«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨНИТМЕШ МӨМКИНЛЕКТӘРЕБЕҘ БИК КҮП, УЛАР ОНОТОЛҒАН МИЛЛИ КӘСЕПТӘРЕБЕҘ МЕНӘН БӘЙЛЕ
+  - 

Редакциябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы - 30 йәштәрҙәге ир-егет. Төп эшенән тыш, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, сәйәхәт итеүҙе лә ғәҙәт иткән, республиканың йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә. Сибай егете Денис ӨМӨТБАЕВ үҙенең әле эшләгән эштәре һәм күңелендә йөрөткән идеялары менән уртаҡлаша.

Хәҙер башҡорттар элеккесә, ата-бабаларыбыҙса, ҡайһы ырыуҙанһың, тип таныша...

- Бөрйән ырыуынанмын. Красноярск крайындағы Черненко тигән бәләкәй генә бер ҡалала тыуғанмын. Черненко минең тыуған урыным булһа ла, тыуған ерем түгел. Тыуған ерем, бәләкәй Ватаным тип мин Сибай ҡалаһын һанайым. Өс йәшем тулмаҫ элек ғаиләбеҙ Сибайға күсеп ҡайта. Ҡартатайым менән өләсәйемдең тик башҡортса ғына һөйләшеүен күреп, бала аҡылым менән (үҙем атай менән әсәйгә ғәҙәт буйынса русса ғына хәбәр ҡушыуым арҡаһындалыр), башҡорт теле - ҡарттар телелер, тип уйлауым хәтеремдә. Хәҙер башҡортса ла, русса ла, инглизсә лә иркен аралашам. Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында) 8-се синыфты тамамлағас, уҡыуымды Өфөләге Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында дауам иттем. Мәктәптән һуң Троицк ҡалаһының Урал дәүләт ветеринария медицинаһы академияһының (хәҙерге Көньяҡ Урал дәүләт аграр университетының) Сибай филиалына уҡырға индем. Ул уҡыу йорто студенттарын сит илгә практикаға ебәреүе менән күптәрҙе ылыҡтыра ине. Академияла үҙемә яңы офоҡтар астым. Әйтәйек, Швецияла практика үткән сағыбыҙҙа ҙур ғына бер һөтсөлөк фермаһында булғайныҡ. Мине урындағы фермерҙарҙың хужалыҡ итеү оҫталығы хайран ҡалдырҙы. Башҡортостанға ҡайтҡас: "Ниңә беҙҙең хужалыҡтар дөрләп эшләмәй, бөлөп барған хәлдә икән?" - тип аптыраным.
Уҡыуҙы тамамлағас, башта Өфөлә ветеринария дарыуҙары, һуңыраҡ ветеринария өлкәһенә кәрәкле медицина ҡорамалдары һатыу менән шөғөлләндем. Хәҙер инде лаборатория ҡорамалдары һатыу буйынса тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ талап иткән эшкә тотондом...

Беҙ һинең сит илдәргә сәйәхәт итергә яратыуың тураһында ла ишетеп беләбеҙ...

- Бер урында оҙаҡ тора алмайым - яйы сығыу менән, сәйәхәткә сығып китеү яғын ғына эҙләйем. Донъяны бер урында ултырып ҡына өйрәнеп булмай бит. Хәрәкәт итергә кәрәк. Мосафирлыҡ та, йылҡысылыҡ кеүек, башҡорттоң ҡанындалыр, тип уйлайым. Студент сағымда Бөйөк Британияла, Швецияла практика үттек бит инде, аң даирәмде киңәйтеп, тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтте мине был илдәр. Европала тағы Финляндияла, Нидерландтарҙа, Польша, Чехияла, Австрияла, Германияла булдым. Элекке совет республикаларының барыһын да тиерлек йөрөп сыҡтым. Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан юлдарын да тапарға тура килде. "Салауат Юлаев һәйкәленән - Сыңғыҙхан һәйкәленә тиклем" тигән девиз менән Монголияла ла йөрөп ҡайттыҡ. Ике тапҡыр Һиндостанда булдым. Икенсе тапҡырҙа Һиндостанда бик оҙаҡ, ике ай ярым самаһы йөрөп ташланым.
Сәйәхәттәр күп мөмкинлектәр аса, төрлө асыштарға юлыҡтыра. Төрлө мәлдәрҙә төрлө хәлдәр, төрлө ауырлыҡтар килеп тыуырға мөмкин. Йөрөй-йөрөй, төрлө кәртәләр аша үтә-үтә, ауырлыҡтарҙы еңелерәк сисергә өйрәнәһең. Киң күләмдә, бөтөн Ер шары күҙлегенән ҡараһаң, һин ауырлыҡ тип һанағандар ябай ғына бер мәсьәлә булып күренә башлай. Сәйәхәт итеүҙең тап шул яғы ҡиммәт тә инде.
Мин үҙаллы сәйәхәт итәм. Агентлыҡтарҙан юллама һатып алып йөрөмәйем. Сөнки ул саҡта барыһы ла һинең өсөн алдан хәл ителгән була. Ҡайҙа барырыңды, ҡайҙа йоҡларыңды, нимә ашарыңды, кем менән аралашырыңды үҙең хәл итһәң, ҡыҙыҡлыраҡ. Шуға ла мин донъяла булған төрлө хәлдәрҙе, төрлө кешеләрҙе күреп, "Һәр кем үҙенсә хаҡлы" тигән ҡарарға килгәнмен. Мәҫәлән, элек ниндәйҙер бер мәсьәләгә ҡарашым бер яҡлы ғына булған булһа, бөгөн мин уға төрлө яҡлап, киң ҡараш менән баға алам.
Һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында. Бәхет кешенең уңайлы урында, вазифала ултырыу-ултырмауына ғына бәйле түгел. Кеше үҙен бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә итә ала. Һәр хәлдә, сәйәхәттәр мине бәхетлерәк итә.

Илдәр буйлап сәйәхәт иткән сағыңда һине аптыратҡан күренештәр ҙә булғандыр...

-Эйе, һәр ил, һәр төбәк сәйәхәтсе күңеленә үҙенә генә хас биҙәген һала. Әйтәйек, Ҡырғыҙстан тураһында бик йылы хәтирәләр һаҡлайым. Ҡырғыҙҙар менән аралаша-аралаша, уларҙың башҡорт халҡына бик яҡын, туғандаш халыҡ икәненә инандым. Оҡшашлыҡ аш-һыуҙа ла, һөйләштә лә, тышҡы ҡиәфәттә лә, холоҡта ла ярылып ята. Был илдә һине туғанлыҡ тойғоһо ташламай.
Юлда йөрөгәндә ыңғай тәьҫораттар ҙа, кире тойғолар ҙа кисерелә. Ҡайһы саҡта үҙең өйрәнгән мөхитеңдән шул тиклем ныҡ айырылған мөхиткә барып инәһең. Ошондай айырмалыҡтарҙан сығып, Ер шарының ҙур, киң икәнен, халыҡтарҙың йәшәү урыны ни тиклем төрлө-төрлө булыуын аңлайһың. Монголияла беҙҙе иге-сиге булмаған сүллек, ҡырағай, ҡырыҫ мөхит уратып алғайны. Ауылдар араһында юлдар ҙа юҡ - йүнәлештәр генә төҫмөрләнә. Машинаңда 200-300-әр саҡрым ара үтәһең - берәй автомобиль түгел, йәйәүле осраһа, шәп әле. 360 градусҡа әйләнеп ҡарайһың - кеше әҫәрен күрермен тимә. Беҙҙә, киреһенсә, кеше аяғы баҫмаған урындарға юлығыуы ситен, тип сағыштырып ҡуяһың. Башҡортостандың иң төпкөл урмандарында аҙашһаң да, берәй тау башына артылһаң да, киҫеп ташланған ағастарға, электр бағаналарына тап булаһың. Ә Монголияла - киңлек. Ғаләм киңлеге. Ә кеше был киңлектә ҡом бөртөгө генә, тигән аңлауға киләһең. Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәрен ҙур итеп, "алпамыша" итеп хис итә. "Алпамыша"лыҡ кешенең үҙенә лә, тәбиғәткә лә, эргә-тирәһендәге кешеләргә лә зыян килтерә.
Кешенең иң ҙур хатаһы - үҙен тәбиғәттән өҫтөн һанауы бит. "Алпамышалыҡ" шунан килә. Тәбиғәт менән кеше мөнәсәбәте - әсә менән бала мөнәсәбәте кеүек. Тәбиғәттән өҫтөн булырға ярамай. Монголия ише ҡырыҫ тәбиғәтле урынға барыу аңды "төҙәтеп" ебәрәлер, дөрөҫөрәк юлға баҫырға ярҙам итәлер, тип уйлайым. Ғөмүмән, сәйәхәт ҡылыу менән бәйле уйҙарымдың иге-сиге юҡ...

Денис, һине йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнә, тинеләр. Һин - ҡала егете. Ҡала егеттәре ауыл хужалығы тармағына ҡыҙыҡһыныу белдереп бармай шикелле. Ә һине нимә этәрҙе икән был шөғөлгә?

- Йылҡысылыҡты, беҙҙең ҡанға һеңгән шөғөл, тип әйтһәм, һис кенә лә арттырыу булмаҫтыр. Мине лә "ҡан тартыуы" әйҙәгәндер был шөғөлгә. Йылҡы малын бала саҡтан үҙ иттем. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында йәшәүсе ҡартатайым, әсәйемдең атаһы, мине йыш ҡына бейәһенә атландырып йөрөтә, малдар тураһында төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләй торғайны. Үҙем дә мал-тыуар, кәртә-ҡура тирәһендә уралыуҙы әллә ни күрә инем. Ҡолондан тибелгән, ат өҫтөнән ҡолап төшкән, битем-башым күгәреп йөрөгән саҡтарым да булғыланы. Был ваҡиғалар ҙа минең аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуымды һүрелдермәне.
Был ҡыҙыҡһыныуымды дөрләтеп ебәрергә тағы бер ваҡиға сәбәпсе булды. Атайым яғынан Ғаумулла исемле ҡарт ҡартатайым тураһында яҙма сығанаҡтарға, документтарға юлыҡтым бер саҡ. Уларҙы өйрәнеп, ошо ҡартатайымды күреп-белеүсе ололар менән һөйләшә торғас, уның тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә эйә булдым. XIX быуаттың 2-се яртыһында тыуып, 1946 йылда 87 йәшендә донъя ҡуйған ҡарт ҡартатайым Ғаумулла ла йылҡысы булған. Уның хужалығында йөҙләп баш йылҡы иҫәпләнгән. Беренсе Бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан. 1937 йылдарҙа "кулак" мөһөрө һуғылып, мал-мөлкәте, шул иҫәптән йылҡылары, тартып алынған. Оло йәштә булыуы арҡаһында ғына һөргөнгә ебәрелмәй ҡалдырылған. Ғаумулланың улы, минең ҡартатай, атайымдың атаһы, ғүмер буйы Сибай карьерында эшләне. Уның үҙенең ҙур хужалығы юҡ ине. Әммә ул йәшәгән йорт ихатаһындағы арбалар, күсәрҙәр, тәгәрмәстәр ҡасандыр был ғаиләнең йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләй ине...
...Ике йыл элек күңелдең иң төпкөлөндә ойоп, осҡон көтөп ятҡан булмышым уяндымы ни: ата-бабалар шөғөлөн дауам итергә булып киттем. Машинам менән Өфөнән Ирәндеккә сығам да китәм, сығам да китәм. Урман-тауҙарҙы бер итеп гиҙәм, утлап йөрөгән йылҡы өйөрҙәре осраһа, уларҙы күҙәтеп, ләззәт алам... Йәй аҙағында бер ағайҙың 15 йәш бейәһен һатып алыуымды әлеге булмышымдың тышҡа бәреп сығыуы тип аңларға кәрәктер. Шуларҙы үҫтереп алып киләм бына. Ирәндектең көнсығыш битләүендә тибендә йөрөгән малдарымды Рәүеф исемле бик яуаплы бер ағай ҡарай. Йылҡыларҙы һарайға бикләмәйбеҙ - тибендә йөрөтөү уларҙың һаулығы өсөн яҡшы, тип иҫәпләйем. Башҡорт тоҡомло бит улар, сыҙамлы, аҙығы - аяҡ аҫтында. Бәлки, быйыл яҙға ҡолондар ҙа килтерә башларҙар. 2018 йылға иһә, малҡайҙарҙың бөтәһе лә ҡолонлар, тип көтәбеҙ. Ҡуртымға бер ферма алдым. Ялан кәртәһенә бесән килтереп ауҙарҙым. Һарайы ла бар...
Бала саҡта, Ғәҙелшаның бейек бер ҡаяһында йорт һалып, хозур тәбиғәт мөйөшөндә йәшәһәң ине, тип хыялландым. Бөгөн, нисек кенә сәйер тойолһа ла, шул хыялым тормошҡа ашыу сигенә яҡынлап килә шикелле. Өй һаласаҡмын, тип үк әйтмәһәм дә, йылҡыларым шул төбәктә йөрөгәс, унда берәй йәйләү төҙөргә кәрәк буласаҡ бит инде.

Йылҡысылыҡҡа бәйле башҡа проекттарың да бик ҡыҙыҡлы бит һинең, Денис. Мәҫәлән, 2016 йылда үткән "Өфөфорум" йәштәр мәғариф сараһында шуларҙың береһен тәҡдим иткәйнең...

- Эйе, был форумдың "Умарта" тип аталған проекттар оҫтаханаһында үҙемдең "G-ребенок" (G-көс билдәһе, "көслө бала" мәғәнәһендә) тип аталған яңы проектымды тәҡдим иттем һәм баһалама комиссияһы ағзаларынан хуплау һүҙҙәре ишеттем. "G-ребенок" - балаларға әсә һөтөн алыштырырлыҡ бейә һөтө етештереү проекты. Бейә һөтөнөң составы әсә һөтөнөң составына оҡшаш икәне сер түгел. Минең проекттағы тәҡдим шундай: бейә һөтөн ҡымыҙ менән генә түгел, ә саф килеш, һаумал килеш балаларға эсереү уларҙы һауыҡтырыуға булышлыҡ итәсәк. Һыйыр йә кәзә һөтөнән етештерелгән ризыҡтар күп осраҡта балала аллергия тыуҙыра. Ә бейә һөтө, составында казеин бик әҙ булғанлыҡтан, гипоаллерген һанала. Күп кенә Европа илдәрендә, әйтәйек, Австрияла, Францияла, Германияла һәм Нидерландтарҙа бейә һөтөн балалар аҙығы етештереүҙә лә, косметикала ла күптән ҡулланалар. Киләсәктә "G-ребенок" - Башҡортостан брендтарының береһе булып китергә тейеш, тип ышанам. Был бик еңел генә тормошҡа аша торған проект түгел - бәлки, уны атҡарыу бер нисә йылға ла һуҙылып китер. Һәр хәлдә, һөҙөмтәһе буласаҡ.
Йылҡысылыҡ менән бәйле тағы бер проектым тураһында ла һөйләп үтәйем. Интернет киңлектәрендә краудфандинг системаһына ҡоролған "Планета.ру" тигән сайт бар. Унда үҙеңдең проект-фекерҙәреңде урынлаштыраһың һәм уларҙы бергәләп атҡара торған кешеләрҙе йәлеп итәһең. Минең проектым "Башҡортостанда традицион йылҡысылыҡты тергеҙеү" тип атала. Бөгөн күп кеше атлы булырға хыяллана. Тик ул хыялын нисек тормошҡа ашырырға белмәй. Атты һатып алырға мөмкин ул, ләкин уны артабан ҡайҙа тоторға? Ә мин атлы булырға хыялланыусының ошо теләген хәл итәм дә инде. Проектта ҡатнашыусы минең менән килешеү төҙөй һәм бер бейә һатып алыуға аҡса күсерә. Ул аҡсаға мин бейә һатып алам, уға номер һуғып, реестрға индерәм. Артабан ул бейә минең көтөүемдә йөрөй, тәрбиәләнә. Уның ике ҡолоно акцияла ҡатнашыусыға дивидент рәүешендә беркетелә. Бейәне ҡарау ҙа, ҡолондарҙы бер йәшкә тиклем аҫрау ҙа тулыһынса минең яуаплылыҡта була. Бер йәштән һуң хужаһы ҡолондарҙы алып китә, һата ала йәиһә миңә ҡуртым хаҡын түләй ҙә, ҡолондары көтөүҙә йөрөүҙе дауам итә. Был проект сентябрь аҙаҡтарында ғына барлыҡҡа килгәйне. Өс ай эсендә ҡырҡтан ашыу кеше ошо акцияға ҡушылды, йәғни төрлө күләмдә проектҡа үҙ өлөшөн индерҙе. Уларҙан алты кеше берәр бейә өсөн аҡса күсерҙе. Һәр хәлдә, был идея менән ҡыҙыҡһыныусылар табылды һәм мин, милләттәштәребеҙҙе берләштерер идея тәҡдим итеп, уларҙы тоҡандырып ебәрә алыуыма ҡыуанам.
Беҙҙең алдыбыҙҙа мөмкинлектәр шул тиклем күп. Ул мөмкинлектәр үҙебеҙҙең булмышыбыҙ, онотолған кәсептәребеҙ менән бәйле. Улар менән ҡыҙыҡһыныусы бер мин генә түгел. Беҙ, әүҙем йәштәр төркөмө, милли кәсептәрҙе тергеҙеү буйынса ҙур ғына проект әҙерләйбеҙ. Ул йылҡысылыҡты ла, ҡымыҙ бешеүҙе лә, ат бәй-геләрен дә, беҙҙең милләткә, төрки донъяһына хас булған төрлө онотолған башҡа кәсеп-шөғөлдәрҙе лә үҙ эсенә ала. Уларҙы тергеҙеп, яңы кимәлгә сығарып, донъяға күрһәтергә, тигән маҡсатыбыҙ бар. Һуңғы ваҡытта ошо йүнәлештә эшләйбеҙ. Мәғлүмәтте ишара итеп еткерәм. Ҡыҙыҡһыныусылар булыр, үҙ юлдарын эҙләр, табыр, тим...

Заман йәштәренә үҙ эшен тап милли кәсептәргә нигеҙләп башлау нимәһе менән отошло?

- Уның яҡшы һөҙөмтәгә мотлаҡ килтерәсәк икәнен аңларға тейешбеҙ. Мин бөгөнгө көндә, мәҫәлән, башҡорт ҡорт балы етештереп уңмаған бер кешене лә белмәйем. Умартасылыҡ менән бәйле бар кәсептәрҙе тергеҙергә кәрәк беҙгә. Ул - беҙҙең булмышта. Шулай уҡ йылҡысылыҡ, таш, ағас эше, балаҫ һуғыу менән шөғөлләнеүселәр араһында ла уңышлы кешеләр бар, тип әйтә алам. Кәсептәребеҙ бик күп. Ата-бабаларыбыҙ тире эшкәртеп, күндән төрлө әйберҙәр теккән. Бөгөн берәү ҙә ошо шөғөлгә тотонмаған әле. Ғөмүмән, тиңдәр араһында тиң булып йәшәү өсөн боронғо кәсептәрҙе тергеҙеп, лайыҡлы көн итә алабыҙ икәнде аңларға ваҡыт етте беҙгә. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ икәненә иманым камил.
Хәйер, матди һөҙөмтәһе булһын, тип кенә эшләргә ярамайҙыр был эштәрҙе. Мәҫәлән, кеше үҙ булмышына яҡын бер шөғөлдө бирелеп, яратып эшләһә, һөҙөмтәһе берәү генә булмаясаҡ. Төп һөҙөмтәһе - күңел тыныслығы, ҡәнәғәтлек. Икенсенән, табышы, килеме лә була әле уның. Уныһы - икенсе дәрәжәләге һөҙөмтә. Әгәр ҙә кеше табышына, килеменә икенсе дәрәжәләге һөҙөмтә итеп ҡараһа, башҡарғанының күңеленә ҡәнәғәтләнеү, рәхәтлек килтереүен үҙе өсөн өҫтөнөрәк ҡуйһа, яҡшыраҡтыр ҙа тип уйлайым. Кеше күпме генә эшләмәһен, һирәк осраҡта ғына матди яҡтан тулыһынса ҡәнәғәт була. Ҡәнәғәтһеҙлек менән упҡынға батҡансы, ҡәнәғәтләнеү менән юғарыға артылыу кәрәк, тип уйлайым.

Һин әле рухи кимәлдә туғандаш, фекерҙәш кешеләр туплау ниәте менән янып йөрөйһөң. Ә үҙеңдең шәхси тормошоңда нисегерәк, йәнкәй-йәнәшеңде таптыңмы әле?

- Өйләнгәнһеңме, юҡмы, тип һорауығыҙмы? Юҡ, өйләнмәгәнмен. Ул алдан планлаштыра торған эш түгел, ә үҙ ваҡыты менән була торған хәл, тип уйлайым.

Ә шулай ҙа һинең сикһеҙ хыялдарың араһында ғаилә ҡороу тураһындағыһы ла һәм уны үҙеңсә күҙаллауың да барҙыр?

- Әлбиттә, мин үҙ милләтем эсендә булған никахтар яҡлымын. Тормош-көнкүреште, йәки берлектәге эш-шөғөлдө кем менән булһа ла ҡороп булалыр. Әммә ғаилә ҡороуҙың нигеҙендә икенсе ҙур маҡсат ята: милләтте һаҡлап ҡалыу һәм милләттең һанын арттырыу. Был маҡсатты, әлбиттә, үҙ милләтеңдәге кешеләр менән генә атҡарып була. Бөгөн рухлы йәштәр күп. Улар әлеге мәсьәләгә лә яуаплыраҡ ҡарайҙар. Мин дә шундайҙар рәтендәмен. Милли рух, туған тел балаларға күберәк ҡатын-ҡыҙҙан, әсәнән күсә, тип уйлайым. Шуны күҙәтергә тура килә: ҡатнаш никахлы ғаиләләрҙә үҫкән балалар барыбер әсәйҙәре телен үҙ итеүсән. Мәҫәлән, башҡа милләт ҡыҙҙарына өйләнгән егеттәребеҙҙең балаларының башҡортса һөйләшеп йөрөгәне бик һирәк күренеш. Был аңлашыла ла. Әсә кеше күкрәк һөтө аша үҙенең генә түгел, ә әсәһенең, өләсәһенең, тотош милләтенең булмышын балаһына күндерә. Мәҫәлән, флешканы компьютерға ҡуябыҙ - бөтөн булған мәғлүмәт флешкаға күсә. Йырҙар башҡортса икән, улар флешкаға нисек бар, шул килеш күсә. Икенсе төрлөгә әйләнмәй. Бала менән әсәнең бәйләнеше лә шуның кеүек. Ҡатын-ҡыҙҙар - милли рухты, милләтте төп һаҡлаусылар, тигән һығымтаға киләм. Тимәк, балаларыңдың милләтеңде дауам итеүселәр булыуын теләйһең икән, үҙ милләтең ҡыҙына өйләнергә тейешһең! Был һәр башҡорт егете өсөн үтәлергә тейешле мотлаҡ ҡағиҙә, ҡанун!

Башҡорт ғаиләһендә атай ҙа бик яуаплы, абруйлы урын биләй. Беҙ ул яуаплылыҡты күтәрергә лә әҙер булырға тейешбеҙҙер. Был турала ни уйлайһың?

- Башҡорттоң "Атың барҙа ер таны, атаң барҙа ир таны" тигән мәҡәле бар. Эйе, әсәй кеше балаға милли рух таныта, атай кеше уға ир таныта. Шунлыҡтан, атайҙары балаларына иң тәүҙә ир булып танылырға тейеш. Кем ул ир? Ул - ғаиләһен дә, нәҫелен дә, милләтен дә, илен дә ҡурсалаусы көслө зат. Ҡыҙ бала атаһы өлгөһө аша ирҙең ниндәй булырға тейешлеген дә таный. Күп ҡыҙҙар ғүмер буйы үҙенең яҙмышына яҙғанын эҙләй. Тик кемде эҙләүен аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай. Атай ҡурсыуында үҫкән, атаһы ысын ир-егет өлгөһө күрһәткән ҡыҙҙарға иһә тормош юлдашын һайлауы ниндәйҙер кимәлдә еңелләшә. Ә ир бала өсөн атай бөтөн яҡлап - кеше менән аралашыуҙан башлап, төрлө тормош мәсьәләрен хәл итеүгә тиклем - өлгө, остаз.
Шуға күрә балаларыңа биологик атай-әсәй булыу ғына етмәй, ә донъяла йәшәүгә яраҡлаша, бар нәмәне үҙ төҫөндә күрә белгән, алдына маҡсат ҡуйып, шул маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бар көсөн, һәләтен, тырышлығын һала алған шәхестәр тәрбиәләүсе атай һәм әсәй булыу мөһим. Күп кеше, баланы үҙем өсөн табам, тип уйлай, ә мин бындай фекер менән килешмәйем. Уйлауымса, беҙ балаларҙы бар донъя өсөн яралтабыҙ. Әгәр ҙә беҙгә тәбиғәт тарафынан шундай мөғжизә яралтыу мөмкинлеге бирелгән икән, бала табыуҙы үҙең өсөн генә эшләнә торған ғәмәл тип күҙ алдына килтереү мөмкинме?.. Бына шундай урыҡ-һурыҡ уйҙарым, фекерҙәрем ғаиләнең роле тураһында. Ғаилә ҡорғас, улар тағы ла нығыраҡ аныҡлана, асыҡлана, камиллашалыр, тип уйлайым...

Шулай итеп...
Денис Өмөтбаевҡа: "Замандың уңышлы башҡортон һин нисек итеп күҙ алдына килтерәһең?" - тигән һорауҙы бирмәгәнмен икән. Әммә әңгәмәбеҙ барышында ул һорауға яуап алынды, буғай. Заман башҡорто, Денис һымаҡ, үҙ алдына маҡсат ҡуя белә, яңынан-яңы өлкәләр менән ҡыҙыҡһына, үҙ-үҙен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, донъя гиҙә, күргәндәрен сағыштырып, һығымталар яһай, эш-шөғөл юҡ, тип, ҡул ҡаушырып ултырмай, ата-бабаларҙың традицион шөғөлдәрен тергеҙеү менән янып йөрөй, ул шөғөлдәрҙе заман технологиялары, мөмкинлектәре менән яраштыра. Әлеге әңгәмәлә Денис аша заман башҡортоноң башҡа сифаттары ла һынлана, улары тураһында үҙегеҙ уҡығыҙ һәм... матур өлгөгә эйәрегеҙ.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.17 | Ҡаралған: 1503

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru