«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘБИҒӘТ БАЙЛЫҠТАРЫ КИЛӘҺЕ БЫУЫНДАРҒА ЕТЕРМЕ ҺУҢ?
+  - 

"Башҡортостанда Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары йылының планына атмосфераны, һыу объекттарын, ер аҫты байлыҡтарын, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлау, шулай уҡ халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү буйынса 118 пункт инде", - тине тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында журналистар менән осрашыуҙа.

Экология йылының етди реформалар: ҡалдыҡтар менән эшләү, тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһауҙы нормалләштереү һәм яңы технологиялар индереү, контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге, предприятиеларҙы категориялаштырыу фонында үтеүен билдәләп, министр уларҙың илдең һәм республиканың артабанғы экологик сәйәсәтенә ҡеүәтле нигеҙ булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Билдәләнеүенсә, республикала бөгөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын, медицина ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса проблема бар. Ошо хәл-торошто күҙ уңында тотоп, Дыуан, Благовар, Дүртөйлө райондарында полигондар төҙөү, Өфө районының Черкассы ауылындағы полигонды реконструкциялау проектын тормошҡа ашырыу ҡаралған. Дуҫлыҡ Монументы буйында Ағиҙел ярын нығытыу ҙа планға индерелгән. Шулай уҡ ағастар ултыртыу, урмандарҙы таҙартыу һ.б. ошо йүнәлештәге эшмәкәрлеккә лә ҙур иғтибар биреләсәк. Экологик белем биреү йәһәтенән "Ҡағыҙ бумы", "Йәшел сессия" акциялары үткәреләсәк, төҙөк ауыл биләмәләренә, иң яҡшы мәктәп урмансылыҡтарына конкурстар уҙғарыласаҡ. "Парктар маршы" республика конкурсы ла ойоштороласаҡ. "Башҡорт Уралы" биосфера резерваты территорияһында солоҡсоларҙың республика фестивале үтәсәк. Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостан бренды булған Бөрйән солоҡ ҡортоноң яҙмышы хәүеф аҫтында һәм уны һаҡлап ҡалыу буйынса ла саралар билдәләнгән. Ҡурсаулыҡтарға килгәндә инде, был йәһәттән экологик марафон старт аласаҡ, айырым һаҡланыусы тәбиғәт территориялары ла иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Ә инде бөтөн донъяға билдәле "Шүлгәнташ" мәмерйәһе һәм уның эргәһендәге территорияла туристарҙы йәлеп итеү һәм рекреацияны үҫтереү маҡсатында геопарк ойошороу буйынса халыҡ-ара тәжрибә тормошҡа ашырыласаҡ.
Ғөмүмән, матбуғат конференцияһында сығыш яһаусылар ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡ уй-ниәттәре менән бүлеште. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин белдереүенсә, быйыл Киндерле мәмерйәһе эргәһендә "Еҙем" тәбиғәт паркын ойоштороу мәсьәләһе лә хәл ителәсәк. "Был территорияла иң бейек Мәмбәт һәм Ҡуҙғанаҡ ҡаялары һәм Уралдағы иң оҙон "Победа" мәмерйәһе урынлашҡан, - тине Камил Фәруҡша улы. - Ҡырағай ял итеүселәр тәбиғәтте бысрата. Шулай уҡ федераль кимәлдәге тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Асҡын боҙ мәмерйәһе лә ыңғай үҙгәрештәр кисерер, тип өмөтләнәбеҙ. Бындай тәбиғи боҙло мәмерйәләр башҡа бер ерҙә лә юҡ, хатта Пермдәге Көнгөр мәмерйәһе лә Асҡын боҙ мәмерйәһе менән ярыша алмай".
Әммә кешенең ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә боҙлоҡ ҙур үҙгәрештәр кисерә икән. РФА-ның Өфө Биология институты директоры Василий Мартыненко, шундай реликт боҙҙарҙы һаҡламау - ул енәйәт, тип, фекерен белдерҙе. Ғалим билдәләүенсә, Экология йылы "Асылыкүл" тәбиғәт паркындағы Берғаҙан-Ҡамыш һаҙлығы ла Рамсар ерҙәре статусын алыуы ихтимал. Ошо статусҡа эйә булһа, ул айырым һаҡланыусы тәбиғәт ресурстары исемлегенә инәсәк. "Экология проблемалары тормошта түгел, ә беҙҙең башыбыҙҙа, - ти Василий Борисович. - Күптәр, ил ҙур, минең ғүмеремә етер, тип уйлай. Ә уникаль ҡомартҡыларҙы бер нисә йыл эсендә юҡҡа сығарырға мөмкин".
Беҙгә тиклем йәшәгән быуын шулай ҙа аңлыраҡ булған - ниндәй ауыр замандарҙа ла тәбиғәтте киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалдырырға тырышҡан. Бәлки, улар килер быуындарҙың аҡыллыраҡ булырына, ошо байлыҡты файҙаланып, дәүләтте тағы ла матурыраҡ, байыраҡ тормошҡа алып сығырына ышанғандыр... Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Камил Йыһаншин был йәһәттән матур инициатива белдерҙе - Дим районы хакимиәте менән һөйләшеүҙәр алып барып, ойошма унда биҫтәнән ситтә 200 Себер кедрын ултыртып, парк ойоштороу ниәтен быйыл тормошҡа ашырасаҡ. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың Өфөнө парктар эсендәге ҡала итеү проектына өҫтөнлөк биреүе лә ошоға бер миҫал. Әйткәндәй, Камил Фәруҡша улы белдереүенсә, Коста-Рикала Башҡортостандағы кеүек ер аҫты байлыҡтары, эшкәртеү предприятиелары юҡ икән. Уларҙың территорияһының 80 процентын тәбиғи парктар алып тора. Шул арҡала, йәғни туристарҙы ылыҡтырыу һөҙөмтәһендә ил дә матур йәшәй...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.17 | Ҡаралған: 1207

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru