«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПАТРИОТТАР БУЛАЙЫҠ!
+  - 

Һуңғы ваҡытта патриотлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр үтә актуаль булып китте. Хәйер, һәр заманда ла көн ҡаҙағында торған тема инде был. Тик ваҡыты-ваҡыты менән ул онотола төшә, уны башҡа ҡиммәттәр алыштыра ла... кәмә ҡомға терәлә башлаһа, тағы патриотлыҡты иҫкә төшөрөргә кәрәк була. Нисек кенә булмаһын, ниндәй генә ҡоролошта йәшәмәйек, йәшәйешебеҙ патриотлыҡҡа нигеҙләнгән бит.

Патриотлыҡ латин теленән яһалған һүҙ, патр - латинсанан атайсал тигәнде, атай тыуып үҫкән ергә тоғролоҡ, тигәнде аңлата булыр. Башҡортса беҙ уны илһөйәрлек тип йөрөтәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа барыбер ҙә был төшөнсә музей ҡомартҡыһына әйләнә биреберәк ҡуйғайны. Быға заманалар, ҡиммәттәр үҙгәреү ҙә булышлыҡ иткәндер. Ниндәйҙер бер мәлдә бит өгөт-нәсихәтте, йолаларҙы, шул уҡ патриотлыҡ тәрбиәләй торған бар сараларҙы инҡар иттек. Етмәһә, пионер, комсомол ойошмалары юҡҡа сыҡты, әммә уларға бер ниндәй алмаш уйлап табылманы. Был иһә балалар, йәштәр араһындағы патриотлыҡ тәрбиәһенә бик ныҡ зыян килтерҙе. Әле лә бына ниндәйҙер бер һорау алыуҙар ваҡытында 93 процент респондент патриотик тәрбиә юҡлығы тураһында билдәләгән. Шулай инде, әгәр ҙә беҙ әйләнгән һайын Көнбайыш өлгөләренә башты борһаҡ, Үҙәк телевидениенан туҡтауһыҙ сит илгә сығып киткән шәхестәр тураһында һүҙ алып барылһа, балаларыбыҙҙы мәктәптәрҙә туған телен түгел, сит тел өйрәнергә, сит ил вуздарына уҡырға инергә өгөтләүҙе дауам итһәк, ниндәй патриотлыҡ тураһында һүҙ булыуы мөмкин? Бөгөн тотош илебеҙ сит ил шауҡымында бит! Бер саҡ кемдер: "Беҙ бит мәктәптәребеҙҙә эмигранттар тәрбиәләйбеҙ..." - тип әйткәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был дөрөҫлөккә бик яҡын һүҙҙәр.
Патриотлыҡты кем тәрбиәләргә тейеш һуң? Әлбиттә, бар тәрбиәнең башы - ғаиләлә, тибеҙ. Ғаилә иң тәүҙә бала күңеленә уның кемлеген, кем балаһы булыуын, ниндәй һыуҙы һыулауын, ниндәй ерҙә, илдә йәшәүен, булған ҡиммәттәрҙе нисек ҡәҙерләргә кәрәклеген һеңдерергә тейеш. Әммә был ғына үтә аҙ. Тәрбиәле бала мәктәпкә бара, ә унда бөтөнләй башҡа ҡағиҙә, башҡа ҡиммәттәр өҫтөнлөк итә һәм ғаиләләге тәрбиә шунда уҡ юҡҡа сыға. Тимәк, барыбер ҙә мәктәп был йәһәттән иң ҙур ролде уйнай. Баланы тәрбиәләйһең-тәрбиәләйһең, уға өгөт-нәсихәт уҡыйһың, әммә ул мәктәптән ҡайта ла һинең бар әйткәндәреңде юҡҡа сығара. "Ә уҡытыусы шулай тине", тип әйтеп ҡуя барыбер. Мәктәптә уҡыған осорҙа барыбер ҙә бала өсөн уҡытыусының әйткәне төп ҡанун. Тимәк, илһөйәрлек тәрбиәләүсе сараларға мәктәптә төп иғтибар бирелергә тейеш.
Саралар, тигәндән. Патриотлыҡ ашаған аҙығың, кейгән кейемең менән дә һеңә һинең ҡанға. 80-се йылдар аҙағында, 90-сы йылдар башында патриотлыҡ тойғоларының һүрәнләнә биреүе сәбәбен мин хатта ашаған аҙығыбыҙҙа, кейгән кейемебеҙҙә лә күрәм. Магазин тулы, баҙар тулы сит ил аҙыҡтары булды. Ябырылдыҡ шуларға. Шунан үҙебеҙҙекенә ҡайта башланыҡ. Бер миҫал. Америкала йәшәгән япондарҙың башҡалар ауырыған сирҙәр менән ауырымай икәнен белгән ғалимдар бының сәбәбе менән ҡыҙыҡһына ҡуйған. Тикшерә башлағас, шул асыҡланған: япондар үҙҙәрен эш урынында ғына американдарса тота, ә үҙ йорттарына ҡайтып, ишек тупһаһы аша атлап инеү менән үҙ кимоноһын кейеп ала, үҙ аҙығын бешерә, туған телендә аралаша, үҙ йолалары эсендә ҡайнай. Ҡыҫҡаһы, үҙ өйөндө ул японлы булып йәшәй. Меңдәр араһында үҙ асылыңда, үҙең булып йәшәү - шул уҡ патриотлыҡ инде ул!
Һанай китһәң, патриотлыҡ өлгөләре бик күп. Илһөйәр кеше әллә ниндәй юғары һүҙҙәр ҙә һөйләп йөрөмәҫкә мөмкин, бәләкәй генә ғәмәлдәр ҙә билдәләй ала һинең был сифатты. Мәҫәлән, "Әгәр ҙә һин тыуған районыңдың патриоты икәнһең, Баймаҡ территорияһынан сығып китмәҫ элек машинаңа бензин ҡой", - тип әйтте Баймаҡ хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов", - тип һөйләгәйне бер саҡ Әхмәр Үтәбай. Эйе, быныһы ла илһөйәрлек өлгөһөлөр. Ә бына Рәсәй Президенты Владимир Путин бер нисә йыл элек Рәсәй машинаһы менән йөрөргә саҡырып, үҙе лә "Калина-Лада"ла йөрөп әйләнде, шунан ватандаштар күпләп ошо машинаны һатып ала башланы. Ошондайыраҡ өлгөләр күберәк булһын ине лә бит...
Өлгөләр тигәндәй, үткән аҙнала ил Президенты Владимир Путин Рәсәй һәм донъя журналистары менән осрашҡайны. Сарала ҡатнашыусы Башҡортостан журналисының бөтөнләй икенсе темаға арналған һорауы, әммә уның телмәрендә "Өфө", "суверенитет" тигән һүҙҙәр яңғырауы Владимир Владимировичты илһөйәрлек темаһына төшөп китергә мәжбүр итте лә ҡуйҙы. Президенттың патриотлыҡты тап Башҡортостан, башҡорттар тарихына бәйләүе, әлбиттә, беҙҙең күңелдәргә май булып яғылды: "Башҡорттар һәр ваҡыт Рәсәй мәнфәғәте өсөн көрәшкән, - тине ул. - 1812 йылғы Ватан һуғышында Башҡортостан 16 йәшен тултырған бөтөн ир-егеттәрен атҡа атландырып, ҡулдарына ҡорал тоттороп, яуға оҙатҡан. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла шулай булған - Башҡортостан халҡы ҙур фиҙаҡәрлек күрһәткән. Бының менән ғорурланырға кәрәк..."
Эйе, беҙ үҙ тарихыбыҙ, үҙ еребеҙ, үҙ халҡыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ләкин беҙҙең йәнәшәлә йәшәгән бүтәндәрҙең дә ғорурлыҡ объекты булырға тейеш түгелме икән ошондай факттар? Бына элек башҡорт халҡы, уның мәҙәниәте тураһында бик күп башҡа милләт вәкилдәре - шул уҡ Лепехин, Рычков, Руденко, Толстойҙар нисек һоҡланып яҙған. Баһалаған. Әммә хәҙер беҙҙең хаҡта, ошо ерҙең хужалары тураһында беләме йәнәшәбеҙҙә йәшәгәндәр? Мәҫәлән, Башҡортостанды һәр саҡ дуҫлыҡ, татыулыҡ өлгөһө тип телгә алалар. Ә бит беҙҙең еребеҙҙәге тыныслыҡ, һиллек, татыулыҡ ул барыбер ҙә башҡорт халҡының менталитетына, толерантлығына бәйле. Шуға ла башҡорт халҡы булдырған дуҫлыҡ мөхитен, милләттең түҙемлек, асыҡ күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарын баһаларға өйрәнәһе бар әле күптәргә. Бына был да Башҡортостандың патриоты булыуҙың бер нигеҙе тип уйлайым.
Әйткәндәй, Владимир Путиндың әлеге әйткәндәрен БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың: "Президенттың Башҡортостан халҡының юғары кимәлдәге патриотлығы тураһында әйткән һүҙҙәре журналистар менән осрашыуҙағы иң сағыу бер ваҡиға булды. Дәүләт етәксеһе башҡорт яугирҙарының Ватанды һаҡлауҙағы роленә юғары баһа бирҙе..." - тип, Башҡортостандың Рус соборы рәйесе Виктор Пчелинцевтың: "Президенттың башҡорт халҡы адресына әйтелгән һүҙҙәре беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Бөгөн Башҡортостан, күп милләтле республика булараҡ, бөтә Рәсәй өсөн милләт-ара мөнәсәбәттәр өлгөһөнөң нигеҙе булып тора..." - тип баһалауы ла уларҙың ысын Башҡортостан патриоттары һәм башҡорт халҡының тоғро дуҫтары булыуын раҫлаусы һүҙҙәр бит.

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.17 | Ҡаралған: 1090

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru