«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАМАЛАРҘА - ХАҠ ТАМЫРҘАРЫБЫҘ
+  - 

Тарихты архивтарҙағы документтарҙа, боронғо китаптарҙа, археологик ҡаҙылма материалдарында ғына түгел, ә ер-һыу, тау-ҡая, ауыл-ҡала атамаларында ла эҙләү фарыз. Оҙаҡ йылдар үҙебеҙҙең мең ырыуы башҡорттары йәшәгән Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә һәм башҡа төбәктәрҙең топонимик атамаларын өйрәнеү миңә халҡыбыҙҙың тарихына бәйле күп биттәрҙе асырға, асыҡларға ярҙам итте. Гәзит уҡыусыларға үҙемдең эҙләнеүҙәремдән ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе еткереүҙе дауам итәм.

Ҡот - өс кенә хәрефтән торған был һүҙ телебеҙҙә ифрат оло мәғәнә йөгөн йөрөтә. "Ҡот" һүҙе бер ваҡытта ла таушалмай. Бәләбәй районында үҙ заманында тамыры ошо "ҡот" һүҙенән алынған Ҡотоҙо ауылы булған, урыҫтар килеп урынлашҡас, был урында Знаменка исеме менән урыҫ ауылы барлыҡҡа килә һәм тиҙ генә үҫеп китә. Баҙары, тирмәне, башҡа кәсеп урындары барлыҡҡа килә. Башҡорттарҙың нисбәте кәмей барып, Ҡотоҙо ауылы тамам бөтә. Әммә ләкин Мәкәш, Ҡорайтмаҫ, Боранғол, Ҡыҙрас ауылдарының оло кешеләре был ауылдың атамаһын һаман да телдәренән төшөрмәй һәм Знаменка ауылын улар Ҡотоҙо тип йөрөтә. Минең ҡәйнәм Гөлйыһан ҡытлыҡ йылдарҙа был ауылға һатыу менән йөрөгән. Бик ярата ине ул Ҡотоҙо ауылын. Ауылдың атамаһын ул былай тип аңлата торғайны. Ҡасандыр, ҡайҙандыр килгән башҡорттар үҙҙәре менән бик ҙур таш тоҙ алып килгән булған. Ауыл булаһы урынға был тоҙ ташын ҡот итеп юрап, өшкөрөп күмгәндәр, ләкин урынын бер кемгә лә әйтмәгәндәр, сөнки бында тоҙ бик ҡәҙерле тауар булған. Беҙҙең ауылдарҙа тоҙ өшкөрөү ғәмәле бөгөн дә бар. Мәкәштән Ғәйзуллина Минеүәрә һөйләүенсә, уның оло ҡәйнәһе Хәкимә әбей тоҙ өшкөрөргә бик маһир булған. Ул тоҙ доғаһын белгән. Мин был доғаны Фәниә апай Миңнеәхмәтованан яҙып алдым.
Төйәк - ырыуҙың туҡтаған һәм кире әйләнеп ҡайта торған урынын аңлатҡан һүҙ. Төйәккә урын һайланғас, иң әүәл билге ҡуйылған булған. "Иҙеүкәй" эпосында Мораҙымдың ошондай телмәре бар: "Биләнсек башы биш тирәккә билге төйҙөм йорт өсөн". Билге итеп башлыса таш һайланған, шуға ла Башҡорт илендә Ташлы исеме менән атамалар ифрат күп булған һәм һуңыраҡ был атамалар ауыл исемдәренә лә күскән. Билге итеп ағас та файҙаланылған, күп осраҡта ике билге бергә йөрөгән. Билгегә мотлаҡ ырыуҙың тамғаһы, ораны, ҡошо яҙылған. Билге итеп ниндәй ағас ҡулланыуға ҡарап, был ағас ырыу ағасы итеп тә билдәләнгән, йә булмаһа, тәғәйенләнгән ырыу ағасы билге итеп ҡуйылған. Билге ҡуйылған урынға (тамғалы ташы булған төйәккә) башҡа ҡәүемдәр урынлашмаған, был урын эйәле булып иҫәпләнгән. Билге төшөнсәһе минлекләнгән урын-ергә ишара яһап, "төйәк" тигән һүҙ менән дә йөрөтөлгән. Төйәк - туҡталыш урыны ғына түгел, йәшәү, ҡышлау урыны ла булып, бында тыуым, үлем хәлдәре лә булған, ошонан сығып, тыуған төйәк, гүр-төйәк, гүр-тупраҡ төшөнсәләре ҡулланылышҡа инеп киткән. Бала тыуғанда, Ислам ҡанундары талап иткәнсә, мотлаҡ ҡорбан салынған һәм йәнә төйәк һүҙе, был осраҡта "тейәк" шәкеле менән дә ҡулланылып, салынған малды тейәккә күтәреп тунау өсөн арҡан тағып яһалған арҡыры ағасты билдәләгән. Салынған малды өҫкә күтәреп тунау ғәмәле башҡорт халҡында бөгөн дә теүәл үтәлә. Был "Урал батыр" эпосындағы талапты - ҡанды ризыҡ итеп ҡулланыуҙы тыйған талаптың ҡәтғи үтәлеүен күрһәткән ғәмәл, сөнки арт һандан күтәрелгән мал ҡаны тамсыһына тиклем һарығып бөтә. Һәр бер төйәктә махсус әҙерләнгән тейәктәр, мал салыу урындары булған.
Бәләбәй атамаһының барлыҡҡа килеүе фәҡәт Иҙеүкәй исеме менән бәйләнгән кеүек күренә. Беренсенән, был һүҙгә аңлатма эҙләгәндә беҙ боронғо Иҙеүкәй иленең бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланып килгән атамаларына мөрәжәғәт итергә тейешбеҙ. Эпостан юлдар:" Һайыҫҡан уйлап тормаған, Иҙеүкәйгә юл башлап, Иҙел ағышын түбәнләп, Бәлә тауға ҡаратып, осоп алдан киткән, ти. Уңға-һулға Бәләнән аҡҡан йылға башынан һайлап ҡунып имәнгә, Иҙеүкәйҙе көткән, ти". Был өҙөктә Бәлә атамаһы ике урында килтерелеп, туранан-тура Иҙеүкәй шәхесенә төбәп тора. Хәҙер был Бәлә исеменә аңлатма: "Бәләтау - Башҡортостандың Мәләүез районындағы Аптыраҡ ауылы янында Ағиҙелгә яҡын тау". Был фараз Иҙеүкәй эпосындағы боронғо географик атамаларға аңлатманан алынды. Өҫтә килтерелгән өҙөктә Бәләтауҙан башланып, уңға-һулға аҡҡан йылға тураһында ла хәбәр бар. Был йылғаның исеме Бәлән. Эпоста килтерелгән сюжет Иҙеүкәйҙең юл мажараларының береһе. Йәғни Туҡтамыш менән асыуланышҡан Иҙеүкәй Аҡ Урҙанан сығып китә һәм байтаҡ юл мәшәҡәттәре менән Сытмыр ханға юл ала. Иҙеүкәй үҙенең сәфәрендә был аталған урындарҙан үтә булып сыға һәм был тарафтарҙа йылға исеме менән бәйләп, Иҙеүкәйҙең Бәлән бейе булыуы, йә булмаһа, тау исеме менән бәйләп, уның Бәлә бей булыуы киң билдәле әхүәл булған, әлбиттә. Бөгөнгө Бәләбәй ҡалаһы Мәләүез тарафтары менән йәнәш урынлашҡанын беләбеҙ. Ә был урындар Иҙеүкәй батырҙың һәм уның ата-бабаларының боронғо икһеҙ-сикһеҙ иле булған. Һуңыраҡ башҡорттар бында ултыраҡ торлаҡ-йәшәү урыны барлыҡҡа килтереп, бында халыҡ төпләнеп йәшәй башлағас, был исем-атама географик атамаға әйләнеп, Бәләбәй булып киткән, тип фаразларға була.
Боғаҙы атамаһын тасуирлаусы һүҙ ҙә "Иҙеүкәй менән Мораҙым" эпосынан алынды. Унда шундай һүҙҙәр бар: "Туҡтамыштай ҙур ханнар, туҡ боғаҙай тарханнар, заты Сыңғыҙ солтаннар, атаның булған баласы Идегәйдәй бер ирнең килешенә ҡарады". Ауыл атамаһының нигеҙендәге буға һүҙе борон үгеҙ, һыйыр малын атаған ҡәҙимге һүҙ булған. Был һүҙ бөгөнгө телмәрҙән төшөп ҡалып бөткән. Үҙ заманында ҡаңлыларҙы (үҫәргәндәрҙе) минлекләп тә әйтелгән был буға һүҙе эпоста сағыштырыу ҡалыбы итеп килтерелә. Башҡорттарҙың тархандары туҡ буға менән сағыштырыла һәм "туҡ боғаҙай" тигән ҡанатлы метафора телмәрҙә булғаны күренеп тора. Боғаҙы ауылының исеме лә буға һүҙенән алынған, әлбиттә. Үҙҙәренә төбәк итеп һайлаған урындарын ҡаңлылар, был Буғаҙай урыны, тип минлекләргә мөмкин. Бына шулай, башҡорттарҙың үҙ биләмәләрен исем-атамалар менән минлекләй торған фиғел-ғәҙәте был осраҡта ошо шәкелдә - буғаҙай (тархандар) шәкелендә төбәк атамаһы булып даими ҡулланылып, ауыл булып төпләнеп киткәс, рәсми атамаға - Боғаҙы атамаһына әйләнгәне көн кеүек асыҡ.

Клара ХӘМИҘУЛЛИНА.
(Аҙағы. Башы 2-3-сө һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.17 | Ҡаралған: 1125

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru