«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮҒАЛМАҒЫҘ, БАШҠОРТТАРЫМ!
+  - 

Берәй милләттәшеңә үҙ телеңдә өндәшеп, яуапты башҡа телдә алыу айырыуса ҡала ерендә йәшәгән кешеләр өсөн бик тә тәбиғи хәл. Быға әллә ни иғтибар итеп тормайбыҙ, һин дә мин урыҫса һөйләшеп алабыҙ ҙа китәбеҙ. Аллаға шөкөр, ул телде лә беләбеҙ... Әммә бына республикабыҙҙан алыҫта, башҡа өлкәләрҙә шундай хәлдәргә юлыҡһаң, теге йәки был яҡташың өсөн, хатта бөтөн милләтең өсөн ниндәйҙер ҡыйынһыныу тойғолары кисереп, ныҡ ҡына уйланырға мәжбүр булаһың.

Йылдар буйы ят яҡтарҙа йөрөп, бөтөнләйгә тиерлек урыҫлашып бөткән яҡташтарыбыҙға ҡарап әрнеүҙәр төрлө уйҙарға һала. Бәғзе ваҡыт үҙебеҙҙе республикабыҙҙы төйәк иткән башҡа халыҡтар менән сағыштырып ҡарайым. Беҙ торған ҡала кварталында бер нисә әрмән ғаиләһе йәшәй. Улар һәр саҡ бер-береһенә яҡыныраҡ тирәнән фатирҙар алырға тырыша икән! Һәр кис шуларҙың ҡатындары - бер ерҙә, ирҙәре йәнәшәләге икенсе урында йыйылышып, үҙ телдәрендә гәп һаталар. Башҡалар һымаҡ урыҫ мәктәбенә йөрөгән эреле-ваҡлы балалары иһә фәҡәт туған телдәрендә генә ҡысҡырыша-ҡысҡырыша футбол уйнайҙар…
Ситкә күсеп барған туғандарыбыҙ һәм таныштарыбыҙҙың бик күптәренең үҙҙәрен нисек тотоуын һис бер арттырыуһыҙ ғына һөйләп бирергә ниәтем. Быға үпкәләүселәр ҙә табылыуына икеләнмәйем. Һүҙ сит милләт кешеһе менән тормош ҡорған яҡташтарыбыҙ хаҡында ла бармаясаҡ. Улар тураһында, әлбиттә, һөйләүселәр күп һәм ул үҙе айырым бер тема. Икеһе лә тап-таҙа башҡорт милләтенән булған ғаиләләр хаҡында барасаҡ һүҙ. Алдан уҡ әйтеп ҡуям: беҙҙең халыҡ һәр саҡ сит ерҙә үҙен ифрат та әҙәпле һәм тыйнаҡ тотоуы менән айырыла. Бына шундай яҡшы күңелле, алсаҡ ирле-ҡатынлы саф башҡорт кешеләре башҡа өлкәгә килеп эләгеү менән, иң беренсе нәүбәттә, тап-таҙа башҡортса һөйләшеп кенә йөрөгән балаларын көсләп-көсләп урыҫ теленә өйрәтә башлай. Рус телен белеү, әлбиттә, яҙыҡ түгел, хатта бик мөһим. Әммә сит телдең үҙеңдең телеңде онотторорға тейеш түгеллеген күп яҡташтарыбыҙ аңлап етмәй. Ә инде сит яҡта тыуған балалар хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ! Телдәре "мама" һәм "папа" тип асылған ул балалар үҙ милләтен бөтөнләй белмәй тиерлек. Хатта мин үҙемдең яҡындарымдың шундай балаларының береһенә (уның исеме лә, фамилияһы ла башҡортса): "Һин башҡорт бит, башҡорт телен өйрәнергә кәрәк", - тип өндәшкәс, "Я не хочу быть башкиром!" тип аптыратты. Бына нисек итеп беҙ юғалабыҙ, яҡташтарым. Юғарыла миҫал итеп килтергән әрмән ғаиләләре һымаҡ, бер-беребеҙ менән ныҡ аралашып йәшәү урынына, беҙ, киреһенсә, башҡа милләт халҡы эсенә инеп, тиҙ генә йотолабыҙ.
Бер ҡалала йәшәгән бер нисә башҡорт ғаиләһе һирәкләп бер-береһенә ҡунаҡ-мунаҡҡа йөрөгән хәлдә лә, уларҙың үҙ балалары менән фәҡәт урыҫ телендә генә аралашыуын башҡортлоҡтоң тамырына балта сабыу һымаҡ күрәм мин. Иң үкенеслеһе - бына шул хаҡта хатта күптәр уйлап та бирмәй. "Башҡорт булғым килмәй", тигән балаларыбыҙҙың киләсәге һәм унан артабанғы тыуасаҡ быуындар хаҡында уйларға ла ҡурҡыта бит, йәмәғәт! Бала бит дөрөҫтө әйтә. Сөнки ата-әсәһе уға тап шундай рухта тәрбиә биргән. Унан һуңғы быуын вәкилдәре ҡасандыр ата-бабалары башҡорт булған, әммә хәҙерге ваҡытта аныҡ милләте булмаған рәсәйлеләрҙе тәшкил итәсәк. Хатта паспортында ла "башҡорт" тигән яҙыу булмаясаҡ (мәҫәлән, минең һәм улдарымдың сит өлкәләрҙә алған паспорттарыбыҙҙа милләт күрһәтелмәгән). Бының, әлбиттә, бер кемгә лә зыяны юҡ. Әммә... үкенесле. Хөкүмәттебеҙ сәйәсәте башҡорт телен тыймай бит. Шулай уҡ үҙ телебеҙҙә һөйләшкән өсөн берәү ҙә беҙҙе кәмһетергә һәм ҡыйырһытырға йыйынмай. Тик үҙебеҙ генә, нишләптер, телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалырға тырышмайбыҙ...
Тарихсылар, тел белгестәребеҙ "милләттең, телдең, мәҙәниәттең һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең ошоғаса һаҡланып килеүе быуаттар буйы башҡорттоң үҙ еренең хужаһы булып, фәҡәт шунда ғына ғүмер итеүе менән бәйле", тигәнерәк фекер әйткәне бар. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, үҙ ерен төйәк итмәгән башҡорт юғалыуға дусар... Был, ысынлап та, дөрөҫ фекерҙер, тип уйлайым. Тик үҙебеҙҙең еребеҙҙә йәшәп, телебеҙҙе һәм динебеҙҙе һаҡлап ҡалған осраҡта ғына беҙ артабан да милләт булараҡ быуаттар буйына йәшәй аласаҡбыҙ, иншаллаһ. Әммә тормош үҙенекен итә бит. Кемгәлер (хатта күптәргә) аҡса эшләп, ғаиләһен аҫрау ниәте менән, ә кемдәргәлер хәрби хеҙмәт буйынса ситкә китергә тура килә... Ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле милләттәштәрем, сит тарафтарға китеп, юғалып ҡалмаһаҡ ине. Сит ерҙә үҙебеҙсә һөйләшергә тартынмай, балаларыбыҙҙы башҡорт рухында тәрбиәләп үҫтереп, ҡырҙа хәжәтең бөтөү менән үҙ илеңә ҡайтып, ҡабаттан оя ҡороп йәшәргә кем ҡамасаулай? Ситтә йөрөгән саҡта ла бер-береңде белергә, танырға тырышыу, ниндәйҙер кимәлдә юғарыраҡ урын биләүеңә лә ҡарамаҫтан, яҡташтарыңа ҡарата айырыуса ихтирамлы булыу бер ваҡытта ла кешене кәмһетмәй, киреһенсә, тик уға ҡарата хөрмәт тойғоһо ғына уята, тигән хәҡиҡәтте белһәк ине. Балаларыбыҙға "Һин - башҡорт", тип туған телдә һөйләшергә өйрәтеү уларҙы башҡа милләт вәкилдәренән түбән ҡуйыу, тигәнде аңлатмай бит. Үҙҙәре яҙа-йоҙа урыҫса белгән бәғзе милләттәштәребеҙҙең балаларының башҡортса һөйләшмәүе генә түгел, хатта бер һүҙ ҙә аңламауы, ата-әсәләренә "пап", "мам", тип өндәшеүе йәнде әрнетә. Мин хеҙмәт иткән яҡта тап ана шулай күпселек яҡташтарыбыҙ (хатта барыһы ла тигәндәй) үҙ балаларын аңлы рәүештә урыҫҡа әйләндергәйне лә инде. Себер яҡтарында йәшәгән башҡорттарыбыҙ менән дә шул уҡ хәл.
Улдарым менән башҡортса һөйләшкәнде ишеткән бәғзе рус, йәиһә украин милләтенән булған хеҙмәттәштәрҙең: "Рус телен белгәс, етмәгәнме? Ни өсөн баланың башын бутайһығыҙ?"- тип һорағаны булды. Мин ундайҙарға һәр саҡ: "Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ, урыҫ кешеләре, әйтәйек, ғаиләгеҙ менән Үзбәкстанға күсеп килдегеҙ икән. Балаларығыҙ урыҫ телен бөтөнләйгә онотоп, тик үзбәксә генә һөйләшә башланы, ти... Шуға риза булыр инегеҙме?" "Әлбиттә, юҡ" тигән һүҙҙәре менән үҙҙәре минең хаҡлыҡты раҫлап ҡуялар ине.
Ситтә лә үҙ миллилегеңде һаҡлап алып ҡалыуы бер ҙә ҡатмарлы түгел. Бер милләт вәкиленән торған татыу ғаилә - үҙе бер дәүләт, тиергә лә тартынмайым. Бына шул бәләкәй генә дәүләт эсендә үҙ телеңде, динеңде онотмау һәм быуындан-быуынға күсереү кәрәк. Сирек быуат ситтә йөрөгән дәүерҙә тыуып үҫкән улдарымды ифрат та матур итеп башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтә алыуыбыҙға (тик урыҫ мәктәбендә уҡыу арҡаһында яҙыуҙарында ғына хаталар ебәрәләр), уларға Ислам дине рухында тәрбиә бирергә ирешеүебеҙгә, үҙебеҙҙең дә, ахырҙа, тыуған яғыбыҙға ҡайтып йәшәүебеҙгә Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итәбеҙ. Ә инде ейән һәм ейәнсәрҙәребеҙҙең хәҙер башҡорт мәктәптәренә йөрөүҙәрен, тап-таҙа туған телендә һөйләшеүҙәрен Раббыбыҙҙың үҙебеҙгә биргән оло ниғмәте итеп ҡабул итәбеҙ һәм ана шуның менән бәхетлебеҙ. Минең һүҙҙәремде һис тә маҡтаныу тип ҡабул итергә кәрәкмәй. Быны тик тап ана шулай булырға тейешле тәбиғи хәл, тип кенә уйларға кәрәктер. Яҡташтарымдың кемеһенең генә булһа ла ситкә китеп, башҡорт булараҡ юғалып ҡалыуын һис тә теләмәйем.
Әйткәндәй, сит кешеләр араһында үҙ телендә һөйләшергә оялыу ғәҙәте тик башҡорттарға ғына түгел, ә татар, сыуаш һәм күп кенә башҡа халыҡ вәкилдәренә лә хас күренеш. Әммә мин, башҡорт кешеһе булараҡ, башлыса үҙебеҙ өсөн борсолам.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ. (Аҙағы. Башы 3-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.17 | Ҡаралған: 1082

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru