«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР ҠАЙҒЫҺЫ ИТӘКТӘМЕ? ТИК САЛБАРҘЫҢ ИТӘГЕ ЮҠ БИТ ӘЛЕ, ҠЫҘҘАР!
+  - 

"Ир ҡайғыһы - итәктә, бала ҡайғыһы - йөрәктә" ти халыҡ мәҡәле. Бик тапҡыр, тәрән мәғәнәле, шул уҡ ваҡытта бер ниндәй ҙә аңлатма, тәфсир талап ителмәгән тетрәндерерлек һүҙҙәр. Был мәҡәл-әйтем, моғайын, ҡапыл ғына, көтмәгәндә бер кеше тарафынан ғына уйланып әйтелмәгәндер, тыумағандыр, ул быуаттар, дәүерҙәр һуҙымында яҙмыштар, бәғерҙәр һынауы һәм кисереше аша һыҡрап, әсе хәҡиҡәт булып яралғандыр. Әммә хәҙерге заман күҙлегенән сығып ҡарағанда, йәғни "итәк" һүҙенең туранан-тура мәғәнәһенә тапҡырлағанда, үкенескә ҡаршы, ҡыҙ-ҡатындарҙың "итәклеләре" күҙгә күренеп кәмей, уларҙың урынын "салбарлылары" яулай барыуы төрлөсә уйларға мәжбүр итә. Һүҙем - нәфис заттар беҙҙең өҫтән һалдырып алған салбар хаҡында. Юҡ, салбар бында һылтау ғына, мине борсоған мәсьәлә бөтөнләй башҡа нәмә тураһында...

Тишә ҡарау...

Иң тәүҙә нәфис заттарыбыҙҙың салбар кейеп йөрөү мәсьәләһенә ир-аттар күҙлегенән ҡарайыҡ, баһа бирәйек. Кейһендәр әйҙә, килешә бит, былай-алаймы! Салбар йәл түгел, хәҙер бит салбарҙарҙы ҡыҙ-ҡатындар өсөн махсус рәүештә тегәләр. Әммә етди дәғүәбеҙҙе салбарыбыҙҙы йәлләгән өсөн дә белдермәйбеҙ, хөрмәтле ҡыҙ-ҡатындар! Етмәһә, ҡыҙ-ҡатын салбар кейһә... эһем... дөрөҫ, нәҡ өҫтөнә баҫтығыҙ, егеттәр: уларҙың тәндәренең иң һығылмалы, иң нәзәҡәтле, иң ымһындырғыс урындары беленә башлай бит. Уғата яратабыҙ салбар кейеп йөрөгән ҡыҙ-ҡатынды. "Тс" итеп тел шартлатып та алабыҙ.
Хәҙер инде ҡыҙ-ҡатындың ни өсөн ҡырғындай ҡырылып салбар кейә башлау сәбәптәренә туҡталайыҡ. Күп кенә нәфис зат менән һөйләшкәндән һуң, ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшкәндән һуң, шундай һығымталарға килдем:
- ҡыҙ-ҡатын салбарҙы йылы һәм уңайлы булғаны өсөн кейә;
- күп кенә ҡыҙ-ҡатын, салбар элек-электән нәфис заттың кейем-һалымы булған, тип иҫбатлай;
- нәфис зат был кейемде ирҙәргә оҡшар өсөн ирекһеҙҙең көнөнән кейә;
- салбарҙы "ата" феминисткалар кейә;
- хеҙмәт һәм юл йөрөү шарттары ҡыҙ-ҡатындан салбар кейеүҙе талап итә (итәк, күлдәк уңайлы түгел);
- салбар кейеү аҙ сығым талап итә;
- салбар кейгән ҡыҙ-ҡатындың ҡайһы берҙәре ялҡаулығын шулай йәшерә;
- ҡайһы бер ҡыҙ-ҡатын эске кәмселектәрен тышҡы "эффект" менән тулыландырырға тырыша һ.б.
Әммә (быныһын инде нәфис заттарға сер итеп кенә әйтәм) ир-аттың урамда осратҡан һәр ҡыҙ-ҡатынды сисендерерлек итеп тишә ҡарау ғәҙәте лә бар. Был осраҡта салбар кейгән ҡыҙ-ҡатын ир-аттың ҡорбаны һанала. Ир-ат нәфис заттың иң тәүҙә йөҙөнә түгел, биленән аҫ яғына ҡарай, шунан һуң ғына ҡарашын өҫкә күсерә. Әгәр ҙә нәфис зат салбар кейгән булһа, ҡараш аҫ яҡта оҙаҡҡараҡ тотҡарлана һәм ул үҙенән-үҙе хыялында ғына тегене сисендерергә керешә. Йәғни, тишә ҡарай. Миңә лә ныҡ оҡшай салбар кейгән ҡыҙ-ҡатын, әммә бөтә мәсьәлә ана шул "тишә ҡарау"ҙа шул.

Тамшаныу

Пәрәнжә менән бөркәнсекте Ислам дине ҡыҙ-ҡатындың азатлығын сикләр өсөн уйлап сығармаған. Шул уҡ ваҡытта нәфис зат бындай япмалар менән йөҙөн һәм башын ғына түгел, тәненең бар өлөшөн ҡаплап йөрөй. Хәҙер инде пәрәнжә ябынған ҡыҙ-ҡатын менән салбар кейгән яланбашын сағыштырып ҡарайыҡ. Пәрәнжәлеһен урамда осратҡан ир-ат, уның йөҙөн һәм тән бөгөлөштәрен күреүҙән мәхрүм булғас, бер нисек тә үҙенең тамшаныу тип аталған хыял донъяһына алып инә алмаясаҡ. Ә инде бер сәғәткә генә ҡала урамына сыҡҡан салбарлыһы йөҙәрләгән, меңәрләгән ир-аттың сисендерерлек итеп тишә ҡарауына, тамшаныуына һәм һеләгәйе ағыуына дусар буласаҡ. Улай ғына түгел, ундай ҡыҙ күптән инде өйөнә инеп китһә лә, көн үтһә лә, төн етһә лә, һаман да йөҙәрләгән-меңәрләгән көслө заттың хыял донъяһында хур ҡыҙы булып йөрөйәсәк. Хыялды ысынбарлыҡҡа күсереп, күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: салбар кейгән нәфис һынлы бер ҡыҙ аждаһалай ғифриттәрҙең ҡосағынан-ҡосағына осоп йөрөй. Уларҙың һәр береһе ҡыҙҙы үҙенеке итергә теләй, тартҡылаша, уҫмаҡлаша, бер-береһенең йәнен ҡыя. Ярай әле, Аллаһы Тәғәлә беҙгә күп кенә әйберҙәрҙе һәм күренештәрҙе күреү һәләтенән мәхрүм иткән. Ә бит урамда нәфис затҡа ҡарап тамшанған ир-аттарҙың хыял донъяһын нисек бар, шулай күҙ алдына баҫтырһаң, экранда сағылдырһаң, тап ошолай һынланасаҡ был күренеш. Тимәк, быларҙан сығып, шундай һығымта яһарға була: салбар кейеп урамға сыҡҡан нәфис зат, үҙе лә һиҙмәҫтән, ир-ат күңелендә уҫаллыҡ, көндәшлек, яһиллыҡ тойғолары уятыуға һәләтле. Тимәк, донъяла ир-аттың бер-береһенең йәнен ҡыйыуға, ҡанын ҡойоуға тиклем алып килеп еткергән дошманлыҡ хистәрендә ҡыҙ-ҡатындың салбар кейеү сәбәбе лә барҙыр.
Юҡты һөйләйһең, үҙенең нәфислеген тәненең тышына сығарып, урамдан үтеүсе ҡыҙ-ҡатын ир-ат күңелендә матурлыҡҡа һоҡланыу, мөхәббәт хистәре уята, тип әйтеүселәр ҙә булыр. Дөрөҫ, әммә шул ул һоҡланыу ҙа, тамшаныу кеүек, ғәжәйеп кире сифаттарға эйә.

Күҙ тейеү

Халыҡта "күҙ тейеү" тигән төшөнсә бар. Бигерәк тә сабыйҙарҙы бындай тәьҫирҙән ҡурсыйҙар. Эзотерик медицина күҙ тейеүҙе "һоҡланыу энергияһы"на бәйләп аңлата. Йәғни нимәгәлер, кемгәлер хайран ҡалып һоҡланған саҡта кеше күҙендә һәр төрлө аураларҙы ҡыйратырлыҡ энергия шәлкеме барлыҡҡа килә лә, һоҡланыу объектының биополеһын, йәғни ҡуҙыһын тишеп үтә. Артабан барлыҡҡа килгән өңөшлөктән кешенең аураһына кире зарядлы энергия тула ла, ул ауырый башлай. Хәҙер инде тәненең барлыҡ ымһындырғыс өлөштәрен белендереп, салбар кейгән нәфис затҡа тамшаныулы төбәлгән йөҙәрләгән-меңәрләгән ҡараштарҙың ниндәй афәт алып килгәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Ҡыҙ-ҡатын шуны яҡшы аңлаһын: һәр бер ир-ат иң тәүҙә уның тәненең салбар ҡаплап торған өлөштәренә ҡараясаҡ. Меңәрләгән тамшаныулы ҡараштар (ә ҡараштарҙың ниндәйҙәре генә юҡ!) төбәлгән ерҙәргә ниндәй сирҙәр йоғорон күҙ алдына килтереүе генә ҡыйын. Һәр хәлдә, ҡыҙ-ҡатындың биле, бауыры, бөйөрө ауыртыуын, артыҡ йыуаная башлауын, иртә ҡартайыуын нәҡ салбар кейеп йөрөүгә бәйләп аңлаталар ҙа инде.
Малай саҡта урман-дала гиҙеп ҡайтһам, салбарыма ҡаҙалған меңәрләгән ата ҡылғандарҙы, бөргәктәрҙе, дегәнәктәрҙе сүпләп, күҙ тона торғайны. Уларҙы сүпләп бөтөрә алмайынса, йылы һыуға тығып, ебетеп төшөрөп, салбарымды саҡ әҙәм күрерлек хәлгә еткерә инем.
Хөрмәтле нәфис зат! Һеҙҙең дә салбарығыҙға меңәрләгән-меңәрләгән тамшаныу, һоҡланыу кеүек нәфселе һәм һеләгәйле ҡараш уҡтары ҡаҙалған. Улар ата ҡылған, бөргәк йә дегәнәк ише генә түгел һәм уларҙы бер ниндәй йыуыу, таҙартыу ысулы менән йолҡоп ташлап булмай. Хатта салбарығыҙҙы яндырған, көлгә ҡалдырған хәлдә лә юҡҡа сыҡмай ул уҡтар. Сөнки улар һеҙҙең һаулығығыҙға, булмышығыҙға, нәфислегегеҙгә, гүзәллегегеҙгә ҡаҙалған көнсөллөк уҡтары ла. Әгәр ҙә салбар кейеү һеҙгә оҡшай, уңайлы, һыуыҡтан һаҡлай икән, кейегеҙ, тик уның өҫтөнән оҙон итәкле кейем кейергә генә онотмағыҙ. Ҡыҙ-ҡатын итәкле кейем кейергә тейеш, был тәбиғәт ҡануны һәм уны мин уйлап сығарманым. Шулай уҡ мосолман динендә пәрәнжә, бөркәнсек ябынып йөрөү кеүек мотлаҡан ғәмәлдәр ҙә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.

Хөрмәт ИБРАҺИМОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.17 | Ҡаралған: 1047

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru