«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШ СЫҒАРЫУ ҺӘМ ЭШКӘРТЕҮ
+  - 

Революцияға тиклем ҡайһы бер таулы райондарҙа башҡорттар таш сығарыу, уны эшкәртеү һәм һатыу менән шөғөлләнгән. Был шөғөл фәндә тейешенсә өйрәнелмәгән. Шуға ла хәҙерге уҡыусы башҡорттарҙа таш сығарыу тураһында билдәле яҙыусы Ринат Камалдың романдарынан ғына белә ала. Сығанаҡтарға килгәндә, улар күбеһенсә XIX быуаттың икенсе яртыһы - XX башына ҡарай.

1859 йылда, мәҫәлән, губерна гәзите Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған Мырҙаҡай ауылында (хәҙерге Ғафури районы Сәйетбаба ауылы) таш сығарыу һәм уларҙан ҡайраҡтар һәм дүрт ҡырлы итеп яһалған таштар эшкәртеү тураһында хәбәр итә. Күбеһенсә ул эшкәртелгән таштарҙы Табын ҡаласығында һатҡандар. Был шөғөл йылдан-йыл үҫешә барған. Табындан ул таштарҙы Ағиҙел буйлап Кама һәм Иҙел буйындағы ҡалаларға алып сыҡҡандар. Мырҙаҡайҙа ике төрлө таш сығарылған: ҡара һәм һоро. Ҡара таш яҡшыраҡ һаналған һәм ҡыйбатыраҡ торған. XIX быуат аҙағында Мырҙаҡай ауылы халҡы йылына 700-ҙән алып 1000 ботҡа (пуд) тиклем ҡайраҡ таш сығарған һәм эшкәрткән.
Мырҙаҡай ауылы эргәһендәге ҡомташтарҙы 1860 йылдарҙа инженер, штабс-капитан Васильев (инициалдары күрһәтелмәгән) өйрәнгән. Һәм бына ни тип яҙып ҡалдырған: "Ҡомташтарҙан бына тигән ҡайраҡ таштар сыға, улар бер нәмәһе менән дә Печора һәм инглиз ҡайраҡтарынан ҡайтыш түгел. Был ҡомташтар ваҡ бөртөклө һәм слюдалы. Төҫө ҡара-һоро, күбеһенсә ҡара, шулай уҡ ап-аҡ ҡомташтар ҙа осрай".
Шулай уҡ 1850-1860 йылдарҙа Златоуст өйәҙе 2-се Әйле улысы башҡорттары ла ҡайраҡ таштар сығарған һәм эшкәрткән. Леуза таш сығарыу урындарын ваҡытында башҡорттар үҙләштерә башлаған булһа кәрәк. Әммә XIX быуат аҙағында был шөғөл әйле башҡорттарында яйлап һүнә барған. Ә 1860 йылдарҙа Леузаға (хәҙерге Ҡыйғы районы) күсенеп килгән урыҫтар таш сығарыуға башҡорттарҙан өйрәнгән.
Стәрлетамаҡ өйәҙендә шулай уҡ тирмән ташы сығарғандар. Мәҫәлән, XIX быуат аҙағында шул уҡ Мырҙаҡай (Сәйетбаба) ауылында бер йәйҙә 50-100 пар тирмән таштары сығарылған. Һаҡмар буйында йәшәгән башҡорттар (хәҙерге Йылайыр районы) слюдалы һәүерташтар менән кварцтың ҡушымтаһынан тирмән таштары эшләп, уларҙы казактарға һатыр булған. 1850-1870 йылдарҙа тирмән таштарын шулай уҡ хәҙерге Ишембай районына ҡараған Маҡар, Иҫәкәй, Ибрай, Һәргәй, Иҫкесәк, Ғүмәр ауылдары кешеләре лә сығарған. XIX быуат аҙағында - XX быуат башында Петровск улысына ҡараған ауылдарҙа (Иҫкесәк, Ғүмәр) иһә таш сығарыу туҡтаған.
Хәҙерге Ишембай районында тирмән ташы ер өҫтөндә осрай. Таштар төрлө төҫтә, күк таштар иһә иң шәбе тип һаналған. Ул ҡатыраҡ һәм унда кварц кристалдары күберәк осрай. Әммә төрлө төҫлө тирмән таштары ҡыйбатыраҡ торған.
Күбеһенсә ташты йәй көнө сығарғандар, ә ҡышын уны эшкәртеү менән мәшғүл булғандар. Башҡорттар ташты тимер бырауҙар менән эҙләгәндәр. Тапҡас, сүкеш менән ташҡа һуғып ҡарағандар. Әгәр ҙә тауыш асыҡ сыҡһа, таш һәйбәт була, тигәндәр, киреһенсә, тауыш тоноҡ булһа, таш насар. Ундай таш эшкәрткәндә ватылған. Тирмән ташын лом, элмәк, шына, бер ботҡа тиклемге ауырлыҡтағы сүкештәр ярҙамында ватып алғандар. Тишектәр барлыҡҡа килгәс, һыҙыҡ буйынса ағас һәм тимер шыналар ҡағып, өс-дүрт тирмән ташына етерлек ҙур ташты ватҡандар һәм шунда уҡ уны таҙартҡандар. Таштарҙы соҡорҙан бүрәнәләр буйлап сығарғандар. Бында ун-ун бишләгән кеше кәрәк булған. Таштарҙы шымартҡанда, уларҙы утта тотҡандар. Ут ташты йомшарта, тип уйлағандар. Таштарҙы аттар менән ауылға алып килгәндәр (ҡайһы бер ауылдарҙан таш сығарыу урындары арыу ғына йыраҡлыҡта булған. Мәҫәлән, Иҫәкәй ауылынан 10-15 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан). Унан эш ауылда дауам иткән. Таштарҙы циркуль буйынса бәләкәй генә сүкештәр менән тигеҙләгәндәр. Бер кеше 7-15 көн эсендә ауырлығына ҡарап бер тирмән ташын эшкәртә алған. Махсус оҫтаханалар, әлбиттә, булмаған. Ташты эшкәртеү ихатала башҡарылған. Был ауыр эш менән ирҙәр генә шөғөлләнгән. Кәрәк ваҡытта өмәгә күрше-күләнде йыйғандар. XIX быуат аҙағында Маҡар, Ибрай, Иҫәкәй ауылдары һөнәрселәре күп ваҡыт шул тирмән ташы сығарыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр, бесән ваҡытында ғына туҡтап торор булғандар.
Һуңыраҡ байҙар ярлыларҙы яллағандар. Ялсылар көнөнә 25-тән 35 тингә тиклем эш хаҡы алған. Мәҫәлән, XIX быуат аҙағында Иҫәкәй ауылында байҙар ярлыларға һәр ҡарыш таш өсөн 25-60 тин түләгән.
Әгәр ҙә 1850-1860 йылдарҙа таш сығарыусы үҙе баҙарға тауарын алып сыҡһа, XX быуат башында ауылдарҙа әҙер таштарҙы һатып алып, уларҙы баҙарға сығарыу менән генә шөғөлләнгән алыпһатарҙар ҡатламы үҫеп сыҡҡан. Улар үҙҙәренең ауылдаштарын яллап эшләткәндәр. Таш сығарыу урындары хужалары ҡайһы берҙә алыпһатарҙарға таштарҙы эшкәртелмәгән көйө лә һата башлаған. Тегеләре иһә таштарҙы ауылға алып ҡайтып, уларҙы өсөнсө кешеләргә эшкәртергә биргән. Мәҫәлән, Сәйетбаба ауылында тирмән ташы сығарыу менән шөғөлләнгән 12 йорттоң 11-е урында уҡ үҙҙәренең ауылдаштары - алыпһатарҙар Звездин менән Сафиуллинға һатҡандар. Тегеләре таш сығарыусыларға сеймалдың диаметрына ҡарап ҡарышына 30 тиндән алып 60 тингә тиклем түләгәндәр. Эшкәрткән өсөн ҡарышына 20 тин биргәндәр.
Маҡар ауылында таш сығарыусы алты йорт эшкәртмәйенсә ауылдаштары Солтангәрәй Ҡарамышевҡа һатҡандар. С. Ҡарамышев Ҡаҙан сауҙагәре Бәҙретдиновтың ышаныслы вәкиле булған. Шул уҡ хәл башҡа ауылдарҙа ла күҙәтелгән. Таш сығарыусылар, әлбиттә, алыпһатарҙарға тауарҙы арзанға бирергә мәжбүр булған. Сөнки яҡын-тирәлә ул таштарға мохтажлыҡ булмаған.
1860 йылдар башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә йылына 300-ҙән алып 400-гә тиклем тирмән ташы эшкәртелгән. Тауар, әйтеүебеҙсә, Табын ҡаласығында баҙарға сығарылған. Унан ул баржаларҙа Ҡаҙан, Түбәнге Новгород, Һамар, Һарытау, Әстерхан һәм башҡа ҡалаларға оҙатылған. 1850 йылдарҙа Сәйетбаба ҡайраҡтары ҡайһы бер дәүләт ҡорал заводтарына ла ебәрелгән булған.
1850 йылдар аҙағында Табында ҡара ҡайраҡтың бото 18-20 тин, һоро ҡайраҡтың бото - 12-15 тин, ҡара дүрт ҡырлы итеп яһалған таштарҙың йөҙө - 80 тин - 1 һум, һоролары - 50-70 тин торған. XIX быуаттың икенсе яртыһында таш тауарға хаҡтар төшөүгә барған. Әгәр ҙә 1864 йылда Сәйетбаба халҡы ҡайраҡтарҙың ботон 9 тин көмөш аҡса менән һатһа, XIX быуат аҙағында иһә - 5-6 тингә биреп ебәргән. 1860-1890 йылдарҙа тирмән таштарын сығарған ерҙәрҙә хаҡтар ике-өс һәм унан да күберәк тапҡырға төшкән. Ә алыпһатарҙар иһә ул тауарҙарҙы икенсе ҡалаларҙа һатыуҙан ҙур табыш алған.
Таш, әлбиттә, башҡа өйәҙҙәрҙә лә сығарылған, төҙөлөштә лә ҡулланылған. Ҡайһы бер һөнәрселәр ҡәбер таштары эшләү менән шөғөлләнгәндәр. Был шөғөл тураһында әҙәбиәттә материал осрамай тиерлек һәм ул шулай уҡ өйрәнелмәгән тиһәк тә була. Совет власы урынлашыуы, замандарҙың үҙгәреүе таш сығарыуҙың һүнеүенә, уның менән бәйле күп шөғөлдәрҙең юҡҡа сығыуына килтергән.

Шамил ИҪӘНҒОЛОВ, тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.17 | Ҡаралған: 866

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru