейешле әҫәрҙәр исемлеген егерме бергә тиклем еткерҙек. Был юлы исемлеккә тағы бер нисә әҫәрҙе индерәбеҙ.

22. Назар Нәжми - "Урал" поэмаһы

"Беҙ әҫәрҙәге "Ят кеше"исеме аҫтында бирелгән төп геройҙың яҙмышы аша, сит илдә йәшәһәң дә, үҙеңдең туған телеңде, тыуған ереңде, ата-бабаларыңды оноторға тейеш түгелһең, тигән һабаҡ алабыҙ. "Ысын башҡорт кем ул?" тигән һорауға бөгөнгө заманда үткән быуаттың етмешенсе йылдарында йәшәүсе кеүек яуап бирмәйбеҙ, әлбиттә. Шуға, әҫәрҙә бәхәсләшерлек, уйланырлыҡ, сағыштырырлыҡ урындар күп", - тип яҙа гимназия уҡыусыһы Айгөл Хисаметдинова.

23. Мөхәмәтша Буранғолов - "Башҡорт туйы" драмаһы

"Мөхәмәтша Буранғолов башҡорт халыҡ сәсәне, һәр заман кешеһенә ҡыҙыҡлы драмалар авторы. Уның драмалары башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрен, башҡорт кешеһенең характерын, йыр-моңон, йолаларын сағылдыра. "Башҡорт туйы" драмаһын да нәҡ ошо сәбәптән уҡып сығырға тәҡдим итәм", - ти Илмир Кәүиев.

24. Талха Ғиниәтуллин - "Мәтрүшкә еҫе" хикәйәһе

"Әҫәрҙә бик ҡыҙыҡлы, тетрәндергес итеп әсә кешенең һуғыштан үлемесле яраланып ҡайтҡан улын дауалауы һәм аяҡҡа баҫтырыуы һүрәтләнә. Хикәйәлә башҡорт әсәһенең ҡырыҫ, ләкин йәншишмәләй терелтеү көсөнә эйә мөхәббәт тойғолары күрһәтелә. Йылдар үткәс, мәтрүшкә еҫенең хәтирәләре улына ошоно аңларға ярҙам итә һәм беҙҙе лә әсәйҙәргә иғтибарлы булырға өйрәтә", - тигән фекерен белдерә Искәндәр Аҫылбаев.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.12.16 | Ҡаралған: 1579

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru