«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән тәҡдимдәр, ниһайәт, күбәйә башланы. Тиҙ арала һәр быуын башҡорто уҡырға тейешле китап/әҫәрҙәр исемлеген гәзит уҡыусылар ярҙамы менән теүәлләп, билдәләп бөтөргә өмөт итәбеҙ.

40. Мәрйәм Бураҡаева "Арғымаҡ".
"Был китап минең ҡулыма уйламағанда килеп эләкте. Һеңлемдең ҡыҙы былтыр "Йәйләү" балалар лагерында ял итте. Шунда яҙыусының автографы ҡуйылған ошо китапты таратҡандар. Һеңлемдең өҫтәлендә ятҡан "Арғымаҡ"ты асып уҡый башлағайным, уҡып бөтмәйенсә китаптан айырыла алманым. Минеңсә, ул һәр башҡорттоң китап кәштәһендә генә түгел, өҫтәлендә ятырға тейеш. Бигерәк тә балалар, йәштәр уҡып сыҡһын ине. Оло һәм урта быуын инсандары ла уҡып, үҙ балаларын рухлы итеп тәрбиәләмәй, милләтебеҙгә ни тиклем зыян килтереүен аңларға, үкенергә һәм ошо хәлде үҙгәртергә тырышыр ине. Яҙыусыбыҙ Мәрйәм Бураҡаеваның аҡылына хайран ҡалып, өс тапҡыр уҡып сыҡтым ул китапты. Автор үҙе әйтмешләй, арғымаҡлы булайыҡ, йәмәғәт", - тип яҙа Өфө ҡалаһынан Рәйсә Ҡарабаева.

41. Ибраһим Ғиззәтуллин "Үлгәндән һуң утыҙ йыл". "Башҡорт Корчагины" булып танылған яҙыусының автобиографик повесын һәр кемгә уҡып сығырға тәҡдим итәм. Дәһшәтле һуғыш һынауҙарын үткән Фәһим, уның уң ҡанаты Зөһрәнең тормошо бөтәһенә лә үрнәк. Көслө рухлы, тырыш, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алған кеше миҫалын күргегеҙ килһә, ошо китапты уҡығыҙ", - тип яҙа Күгәрсен районынан Мәрйәм Һайранова.

42. Таңсулпан Ғарипова "Бөйрәкәй". Айырыла алмай уҡыған китаптарымдың береһе - "Бөйрәкәй". Роман-эпопеяла һүрәтләнгән осор, геройҙарҙың яҙмышы шул тиклем ҡыҙыҡлы. "Бөйрәкәй"ҙә Лев Толстойҙың "Һуғыш һәм солох" эпопеяһындағы кеүек заманалар афәте, кешеләр ярмышы сағылдырыла", - тип яҙа Өфөнөң Ноғай ҡасабаһынан Рәйсә Әсәҙуллина.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА алып бара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.01.17 | Ҡаралған: 1236

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru