«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-АТТЫ АҢЛАЙЫҠ ҺӘМ ҺАҠЛАЙЫҠ!
+  - 

Ғаиләлә малай тыуыуы - ҙур ҡыуаныс һәм оло байрам, сөнки ир затына борон-борондан буласаҡ ғаилә, ил һаҡсыһы, туйындырыусы һәм тоҡомдо дауам итеүсе тип ҡарағандар. Бындай ҡараш-инаныуҙарҙың өмөттө аҡлауы ошо сабыйҙың биологик, физиологик, социаль һәм психик яҡтан дөрөҫ үҫешенә бәйле.

Малай генетик яҡтан ҡыҙҙарҙан ДНК-ла ХY хромосомаһы (ҡыҙҙарҙа ХХ) менән айырыла. Әсә ҡарынында 12-16 аҙнала уның енси ағзалары формалаша. Малай тыуғанда, ҡағиҙә булараҡ (97 процент), йомортҡалыҡ ҡаҫаға (мошонка) төшә. 1 йәштә лә был хәл күҙәтелмәй икән, был инде ғәҙәти күренештән тайпылыу - крипторхизм тип атала.
Енси ағзаларҙың үҫеше гигиена менән ныҡ бәйле. Ата-әсә быны беренсе көндән үк иҫендә тотоп, дөрөҫ гигиена буйынса табип менән кәңәшләшергә тейеш. Сөнки гигиена талаптарының боҙолоуы парафимозға килтереүе мөмкин.
Малай беренсе айҙарҙа уҡ ҡыҙҙарҙан хәрәкәтсәнлеге, тынғыһыҙлығы, әйберҙәрҙе тоторға тырышыу рефлексы үҫеше менән айырыла. Был малайҙарҙың һул яҡ мейе ярымшары үҫеше менән аңлатыла. 1 йәштән үк техник уйынсыҡтарға ынтылыуы күҙәтелә, теле һуңыраҡ асыла. 3 йәштәрҙә малайҙар менән уйнауға өҫтөнлөк бирә башлай. Ҡыҙҙарҙа был осорҙа ундай ынтылыш күҙәтелмәй. Был мейенең уң яҡ ярымшары менән бәйле. Малайҙың бала саҡ осоро тыуғандан алып 10 йәшкә тиклем дауам итә.
10-12 йәштән пубертат осоро башлана. Енси биҙҙәрҙә гормондар секрецияһы (андрогендар, эстрогендар, соматотропин һ.б.) күҙәтелә, тауыш үҙгәрә, төктәр сыға, буйға үҫешә. 15 йәштә төнгө поллюция осоро башлана, ирҙәргә хас булған енси билдәләр барлыҡҡа килә. Пубертат осор 17-18 йәшкәсә дауам итә. Әгәр 14 йәштә енси билдәләре барлыҡҡа килеүе күҙәтелмәһә, был ата-әсәлә борсолоу тыуҙырырға тейеш. Шулай уҡ, 9 йәштән енси үҙгәрештәр башланыуы (ул артыҡ тән ауырлығы менән дә бәйле булыуы ихтимал, был саҡта буйға үҫеш тотҡарланыуы мөмкин) ла табипҡа (эндокринолог) мөрәжәғәт итеүгә сәбәп булып тора.
Тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк, инфекцион йәки эпидемик паротит (свинка) сире - йомортҡалыҡтың елһенеүенә, аҙаҡ түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал. Шуға күрә, әгәр бала шундай сир үткәрә икән, уны мотлаҡ урологҡа йәки эндокринологҡа күрһәтергә кәрәк.
13 йәштән 18 йәшкә тиклем осор гормональ үҙгәрештәр осоро ғына түгел, был психик яҡтан ҡатмарлы этап та. Уны малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда ике тапҡырға ауырыраҡ кисерә. Эмоциональ яҡтан тиҙ ҡыҙыусанға әйләнеү, тәнҡиткә агрессия менән яуап биреү, йәмғиәттән, ғаиләнән алыҫлашыу тестостерон һәм башҡа гормондарҙың кинәт үҙгәреүе менән бәйле. Был осорҙа ғаилә ағзаларының дөрөҫ ҡабул итеүе, тәрбиәүи саралар, өй эштәре, спортҡа ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһыныуҙарын хуплау, шиктәр урынына күҙгә-күҙ ҡарашып, тыныс асыҡ һөйләшеү, балаға ышаныс белдереү кеүек саралар ярҙам итә. Һәм, әлбиттә, ғаилә ағзаларының һөйөүе, ихтирамы малайҙы ҙур бәләнән һаҡлаясаҡ.
Шуны иҫтә тотоу кәрәк: 23-25 йәштә генә көслө заттарҙың ир булып етлегеүе, ир ҡорона инеүе күҙәтелә. Был инде уларҙың ҡыҙҙарға ҡарағанда 2-4 йәшкә, бигерәк тә психологик яҡтан, тотҡарлығы билдәле. Ә инде 26-30 йәштәргә был айырма юйыла бара.
Ир-егеттәр организмы, статистика буйынса, ҡан тамырҙары, инсульт, инфаркт, ҡан баҫымы, ашҡаҙандың сей яраһы кеүек сирҙәргә бирешеүсән. Был уларҙың стресҡа ҡаршы тороусанлығының түбән булыуы күрһәткесе. Ирҙәр араһында бәхетһеҙлек осраҡтары йышыраҡ осрауы күбеһенсә ауыр, зарарлы хеҙмәт шарттарында техника, механизация менән бәйле эштәрҙе башҡарыуы менән аңлатыла. Шулай уҡ ирҙәр тәүәккәллерәк. Етәксе вазифаларҙа ла ирҙәрҙең күберәк булыуы, йәмғиәт, ғаилә алдындағы яуаплылығы, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ - былар барыһы ла стрестың үҫеүенә килтерә. Һөҙөмтәлә ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 5-6 йылға әҙерәк йәшәй. Быға ирҙәрҙең тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу, зарарлы, калориялы аҙыҡ менән туҡланыу кеүек яман ғәҙәттәре тос өлөш индерә.
Үрҙә яҙып үткәндәрҙе йомғаҡлап, шуны әйтке килә: малайҙың дөрөҫ физиологик, психик үҫеше, әлбиттә, ғаиләнән, тәү сиратта, ата-әсәнән килә. Ир-егет ҡорона кергәс инде, уларҙың үҙ организмына һаҡсыл, иғтибарлы булыуы мөһим. Дөрөҫ йәшәү рәүеше, спорт менән шөғөлләнеү, интеллектуаль үҫеш, йәмғиәттә, ғаиләлә сәләмәт мөнәсәбәттәр булдырыу, маҡсаттар ҡуя белеү һәм уны тормошҡа ашырыу ғүмерҙең сифаты яҡшырыуына һәм ғүмер оҙайлығына булышлыҡ итә.

Әлфиә АЛТЫНБАЕВА,
табибә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.17 | Ҡаралған: 1060

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru