«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИП БУЛЫУҘАРЫ ЕҢЕЛМЕ?
+  - 

Хәҙер инде хаҡлы ялдағы хәрби табип булараҡ, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән коллегаларым һәм гәзитебеҙҙе уҡыусылар менән бер аҙ бүлешәһе эс серҙәрем бар. Кеше һаулығы, бәғзе ваҡытта хатта ғүмере менән бәйләнгән ошо һөнәргә һәм табиплыҡ бурысына ҡығылышлы был мәҡәләмдә үҙем менән булған ҡайһы бер ваҡиғалар тураһында бәйән итмәксемен.

Хата өсөн яуаплылыҡ

Әлеге көндә РФ Дәүләт Думаһында табип хаталары (врачебные ошибки) өсөн яуаплылыҡты арттырыусы закон хаҡында ниндәйҙер тәҡдим әҙерләп яталар, буғай. Табип ебәргән хата арҡаһында зыян күргән кешеләр күҙлегенән сығып ҡарағанда, әлбиттә, был - ифрат та яҡшы эш. Хаталанғанһың икән, әйҙә, закон алдында яуап бир, урыҫтар әйтмешләй, "на полную катушку"! Әммә, тормош булғас, барыһы ла булып тороуы ихтимал. Дүрт аяҡлы аттар ҙа ҡайсаҡ яңылыш ҡына абынып китеүсән. Оҙаҡ йылдар буйы йөҙәрләгән, бәлки, меңәрләгән кеше ғүмерен ҡотҡарыуға сәбәпсе булған (кеше ғүмерен ҡотҡарыу-ҡотҡармау фәҡәт Аллаһы Тәғәлә ихтыярында, ә табиптар быға сәбәп кенә ҡыла) "алтын ҡуллы" хирург та осраҡлы хата ебәреүҙән бөтөнләйгә гарантияланмаған. Әле генә эш башлаған йәш табиптар хаҡында, әлбиттә, әйтеп тораһы ла юҡ... Ярай әле ул закон, башлыса, үҙ эшенә намыҫ менән ҡарамаған, иғтибарһыҙлыҡ өсөн яуапҡа тарттырыуҙы ғына күҙ уңында тотһа... Һәр хәлдә, шуға өмөт итке килә.

Хәленә керегеҙ

Бәғзеләр хирургтарҙы әрмеләге саперҙарға ла тиңләй. "Сапер ғүмерендә бер генә мәртәбә хаталана" тигән әйтем дә йөрөй. Әлбиттә, илебеҙҙәге һәммә кеше өсөн закон тигеҙ булырға тейеш. Шулай булыуға ла ҡарамаҫтан, врачтарға ниҙер өсөн һәм ниндәйҙер яза биреүҙәре хаҡында уйлана башлаһаң, йөрәктәрен ус эсендә тотоп, кеше ғүмере өсөн йәнен-тәнен бирергә әҙер торған бына ошо һөнәр эйәләре, айырыуса хирургтар артында кемдер суҡмар тотоп, уңайы тура килгәндә "елкәгә эләктерергә" әҙер торған һымаҡ тойолоп китә ҡайсаҡ. Табип бөтә нәмәне лә терелтерҙәй бер илаһи зат түгел. Уның мөмкинлектәре лә Аллаһы Тәғәлә тарафынан сикләнгән. Шуның өсөн дә, бәғзе осраҡтарҙа табиптарҙың хәленә кереп, ауыр булһа ла үҙеңдең Аллаһы Тәғәлә тарафынан яҙылған тәҡдирең менән килешеү мотлаҡтыр, тип уйлайым. Һәр төрлө хәүеф-хәтәрҙән һис бер кем дә гарантияланмаған бит. Ябай ғына берәй операция мәлендә, йәиһә унан башҡа хатта бер укол, йәиһә прививка кеүек процедура ваҡытында ла анафилактик шоктан үлеү осраҡтары була. Аллаға шөкөр, мин табип булып эшләгән дәүерҙә отоларингология бүлегендә кеше үлеме булманы. Әммә, хирургия, терапия бүлексәләрендә ундай осраҡтар һирәк-һаяҡ булғыланы. Үҙҙәренең бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаған хәлдә лә, дауалаусы табиптар бындай хәлдәрҙе бик ауыр кисерә икәнен беләм. Бер коллегам Вадим Болтыков: "Һәр операциянан һуң, ауырыу тарихына протокол яҙған ваҡытта, башымдың бер яртыһы пациенттың хәле хаҡында уйлаһа, икенсе өлөшө хөрмәтле прокурор иптәштәрҙе иҫкә алырға мәжбүр..." - тип шаяртырға ярата ине.

Ит изгелек, тигәндәй…

Прокурор, тигәндәй, законға ҡағылышлы бер сетерекле хәлде лә иҫләйем. Бер мәл миңә юстиция майоры мөрәжәғәт итте. Башҡалар, туғандары, айырыуса ҡатыны белергә тейеш булмаған сир менән (сифилис-маҙар кеүек ҡатмарлы, артыҡ ҡурҡыныс сир менән түгел, әлбиттә). Мин һөнәрем буйынса хирург-отоларинголог. Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, ундай сирҙәрҙән отоларингология бүлегендә дауаланмайҙар. Сит ҡалалағы дерматологтан тейешенсә тәғәйенләнеш яҙҙырап алған был егет үҙенә ниндәйҙер бер ЛОР диагнозы ҡуйып, тик әлеге ауырыуы буйынса дауалауҙы үтенде. Егетебеҙҙең хәленә керҙем. Юғиһә, ысынлап та, ғаилә хәле боҙолоп китеүе бар бит кешенең. Уны үҙемдең отоларингология бүлегенә һалдым. Тейешенсә уколдар ҙа тәғәйенләнде. Шул көнө кис, эш тамамланыр алдынан, майор кабинетҡа килеп инде. Бик әҙәпле генә итеп миңә өндәште: "Доктор, ә һеҙ "врачебная тайна"ны боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған закон менән танышһығыҙмы?" Бындай һорауҙы, әлбиттә, һис көтмәгәйнем. "Был хаҡта ишеткәнем бар, әммә подполковник дәрәжәһенә етеп, ошо көнгәсә ундай проблема менән бер ваҡытта ла осрашҡаным юҡ. Ни өсөн улай тип һорап ҡуйҙығыҙ әле, иптәш майор?" - тинем, бер аҙ албырғап. "Әгәр ҙә минең ысын сирем хаҡында кемгәлер сер сиселгән хәлдә, һеҙ закон алдында тулыһынса яуап бирәсәкһегеҙ", - тимәһенме егетебеҙ... Бына һиңә - мә! Минең, әлбиттә, уның хаҡында һис бер кемгә һөйләйәсәгем юҡ. "Врачебная тайна" тигән нәмәне мин унһыҙ ҙа бик-бик яҡшы беләм. Әммә минең морон алдында закон менән бына шундай формала "һелтәләнгән" кешене осратырмын тип, һис ҡасан башыма инеп сыҡмаҫ ине. Әле ошо мәҡәләне уҡып ултырған кешеләрҙең барыһы ла минең менән бергә ғәжәпләнеүенә шигем юҡ. "Был хаҡта беләм, иптәш майор, юҡҡа борсолмаһағыҙ ҙа була", - тигән булдым, ахырҙа. Берәй уҫалыраҡ докторға тап булғанда, әлбиттә, һөйләшеү икенсерәк тонда булыуы мөмкин ине. Ярай, "килештек". Әммә, ҡәҙерле уҡыусым, һеҙ ышанаһығыҙмы-юҡмы, эш бының менән дә бөтмәне. Бер-ике көн үткәс, был егет тағы кабинетҡа килеп инде. Һөйләшеүгә ифрат та әҙәпле был майор миңә бүлектә дауаланып ятҡан һалдаттарҙың барыһының да танауҙарына рентген снимоктар яһауымды һораны. Ә һалдаттарҙың кемеһелер ҡолаҡ, тамаҡ сиренән, кемдер гаймориттан дауалана, бер-икеһенә ниндәйҙер операция яһалған ине. "Быға бер ниндәй ҙә күрһәтмә юҡ, мин үҙемдең бүлектәге табип эшен үҙем яҡшы беләм, иптәш майор!" - тинем, бер аҙ асыулана ла башланым. Ә майор тағы ла бик ипле генә тонда: "Мин, закон вәкиле булараҡ, һеҙҙән быны талап итәм", - тимәһенме. "Ни өсөн?" "Бүлексәгеҙҙә һалдаттар "неуставная травма"лар менән йәшерен дауаланыуҙары ихтимал. Бәлки, берәйһенең танауы һыныҡ, ә һеҙ уны гайморит, тип дауалайһығыҙҙыр..." Был юлы ла закон вәкиленең һүҙен йығырға ҡыйманым. Бүлексәлә ятҡан һалдаттар ҙа аптырашып китте хатта. Барыһын да рентген аша үткәргәс, рентгенолог тейешенсә һығымталарын да яҙып бирҙе: "Костной патологии не обнаружено". "Был яҙыуҙар миндә ҡаласаҡ", - тине юрист. "Ярар",- тинем тағы. Сәйер пациентым тейешенсә дауалау курсы үтеп, һауығып, бүлексәнән сығып киткәс, бер килке күңелһеҙ булып торҙо хатта. Оҙаҡламай, беҙҙең бер табип судмедэкспертиза буйынса округ госпиталенә уҡырға барып ҡайтты. Ҡайтҡас, әлеге майорҙың рентген яҙыуҙары тотоп, округ госпиталенә барып, консультация алып йөрөгәнен күреп ҡалыуы хаҡында һөйләне. Шундай "намыҫлы" офицерға ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ ине! Нормаль кешенең башына һыйҙырырлыҡ булмауына ҡарамаҫтан, ҡағыҙға һыйҙырырға тырыштым бына ошо хәлде. Әрмеләге "уставтан тыш мөнәсәбәттәр" менән бәйле йәрәхәттәрҙе йәшереп алып ҡалыу, әлбиттә, бабайлыҡтың артабан "сәскә атыуына" булышлыҡ иткәнен һәр доктор белә. Ул ғына ла түгел, һәммә доктор "дедовщина"ға ҡаршы көрәшселәрҙең иң тәүге сафында! Шул уҡ ваҡытта докторҙарҙың эшендә шундай-бындай "сүп-сар"ҙы эҙләп соҡсонған иптәш, әлбиттә, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, бер талай кәйефте төшөрҙө.

Тәүге ярҙам күрһәтергә бурыслыбыҙ

Бер мәл, йәйҙең эҫе көнөндә, үҙем хеҙмәт иткән хәрби ҡаласыҡ янындағы күл буйына ғаилә менән һыу төшөргә барҙыҡ. Йәкшәмбе көн булғанғалыр, һыу ситендәге яһалма пляж ял итеүсе төрлө йәштәге кешеләр менән шығырым тулы. Хәрби ҡаласыҡта күпселек йәш ғаиләләр йәшәгәнгә күрә, бындай ерҙәрҙә бала-саға айырыуса күп булыусан. Беҙ ҙә, бер аҙ ситкә китә биреп, башҡаларҙан айырымыраҡ урында сисендек тә, һыуға төшөп, улдарым менән ярыша-ярыша йөҙә-сума башланыҡ. Күпмелер ваҡыттан яр буйына иғтибар итәм: кешеләр бер урынға күпләп йыйылған, ә һыуҙың тәрән урынында бер нисә оло кеше сума-сума ниҙер эҙләй... Унан, тағы бер аҙ йөҙә бирҙем дә, һыуҙан сығып, яр буйында йыйылышҡан кешеләр янына килдем. Ни булғанлығы хаҡында һорашҡас, "Бер бала батҡан, буғай", тинеләр. Мин, әлбиттә, эҙләүселәргә ҡушылдым. Был тәңгәлдә һыу бигерәк тә тәрән, өс метр самаһы булалыр. Бер сумғанда һыу төбөндә ҡулым бер йомшаҡ нәмәгә тейгәндәй булды. Кеше аяғы. Күҙҙәремде асып ҡарайым, әммә һыу буръяҡланып бөткәнгә күрә, бер ни ҙә күренмәй. Ул арала үпкәмдәге һауа запасым бөтөп, яңынан өҫкә йөҙөп сыҡтым. Яҡшылап тын алдым да, әлеге урынға ҡабат сумдым. Баяғы аяҡты тағы тотоп алдым. Ярайһы ғына еңел булыуына ҡарап, бала кешенең кәүҙәһе икәнлеген аңланым. Баланың (ун өс йәшлек малай) аяғынан бер ҡулым менән тотҡан килеш, икенсе ҡулым ярҙамында көс-хәл менән һыу өҫтөнә йөҙөп сыҡтым һәм: "Алығыҙ, ярға тартып сығарығыҙ!" - тип әйтергә генә үҙемдә көс таптым. Яҡында йөҙөп йөрөгән ике офицер малайҙың ике аяғынан тотоп, ярға табан йөҙөп киттеләр. Минең үҙемдең тик ярға йөҙөп сығырлыҡ ҡына хәлем ҡалғайны. Ҡоро ергә сыҡҡас, күрәм: ниндәйҙер ҡатын, үҫмерҙе салҡан һалып, уның янында ҡулдары менән сәйер хәрәкәттәр яһай... Малайҙың күҙҙәре асыҡ, күҙ ҡараһы киңәйгән (биологик үлемдең иң тәүге билдәләренең береһе). Йоҡо тамырын баҫып ҡарайым, малайҙың йөрәге типмәй, тын алышы ла юҡ. Әлбиттә, уның һыуға батҡанына кәмендә ун биш минут тирәһе ваҡыт үткән ине бит! Үтә һуң булыуына ла ҡарамаҫтан, тәүге ярҙам ҡағиҙәһенә ярашлы, үҫмерҙе тубығыма йөҙтүбән һалып, үпкәһендәге һыуын ҡоҫторҙом да, ҡабаттан салҡан һалып, ауыҙына һауа өрә-өрә, йөрәгенә ябыҡ массаж яһарға тотондом. "Доктор, - ти, кешеләр араһынан кемдер миңә өндәшә (ҡаласыҡта барыһы ла тиерлек мине таный ине), - малайҙың пульсы бар, тип әйтәләр..." "Кем әйтә?" - тим, тауыш килгән яҡҡа әйләнмәй генә. Бөтөнләйгә файҙаһыҙ икәнен белһәм дә, үҙем һаман массаж менән булышам. "Мин - экстрасенс, - тине яҡында торған бер ҡатын (бая малай янында ниҙер булыштыра ине ул), - беләгендә пульсы бар..." "Ниндәй пульс!.. - тим тауышымды күтәрә биреп. - Һеҙ үҙегеҙҙең бармаҡ осондағы пульсығыҙҙы тояһығыҙ, ә малай әллә ҡасан үлгән! Бушты һөйләп, кешеләрҙең башын ҡатырмағыҙ, зинһар!.." Беҙ ул-был иткәнсе, госпиталдән "ашығыс ярҙам" машинаһы ла килеп етте. Фельдшерҙан оҙон энәле шприц менән адреналин һорап алып, малайҙың йөрәгенең эсенә укол да яһаным, әммә йөрәкте эшләтеп ебәреп булманы... Кешене ҡотҡарып алып булмаған ваҡиғаны ни өсөн шулай оҙаҡ итеп тасуирлаған икән, тип ғәжәпләнмәгеҙ. Быны мин ошо аныҡ осраҡта үҙемдең табиплыҡ бурысын иң һуңғы тамсыһына тиклем үтәгәнем хаҡында бәйән итеү маҡсаты менән яҙҙым...
Эш шуның менән генә тамамланһа, әлбиттә, был хаҡта бөтөнләйгә яҙып тормаҫ инем. Бер-ике аҙна үткәс, малайҙың әсәһе мин эшләгән госпиталгә килде. "Доктор, беҙҙең улыбыҙға һеҙ тәүге ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡан, тип ишеткәйнек..." - тине ҡатын. "Эйе, - тинем, - ул ғына ла түгел, улығыҙҙы табып алып, һыу төбөнән өҫкә тартып сығарыусы ла мин..." "Шулаймы ни?.." - тип ғәжәпләнде ханым. "Шулай. Ниндәй һорауҙарығыҙ бар?" "Һыуҙан һөйрәп сығарғанда уның пульсы булған, тип һөйләй кешеләр..." "Үлгән кешенең пульсы булмай", - тинем бер аҙ ғына ҡатыраҡ формала. Әммә улын юғалтҡан әсәнең хәленә инеп, тиҙ генә үҙемде ҡулға алдым. Малайҙы ун биш минуттан артыҡ эҙләгәнебеҙ, шул ваҡыт эсендә бер кеше лә һыу аҫтынан тере сыға алмағаны хаҡында (кислород бармаған мейе күҙәнәктәренең үлеүе өсөн иң күбендә дүрт-биш минут ваҡыт етә) нормаль физиология күҙлегенән сығып, тыныс ҡына итеп аңлатып бирҙем. "Госпиталдән "скорый" ҙа һуңлап килгән икән, тиешәләр..." - тине ҡатын тағы. "Беренсенән, ашығыс ярҙам ифрат та тиҙ килеп етте, - тинем мин (ул ваҡытта кәрәҙле телефон булмауға ҡарамаҫтан, пляжға иң яҡын торған өйҙән кемеһелер госпиталгә хәбәр итеп, ысынлап та, ашығыс ярҙам машинаһы бик тиҙ килеп еткәйне). - Уларға бер ниндәй ҙә дәғүә булырға тейеш түгел. Икенсенән, улығыҙҙы һыу аҫтынан һөйрәп сығарған мәлдә "скорый" яр буйында көтөп торған хәлдә лә бер ни ҙә эшләтеп булмаҫ ине. Хатта шул хәл "Бурденко" госпитале (Мәскәүҙәге үҙәк хәрби госпиталь) янында булһа ла..." - тип өҫтәнем. "Һәр төрлө экстрасенстарҙы күберәк тыңлаһағыҙ, уларҙың тағы әллә ни тип әйтеүе мөмкин... Һеҙҙең оло ҡайғығыҙҙы бик-бик аңлап торам һәм ысын күңелдән уртаҡлашам, әммә шуны кәңәш итер инем: балағыҙҙың үлемендә кемделер ғәйепләргә тырышып, үҙегеҙҙең ваҡытығыҙҙы һәм нервығыҙҙы әрәм итмәгеҙ".
Ҡатын сығып киткәс, үҙемдең бында һис бер ғәйебем бумауына ҡарамаҫтан, күпмелер ваҡыт күңелем ҡырылып йөрөгәне һаман иҫемдә. Ә шул ваҡытта, һыу буйында, "бала барыбер үлгән, беренсе ярҙам - файҙаһыҙ", тип, бөтөнләйгә бер ни ҙә эшләмәй, ҡул ҡаушырып торған булһам, әлбиттә, ата-әсәгә, хатта башҡа рәсми органдарға ниҙер аңлатыу тағы ла ҡатмарлыраҡ булыр ине (докторҙар эш өҫтөндә булмауҙарына ҡарамаҫтан, шундай осраҡтарҙа кешеләргә беренсе ярҙам күрһәтергә бурыслы)...

Ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ ҙә була

Бәғзе ваҡыт, әрмелә ниндәйҙер берәй сир табып, өйҙәренә ҡайтарылған һалдаттың ата-әсәһе, туғандары военкомат табиптарын ғәйепләй башлай. Ваҡытында теге йәки был сирҙе таба алмай, "Әрмегә яраҡлы", тип яҙғандары өсөн. Минең ышаныуымса, был ғәйепләүҙәр ҙә йыш ҡына нигеҙһеҙ була. Сөнки күп кенә ауырыуҙар үҙен һиҙҙермәй, кеше организмында йәшерен формала бара. Әммә әрме шарттарында һалдаттарға бирелгән һәр төрлө физик һәм психологик көсөргәнештәр элек бер ваҡытта ла беленмәгән ауырыуҙың "өҫкә сығыуына" булышлыҡ итеүе мөмкин. Тик компьютер томографияһы һәм башҡа ҡатмарлы диагностик тикшеренеүҙәр ярҙамында ғына диагнозлана алған сирҙәр ҙә күп. Әрмегә саҡырыла торған егеттәрҙең барыһын да баштан-аяҡ ундай тикшереү аша үткәреү ҡаралмаған һәм был кәрәкмәй ҙә. Аныҡ зарҙары булғандарҙы ғына уның аша үткәрәләр. Ҡайһы бер осраҡтарҙа кемдәрҙер әрмелә хеҙмәт итеп йөрөгән ғәзизенең суицидҡа барып етерен күҙаллай алмағаны өсөн психиатр, психологтарҙы әрләргә тотона. Минеңсә, быныһы ла ғәҙел түгел. Кешенең ни уйлауын, уның менән алда ни булырын Аллаһы Тәғәләнән башҡа берәү ҙә белә алмай. Психиатрҙар, әлбиттә, йәшерен формала булмаған сирҙәрҙе диагнозлай, ҡайһы берәүҙәрҙе әрме хеҙмәтенә яраҡһыҙ тип тә табалар. Ләкин үҙ-үҙенә ҡул һалған йәш егеттәребеҙҙең иң күбеһе әле әрмегә бармаған, йәиһә имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтып, "гражданка"ла үлгәндәр икәнлеге хаҡында ла онотоу ярамай. Йәштәрҙең әрме хеҙмәтенән тыш ваҡытта, йәғни, өй шарттарында үҙ-үҙен үлтереү осраҡтары йөҙләгән мәртәбәләргә лә күберәк булыуына ҡарамаҫтан, ғәжәпкә, кешеләр уны ғәҙәти хәл һымаҡ күрә. Ә әрме шартында кемдер шундай хәлгә осрай икән, барса кеше әрмене әрләп яр һала. "Яр һалыу" әлбиттә, бик кәрәк, әммә һәр осраҡта ла, йәғни, "гражданка"лағы йыл да булып торған йөҙәрләгән суицидтар (Рәсәй буйынса меңәрләгән!) хаҡында "шымып ятыу" ярамай, тимәксемен.

Ундайҙар ҙа бар

"Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай", тигән һымаҡ, табиптарҙың фәҡәт яҡшы яҡтары хаҡында ғына яҙа икән был табип-яҙыусы, ә кире яҡтары ла күп бит уларҙың", - тиер кемдер. Әлбиттә, хан ҡыҙында ла етешһеҙлектәр етерлек була. Был донъяның кеме генә булмауы мөмкин. Күптән түгел, пациентын үлтерә һуғып, яуапҡа тарттырылған хирург хаҡында ла телетапшырыуҙар аша ишеттек. Иҫерек килеш операция яһап, ауырыуҙың ҡорһағында пинцет, зажим, йәиһә тампон ҡалдырып теккән хирургтарҙы яҡлашыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйманым мин ошо мәҡәләмдә. Үкенесле, әммә һәр саҡ кешеләргә яғымлы һәм иғтибарлы булмаған табиптар ҙа осрай. Бынан егерме-егерме биш йылдар самаһы элек сираттағы отпускыға ҡайтҡан мәлдә булған бер хәл иҫемә төштө. Райондарыбыҙ дауаханаларының береһендә таныш коллегамды осраттым. Эш көнө тамамланыуға ла күп ҡалмағайны. Бер аҙ хәл-әхүәл һөйләшербеҙ, тигән маҡсат менән уның өҫтәлендәге йәнәшә ултырғысҡа ултырып алып, докторҙың эштән бушаныуын көтә башланым. Ахырҙа, кабинетҡа иң һуңғы пациент килеп инде. 55-60 йәштәрҙәге бер ағай. Ябай ауыл кешеһе икәне күренеп тора. Инеп, әҙәпле генә итеп һаулыҡ һорашты. "Минең ҡабул итеү ваҡытым үтте, иртәгә килерһегеҙ", - тине коллегам, уның сәләменә яуап итеп. "Мин бит фәлән ауылдан килдем, ҡустым, әле бында сиратта ла оҙаҡ ҡына көтөп ултырҙым. Көн һайын килеп йөрөүе ауыр..." "Это ваши проблемы", - тине табип был юлы урыҫсалап һәм стенала эленеп торған сәғәткә күрһәтте. Уның урынына мин оялышымдан ер тишегенә инеп китерҙәй булдым, манма тиргә баттым хатта. Ағай кеше һаман унан ниҙер өмөт итеп: "Зинһар өсөн, ҡарап ҡына ебәрегеҙсе..." - тип ялбарҙы. "Все. До свиданья. Һау булығыҙ!" - тине лә табип кейенә башланы. "Ярай, икенсе бер ваҡыт һөйләшеп ултырырбыҙ, - тинем мин дә урынымдан тороп, - бараһы ерҙәр ҙә бар..." Йәһәт кенә йыйынып, был табиптың бүлмәһенен тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараным... "Бер генә кешене ҡарап сығарһаңсы", - тип тә әйтер инем танышыма, әммә "Сит монастырға үҙеңдең уставың менән" ҡыҫтырылған һымаҡ булыр, тип уйланым. Икенсенән, ундай кешене барыбер үҙгәртеп булмай. Ниндәй ҙә булһа башҡа берәй конторала, магазинда, йәиһә икенсе бер учреждениеларҙа бына ошондай хәлде мин иғтибарыма ла алмаҫ инем, әммә табип тарафынан кешеләргә бындай ҡараш һис тә булырға тейеш түгел! Ундай кешеләрҙең табип булып урын биләп ултырыуы төптән дөрөҫ түгел! Ҡасандыр Бабич бәғзе һәләтһеҙ шағирҙарҙы тәнҡитләп: "...Әй, (Фәлән Фәләнов), выж, матбуғатта тормасы, ят ауылда, бул зыялы бер һабансы-тырмасы!" тип әйткән һымаҡ, кешеләрҙең һаулыҡ һаҡлау системаһында, әлбиттә, юғарыла миҫал итеп килтергән коллегам һымаҡтар булырға тейеш түгел. Ундайҙар илебеҙҙәге башҡа һәр төрлө предприятиеларҙағы бихисап һөнәр эйәһе булһындар, тик табип ҡына булмаһындар! Шәфҡәтле, иғтибарлы, алсаҡ, һәм, әлбиттә, талантлы, белемле докторҙарға ғына барырға теләй бит һәр кеше.

Һүҙ аҙағында

Әрменән отставкаға сығып ҡайтҡас, Сибай поликлиникаһындағы бүлектәрҙең береһендә өс йылдан ашыу эшләп киткәйнем. Ана шул бүлек мөдире булып эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, хирург Солтанов Тәлғәт Әхтәм улын күптәргә үрнәк итеп ҡуйыр инем. Ҡулы аҫтындағы докторҙар менән, шәфҡәт туташтары, йәиһә санитаркалар менән һөйләшкәндә, уның үҙенең әйтергә тейешле талаптарын, хатта иҫкәрмәләрен дә һис бер тупаҫ һүҙҙәр ҡулланмай ғына кешеләргә еткерә алыу һәләте ғәжәпләндерә ине. Шул уҡ ваҡытта был начальниктың "артыҡ йомшаҡ түгел"леген дә тояһың... Ә пациенттарға ҡарата мөнәсәбәте хаҡында, әлбиттә, әйтеп тораһы ла түгел. Был докторҙың һәр һүҙе уларҙың күңеленә бәлзәм булып ята, тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Башҡаларға һәр саҡ шундай яҡшы мөнәсәбәттә, йылы ҡарашта булған Тәлғәт ағай, үҙенең шулай булыуынан үҙе үк оло ҡәнәғәтлек кисерәлер, моғайын, тип уйлайым. Уның исеме "Сибай энциклопедияһы"на ла индерелгән. Коллегаларыбыҙ араһында ундай кешеләр, бәхеткә, күп, әммә уларҙың тағы ла күберәк булыуын Аллаһы Тәғәләнән һорайым.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
яҙыусы, отставкалағы медицина подполковнигы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.17 | Ҡаралған: 1111

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru