«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ИНСЕБИКӘ СИНДРОМЫ" БӘРӘКӘТКӘ ЛӘ, ҺӘЛӘКӘТКӘ ЛӘ АЛЫП КИЛӘ
+  - 

"Холоҡ яҙмышты билдәләй" тигән һүҙбәйләнештең ҡоро тезис ҡына булмауын йәшәй-йәшәй бар тулылығында аңлай барам кеүек. Ысынлап та, кешенең яҙмышы, асылда, уның холҡона бәйле. Холҡоң ниндәй булһа, яҙмышың шундай. Тәҡдир - Аллаһы Тәғәләнеке, уны үҙгәртеп булмай, ә инде кешенең үҙенән торғаны - яҙмышы, йәғни үҙе яҙғаны. Шул уҡ ваҡытта, әгәр ҙә кеше яҙмышын үҙе яҙыу йәғни үҙенсә йәшәү мөмкинлегенән мәхрүм ителгән саҡта, нимә эшләргә тейеш? Был осраҡта ул тәҡдирен ҡабул итергә тейеш булып сыға түгелме?

Аллаһ юлындағы Йәнтүрә ҡатыны

Тарихи аспектта ҡарағанда, үткән быуаттарҙа ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоҡуҡтар тигеҙ бүленмәгән саҡта ир-ат үҙ урынында, ҡатын-ҡыҙ үҙ урынында булған. Шул уҡ ваҡытта башҡорт йәмәғәтселегендә, мәҫәлән, ир-аттың ҡатын-ҡыҙҙы иҙеү, түбәнһетеү осраҡтары булмаған тиерлек. Совет осороноң һуғышсан атеизмы идеологияһы ғына был фекерҙең киреһен үткәреп маташты, әммә ул ижтимағи ҡоролоштоң үҙе менән бергә юҡҡа сыҡты. Муллаларҙан, дин әһелдәренән көлөр өсөн генә уйлап сығарылды был дәлил: тик Октябрь революцияһы ғына ҡатын-ҡыҙға ирек, азатлыҡ алып килде, тигәнде иҫбатлар өсөн.
Әммә башҡа йөкмәткеле тарихи сығанаҡтар, әҙәби йылъяҙмалар, хикәйәттәр ҙә бар бит әле. Миҫалға "Йәнтүрә хикәйәһе"н генә алайыҡ. Башҡорт яугиры Йәнтүрәнең ҡатыны иренең артынан эйәреп, француз яуына бара, уның менән бергә яуға инә, хатта француздарға әсиргә эләккәс, уны ҡотҡара ла. Әлбиттә, "Йәнтүрә хикәйәһе"н икенсе милләт вәкиле, крайҙы өйрәнеүсе урыҫ яҙыусыһы Василий Зефиров 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Йәнтүрә исемле ҡарттан яҙып алған. Шуға күрәлерме, ҡатындың ире артынан яуҙа эйәреп йөрөүе уҡыусылар өсөн, нисектер, әрһеҙлек тә булып тойолғандыр. Яҙмала сатирик нота ла өҫтөнлөк итә. Ғөмүмән, ире менән бергә яуҙа йөрөгән башҡорт ҡатындары күп булғанмы? Йәнтүрәнең ҡатыны ни өсөн ире менән яуға барырға ҡарар иткән? Ни өсөн Йәнтүрә был хәлгә юл ҡуйған? Ошо һорауҙарға яуаптар эҙләп ҡарайыҡ.
Бәлки, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа был хаҡта мәғлүмәт барҙыр, әммә мин шәхсән ире артынан һуғышта эйәреп йөрөүсе ҡатындар хаҡында "Йәнтүрә хикәйәһе"нән башҡа яҙмаларға тап булманым. Ошо мәҡәләне уҡыусылар бындай мәғлүмәткә эйә булһа, уртаҡлашһын ине. Шулай ҙа изге "Ҡөрьән" китабының "Ән-Ниса" сүрәһендәге түбәндәге аяттарға күҙ һалайыҡ әле: "...Эй, һеҙ, иманлы кешеләр! Һаҡ булығыҙ, (һуғышҡа) төркөмләшеп йәки бөтәгеҙ бергәләшеп барығыҙ. Һеҙҙең арала мотлаҡ артта ҡалған кеше бар. Һеҙ бәләгә ҡалғанда ул: "Һеҙҙең арала мине шаһит (Аллаһ юлында ҡорбан) итмәй. Аллаһ миңә яҡшылыҡ күрһәтте," - ти. Ә Аллаһтан һеҙгә файҙа тейһә, арағыҙҙа бөтөнләй яҡынлыҡ булмаған кеүек, ул:"Их, һеҙҙең менән бергә булһам, мин дә уңышҡа өлгәшкән булыр инем!" - ти. Аллаһ юлында әхирәтте донъялыҡтан артыҡ күргән кешеләр һуғышһын. Аллаһ юлында һуғышып үлгән йәки еңгән кешегә Беҙ оло бүләк бирербеҙ. Нишләп һеҙ Аллаһ юлы өсөн һәм шулай уҡ: "Я, Раббым! Залимдар йәшәгән был ауылдан беҙҙе сығар, беҙгә һаҡсы, ярҙамсы бир!" - тигән хәлһеҙ ирҙәр, ҡатындар, балалар өсөн һуғышмайһығыҙ? Иманға килгән кешеләр Аллаһ юлында һуғыша, ә кафырҙар - тағут юлында..." (71-76 аяттар).
Ошо юлдарҙы уҡығандан һуң Йәнтүрәнең ҡатынына ҡарата мөнәсәбәт бөтөнләй үҙгәрә. Парижды яулағандан һуң урыҫ армияһы ҡаланы талаған, яндырған, көсләгән саҡта, урамдарға ултырып, намаҙ уҡыған йәнтүрәләрҙең ҡатындары ирҙәре артынан эйәреп йөрөһә лә, асылда, Аллаһ юлында булғандары көн кеүек асыҡ. Василий Зефиров бында яугир башҡорттоң тотҡан дине, ниндәй иманға тоғро булыуы хаҡында бер һүҙ ҙә әйтмәй. Икенсенән, үҙенең артынан хатта шундай яуға эйәреп барырға рөхсәт ителгәс, башҡорт йәмәғәтселегендәге ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй хоҡуҡтарға эйә булғанлығы һүҙһеҙ ҙә аңлашыла: тимәк, атай-олатайҙарыбыҙ динле булған, "Ҡөрьән"дең юғарыла килтерелгән сүрәһендә әйтелгәнсә, "һуғышҡа төркөмләшеп, йәки бөтәһе бергәләшеп йөрөгән..." (бында ир-аттар хаҡында ғына әйтелмәй). Ҡыҫҡаһы, Йәнтүрәнең ҡатынының ире артынан эйәреп яуҙа йөрөүен тик дини күҙлектән генә ҡарап нигеҙләп аңлатып булалыр тип иҫәпләйем. Йәнтүрә ҡатыны ирен яратҡан өсөн генә түгел, Аллаһты өҙөлөп һөйгәне өсөн дә француздарға ҡаршы ғазауат иғлан ителгән яуҙа йөрөгән. Артабан ниндәйҙер дәлилдәр килтереү артыҡтыр тип иҫәпләйем.

Саян ниңә үҙен саға?

Барыбыҙға ла яҡшы таныш булған тағы ла бер тарихи ваҡиға. Ағалары көсләп ҡарт байға бирергә иткәс, быға риза булмаған Инсебикә исемле һылыу Ағиҙел ярындағы ҡаянан һикергән, тиҙәр. Уның һөйөшөп йөрөгән егете лә булған. Уға яратҡан кешеһе менән ҡауышырға яҙмай, шуға күрә ҡыҙ үлемде һайлай. Исеме ҡаяға бирелгәс, моғайын да, был легендала тарихи ерлек барҙыр.
Инсебикә ҡаяһы Бөрйән районында урынлашҡан. Ҡыҙ исемендәге ҡаяға ҡарап, хәҙерге йәштәр мәғрүр ҡаяны Инсебикәнең ғорурлығына, батырлығына, мөхәббәт тойғоһоноң иң көслө, мөҡәддәс мәңгелек тойғо булыуына тиңләй. Урын-ергә исем бирелеү факты буйынса ҡарағанда, Инсебикә ҡаяһы, ысынлап та, иғтибарға лайыҡлы урын. Әммә, Инсебикәне үҙ-үҙен үлтереүгә килтергән сәбәп һәм холоҡ юҫығынан ҡарағанда, хәҙерге заман күҙлегенән беҙ уны аҡлай алабыҙмы һуң? Үҙенең күп һандағы туғандарын, һөйгән егетен ҡайғыға һалып, Хоҙай биргән ғүмеренән үҙе теләп баш тартырға тейеш инеме һуң Инсебикә? Беҙ уның был аҙымын аңлай һәм ҡыҙҙы күңелебеҙҙән генә аҡлай алған хәлдә лә, ошо күренеште "Ғорурлыҡҡа һәйкәл", "Мөхәббәт - иң көслө тойғо", "Яҙмышҡа баш эймәү" йә "Батырлыҡ" тип атай алабыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Инсебикәне йолаға буйһонорға теләмәүсе, ата-әсәһе, өлкән туғандары ихтыярына ҡаршы барыусы, Аллаһы Тәғәләне инҡар итеүсе ҡыҙ тип тә атай алабыҙ бит. Ә бит Хаҡ Тәғәлә ҡыҙҙы шул тиклем һөйгән, яҡын күргән, шуның өсөн дә һынауҙарҙың иң ауырын уға биргән.
Әрмелә үҙем шаһиты булған бер хәл хаҡында күп яҙғаным булды. Ҡабатлайым. Беҙ, һалдаттар, үҙебеҙсә тәжрибә үткәреү маҡсатында көньяҡтың эҫе ҡомо өҫтөндә йөрөгән саяндарҙы уратып, түңәрәкләп бензин йә солярка һибәбеҙ ҙә, ут төртәбеҙ. Шул саҡ саян урталыҡта ҡапыл туҡталып ҡала. Алан-йолан ҡарана, тегеләй-былай итә лә, йә утҡа ташланып һәләк була, йә үҙ-үҙен сағып үлтерә. Юҡ, саянға утта янып үлеү һәләкәте һис тә янамай. Ул ҡулсалағы яғыулыҡ янып бөткәнсе, 4-5 минут самаһы урталыҡта көтөп торһа, йәғни быға сабырлығы етһә, ҡотолоп та ҡалыр ине...
Ошо саяндар менән, ирекһеҙҙән, Инсебикәне сағыштырҙым. Инсебикә лә, ҡаянан һикерер алдынан 4-5 минут туҡтап ҡалып, ата-әсәһен, туғандарын, һөйгән егетен иҫенә төшөрһә, был һәләкәткә барыр инеме икән? Юҡтыр, тием. Сөнки яратмаған кешеңә кейәүгә барыуға ҡарағанда, донъялыҡ менән баҡыйлыҡ аралығын үтеү, оло ҡайғыға батҡан яҡындарыңды донъялыҡта ҡалдырыуы ауырыраҡ бит.

Бәрәкәткә лә, һәләкәткә лә...

Инсебикәне ошо аҙымға барғаны өсөн ғәйепләргә лә йыйынмайым, бәлки, был фажиғәле хәлдең беҙ белмәгән башҡа сәбәптәре лә булғандыр, әммә беҙҙең ҡыҙ-ҡатындарға хас "Инсебикә синдромы"ның асылы тураһында әйтмәйенсә ҡала алмайым. Был һүҙбәйләнеште мин шартлы рәүештә килтерәм, шуға күрә тырнаҡ эсенә алам, йәғни уны тура мәғәнәһендә аңларға ярамай. Ир-аттың милләт, ғаилә, ҡатын-ҡыҙ, балалар алдындағы яуаплылығын һәм хәҙерге ысынбарлыҡтағы ир-атҡа ҡарата ҡуйылған һәр төрлө дәғүәләрҙе һис тә инҡар итмәйем. Дәғүәләр дөрөҫ ҡуйыла. Беҙҙең илдә генә түгел, донъя кимәлендә күҙәтелә был тенденция. Йәмғиәттәге һәм ғаиләләге "көслө кеше" тигән вакантлы урынды ҡатын-ҡыҙ ир-ат көсһөҙ булғаны өсөн яуларға мәжбүр. Был яҡтан ҡарағанда, йәмғиәт, милләт, ғаилә өсөн ҡатын-ҡыҙҙы үҙ-үҙен ҡорбан итеү сигенә алып барып еткергән икән ир-ат, "Инсебикә синдромы" күренеше иң беренсе нәүбәттә ир-аттың ғәйебе һәм бәләһе. Беҙҙең башҡорт ҡыҙ-ҡатындары ана шундай, Инсебикә кеүек, ғүмерҙәрҙән, яҙмыштарҙан көслөрәк булған ҡеүәткә эйә. Юғары аң менән дә, аң төбө менән дә аңлап булмаҫлыҡ бит ошо хәҡиҡәт. Әгәр ҙә иренән көслөрәк булған ҡатын уға: "Һин - булдыҡһыҙ, ҡулыңдан бер нәмә лә килмәй!" - тип әйтә икән, ошо хәл ирҙең йәшәү программаһына әүерелә лә ҡуя. Был осраҡта ир-егеттәребеҙҙең йәмәғәтселектәге һәм ғаиләләге статусы табан менән ер араһына тиклем төшкәнен дә тоябыҙ. Табан менән ер араһына тиклем төшкән ир-ат ҡабат бер ваҡытта ла юғарыға күтәрелә алмай, уға хет "Ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөнән хакимиәт министры" портфелен тотторһондар. Хәйер, былар барыһы ла "Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын" тигән әйтемдең аңлатмаһы ғыналыр.
"Инсебикә синдромы" легендала Инсебикәне һәләкәткә алып килә. Был хәл легендала ғына ҡалһын. Әйткәндәй, "Ете ҡыҙ" легендаһына ярашлы, ҡаҙаҡтарҙан ҡасып барыусы ете ҡыҙ ҙа, дошман ҡулына ҡабат төшмәҫ өсөн, күл эсенә инеп китә. Шул уҡ синдром. Ир-ат ҡорбан булмаған урында ҡатын-ҡыҙ һәләк була шул.

Шуға күрә...

"Инсебикә синдромы" көсһөҙлөк билдәһе түгел, бындай сифатҡа көслө ихтыярлылар эйә. Был синдромды нисек кенә тәнҡитләһәк тә, кем белә, бәлки, ҡыҙ-ҡатындарыбыҙҙың тап ошо сифаты арҡаһында милләтебеҙ бөгөн йәшәйҙер. "Ҡорбанлыҡ" боронғо халыҡтарҙың төп йәшәү шартына әүерелгәнен иҫәпкә алһаҡ, әйтерһең дә, ул беҙҙең ҡанға һеңгән, йолаға әүерелгән, йәғни хәҙерге камил тормош, яҡты киләсәк өсөн һәр ваҡыт кемдер үҙен ҡорбан итергә тейеш. Нескә заттарыбыҙҙағы был синдром беҙгә һәм башҡаларға ҡайһы саҡ ҡырыҫлыҡ, һауалылыҡ булып та күренә. Рауза сәскәһен, әгәр ҙә уның һабағында энәләре булмаһа, әллә ҡасан уҡ өҙөп алып китеп, тамырын да ҡороторҙар ине. Тимәк, бәрәкәткә лә, һәләкәткә лә алып килә "Инсебикә синдромы".

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.17 | Ҡаралған: 1351

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru