«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АСТАНА МЕНӘН ӨФӨ ТУҒАНДАШ ҠАЛАЛАР СТАТУСЫ АЛДЫ
+  - 

Февраль башында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов етәкселегендәге рәсми делегация Астана ҡалаһына барып ҡайтты. Сәфәр маҡсаты Өфө менән Астана араһында туғандашлыҡ булдырыу, ошо хаҡтағы меморандумға ҡул ҡуйыу ине. 3 февралдә Ирек Ялалов менән Астана ҡалаһы хакимы Асет Исекешев документҡа ҡултамғаларын һалып, ниәттәрен нығытты.

- Астана менән туғанлашыу мөһим әһәмиәткә эйә - Өфө халыҡ-ара аренала халыҡ-ара масштабтағы ваҡиғалар үҙәге һәм донъя иҡтисадында эре мөһим уйынсы булараҡ позицияларын нығыта, - тип билдәләне Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов. - Был документ муниципалитеттарҙың ҡеүәтен тулыһынса файҙаланыу һәм идара итеү һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн яңы перспективалар асасаҡ, хеҙмәттәшлектең инновацион формаларын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Өфө делегацияһы алдында торған мөһим бурыстарҙың тағы береһе - Астаналағы коллегаларының ҡала хужалығын алып барыу, архитектура, юл төҙөлөшө мәсьәләләрен хәл итеү тәжрибәһен өйрәнеү. Эш программаһы барышында делегация "Астангенплан" проект институты эше менән танышты. Шулай уҡ тулы цикллы белем биреү Ҡаҙаҡ милли мәктәп-интернатында ла булдылар. Был уҡыу йортона эләгеү өсөн балалар ҙур конкурс һынауы үтә, әммә уҡырға ингәс, белем алыу процесы сығымдарының 70 процентын дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаевтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған материалдар тупланған Назарбаев-үҙәк мәғариф-музей учреждениеһында, Астана Экспо - 2017 үҙәк офисында, спорт объекттарында булды Өфө вәкилдәре.
Бынан тыш, делегация Астанала Эре ҡалалар һәм баш ҡалалар ассамблеяһының эше буйынса ла осрашыуҙар үткәрҙе. Сөнки Ирек Ялалов МАГ Президенты ла. Уның менән МАГ-тың башҡарма вице-президенты Владимир Селиванов та ойошманың артабанғы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙарҙа, Ассамблеяның сираттағы сессияһын ЭКСПО сиктәрендә июлдә үткәреү мәсьәләләрен тикшереүҙә ҡатнашты.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, Ирек Ишмөхәмәт улы Астана тәжрибәһен Өфөлә лә ҡулланыу ихтималлығын, шулай уҡ эшлекле, мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу күҙалланыуын, артабан туғанлыҡ ошо ҡалаларҙың райондары араһында ла булдырыласағын белдерҙе.

Мария ӘҘИӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.17 | Ҡаралған: 954

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru