«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУПШЫЛЫҠТЫ ҮҘ ИТКӘНДӘР МАТУРЛЫҠ МӘҘӘНИӘТЕНӘ ЙӨҘӨН БОРА
+  - 

Уңышлы булыу серҙәре нимәлә? Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Үҙ эшеңде булдырыуҙамы, тормош асылыңды табыуҙамы, яҡындарыңа күҙгә күренмәҫ терәк булып йәшәп ятыуҙамы, әллә... Иркә генә наҙлы ҡатын булып, ир-егет мәрхәмәтендә көн итеүҙәме? Был юҫыҡтағы дәлилдәрҙе ни хәтлем күберәк килтерһәң, шул тиклем үк һорауҙар ҙа арта. Сөнки был бик бәхәсле тема. Уңышлы булыу, башҡалар күҙлегенән юғары баһаланыу - бер, шул уңыш эсендә үҙеңде бәхетле тоя алыу-алмау - икенсе мәсьәлә. Ошолар хаҡында һөйләштек милләтебеҙҙең ике уңышлы ҡатын-ҡыҙы менән. Һәр хәлдә, "Модельер мөйөшө" тегеү салоны хужабикәһе Саимә Хәсәнова һәм "ZILI ART" матурлыҡ салоны директоры Зилиә Йәғәфәроваларҙың фекеренә, кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу һәр кем өсөн файҙалы булыр һымаҡ.

Бөгөнгө халәтегеҙгә килеп еткәнсе оҙон юл үткәнһегеҙ. Әйҙәгеҙ, уҡыусыларыбыҙға аңлайышлы булһын өсөн, бер аҙ шул арауыҡҡа байҡау яһап алайыҡ. Һеҙҙән башлайыҡ, Саимә апай. Һеҙҙең тегенсе һөнәренә ҡыҙыҡһыныу нисек башланды?

Саимә Хәсәнова Саимә Хәсәнова:
Минең ҡартәсәйем тегенсе булды. Уның тегенселек ҡағиҙәләре әле лә күҙ алдымда. Иҙәнгә тауарҙы йәйеп һала ла, бер ниндәй үлсәмһеҙ-ниһеҙ башта күлдәктең итәген, унан түш, арҡа, ең өлөштәрен ҡырҡып ала. Бөтәһен дә күҙ үлсәме менән башҡара. Хәҙер бына шул алымды үҙем дә ҡулланам, туҡыманы магазинда уҡ итәк һәм башҡа өлөштәргә күҙ үлсәме менән бүлгеләп, ниндәй кейемгә күпме кәрәклеген самалай алам.
Өфөгә 1-се интернат-мәктәпкә етенсе класҡа уҡырға килдем. Хеҙмәт дәресендә ҡыҙҙарҙы тегенергә өйрәтәләр ине. Мин был дәрестәрҙе бигерәк ныҡ яраттым. Ҡайһы бер класташ ҡыҙҙарға кейем дә теккеләнем.
Мәктәпте тамамлап, тегенсе булырға ныҡлап хәл итеп, технология институтына уҡырға инергә әҙерләнеп йөрөйөм. Атайым килде лә, медицина институтына барырһың, тине. Мин шаҡ ҡаттым, үҙемде врач итеп күҙ алдына ла килтерә алмай инем. "Юҡ, атай, мин тегенсе булам", - тигәс, "Ғүмер буйы сепрәккә күмелеп ултырырһыңмы инде?" - тип көйәләнеп китте атайым. Кейәүгә сыҡҡанда ла: "Кейәүемә бер генә үтенесем бар: ҡыҙым көн-төн теген машинаһы артында ултырмаһын ине..." - тигән булғайны.

Шулай итеп, атайығыҙҙың теләгенә ҡаршы торорға ҡыйыулыҡ иткәнһегеҙ һәм бала саҡтағы ҡыҙыҡһыныуығыҙға барыбер тоғро ҡалғанһығыҙ була инде...

Саимә Хәсәнова:
Эйе, шулай. Әлбиттә, мин тәүге йылда юғары уҡыу йортона уҡырға инә алманым, һөнәрселек училищеһына барҙым һәм бында ла үҙ стихиямда булдым. Мастерым Роза Әхмәт ҡыҙы бик яҡшы уҡытыусы ине, унан күпкә өйрәндем. Бөтөн ваҡытымды, көсөмдө илһамланып ижад итеүгә һалдым. Уҡыуҙы тамамлағас, училищела уҡытырға ҡалырға өгөтләнеләр. Тик мин риза булманым. Хор йәмғиәтенә эшкә урынлашып, шунда сәхнә костюмдары тегә башланым. Беренсе оло оҫталыҡ мәктәбе үтеү булды был эш урыным. Мин бит әле ул саҡта бөтөнләй йәшмен, әммә оло оҫталар рәтенә ултырталар, ҡатмарлы костюмдарҙы тегергә ышанып тапшыралар ине. Артабан... Артабан иһә, меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ яҙмышын ҡабатлап, кейәүгә сыҡтым да, ирем артынан эйәреп, Күгәрсен районына ауылға ҡайтып киттем. Йомағужа ауылының көнкүреш йортона тегенсе булып эшкә урынлаштым. Башта тегенсе, киҫеүсе, унан директор булып эште дауам иттем. Ҡыҙым Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатына уҡырға ингәс, тағы Өфөгә күсеп килдек. Ул йылдарҙа эш табыуы бик ауыр ине. Унан һуң, ябай ғына ательела эшләге лә килмәй. Ҡыйыулыҡ итеп, Мода йортона барып индем һәм мине киҫеүсе итеп алдылар. Оло бәхет тип һынаным был йортта эшләй башлауымды. Башымды баҫып, һәр оҫтаның ҡулына төбәлеп, һәр ваҡ-төйәккә өйрәнергә тырыштым. Ваҡыт үтеү менән мине ижади лабораторияның етәксеһе итеп ҡуйҙылар һәм был данлы коллективта Мода йорто ябылғанға тиклем эшләнем.

Зилиә Рәфҡәт ҡыҙы ла үткәндер бындай һынау һәм тәжрибә туплау юлдарын?

Зилиә Йәғәфәрова Зилиә Йәғәфәрова:
Беҙҙең быуын кешеләренә тотош һынауҙарҙан торған бик ҡыҙыҡлы осор тура килде лә инде ул. Бала саҡта бөтөн ауыл балалары кеүек үк эшләп, сынығып үҫтек, әлбиттә. Ә шулай ҙа студент ваҡытыбыҙға тура килгән илдәге иҡтисади һәм социаль үҙгәрештәр беҙҙән бөтөнләй икенсе төрлө холоҡ үҙенсәлектәре, түҙемлек, егәрлелек, тәүәккәллек талап итте. Ғәҙәти генә, моңһоҙ ғына йәшәп ятҡанда ҡапыл болғаныштар башланды бит. Беҙгә, йәштәргә, үҙаллы тормошҡа үтеп китә торған ишектәр "шап" итеп ябылды ла ҡуйҙы. Шул ваҡыт йәшәү, "тере ҡалыу" теләге көслө булғандар алға ынтылды, ә күптәр ошо буталсыҡлыҡта үҙ-үҙен таба алмай аҙашып ҡалды. Ул осорҙа мин Башҡорт дәүләт медицина институты студенты, иптәшем буласаҡ иҡтисадсы ине. Көн күреү өсөн иҙәнен дә йыуҙыҡ, башҡа ҡара эштәрҙе лә башҡарҙыҡ, оҙон-оҙон сираттарҙа ла баҫып торҙоҡ, кәрәкте юлланыҡ, таптыҡ, бар иттек. Хатта ҡаракүл тунды боҙоп, шунан шапкалар тегеп һатырға ла тура килде. Кемдер беҙгә нимәнелер алып килеп бирер, йәш ғаилә, тип йәлләр, атай-әсәй үҙ хәстәренән мәхрүм итмәҫ, тигән уй башыбыҙға ла инеп сыҡманы. Шул мәлдәр тап беҙҙең сынығыу мәктәбе булды ла инде.

Бөтөн бөйөк эштәр ҙә ниндәйҙер сәбәптән башлана бит. Шуның һымаҡ, һеҙҙең яҙмышҡа саҡырыу ташлаған ниндәйҙер этәргес көс, сәбәп тә булғандыр, моғайын...

Саимә Хәсәнова:
Әлбиттә, балаларым алдындағы яуаплылыҡ, уларҙы фатирлы итеү теләге әлеге эшкә тотонорға мәжбүр итеүсе сәбәп булды. Шулай мин тәҙрә ҡорғандары тегергә өйрәнеп алдым. Күпләп заказдар ҡабул итеп, ошо эшкә арыуыҡ көсөмдө һәм ваҡытымды сарыф итеп, Өфөлә фатирлы булдыҡ. Тик был кәсептән бик арыным һәм тора-бара уны ҡалдырҙым. Балалар үҫте, тормош күпкә еңеләйҙе, Аллаға шөкөр. Тик буш ултырғы килмәй, күңел ниндәйҙер ижад, илһам бирер хеҙмәт көҫәй һәм беҙ балалар менән кәңәшләшеп, "Модельер мөйөшө" тигән салон асып ебәрҙек. Кәрәкле ҡорамалдар, йыһаздар йыйып, тегенселәр һайлап алып, эш башланыҡ...
Зилиә Йәғәфәрова: Уҡыуҙы тамамлап, Мәләүез ҡалаһына эшкә барғас, миңә, провизорға, эш урыны булмай сыҡты. Ул саҡта бәләкәй ҡалаларҙа бер-ике генә дәүләт аптекаһы эшләй торғайны. Шул саҡта шәхси аптека асып ҡарау ниәте менән яна башланым. Беҙ ирем менән уйлай ҙа, башҡарып та ҡуя торған кешеләрбеҙ. Күпмелер ва-ҡыт эсендә был планды тормошҡа ашырып та ҡуйҙыҡ. Ғәҙәттә, идея минеке, ә ирем минең ошо идеямды тормошҡа ашырыуҙа төп терәгем. Ул ирҙәрсә, шул уҡ ваҡытта профессионалдарса (һөнәре буйынса иҡтисадсы ла, юрист та) кәңәштәр, йүнәлештәр бирә, документтарҙы юлға һала. Ә мин кәсептең тауар, сауҙа кеүек өлөштәрен үҙ өҫтөмә алам.
Иремде Өфөгә эшкә алғайнылар, беҙгә лә уның артынан эйәрергә тура килде. Минең инде кемдәргәлер эшләү теләге булманы. Башта буфет асып ҡараным. Унда төрлө ҡамыр аштары, сәйгә ҡушып ҡабыр тәғәмдәр бешереп һаттыҡ. Эште дөрөҫ ҡуя белгәнбеҙҙер, тим, сауҙабыҙ яйлы ғына алға тәгәрәне. Эште контролдә тотоу һәм идара итеү генә кәрәк була башланы. Тора-бара был ғына аҙ тойолдо. Әүҙем тормош алып барыу, өҙлөкһөҙ ниндәйҙер үҫеш кисереү теләге тынғы бирмәне. Шул эҙләнеү юлында матурлыҡ салоны асып ҡарау теләге тыуҙы ла инде. Бер һеңлем оҫта парикмахер, ул үҙенең ярҙамын тәҡдим итте. Ғаиләбеҙ менән тағы бер кәңәшмә яһап алдыҡ та, тотондоҡ та киттек. Әлбиттә, был минең өсөн яңы бер донъя булды. Әммә бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс донъя. Хәҙер инде бына дүрт йыл "ZILI ART" тип аталған матурлыҡ салоным клиенттарын ҡабул итә.

Зилиә Рәфҡәт ҡыҙы, һеҙ бит психолог һөнәрен дә үҙләштергәнһегеҙ. Был һеҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙарҙың бер төрөме, әллә эшмәкәрлек өлкәһендә тағы үҙгәрештәр көтөләме?

Зилиә Йәғәфәрова:
Эйе, ҡырҡты ашатлағанда яңы һөнәргә уҡып алдым. Был да минең күңел талабым булды. Бер уйлағанда, дүрт бала әсәһе булып, уларҙы инде аяҡҡа баҫтырып килгәндә, бизнес донъяһында ла ниндәйҙер үҙ юлдарыңды тапҡанда, бындай белем кәрәк тә түгел кеүек. Әммә бизнесты алға алып барыу, кешеләр менән аралашыу, улар менән ыңғай мөнәсәбәт булдырыу, уларҙың эске донъяһын аңлау өсөн был белемгә ихтыяж барлығын аңланым бер мәл. Унан һуң, психология фәне, бигерәк тә кешеләрҙе һәм донъяны ошо күҙлектән өйрәнеү миңә бала саҡтан яҡын ине. Дөрөҫөрәге, был белем, йәғни фекерләү, мөнәсәбәттәр булдырыу, аралашыу кеүек барыбыҙға ла хас сифаттар беҙгә тыумыштан бирелә бит инде ул. Шунлыҡтан, минең психология фәнен өйрәнеүем үҙемдең тәбиғи булмышыма бөтөн проблемалары һәм талаптары менән әлеге замананы ла һыйҙырыу, бөтөнлөктө тоторға тырышыу һымағыраҡ ҡабул ителергә тейештер, тим.

Бөгөн һатыуҙа тауарҙарға ҡытлыҡ юҡ, йәнең теләгән күлдәкте лә, биҙәнеү-яһаныу әйберҙәрен дә, башҡаһын да табып була. Шул уҡ ваҡытта һеҙ ҙә клиенттарға мохтажлыҡ кисермәйһегеҙ. Был күренеш нисек аңлатыла, әллә заказ менән кейем тектереүҙең башҡа серҙәре бармы ла, салонға килеп матурланыу әһәмиәтлерәкме?

Саимә Хәсәнова:
Кейем тектерергә яратыусылар - улар үҙҙәрен шәхес итеп тоя белеүселәр, тип уйлайым мин. Улар башҡаларға оҡшарға тырышмай, нимәнеңдер тик үҙҙәренә генә арнап яратылыуын баһалай белә. Улар йөҙҙәрсә, меңдәрсә кешегә тәғәйенләнгәнде эске донъяһы менән ҡабул итә алмай һәм интуитив рәүештә быны ҡайһы бер ғәҙәттәрендә, мәҫәлән, шәхсән кейем тектереүҙә сағылдыра. Улар, ғәҙәттә, тормошта ла үҙ фекерҙәре, ҡараштары, үҙ юлы булған, шул нигеҙҙә ниндәйҙер үрҙәр, мөмкинлектәр яулаған һәм йәмғиәттә үҙҙәрен таныта белгән кешеләр. Лидерҙар, тип әйтер инем мин улар тураһында.
Зилиә Йәғәфәрова: Нисек кенә булмаһын, тормош алға бара, уға тейешле үҙгәрештәр, яңылыҡтар индерелә тора һәм был тәбиғи ҙә. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа, ниһайәт, матурлыҡ мәҙәниәтенә йөҙ бора. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы борон-борондан ҡупшылыҡты үҙ иткән. Ҡашҡа һөрмә тартыу, битте ағартыу, сикәләрҙе алһыулатыу, хушбуйҙы алыштырыусы майҙар, үләндәр ҡулланыу - уның айырылғыһыҙ ғәҙәт-ҡылығы. Ә инде милли кейемендәге биҙәүестәрҙе әйтеп тораһы ла түгел. Совет осоро ҡатын-ҡыҙҙы енес булараҡ юҡ итеп, уны ир-егет менән тиң тәбиғәтле яһап ҡуйҙы. Ул биҙәнеп-төҙәнмәй, сөнки "елбәгәй түгел", матур кейенмәй, сөнки "мещанка" булғыһы килмәй, үҙен йомшаҡ, көсһөҙ һәм ярҙамға мохтаж итеп күрһәтмәй, сөнки ул - коммунист, комсомол һ.б. Ошондай сәйәсәт хөкөм һөргән йәмғиәттә беҙ тәбиғи нәфислекте юғалтып, ирҙәр менән бер массаға әйләндек. Шул арҡала ҡатын-ҡыҙҙарҙың байтағы ғаилә ҡороуҙан, әсәй булыуҙан мәхрүм ҡалды, сирлегә әйләнде... Тәбиғи ритмдан яҙыу арҡаһында ҡатын-ҡыҙ энергияһын юҡ кимәлендә кәметте. Бөгөн иһә, шөкөр, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яйлап-яйлап үҙҙәрен нескә, наҙлы итеп тойорға өйрәнә бара. Әлбиттә, косметиканы һатып алып ҡулланып та була. Әммә ваҡыт-ваҡыты менән махсус салонда булып, табип-косметолог, визажист, парикмахер, массажист һымаҡ оҫталар ҡулында тәрбиәләнеп алыу - ул бөтөнләй икенсе донъя.

Һеҙгә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә. Ләкин бөтәһе лә матурлыҡ салонына, йә ательеға йөрөп өйрәнмәгән. Мәҫәлән, һеҙгә беренсе тапҡыр мөрәжәғәт итеүсе үҙенә ниндәй прическа йә күлдәк өлгөһө килешә икәнен дә белмәҫкә мөмкин. Ундайҙарға һеҙ иң беренсе нимә тәҡдим итәһегеҙ?

Саимә Хәсәнова:
Мин иң беренсе был ҡатындың (йәки клиенттың) эске донъяһын тойоп алырға тырышам. Ниндәй кеше ул? Кейемен ниндәйҙер нигеҙле талап менән һайлаймы? Әллә башҡаларҙа булмаған матур күлдәк кенә теләйме? Айырым-асыҡ ҡына төҫмөрләүе булмаһа, мин уға төрлө өлгөләр күрһәтеп, уның комментарийҙарын тыңлайым, шул бәйләнеш аша ла уның аң кимәлен, ҡыҙыҡһыныуҙарын, ҡарашын самаларға була. Унан, үҙемдең күҙәтеүҙәрҙән сығып, уға тәҡдимдәр яһайым, буй-һынына, йәшенә, статусына тап килерҙәй, уның ниндәйҙер матур яҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алырҙай, етешһеҙлектәрен йәшерерҙәй моделдәр һайларға тырышам. Шул уҡ ваҡытта клиенттың ижади булыуы ла ярҙамға килә. Кеше бит кейеме менән эске донъяһын сағылдыра. Был уның эске талаптары. Шунлыҡтан, мин клиенттарым менән эшләргә, уларҙы өйрәнергә, бергәләп ижад итергә яратам.
Зилиә Йәғәфәрова: Салонда хеҙмәтләндереүсе коллективыма бер нәмәне ҡат-ҡат ҡабатлайым: бер ваҡытта ла клиентты өҫ-башына, кәйефенә йәки башҡа тышҡы күренештәренә ҡарап ҡабул итмәгеҙ, тием. Бәлки, ул ҡатын бик арығандыр, проблемалары быуғандыр һәм ул бында саҡ ҡына булһа ла ял итеп алыу өсөн килгәндер. Бәлки, ул бер матурланып алыуға әллә күпме ваҡыт аҡса йыйғандыр һәм һуңғы аҡсаһына килгәндер. Бәлки, ул ошонда килеп, үҙенә яҡшы мөнәсәбәт күрергә, иғтибар тойорға өмөт итәлер. Сәбәптәре йөҙ төрлө булырға мөмкин, әммә ул бит ошонда килгән, тимәк, ул үҙен хөрмәт итә белгән кеше. Шул клиент беҙҙә рухын үҫтереп, үҙенең үҙенсәлекле икәнлегенә инанып, донъяға ҡарашы яҡтырып һәм, әлбиттә, сифатлы хеҙмәтләндерелеп сығырға тейеш.

Ә шулай ҙа ҡайһылыр өлкәлә уңыш яуларлыҡ булып үҫешә алыр өсөн ниндәй сифаттарҙы алға ҡуйырға кәрәк икән?

Саимә Хәсәнова:
Оҫта белгестән эшкә өйрәнергә теләгәндә уның ауыҙынан сыҡҡан һәр файҙалы кәңәште йоторға, күңелеңә һеңдерә барырға тырышырға кәрәк. Һәр ваҡыт үҙеңдең ниндәй маҡсатҡа ынтылыуыңды иҫеңдә тотоу мөһим. Ниндәйҙер оҫталыҡҡа өйрәнеү - ул иң башта характерҙы сыныҡтырыу. Мин заманында, тегеү өлкәһендәге бар серҙәрҙе лә беләм, тип уйлағанда ла, ҡайһы бер оҫталар ҡулында баш күтәрмәй ултырып эшләнем, уларҙың үҙемдән күпкә йәш икәнен белгәндә лә, кеселекле булырға тырыштым. Сөнки мин үҙем белмәгән, ә ул белгәнде белергә теләй инем. Һәм шул оҫталыҡтарҙы үҙләштергәс, үҙемдең тағы ла оҫтараҡ булып китәсәгем тураһында уйлай инем. Бизнес эшен алға алып барыуға ла, клиенттарҙы йәлеп итеүгә лә, уларҙың психологияһын өйрәнеүгә лә мин кемдәрҙәндер өйрәндем. Өйрәнгәндә иң беренсе эске теләк, унан инде тыңлаусанлыҡ, күндәмлек зарур.
Зилиә Йәғәфәрова: Коллективҡа килгән һәр яңы кешегә мин эш тәртиптәрен һәм талаптарын аңлатам һәм күпмелер ваҡыт уның ынтылышын күҙәтәм. Барыбыҙ ҙа ябай кешеләрбеҙ, һәр беребеҙҙең үҙ ғәҙәте, етешһеҙлектәре, ҡылыҡтары бар, уныһы аңлашыла. Әммә эшләргә теләгән һәм башҡарғанынан ләззәт алғандар шундуҡ һиҙелә лә. Эш хаҡы өсөн генә йөрөп, үҙен эшләргә мәжбүр иткән менән хеҙмәтенә ижади ҡараған кеше айырыла бит ул. Минең коллективта эшенә ижади ҡарағандар ғына эшләй.
Психология буйынса кешеләр дүрт типҡа бүленә. Уларҙы ҡыҙыл, күк, йәшел һәм һары төҫтәрҙә күрһәтәләр. Мәҫәлән, ҡыҙылдар - лидер, күктәр - ойоштороусы, бик әүҙем кешеләр, йәшелдәр - аналитиктар, һарылар - башҡарыусылар. Мин әле дөйөм итеп кенә алдым, уларҙың һәр береһенең ентекле үҙенсәлеге бар. Бына ошо дүрт тип та, тырышҡанда, уңыш ҡаҙана ала, бары тик уларҙың һәр береһенең үҙ үҫеш юлы. Шунлыҡтан, бары тик шундай характерлы кешеләр генә уңышҡа юлыға ала, тигән ҡалыпты бөтөнләй юйып ташларға була. Үҙ эшен белгән, уға ижади ҡараған һәм алдына маҡсат ҡуйып ынтылғандарҙың барыһы ла уңышҡа өлгәшә ала. Ниндәйҙер эш асып, кеше яллап эшләтеп кенә алға барып булмай, был өлкәне башта үҙең аңларға һәм тулыһынса ҡабул итергә тейешһең. Кире осраҡта, көйөп-янып, хеҙмәткәрҙәреңде ғәйепләп, унда-бында аҡса түгеп, һаулығыңды юғалтып ҡалырға мөмкинһең. Башта эште үҙең бел, үҙең эшләп ҡара, шунан башҡаны өйрәт. Тәртибе шулай.

Үҙ эшегеҙҙе асҡанда хөкүмәттән берәй ярҙам алдығыҙмы, ниндәйҙер программаларҙан файҙаландығыҙмы?

Зилиә Йәғәфәрова:
Беҙ берәүҙән дә бер нәмә лә өмөт итеп өйрәнмәгәнбеҙ. Барыһын да үҙебеҙ башҡарырға күнеккәнбеҙ. Шунлыҡтан, ярҙам һорап та йөрөмәнек, ниндәйҙер программабыҙ ҙа булманы. Һәм балаларҙы ла шулай өйрәтәбеҙ. Саимә Хәсәнова: Үҙ көсөң, йәғни эске көсөң булмаһа, ойошторасаҡ коллективыңды утҡа ташларға ярамай. Һин үҙеңә генә ышанырға, ниндәй эште булдыра алырыңды аныҡ ҡына белергә тейешһең. Мин дә, Зилиәләр кеүек үк, хөкүмәттән дә, башҡаларҙан да ярҙам һорап йөрөмәнем. Әлбиттә, рухи ярҙам, рухи терәк бик кәрәк, тик башҡаһына өмөт итмәйем...

Ниндәй генә уңышлы, көслө, аҡыллы булһағыҙ ҙа, һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр бит әле. Һеҙҙең был аҡса табыу шөғөлөгөҙ тәбиғәткә ҡаршы килеү түгелме - аҡсаны бит ирҙәр табырға бурыслы...

Зилиә Йәғәфәрова:
Мин был фекер менән тулыһынса килешәм. Диндә лә шулай тиелә. Ғаилә өсөн бөтөн матди яуаплылыҡ ир кеше иңенә ята. Ә ҡатын кеше уның ярҙамсыһы булып, балаларҙы тәрбиәләп, өйҙә таҙалыҡ, бөтөнлөк булдырып торорға ғына тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләнән тыш эшкә күберәк ваҡыт бүлеүе дөрөҫ түгел. Әгәр ул холҡо менән теремек, уйлап табыуға әүәҫ, нимәгәлер тотоноп китеүгә ҡыйыу, барыһына ла өлгөрә ала икән - уныһы хуп, әлбиттә. Ләкин шулай булғанда ла ҡатын-ҡыҙ ваҡытын ғаиләһенә күберәк бүлергә тейеш. Мин был хәҡиҡәтте динебеҙҙе, ҡатын-ҡыҙ психологияһын өйрәнеп, күпмелер ғүмер йәшәгәс кенә аңланым. Һәм хәҙер ҡыҙҙарымды ла шуға өйрәтәм. Иң башта ғаиләгеҙгә, ирегеҙгә, балаларығыҙға булығыҙ, унан һуң ғына яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ, тим. Кеше, ғөмүмән, үҙенә оҡшаған эште генә башҡарырға тейеш. Эш урынында үҙеңде хөр тоймайһың икән - ыҙалама. Был шулай уҡ тормош иптәше итеп һайлаған кешеңә лә, кейемеңә лә, үҙеңде уратып алған мөхитеңә лә ҡағыла. Әлбиттә, барлыҡҡа ла ынтылырға, һәр ваҡыт үҫеш юлында булырға кәрәк, әммә балаларҙы аша атлап түгел.
Бөгөн ғаиләләрҙәге арыған, йонсоған ҡатындарҙың хатаһы - ир-егеткә һалынған яуаплылыҡты үҙ иңдәренә йөкмәп маташыуҙан ул. Хатта был йөккә көсө етеп, үҙенең ҡатын-ҡыҙ йөгөн дә урын-еренә еткереп үтәгәндә лә, уның күңеле нурһыҙ буласаҡ. Ул үҙен, башҡаларҙы, тормошто ярата белмәйәсәк. Шунлыҡтан, ниндәйҙер һөнәр эйәһе, үҙаллы шәхес итеп формалаштырырҙан алда, ҡыҙҙарҙы нәфис ҡыҙ бала итеп, киләсәктә ир ҡатыны һәм әсәй буласағын, ярата һәм яраттыра белеүсе гүзәл зат икәнен аңлатып өйрәтәйек.
Саимә Хәсәнова: Әлбиттә, Зилиәнең әйткәндәре менән тулыһынса килешәм, әммә көслө ир иңен тойоуҙан мәхрүм булған ҡатын-ҡыҙға ла йәшәргә кәрәк бит әле. Йәшәү өсөн, балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләү өсөн эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар бихисап бит инде тормошобоҙҙа. Әйткәнемсә, мин үҙем дә шундайҙарҙан булдым. Әммә һәр ваҡыт күңелемдә ижад осҡоно йәшәне. Ижад итмәһәм, мин һыуһыҙ гөл кеүек ҡороп ҡаласаҡмын һымаҡ ине. Һәр ҡатын-ҡыҙға ниндәйҙер һәләт һалынған бит. Кемдер аш-һыуға оҫта, кемдер һүрәт төшөрә, кемдер уҡырға ярата. Ҡатын-ҡыҙ һәм әсәлек вазифаһынан тыш, үҙеңдең эске донъяңды ла туҡландырып тормаһаң, һин әсәй һәм ҡатын-ҡыҙ булараҡ та һайығаһыңдыр, тип уйлайым. Һин эргәңдәгеләргә үҙеңдең бай эске донъяң менән генә ҡыҙыҡлыһың икәненә иманым камил. Мин балаларымды ошолай тынғыһыҙ ижади эҙләнеүҙә булыуым, маҡсатлы йәшәүем менән дә тәрбиәләгәнмендер, тип уйлайым...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Һөйләшеү барышында мин был ҡатын-ҡыҙҙарҙың уңышлы булыу сере уларҙың тырышлығында, һәләтендә, ҡыйыулығында ғына түгел, ә донъяны ҡабул итә һәм унан үҙҙәренә кәрәкле яҡшылыҡты, матурлыҡты, изгелекте эҙләп таба белеүҙәрендә, тигән фекергә килдем. Сөнки тормоштоң яҡшы яҡтарын күрә белеү генә кешене шулай рухи яҡтан үҫтерә, йәшәйеште дөрөҫ тулҡындарға көйләй, үҙең һәм эргә-тирәләгеләрең менән гармония булдыралыр.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.17 | Ҡаралған: 1230

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru