«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫ НИНДӘЙ ЫСУЛ МЕНӘН ТӘРБИӘЛӘРГӘМЕ?
+  - 

Ҡушылғанын - үтәргә, тыйылғанынан - тыйылырға!

Ғаилә бәхете йә була, йә юҡ, ул һинең үҙеңдән тормай, тип иҫәпләүселәр ҙә бар бөгөнгө заманда. Бының менән бөтөнләй килешмәүселәр дөрөҫ эшләйҙер, тим, сөнки бәхетле йәки бәхетһеҙ булырға һәр кеше үҙе хәл итә. Йәмғиәтебеҙҙең дөйөм рухи именлеген дә ғаилә генә булдыра ала, был турала хәҙер ил башлыҡтары ла йыш телгә ала. Шулай булмаһа, татыу ғаилә - ил күрке, тимәҫ ине халҡыбыҙ. Милләтебеҙҙең киләсәге лә - тап уларҙың бишегендә тирбәлә бөгөн. Һуңғы мәлдәрҙә барыбыҙҙы ла һоҡландырып йәшәүсе йәш ғаиләләрҙең күҙгә күренеп артыуы ла шатлыҡлы күренеш. Араларында бер-ике бала менән генә сикләнмәгәндәре булыуы, уларҙың балаларының күңеленә һөйөү, иреклек, ышаныс, намыҫ, яуаплылыҡ кеүек төшөнсәләрҙе һала белеүе иһә тағы бер ҡыуаныс. Ҡунаҡтарыбыҙ - дүрт бала тәрбиәләүсе матур пар, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Мәҙинә һәм ошо уҡ театрҙың режиссеры Илнур МУЛЛАБАЕВтар менән әңгәмәбеҙ ҙә ғаилә ҡиммәттәре, бөгөнгө заман һәм тәрбиә үҙенсәлектәре тураһында булыр.


Илнур, һеҙ ижади ғаиләлә тыуып-үҫкәнһегеҙ, атайығыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Биктимер Муллабаевты театр әһелдәре бөгөн дә бик һәләтле, үҙенсәлекле актер ине, тип хәтерләй. Әсәйегеҙ - Ләлә Зөфәр ҡыҙы билдәле педагог, башҡорт актерҙарының барыһы ла тиерлек унда белем алған. Улар ниндәй атай һәм әсәй булды?

Илнур:
Минең бала сағым бик ғәжәйеп булды. Өйөбөҙҙә әсәйемдең йырлауы, атайымдың ҡысҡырып көлөүе хәтеремә уйылып ҡалған. Шундай гармония, һиллек хөкөм һөрә торғайны өйҙә. Йәй етһә, улар гастролгә сығып китәләр ине. "Атайың менән әсәйең ҡайҙа?" - тип һораусыларға, мин: "Кәстрүлдә", - тип яуаплағанмын. Ярты йәйҙе атайымдың тыуған яғында - Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылында, ярты йәйҙе ошо уҡ райондағы әсәйемдең ауылы Сулпанда үткәрә инем. Бик матур мәл булған - дуҫтар менән төнгә тиклем урамда уйнайбыҙ. Мине эт ояһында йоҡлап ятҡан килеш тә табып алғылағандар, сөнки эт ярата торғайным. Колхоздар мәле, эш гөрләп тора ауылда, беҙ малайҙар ырҙын табағына уйнарға йөрөргә ярата инек. Унда тау-тау булып һуғылған борсаҡ ята. Шунда ятып, малайҙар менән борсаҡ атышып уйнай инек...
Атайым бик иртә, 37 йәшендә генә мәрхүм булды. Миңә ул ваҡытта 9 йәш ине. Унан алыр һабаҡтарҙы, тәрбиәне тулы кимәлдә күңелгә һеңдереп тә өлгөрә алмағанмын инде, бер уйлаһаң. Ә малай кеше өсөн ғаиләлә атай кәрәк, быны мин үҙемдең улдарыма ҡарап та әйтә алам. Атайҙы бик уңған, тырыш кеше булды, тип кенә әйтһәм, әҙ булыр, әммә ундай кешеләр күп булмай икәнен мин хәҙер беләм. Һөнәрҙәре лә күп булған уның. Әсәйем һөйләй торғайны, ул 6-сы разрядлы ашнаҡсы ла булған, хатта ресторанда ла эшләгән. Өйҙә лә ябай ғына ризыҡтарҙан тәмле итеп ашарға бешерә ине.
Мәҙинә: Ҡайным әнейҙе (ҡәйнәмде шулай тип йөрөттөм) шул тиклем ҡәҙер иткән, ҡулында ғына йөрөткән. Костюмдар, сәхнә күлдәктәре теккән, улар бөгөн дә беҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана. Яңғыҙ ҡалғанда әнейгә 35 кенә йәш булған. Иркә генә ҡатын, бер үҙе донъя көтә алмаҫ, тип шикләнеүселәр ҙә булған. Әммә ул бынамын тигән итеп йәшәне, улында ла яҡшы сифаттар тәрбиәләгән. Матур сифаттарға бай, талантлы, йомарт, ғаилә тип өҙөлөп торған ирем өсөн әнейгә рәхмәтем сикһеҙ. Ҡайнымды иҫләмәгән, уны һөйләмәгән көнө булмай торғайны уның. Мин ауыл ҡыҙы, Йылайыр районында тыуғанмын, килен булып төшкәс, туғандарым борсолдо ла шикелле башта, Илнурҙы әсәһенең берҙән-бер генә улы, тип тә уйлағандарҙыр инде. Хәҙер кейәүҙәрен миңә ҡарағанда ла нығыраҡ ихтирам итәләр һәм яраталар.
Әней мине ныҡ иркәләтте, шул уҡ ваҡытта талапсан да булды. Бер ҡайҙан да буш ҡул менән ҡайтманы, миңә бүләктәр, төрлө биҙәүестәр алып ҡайта ине. Үҙе лә зауыҡ менән кейенде, махсус тегенселәре булды, миңә лә был йәһәттән өлгө күрһәтте. Шул тиклем ейәнсәр көттө, тик ҡыҙыбыҙ тыуғанын күрә алманы инде, бик үкенесле булды. Бөгөн әней иҫән булһа, ейәнсәрен ҡурсаҡ кеүек кейендереп ҡуйыр ине, тип уйлап алам. Улын ихтирам итеүемде теләне, әҙерәк турһайыбыраҡ йөрөһәм, минең менән айырым ултырып һөйләшеп алырға, сәбәбен асыҡларға тырышыр ине. Йәш саҡта үҙеңдең холҡоңдоң кире яҡтарына иғтибар итмәйһең бит ул, йәшәй торғас, тәжрибә тупланғас ҡына уларҙы шымарта башлайһың. Мәҫәлән, иртәнсәк йоҡонан торам, ә кәйефем юҡ. Ә әней, һәр көн яҡшы кәйефтән, тәмле итеп сәй эсеүҙән башланырға тейеш, тип иҫәпләй ине. Хәҙер үҙем әсәй булғас, бының ни тиклем дөрөҫ икәненә төшөнәм. Эштән ҡайтып киләм, балконға сыға ла: "Киленем ҡайтып килә, әйҙә, ин, аш бешерҙем", - тип ҡаршы ала. Тәүге улыбыҙ тыуғансы бергә йәшәнек. Баштан уҡ айырымланырға мөмкинлегебеҙ ҙә бар ине, тик ул ебәрмәне. Илнур Мәскәүҙә биш йыл уҡып, саҡ ҡайтҡайны, бер үҙенә ҡыйын да булғандыр инде. "Ҡайтып килгәндә тәҙрәлә ут янып тороуы - ҙур бәхет", - тиер ине. Күпме аш-һыу әҙерләргә өйрәнеп ҡалдым мин унан. Әсәйем ҡамыр аштарына оҫта, ә әней ит ризыҡтарын матур итеп бешерә торғайны. Духовкала бешкән ҡаҙ булһынмы, тултырылған тауыҡмы, фарш менән дөгө тултырылған йәшелсәләр - телеңде йоторлоҡ була ине. Хәҙер үҙемдең ғаиләмә ашарға бешергәндә был оҫталыҡтың кәрәге тейә.

Башҡорт халҡында кейәүгә айырым мөнәсәбәт инде ул, йәғни уны ҡайны-ҡәйнәләр нығыраҡ та ярата шикелле?

Илнур:
Атайым әсәйемдең ата-әсәһенә "атай", "әсәй" тип өндәшә торғайны. Туйҙа уҡ мин дә рөхсәт һораным да, ҡайным менән ҡәйнәмде "атай", "әсәй" тип йөрөтәм. Үҙемдең атай менән әсәй яҡты донъяларҙа юҡ, хәҙер улар миңә терәк. Ҡәйнәһен яманлаған, уларҙы үҙһенмәй ситләткән, ҡәйнәләр тураһында йәмһеҙ анекдоттар һөйләгән кешеләрҙе, милләттәрҙе аңламайым. Былар халыҡтың менталитетынан киләлер инде, нишләйһең. Яратҡан кешеңдең атаһы менән әсәһен һин мотлаҡ ихтирам итергә тейешһең, тип иҫәпләйем. Әсәй беҙгә ҡунаҡҡа килһә, күңелгә май яғылған кеүек.
Мәҙинә: Әсәйемдең хәрәкәттәре талғын ғына, ә мин, атайым яғына оҡшап, тиҙмен, яндыраймын. 4 бала менән яйлап ултырырға ваҡыт та юҡ, етмәһә, үҙемә лә, ғаиләмә ҡарата ла талапсанмын. Әсәйем килә лә, балаларҙы ла майлап ҡына, һалпы яҡтарына һалам түшәп, арбап ала, әкиәтте лә шундай итеп һөйләй, тегеләр ауыҙҙарын асып тыңлайҙар. Ул Өфөгә килһә, ашыҡмай ғына, яйлап йәшәп ҡалабыҙ.
Ғаилә ҡороуыбыҙға 12 йыл, ошо ваҡыт эсендә әсәйем бер тапҡыр ҙа кейәүенә һүҙ тейҙермәне. Күптәр бит ғаилә эсендәге хәлдәрҙе әсәләренә һөйләй һәм улар ҡыҙына ҡушылып кейәүен әрләй. Ә мин былай ҙа өйҙәге сүпте тышҡа сығарып бармайым, шулай ҙа ҡайһы саҡта аңлашмай киткәнде һиҙеп-тойһа ла, һүҙ күтәреп бер нәмә лә әйтмәй. "Кейәүгә биргәнмен, үҙегеҙ белгәнсә йәшәгеҙ", - ти. Шуға ла баштан уҡ өйҙәге аңлашылмаусанлыҡтарҙы сығарырға тырышмаҫҡа, әхирәттәреңә генә түгел, әсәйеңә лә һөйләмәҫкә кәрәк.

Профессиональ театр режиссеры менән театр тәнҡитсеһенең осрашып ҡауышыуына театр сәбәпсе булғандыр, моғайын, әллә яңылышаммы?

Мәҙинә:
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, мине Йәштәр театрына эшкә саҡырҙылар. Унда беҙ 2 тәнҡитсе һәм 4 актер эшкә барҙыҡ. Беҙҙе театр коллективы менән таныштырғанда "Быйыл ГИТИСты тамамлап, йәш режиссер Илнур Муллабаев ҡайтты", тинеләр. "Ҡалай танауы осло", тип уйланым нишләптер. Эшкә килеүен килгәс, эш күрһәтке килә, миңә унан интервью алырға ҡуштылар. Театр белгесе булғас, ябай ғына мәҡәлә яҙғым килмәй, ә уның эш алымдарын, режиссер булараҡ шәхесен өйрәнергә теләп, репетицияға инәйем тиһәм, бөгөн түгел тип, индермәй йонсотто. Интервьюнан һуң ул үҙе лә мин ултырған бүлмәгә йыш инә торғайны. Бына шул аралашыуҙа, һөйләшеүҙә ныҡ оҡшаттым мин уны, үҙен иркен тотһа ла, артығын һөйләмәй, фекерле, аҡыллы, етмәһә: "Миңә 29 йәш, миңә кейәүгә сығаһыңмы?"- ти. Миңә ул мәлдә 22 йәш ине. Бына шулай, эш күрһәтәм, тип, ҙур пландар менән янып йөрөгән ерҙән ғашиҡ булдым да ҡуйҙым...
Илнур: Арҡаһына рюкзак аҫып, төҫлө свитер кейеп, атлап түгел, нисектер һикереп-осоп барған ҡыҙҙы театрҙа күргәс, миндә лә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды. Мөхәббәттең килеүен аңғармай ҙа ҡалаһың бит ул. Ысынлап та, 2003 йылда ГИТИСты тамамлап ҡайтҡанда 29 йәш ине миңә. Әсәйемдең тәртипле, өлгөлө улы булдым, тип әйтә алмайым. Утты, һыуҙы, еҙ торбаларҙы үткәйнем. Үҙ һүҙле булдым, нимәлер уйлаһам, хатта әсәйем дә мине кире күндерә алмай ине, үҙең беләһең, тип кенә ҡуйыр ине.
Ике тапҡыр студент тормошон үтеп өлгөрөлгәйне. Тәүге вуз - Өфө дәүләт сәнғәт институты булды, унда мин актер һөнәрен үҙләштерҙем. Актер булырға уйымда ла юҡ ине. Бәләкәй саҡта бөтәһе лә: "Үҫкәс, кем булаһың?" - тип һорағанда, мин: "Актер", - тип яуаплаһам, атайым: "Аллам һаҡлаһын!" - тип ҡысҡырыр ине. Ошо хәтергә ныҡ уйылып ҡалған. Телен яҡшы белһен, рухлы булһын, үҙ милли мөхитендә үҫһен, тип, атайым мине Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға бирергә теләне. 1-се класҡа алмағастар, мин башта 35-се гимназияла уҡыным, аҙаҡтан гимназияға күстем. Унда математика йүнәлешендә ныҡлы белем алғас, вертолет институтына уҡырға инеп бөткәйнем, физмат менән география бүлегенә лә алырға әҙерҙәр ине. Шул көндәрҙә урамда атайымдың уҡытыусыһы Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова килеп сыҡты бит ҡаршыма. "Атайыңдың эшен дауам итергә тейешһең", - тип, уҡырға инергә ҡоҙаланы. Азамат Ғафаров менән күрше йәшәнек, уның менән эйәртенешеп, актерлыҡҡа уҡырға киттек...
Ә өйләнеү мәсьәләһенә килгәндә, көҙ танышҡайныҡ, яҙға туй эшләп тә ҡуйҙыҡ. Хәҙер бына өс улға, бер ҡыҙға атай-әсәй булдыҡ.

Бөгөнгө заманда күп балалы булырға йөрьәт итеүгә лә ҡыйыулыҡ кәрәктер?

Мәҙинә:
Студент саҡта мин үҙ фекерен белдерергә ҡурҡмаған ҡыйыу ғына ҡыҙ инем. Мине карьера эшләр, тип уйланы күптәр. Ә мин бөгөн ғаилә мәшәҡәттәренә башкөлләй сумып йәшәйем һәм тормошом менән ҡәнәғәтмен. Йәш саҡта бер ҡыҙым, бер улым булһын, тип уйлайһың. Ә бына кем өс ул һәм бер ҡыҙ тураһында хыяллана? Бәхет ошо инде ул. Өйләнешкәс, Илнур, ғаиләлә яңғыҙ бала булыуы шул тиклем ҡыйын, балалар өсәү булыр, тине. Әле күп ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашам, ирем башҡа бала теләмәй, тиҙәр. Миңә күҙҙәре ҡыҙып бер була инде ундайҙарҙың. Шуға ла Илнурҙың ҡыйыу, ышаныслы ир, яуаплы, хәстәрлекле атай булғанына ҡыуанып бөтә алмайым. Әлбиттә, бөгөнгө заманда дүрт бала ҡарауы еңел түгел, төрлө саҡтар була, гел генә былайтып йылмайышып та ултырмайбыҙ беҙ. Тик ниндәй генә хәл булһа ла, мин иремде көн һайын эштән тулы өҫтәл эргәһендә йылмайып ҡаршы алам. Балалар ҙа: "Атай ҡайтты", - тип шатлана.
Быйыл балалар тағы ла бер йәшкә ҙурайҙылар, хәҙер күпкә еңелерәк. Улар менән бергә мин дә үҙгәрәм. Элек атайҙы эшкә ебәрәбеҙ ҙә, үҙебеҙ 10-ға тиклем ятып йоҡлай инек, сөнки эштәрҙе төнөн эшләргә күнегелгәйне. Хәҙер улайтмайым. Әлбиттә, әсәй булыу ҙур бәхет. Ләкин әсәйҙәр иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙ икәнен онотмаһындар ине. Үҙен тик йорт эштәренә һәм балалар тәрбиәләүгә бағышлаған ҡатын-ҡыҙҙар рухи йәһәттән бушанып ҡала. Шунан депрессия, үҙеңә ышанмау, ярһыусанлыҡ барлыҡҡа килә. Ҡатын-ҡыҙ үҙенә мотлаҡ ваҡыт табып, рухи яҡтан үҫешергә, үҙенең тышҡы ҡиәфәте һәм эске күңеле өҫтөндә эшләргә тейеш. Шул саҡта ул яңырып, энергетика туплап, рухланып, илһамланып ҡала. Минең кәйефем булһа, башҡаларҙыҡы ла була. Шуға ла таңғы 5-тән йоҡонан торам. Унан һуң, көнөбөҙ матур булһын, барыһы ла өсөн дә рәхмәт, Хоҙайым, тип, иремә, балаларыма, атай-әсәйемә изге теләктәр теләйем. Ошондай матур һүҙҙәр яҙып ҡуя торған махсус дәфтәрем дә бар, ул "Әл-Фатиха" сүрәһе менән башлана. Урамға сығып йүгереп, күнегеүҙәр эшләп инәм. Элек сәй ҙә эсә, душ та инә алмай ултырһам, хәҙер үҙемә ваҡыт бүлә башлағас, яҡшы фильм ҡарарға, китап уҡырға ла мөмкинлегем бар.
Илнур: Бала үҫтереү өсөн иң тәүҙә уларҙы яратырға кәрәк. Улар менән гел генә аралашырға ваҡыт табыу ҙа мөһим. Шул уҡ ваҡытта ғаилә башлығының, атай кешенең матди килем таба белеүе лә кәрәк. Бәхет аҡсала түгел, тик аҡсаң булмауы ла бәхет килтермәй, тиҙәрме әле? Үкенескә күрә, бөгөн ижад менән генә шөғөлләнеп, ғаиләне ҡарау ауырғараҡҡа төшә. Күберәк йүгерергә тура килә, шуға ла мин иртән сығып китәм, кис кенә ҡайтам. Хатта, ҡатының ҡыҙғанмаймы ул, тип һораусылар ҙа бар.
Мәҙинә: Минең насар уйҙар уйлап, ҡыҙғанып ултырырға ла ваҡытым юҡ. Бер генә бала булғанда, ирем ҡайтҡанда йә ашым бешмәгән, йә бала менән тышҡа ла сығып өлгөрмәгән мәлдәр була ине. Баланы икәүләп поликлиникаға алып барабыҙ. Етмәһә, телефондан бер туҡтауһыҙ: "Ҡасан ҡайтаһың?" - тип шылтыратам, йәки "Сүп һурҙырайым тигәйнем, саң һурҙырғыстың сүп йыйыла торған урыны ҡайһы ерҙән асыла ул?" тигәнерәк сәйер һорауҙар менән борсойом, сөнки үҙаллы бер нәмә хәл итә алмай инем. Хәҙер дүрт баламды эйәртеп, поликлиникаға барам, береһе - сират ала, икенсеһе - кейем систерә, ирем ҡайтыуына өй таҙа, балалар ҡаралған, беренсе, икенсе блюдо әҙерләнгән, компот та бар, балалар тышҡа ике тапҡыр сығып ингән, күлдәктәр үтекләнгән.

Өс ир баланы атайҙың абруйы менән генә тәрбиәләп булмайҙыр, атай үҙе был мөһим эштә нисек ҡатнаша?

Илнур:
Баланы нисек тәрбиәләргә, тип уйлаһаң, ҡурҡыныс һымаҡ ул. Бер нәмә лә белмәйһең, нимә дөрөҫ, нимә юҡ икәнен дә алдан аңлап булмай. Маҡсат шул - кеше булып үҫһендәр. Минең атайым беҙҙе күҙ ҡарашы менән генә тәрбиәләй ине. Унан, ир кеше үҙенең бөтөн ҡылыҡтары өсөн яуап бирергә тейеш, тигән һабаҡты ла яҡшы үҙләштергәнмен. Беҙ Пушкин урамында, актерҙар йәшәгән йортта торҙоҡ. Беҙ - беренсе, Олег Хановтар дүртенсе подъезда йәшәнеләр, уның улы Владик менән уйнап үҫтек. Берсаҡ уның пушкаһын уйнарға алып торҙом да, яңылыш ваттым. Атайым, алып барып бир, ти. Киттем, үҙем оялам, ҡыңғырауҙарына баҫтым да, пушканы иҙәнгә ҡуйып, йүгереп төшөп киттем. Атайым ҡаршы инеп килә, бергәләп кире мендек. Анфиса апай ишекте асты ла, ҡурҡыныс бер нәмә лә юҡ, тине. Шундай һабаҡтар бирә ине атай.
Мәҙинә: Уландар һәр аҙымда аталарын ҡабатлай. Улар аталары менән һоҡланалар, ғорурланалар. Әсәй кеше малайҙарын әрләргә тейеш түгел, тип иҫәпләй аталары. Әрләһәм дә, барыбер улар мине ишетмәҫ ине. Атайға әйтәм, тиһәң, шунда уҡ үҙгәрәләр. Улар менән ултырып, тыныс ҡына һөйләшә аталары. "Минең исемем атайҙыҡы һымаҡ Илнур булһа ине", - ти уртансы улыбыҙ Илһам. "Мин дә тап атай һымаҡ эшләр инем", - тип миңә һабаҡ бирә өлкән улыбыҙ Ильяс. Мәҫәлән, бер көн иртәнсәк һөт һатып алырға тип киткән еренән сәскә күтәреп ҡайтҡан да, артистарса ҡыланып, шуны миңә һуҙып тора Илнур. Ныҡ бушамай, ҡаңғырып йөрөгән мәлем, етмәһә, нимәгәлер асыуланғанмын да. "Таң менән сәскә ташып йөрөмәһәң", - тип ысҡындырам. Бер һүҙ ҙә әйтмәй, подъезд тәҙрәһенән сәскәләрҙе урамға ташлап, эшкә китте лә барҙы был. "Бына бит, нишләп улайтырға инде, шуны индереп ҡуйып китергә булмаймы", - тип һөйләнәм һаман да. "Әсәй, беҙ ҙә шулай эшләр инек", ти малайҙар. Ике бәләкәс менән тышҡа сығып йөрөп инһәм, улдарым сәскәләрҙе индереп, һыуға ултыртып ҡуйғандар. Рәхмәт әйттем. "Иң шәбе - һеҙҙең атайығыҙ, һеҙ унан уңдығыҙ", - тип тә өҫтәнем. Аҙнаның биш көнөндә беҙ атайҙы борсомайбыҙ, ул иртән эшкә китә, кис ҡайта. Шәмбе менән йәкшәмбе иһә, ғаилә менән саф һауаға сығабыҙ, ҡышын конькиҙа, тюбингта шыуабыҙ, йәйгеһен йылғаға һыу инергә йөрөйбөҙ. Бассейн, аквапарк яраталар. Өйҙә бергәләп ултырып берәй кино ҡарайбыҙ. Дүртәүләп ролдәргә бүлеп, әҫәрҙәр уҡыйбыҙ, ике бәләкәй эргәбеҙҙә уйнап ултыра. Ошолар барыһы ла ике көн эсендә эшләнә.
Илнур: Бала үҙ ризығы менән тыуа. Ашатыуҙы, кейендереүҙе тырыштырабыҙ ҙа ул. Элек йәйҙәрен ауылда булһам, ҡалған ваҡыт ҡалала үтә ине. Иртән сығып китә инек, кис ҡайта инек, сөнки урамда йөрөү ҡурҡыныс түгел ине. Ә хәҙер малайҙарҙы тренировкаға алып бараһың, алып ҡайтаһың, үҙҙәрен генә йөрөтөп булмай, ҡанһыҙ, аяуһыҙ мәл бит. Тышҡа сығып китһәләр ҙә, саҡ ҡына телефонды алмай торһалар, борсола башлайһың. Ошо йәһәттән тыныс түгелбеҙ. Ҡалғанына, Аллаға шөкөр, борсолмайбыҙ.

Балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нисек яйлайһығыҙ?

Мәҙинә:
Ҡайһы кешеләр, дүртенсегә ҡыҙҙары тыуғас, былар ҡыҙ тип мөкиббән китәләрҙер инде, тиҙәр. Юҡ, мин малайҙарыбыҙҙы ла һаман иркәләп уятам, улар менән серләшәм. Икенсегә бәпес көткәндә өлкән улыбыҙ ныҡ көйһөҙләнә, илай башланы. Шул саҡта беҙ балалар психологына барҙыҡ. Бәләкәйен иркәләйһегеҙ, һөйәһегеҙ икән, өлкәне ситтән ҡарап тормаһын, уға ла өлөш сығарығыҙ, өлкәненә көйһәгеҙ, бәләкәйен дә әрләгән булығыҙ, тине ул беҙгә. Бөтәһенә лә тигеҙ ҡарайбыҙ. Өлкән улыбыҙ Ильясҡа яуаплылыҡ ҙурыраҡ. Атайығыҙ өйҙә булмағанда, өйҙә ағай хужа, ул нимә әйтә, шуны эшләгеҙ, тием бәләкәстәренә. Уны, ҙурайҙы, тип, күңел йылыһынан да мәхрүм итмәйбеҙ. Уға әле 12 йәш, бик үҙаллы, кешелекле, кеселекле, талантлы бала, класында - лидер. Икенсе улыбыҙ Илһам ҡыйыу һәм үҙһүҙле. Эшҡыуар ҙа сығыр бынан, тип уйлап алам. Шәп психолог, үҙенә кәрәкте башҡаларҙан үҙе һорамай ҙа эшләтә торған бала. Өсөнсө улыбыҙ Ибраһим йәшенә күрә күпте белә, әллә ағаларына ҡарап, эйәреп шулай. Башҡортса ғына түгел, русса ла яҡшы һөйләшә, аҡыллы. "Әсәйем", "атайым", "яратҡандарым" тип кенә өндәшә. Һеңлеһен иркәләтә, өлкән ағайы менән китаптар уҡырға, уртансыһы менән уйнарға ярата. Дискотека ойоштороп ебәрә, үҙе уртала бейеп йөрөй. Ашарға ултырһаҡ, "бисмилла" әйттерә, ашап бөткәс, үҙенсә нимәлер уҡып ҡуя. Өсөһө лә үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итеп торған сағыу малайҙар.
Ҡыҙыбыҙҙың исеме Мәрйәм, бәләкәс кенә, ҡара ғына сәсле, атаһына ғына ҡарап торған ҡыҙыҡай. Атаһы эштән ҡайтыуын көтөп тора. Ҡәйнәмә оҡшаған, ҙур күҙле. Сағыу ҡиәфәтле, тиҙәр ундайҙарҙы. Ағалары ныҡ ярата инде үҙен, күтәреп кенә йөрөйҙәр.
Талашып, үҙ-ара аңлашмай киткән саҡтарында, бөтәһен бергә ултыртып, һәр береһенең көслө сифаттары тураһында һөйлә-шәбеҙ. Бергәләп китап уҡыуҙар ойоштороу ҙа бала менән ата-әсә араһын яҡынайта. Өйҙәге көнкүреш мәшәҡәттәрен дә, элекке кеүек, бер үҙем башҡармайым хәҙер. Үҙемсә тайм-менеджмент ойошторам, көй ҡуям, эштәрҙе бүлеп бирәм дә, әйҙәгеҙ, балалар, биш-ете йыр эсендә эшләп ҡуябыҙ, тием. Бөтәбеҙ ҙә ошо ваҡыт эсендә өлгөрөргә тырышабыҙ. Эште күмәкләп эшләү тиҙ ҙә, берләштерә лә, ҡалған мәлдә бергәләп ял итәбеҙ. Улдарымдан иҙән йыуҙырмаһам да, бүлмәләрендә саңды һөртә, күлдәктәрен үтекләй алалар.

Илнур, башҡорт телен яҡшы белһен, үҙ мөхитендә булһын, тип, гимназия-интернатҡа уҡырға бирҙеләр, тигәйнең. Туған телгә һөйөүҙе шулай ҙа кем тәрбиәләй - ғаиләме, әллә һине уратып алған мөхитме?

Илнур:
Әлбиттә, ғаилә тәрбиәләй. Бөгөн үҙемдең ғаиләм менән сағыштырғанда, мин яңғыҙ бала булдым, атай менән әсәй күберәк эштә, улар өйҙә һирәк була ине. Ошоно ла уйлағандыр атайым. Балалар, тиҫтерҙәренә эйәреп, "мама", "папа" тип әйтеп ҡаңғырҙылар бер мәл. Бында "мама" ла, "папа" ла юҡ, "әсәй", "атай" ғына бар, тинек. Туған телегеҙҙән оялмағыҙ, тип ҡабатлап торабыҙ. Иң мөһиме, туған телде белһендәр, рус теленә телевизор ҡарағанда ла өйрәнәләр улар.

Тормош - ул театр, тигән Шекспир. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?

Илнур: Һис һүҙһеҙ, театр, хатта театрҙың үҙенә ҡарағанда ла камилыраҡ театр. Телевизор ҡабыҙып ҡына ҡарағыҙ, донъяла барған ваҡиғаларға ҡарап, көлөп тик кенә ултырырлыҡ. Кешеләр әллә нәмәләр уйлап сығарып, әллә нимә эшләп маташа бөгөнгө көндә. Һуғыш ҡына булып ҡуймаһын, тип хәүефләнәм, Алла һаҡлаһын. Битлектәр аҫтында кешенең ысын йөҙөн күреүе ауыр. Ошондай заманда балаларҙы нисек тәрбиәләргә, тигән һорауҙы ла үҙеңә йышыраҡ бирәһең, уларҙы башҡалар кеүек ялағайланырға, алдашырға өйрәтеп булмай бит. Ошондай саҡта беҙгә быуаттар буйына камиллашҡан халыҡ аҡылы, халыҡ педагогикаһы һәм, әлбиттә, Ҡөрьән ярҙамға килә. Алдашма, ғәйбәт һөйләмә, кешегә насарлыҡ теләмә, үпкәләмә, һ.б. тип өйрәтә дин. Шуға ла, ниндәй тәрбиә ысулы һайларға тип артыҡ баш ватырға ла кәрәкмәй беҙгә, тип уйлайым, ҡушылғанын - үтәп, тыйылғанынан тыйылыу ҙа етә. Ошоларға өҫтәп, малайҙар спорт менән шөғөлләнергә тейеш, сөнки сәләмәт тәндә генә сәләмәт рух була.
Мәҙинә: Балаларҙан үҙе уйлағанын әйтеүҙе, башҡаларҙы рәнйетмәй, ҡысҡырмай ғына үҙ фекерен белдереүҙе талап итәм. Беҙҙең балалар тәртипле. Кемгә оҡшап тәртипһеҙ булһындар инде? Иң ҡыҙығы, һәр береһе менән тәрбиәнең билдәле бер этабын үтәбеҙ, үҙебеҙ ҙә тәрбиәләнәбеҙ. Тәүге бала булғас, уны идеаль итеп күрергә, дөрөҫөрәге, идеаль итеп тәрбиәләргә тырышҡанбыҙмы икән - Ильяс бигерәк дөрөҫлөк ярата. Кешене йәлләй, рәнйетергә тырышмай, үҙе башлап бер ҡасан да низағҡа ла инмәй, әммә әйтһә, ныҡ ҡына әйтә. Илһам, киреһенсә, ныҡ ҡыйыу, кәпәстәрен сисеп ташлап, үҙен күрһәткеһе килә. Уны бер аҙ тыйып торабыҙ. Малайҙарҙы аталары холҡона, стиленә ҡарап, үҙе кейендерә, гел генә йөрөй торған махсус магазиндары бар. Бергәләп кафеға йөрөйҙәр, кино ҡарайҙар, йәғни, ир-егеттәр үҙҙәре генә "егеттәрсә" ял итеп йөрөп ҡайталар. Бер юлы һөйләшеп, серләшәләрҙер ҙә инде.
Илнур: Һәр хәлдә, беҙҙең балалар беҙҙе ихтирам итә һәм беҙгә ышана, тип әйтеп булалыр, моғайын. Үҫмерлек осорона ла инерҙәр, ғөмүмән, ата менән бала темаһы ул мәңгелек, беҙҙе лә был урап үтмәҫ. Ә әлегә беҙ яңылышмаҫҡа һәм уларҙың ышанысын, һөйөүен аҡларға тырышабыҙ.

Шулай итеп...
Ғаилә - бала өсөн тәүге мәктәп, ул унда беренсе һабаҡтарын ала, донъяны, кешеләрҙе, милләтен яратырға өйрәнә. Үҙе күреп үҫкәнде киләсәктә үҙенең ғаиләһендә лә ҡабатлаясаҡ ул. Бәхеттән, шатлыҡтан ғына туҡылған ғаилә - осраҡлы хәл түгел, ә көндәлек тырышлыҡҡа нигеҙләнгән бөйөк ҡаҙаныш икәненә төшөнгәнһегеҙҙер бөгөнгө геройҙарыбыҙ һөйләгәндәрҙе уҡып. Заман башҡорто тип аталырға лайыҡлы Муллабаевтарҙан йәштәр ҙә өлгө алһын ине. Сөнки ғаилә ҡороу - яуаплы аҙым, ул ваҡытығыҙҙы ла, көсөгөҙҙө лә талап итәсәк. Әммә яҡшы ғаилә башлығы, яҡшы ҡатын, яратҡан атай, әсәй булыуҙан да абруйлыраҡ дәрәжә юҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.17 | Ҡаралған: 1462

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru