«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТЛЕ ЯҘМЫШЛЫ СПЕКТАКЛЬ ЯҢЫНАН СӘХНӘГӘ ҠАЙТА
+  - 

Театр донъяһында ғәжәйеп бәхетле яҙмышлы спектаклдәр була. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙан артисы, драматург Илшат Йомағоловтың "Нәркәс" трагедияһы шундайҙар рәтенән. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ғына ла уның өс тапҡыр премьераһы була. Ошо көндәрҙә "Нәркәс" спектакле яңынан сәхнәгә сыға.

Башҡорт трагедияһының классик өлгөһө - "Нәркәс" пьесаһын белгестәр тап шулай баһалай. Тәүге ике тапҡыр уға режиссер Лек Вәлиев мөрәжәғәт итә. 1967 йылда спектаклдең премьераһынан һуң уны ҡарарға теләүселәр шул тиклем күп була, хатта театр уны 11 көн буйына һәр кис һайын уйнай. Театр кассаһына һуҙылған сират Актерҙар йортонан уҡ башлана. Режиссер Илдар Ғиләжевтың 2001 йылда сәхнәлә ҡуйылған "Нәркәс"е лә ошондай уҡ уңышҡа өлгәшә, тамашасы театрға эркелеп йөрөй. Ул 16 йыл дауамында репертуарҙан төшмәй.
- Мин Илшат Йомағоловты бала саҡтан беләм. Был спектакль менән дә күптән танышмын. 8 класты тамамлағас, монтировкалаусы булып, башҡорт театры менән гастролдәргә сыҡҡайным. Унда "Нәркәс"тең премьераһы булды, Нәркәсте Рәмзиә Хисамова уйнаны. Һуңғараҡ атайым Ғабдулла Ғиләжев уны рус драма театрында сәхнәләштерҙе. Был спектакль менән театр сит илгә лә сыҡты, ул уның визит карточкаһына әүерелде. Сәнғәт институты студенты булараҡ, был спектаклдә күмәк сәхнәләрҙә лә, бер нисә ролдә лә уйнап йөрөнөм. Шуға ла башҡорт театры миңә режиссер булараҡ берәй әҫәр ҡуйырға тәҡдим иткәс, мин уйлап та тормайынса "Нәркәс"те тәҡдим иттем. 2001 йылда Нәркәсте Илшат ағайҙың ҡыҙы Айһылыу Йомағолова уйнаны. Бына шуның өсөн айырыуса ҡәҙерле миңә был спектакль, - ти режиссер Илдар Ғиләжев.
2001 йылда сәхнәгә сыҡҡан "Нәркәс"тең төп үҙенсәлеге шунда була - геройҙарҙың монологтары йырҙар менән алыштырыла. Композитор Урал Иҙелбаев махсус рәүештә йырҙар ижад итә. Был йырҙарҙы тамашасы ла үҙ итә һәм улар бөгөн дә яңғырай. Тик йырҙарҙың спектакль менән бергә йәшәүе яҡшыраҡ, ти композитор. Әйткәндәй, тап ошо спектаклдә беренсе тапҡыр ҡурай моңо барабанға ҡушып башҡарыла һәм бөгөн был үҙенсәлекле ысулды ҡурайсылар әүҙем ҡуллана. Мелодраматик трагедия Мәскәү, Ҡаҙан ҡалаларында, Төркиәлә үткән фестивалдәрҙә ҡатнаша.
Көтөлгән премьерала иһә төп ролдәрҙе йәштәр башҡарасаҡ. Тимерхан роленә Артур Кәбиров менән Руслан Хайсаров раҫланған. Нәркәс ролендә - Гөлнара Ҡаҙаҡбаева. Актриса билдәләүенсә, Нәркәс - ул башҡорт Джульеттаһы һәм милли театрҙа уны һәр кем башҡарырға хыяллана. "Үҙ мәленең Нәркәстәре, легендар актрисалар - СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова, Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмзиә Хисамова, Тәнзилә Хисамова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фирүзә Аллаярова, Алһыу Ғәлина, Айһылыу Йомағолованан һуң яуаплылыҡ ҙур. Илшат Йомағоловтың теле лә матур, шуға ла мин уны автор яҙғанса ятларға тырышам, текстан саҡ ҡына тайпылыу ҙа уның яңғырашын юғалта", - ти Гөлнара.
Һәр әҫәрҙең, спектаклдең ҡиммәтен ваҡыт күрһәтә. Йәш Нәркәс, йәш Тимерхандарҙың уйнауына ла баһаны ваҡыт ҡына бирәсәк. Хәйер, матур мөхәббәт тарихы, Илшат Хәлил улының драматургияһына хас булған, шулай уҡ ошо спектакль өсөн табылған сағыу буяуҙарҙы ваҡыт та йыуа алмаҫ, ахыры. Бәхетле яҙмышлы спектаклдәрҙең үҙенсәлеге лә ошондалыр.

Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.17 | Ҡаралған: 1133

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru