«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРСАУЛЫҠТАРЫБЫҘҘЫ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
+  - 

Республиканың дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары һәм айырым һаҡлауға алынған тәбиғәт территориялары дирекцияһы быйылғы Экология һәм айырым һаҡлауға алынған тәбиғәт биләмәләре йылына арнап, "Ҡурсаулыҡлы Башҡортостан - Тыуған илем" тип аталған ситтән тороп республика викторинаһы үткәрә.

- Викторина 1 февралдән 15 мартҡа тиклем үтә. Һорауҙарға яуаптар башҡорт йәки рус телендә яҙма рәүештә 15 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Адрес: РБ, Белорецкий район, д. Реветь, Центральная усадьба Южно-Уральского ГПЗ йәки revet_zapoved@mail.ru
- Викторинала һәр тәбиғәт ҡурсаулығынан 5-әр һорау бирелә. 40 һорауға ла тулы яуап бирергә кәрәк.
- Эштәрҙең күләме 15 биттән артмаҫҡа, Times New Roman шрифтында, 14-се кеглдә баҫылырға тейеш. Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге һәм сығанаҡтар (автор, хеҙмәттең атамаһы, баҫылған йылы, урыны, биттәре, web-сайт) мотлаҡ күрһәтелергә тейеш. Яуаптарҙы хат аша ебәрһәгеҙ, ҡағыҙ беркеткес папкаға туплап һалығыҙ. Титуль битендә: 1) эштең атамаһы; 2) авторҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме; 3) йәше; 4) тулы адресы, телефоны; 5) уҡыусылар өсөн уҡыған учреждениеһының тулы атамаһы күрһәтелә.
- Викторинаның һөҙөмтәләре рәсми сайттарҙа, шулай уҡ район һәм республика гәзиттәрендә баҫыласаҡ. I, II, III урын алыусылар ҡурсаулыҡтарға экскурсияға 2 кешелек саҡырыу билеты, дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнә. Ҡурсаулыҡҡа барыу, ҡайтыу, туҡланыу, йәшәү һәм башҡа хеҙмәттәр айырым түләнә.

Һорауҙар:
1. Ниндәй тарихи ваҡиғаларға һәм менталитетҡа нигеҙләнеп, башҡорт халҡы солоҡсолоҡ кәсебен һаҡлап ҡала ала?
2. Асылыкүл менән бәйле легендаларҙы атап үтегеҙ?
3. Ҡандракүлдә урынлашҡан "Утрау"ҙың майҙаны?
4. Ирәмәл тауы төбөнән ниндәй йылғалар башлана?
5. Иҫке Мораҙым мәмерйәһе нимә менән данлыҡлы?
6. "Көньяҡ Урал" ҡурсаулығы территорияһында йәше 1,5 млрд йыл булған "бөркөт" бар. Һүҙ нимә тураһында бара?
7. "Башҡортостан" милли паркы ниндәй маҡсат менән, ни өсөн Башҡортостан Республикаһының тап ошо өлөшөндә ойошторола?
8. "Шүлгәнташ" ҡурсаулығының солоҡсолоҡ музейында Зәки Вәлиди исеме менән бәйле экспонат бар. Был экспонаттың исемен атағыҙ һәм ул ни өсөн башҡорт милли хәрәкәте башлығы менән бәйле икәнен аңлатығыҙ.
9. "Асылыкүл" тәбиғәт паркында урынлашҡан шарлауыҡ?
10. Нисәнсе йылда Ҡандракүлгә тәбиғәт һәйкәле тигән исем бирелә?
11. "Ирәмәл" тәбиғәт паркында үҫкән тал ағасы нәҫеленең эндемик төрҙәрен атағыҙ.
12. Ни өсөн "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркында эзбизташтар күпләп өҫкә сығып ята? Был нимәһе менән үҙенсәлекле?
13. "Көньяҡ Урал" ҡурсаулығы биләмәһендәге күпселек тау ҡатламының стратиграфик өлөштәренең исемдәре урындағы атамалар менән исемләнгән. Уларҙы һанап сығығыҙ.
14. Ҡасан һәм нисәнсе йылда Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлә башлай? Нөгөш йылғаһын быуыу эштәре нисек бара, ҡыҫҡаса һөйләп үтегеҙ.
15. Башҡортостан ҡурсаулығы Башҡорт Уралының көньяҡ өлөшөнөң көнбайыш битләүендә урынлашҡан һәм бер нисә тау һырттары төркөмдәренән йәки тау теҙмәләренән тора. Башҡортостан ҡурсаулығының төп һырттарын атап үтегеҙ.
16. "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы биләмәһе буйынса һәм уның яҡын тирәһендәге территорияларҙа боронғо башҡорт эпостары "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат"ҡа бәйле топонимик атамаларҙы һанап сығығыҙ.
17. "Асылыкүл" тәбиғәт паркының тәбиғи һәм мәҙәни-тарихи объекттары?
18. Ҡандракүл ниндәй ылымыҡтың берҙән-бер йәнтөйәге булып тора?
19. Оло Ирәмәлдең башынан төньяҡ-көнбайышҡа табан киткән тау армыты нисек атала?
20. Республикабыҙҙың ниндәй билдәле кешеләре "Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша?
21. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһе Көньяҡ Уралдағы таулы райондарҙы биләй. Ҡурсаулыҡтың иң оҙон тау һыртын һәм уның төп түбәләрен атағыҙ.
22. Сумған мәмерйә-упҡынға кем һәм ҡасан беренсе тапҡыр төшә? Мәмерйәнең төп параметрҙарын атап үтегеҙ (оҙонлоғо, тәрәнлеге, нисә ҡаттан тороуы).
23. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының төп һыу артерияһы булып ниндәй йылға һанала? Ул Яманғыр һыртының көньяҡ битләүенән башлана.
24. Кем беренселәрҙән булып Бөрйән солоҡ бал ҡортон һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен күтәрә? Шулай уҡ экспедициялар ойоштора, һөҙөмтәлә уны һаҡлап ҡалыу биләмәһен дә билдәләй.
25. "Асылыкүл" тәбиғәт паркының функциональ зоналарын атағыҙ.
26. Тарихи архивтар буйынса, Ҡандракүлдең көнбайыш ярындағы крепость нисек аталған?
27. "Ирәмәл" тәбиғәт паркында ниндәй юғары көпшәле үҫемлекте күсереп ултыртыу булған?
28. Күгәрсен яҡтарында шундай легенда йәшәй. Ҡасандыр Мораҙым ауылында йәшәгән егет һәм ҡыҙ бер-береһен үлеп яратҡандар, әммә ҡара көстәр уларҙы мәңгегә айырған. Йәш егетте ҡая ташына әйләндергәндәр. Ҡыҙ ошо ҡаяға менеп, көн дә илар булған, ә уның йәштәре тәгәрәп төшкән ерҙә сәскә үҫеп сыҡҡан. Ниндәй сәскә тураһында һүҙ бара?
29. Көньяҡ Урал ҡурсаулығының ниндәй өлөшө антропоген йоғонтоға дусар булған? Был нимә менән бәйле?
30. "Башҡортостан" милли паркының логотибы нимәне символлаштыра?
31. Башҡортостан ҡурсаулығы территорияһында таралған үҫемлектәр төркөмөн атағыҙ.
32. Шүлгәнташ мәмерйәһенең рәсем сәнғәтен өйрәнеүсе төп ғалим-тикшереүселәр.
33. Мораҙым тарлауығы, мәмерйәләренән тыш, бигерәк тә фәнни йәһәттән нимәһе менән ҡыҙыҡлы?
34. Үткән быуаттың 70-се йылдар аҙағында Свердловск ҡалаһының Үҫемлектәр һәм йәнлектәр экологияһы институты хеҙмәткәрҙәре Ирәмәл тауы тирәһендә ниндәй ваҡ кимереүселәр төрөн асыҡлай?
35. Бер башҡорт легендаһы буйынса (хәҙерге "Көньяҡ Урал" ҡурсаулығы биләмәһе), ниндәй ер урындағы халыҡты һәр саҡ шомға һалып торған, әгәр ҙә һыйыр-йылҡы шул яҡҡа китһә, кире әйләнеп ҡайтмаған. Унда йәйен гел томан булһа, ҡышын күҙ асҡыһыҙ бурандар ҡоторған. Һүҙ нимә тураһында бара?
36. Башҡортостан Республикаһының көньяғында урынлашҡан биосфера резерваты нисек атала? Ул ҡасан барлыҡҡа килгән һәм уның составына ниндәй айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре ингән?
37. "Ҡандракүл" тәбиғәт паркының символы ниндәй?
38. 1941 йылда Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы өсөн оло ваҡиға була. Алтайҙан 40 йәнлекте реакклиматизация үтеү өсөн алып киләләр (был йәнлектәр төрө элек Көньяҡ Уралда юҡ ителгән). Бөгөн ул ҡурсаулыҡтың тере символы. Һүҙ ниндәй хайуан тураһында бара?
39. Асылыкүлде ниндәй тауҙар уратып алған?
40. 1937 йылда Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының фәнни-ғәмәли бүлегенә бер хеҙмәткәр эшкә килә. Фән донъяһында ул ҡурсаулыҡҡа оло танылыу килтерә. Төрлө йүнәлештәрҙә эшләй. "Көньяҡ Уралдың урман һәм урман-дала ҡоштары һәм имеҙеүселәре" исемле данлыҡлы монография яҙған. Исемен һәм фамилияһын атағыҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.17 | Ҡаралған: 1252

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru