«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒИНӘЙҘӘРҘЕҢ САУАПЛЫ ЭШТӘРЕ, ИЗГЕ ҠАНАТЛЫ ҺҮҘҘӘРЕ
+  - 

Бынан биш йыл элек Баймаҡта Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының ойоштороу йыйыны үтеп, ошо матур хәрәкәткә старт бирелгәйне. Ошо йылдар эсендә был хәрәкәт республиканың күп райондарында таралып китеп, бик күп эштәр башҡарырға өлгөрҙө. Сибай ҡалаһы, Хәйбулла, Учалы, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Белорет, Архангель, Ишембай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Федоровка, Стәрлебаш, Әлшәй һәм башҡа район ағинәйҙәренең эшен күҙәтеп, ишетеп кенә ҡалмайбыҙ, улар менән әленән-әле осрашып, тәжрибә уртаҡлашып, хәбәрләшеп торабыҙ.

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы ағинәйҙәренең дә, бер ҡорға тупланып, ил-йорт эсендәге бар хәл-ваҡиғалар ыңғайына көйләнеп, ата-бабаларыбыҙҙан, оләсәйҙәребеҙҙән быуындан-быуынға күсә килгән ауыҙ-тел ижады, халыҡ педагогикаһы өлгөләрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыу оҫталығын, йолаларын тергеҙергә, милләтебеҙҙең рухын күтәрергә, ауылдарға йән өрөргә тырышып йөрөгән көнө бөгөн. Ағинәйҙәребеҙҙең күбеһе юғары белемле, эшләп йөрөгәндәре лә, хаҡлы ялға сыҡҡандары ла бар. Һәр хәлдә, заман ағышын, донъяуи үҙгәрештәрҙе тойоп, шуға ҡулайлашырға тырышып, үҙ тәжрибәбеҙ һәм көсөбөҙҙө төрлө файҙалы эштәргә сарыф итеү менән мәшғүлбеҙ. Үҙебеҙ хаҡында ла онотмайбыҙ: интернет технологияларын да үҙләштереп, йыр, бейеү түңәрәктәренә лә, спорт залдарына ла йөрөп, гөр киләбеҙ. Бына шулай беҙҙең ағинәйҙәр бер төрлө генә түгел, ә күп төрлө тәрбиәүи, ижади, маҡсатлы, планлы эшмәкәрлек алып бара. Беҙҙе әйҙәп алып йөрөүсе Баймаҡ ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Хөрмә Биктимероваға һәм арҡа терәр кешеләребеҙ - район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлинаға, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Йыһаншинаға, Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Земфира Ильясоваға, кураторыбыҙ Сәрүәрә Иҙелбаеваға рәхмәтлебеҙ.
Ағинәйлек - ул ҡатын-ҡыҙға хас бар күркәм сифаттарға эйә булыу тигәнде аңлата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теге торғонлоҡ тип аталған йылдарҙа ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ошо сифаттарҙан яҙа, милләткә хас булмаған йәшәү рәүешен үҙ итә башлағайны бит. Ләкин башҡорт ҡатын-ҡыҙының ысын асылын һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барыбер күп, Аллаға шөкөр. Беҙ бөгөн уларҙан өлгө алырға, ағинәйлек сифаттарын үҙ итергә ынтылырға тейешбеҙ. Беҙҙең ойошманың маҡсаты ла ошо. Шуның өсөн үҙ арабыҙға йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла, ҡыҙ балаларҙы ла ылыҡтырыуҙы бурыс итеп ҡуйғанбыҙ. Ойошторған тәрбиәүи сараларыбыҙ ошоға йүнәлдерелгән. Хәҙерге көндә 50-80 йәште үткән хеҙмәт ветерандарынан тыш, 30-50 йәштәр тирәһендәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да һәр сарала әүҙемлек күрһәтеүе күңелде йылыта.
Эшләгән эштәребеҙ, үткәргән сараларыбыҙ хаҡында бер нисә һүҙ. Ҡор булып ойошҡас та, ағинәйҙәребеҙ милли кейемдәр тектереп алды. Хәҙер инде барыбыҙ ҙа милли биҙәүестәр - селтәр (һаҡал, яға, түшелдерек), ҡашмауҙар эшләргә тотондоҡ. Милли кейемдәребеҙҙе кейеп, былтыр май айында Өфөлә үткән "Башҡорт милли кейеме" байрамында, декабрҙә иһә, селтәр-ҡашмауҙарыбыҙҙы кейеп, "Селтәр" байрамында ҡатнашып ҡайттыҡ. Республика "Ағинәй" ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева беҙҙе ошондай сараларға йәлеп итеп, башҡа райондар ағинәйҙәре менән осраштырып, тәжрибә уртаҡлаштырып тора.
Халҡыбыҙ йолаларын, халҡыбыҙҙың тәрбиәүи мәктәбен тергеҙеүҙе тәүге маҡсат итеп алып, тап Баймаҡ ағинәйҙәре "Өләсәйем һандығы" тигән акция уйлап сығарғайны. Бына нисәмә йыл инде ошо акцияны райондың бар ауылдарында ҡабат-ҡабат үткәрәбеҙ, өләсәй һандығына милли кейемдәребеҙ, милли биҙәүестәребеҙ, милли йорт ҡаралтылары ғына түгел, ә төрлө йолалар ҙа "һыя" икәнен ғәмәлдә күрһәтәбеҙ. Ҡартына ла, йәшенә лә оҡшай торған матур тамаша килеп сыға. Белеүебеҙсә, беҙҙең "Өләсәйем һандығы" байрамы хәҙер күп райондарға таралды.
Мәктәптәрҙә, колледждарҙа тәрбиәүи маҡсатта төрлө һөйләшеүҙәр үткә-реүҙе лә даими ҡабатлап торабыҙ. Мәҫәлән, "Ҡыҙ тыйнаҡ булһа, егет йыйнаҡ була" тигән темаға һөйләшеүҙәргә төрлө белгестәрҙе, врачтарҙы ла йәлеп итәбеҙ. Бындай осрашыуҙарҙың файҙалы булыуын уҡытыусылар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә дәлилләй.
Районда һәм ҡалала үткән бар байрамдар, баш ҡала ҡунаҡтары - яҙыусылар, шағирҙар, артистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән үткәрелгән осрашыуҙар уртаһында һәр саҡ беҙҙең ағинәйҙәр йөрөй. Районда кино йылына арнап үткәрелгән "Алтын ҡомартҡы" эстафетаһында, "Яратам һине, тормош" район фестивалендә, хатта китапханасылар үткәргән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә лә район ағинәйҙәре әүҙем ҡатнаша. Экологик өмәләр ойоштороу, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалау саралары ла, төрлө мәрхәмәтлек, хәйриә акциялары ла улар иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ағинәйҙәребеҙ яҙын, көҙөн хәрби комиссариат алдында йәш егеттәрҙе изге фатихаларын биреп, айыҡ йолалар менән әрме сафына оҙата. Әйткәндәй, ойошма ағзаларының тағы бер күркәм эшмәкәрлеге - эскелеккә ҡаршы көрәшкә дәррәү ҡушылып китте улар. Эскелек менән шөғөлләнгән атай-әсәйҙәрҙе бер аҙ "ҡыҙҙырып" алалар, өгөт-нәсихәт уҡыйҙар. Бындай аралашыуҙар ҙа һөҙөмтәһеҙ булмаҫ, тигән фекерҙәбеҙ, сөнки эскелек тә - социаль сир бит, уны ла дауаларға, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа кәрәк.
Шулай итеп, Баймаҡ ҡала һәм ауыл ағинәйҙәре ҙур йәмәғәт ойошмаһына тупланып, ауылдарыбыҙға ҡот, йәм ҡундырыусы, илебеҙгә, еребеҙгә ырыҫ-ҡот, тыныслыҡ көҫәүсе, башҡорт ғаиләһе усағын нығытыусы, йәш быуынға иман, әҙәп, ғилем, мәҙәниәт өлгөһө күрәһәтеүсе бер көскө әйләнде. Киләсәккә пландарыбыҙ бик ҙур. Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына ҡарата арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙ шәхестәребеҙҙең тормош юлы менән таныштырырға ниәтләйбеҙ. Районыбыҙҙың хозур тәбиғәтен тағы ла матурыраҡ итеү өсөн дә көс һаласаҡбыҙ. Ағинәйҙәр һүҙе изге ҡанатлы, ҡылған эштәребеҙ ҙә сауаплы булһа ине, тигән маҡсатта йылдар дәүерен дауам итәбеҙ, бәлки, халыҡ ҡуйыр быға баһаны, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Республикабыҙҙың барлыҡ ағинәйҙәрен, ағинәйлек сифаттарын үҙләштерергә ынтылған барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы 8 Март байрамы менән ҡотлайбыҙ.

Зөһрә АЙЫТҠОЛОВА,
Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.03.17 | Ҡаралған: 1118

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru