«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘ ТУРАҺЫНДА ҮҘЕБЕҘ
+  - 

"Өфөнән һөйөү менән!" - шулай тип атала яңы башҡорт фильмы. Лирик комедия апрелдән республика кинотеатрҙарында күрһәтелә башлаясаҡ. Нимә тураһында һуң был фильм? Ошо һорауға яуап эҙләп, фильмдың режиссеры Айнур АСҠАРОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Донъя, шулай уҡ Рәсәй кинематографияһында ниндәйҙер билдәле бер ҡала исеме менән бәйле фильмдар байтаҡ ҡына. "Өфөнән һөйөү менән!" фильмы Өфө тураһындамы?

- Һис шикһеҙ, Өфө тураһында ла. Өфө бит ул төрлө, ҡайһы саҡта ҡәтғи, уҫал, йәлләй белмәй, ҡайһы саҡта - мәрхәмәтле. Фильмда ҡала айырым бер персонаж кеүек. Беҙҙең геройҙар бөтәһе лә Өфөлә йәшәй һәм бөтөн ваҡиғалар Өфөлә бара. Шуға ла кино шулай тип атала. Өфө тураһында фильм төшөрөүҙең төп маҡсаттарының береһе - уны тотош Рәсәйгә танытыу. Унан һуң, баш ҡала булараҡ, Өфө беҙгә яҡын, беҙ уны яратабыҙ, уға ҡарап һоҡланабыҙ. Уға беренсе ҡараштан уҡ ғашиҡ булаһың һәм был тойғо һине бер ҡасан да ташламай.
Кино төшөрөү мәле Өфөлә киң масштаблы мәҙәни сараларға тура килде. Геройҙар Симфоник төн, Дизайн-Маркетта "ҡатнашты", шуға ла күп кеше кадрға эләкте. Шул уҡ Симфоник төнгә генә лә меңәрләгән тамашасы килгәйне. Шуға ла фильмда күптәр үҙен таныуы ла ихтимал, үтеп барыусы машиналар, урам буйлап йөрөүсе йәйәүлеләр, мәҙәни сарала ял итеүселәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән "кино геройҙары"на әүерелде. "Киноға кил һәм ҙур экрандарҙа үҙеңде тап!" - фильмдың бер слоганы юҡҡа ғына шулай яңғырамай.

Был - Һеҙ төшөргән һәм, ғөмүмән, башҡорт кинематографияһында һуңғы йылдарҙағы беренсе тулы метрлы фильм. Ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде?

- Ижадсы өсөн ҡыҫҡа метрлы һәм тулы метрлы фильм төшөрөү араһында айырма ул тиклем түгел, сөнки икеһе лә ижади ҡараш, тырышлыҡ, көс, ныҡышмалылыҡ талап итә. Шулай ҙа тулы метрлы фильмды төшөрөү ауырыраҡ. Ваҡыт арауығы менән иҫәпләгәндә, мәҫәлән, фильмды 70 көн буйы төшөрҙөк, уға тиклем 2-3 ай әҙерләндек, ярты йыл инде монтаж, ҡорау эштәре бара. Өфөлә генә 40 урында төшөрҙөк, шуға ла ваҡыт һуҙылып китте. Былтырғы йәй күптәргә эҫе һауа торошо менән хәтерҙәрендә уйылып ҡалһа, беҙ уны ҡыҙыу һәм ҡыҙыҡлы эш мәле итеп иҫләйбеҙ. Картинаның матди яғына килгәндә, ул Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлдө. Уның суммаһы 4,5 млн һум. Был тулы метрлы кино өсөн бик аҙ күләм, шулай ҙа бюджет бәләкәй тип, эшкә илке-һалҡы ҡараманыҡ. Киреһенсә, команда бөтөн тырышлыҡты һалып эшләне һәм ул ҡиммәтле фильм кеүек күренә.

Милли кинематографтың берҙән-бер етди проблемаһы ҡалды, ул да булһа, республика тамашасыһының урында төшөрөлгән фильмдарға ышанмауы, тиҙәр. Был дөрөҫмө?

- Бөгөнгө көндә сит илдән индерелгән аҙыҡ-түлекте урындағы продукция менән алыштырыу кәрәк, тип күп һөйләнелһә лә, фермерҙар етештергән продукция магазин кәштәләрендә юҡ тиерлек, сөнки эре сауҙа үҙәктәре уларҙы алмай. Кинола ла шулай уҡ. Кинотеатр - ул шул уҡ магазин, ул тамашасыларға фильм тәҡдим итә. Әммә улар үҙебеҙҙә төшөрөлгән фильмдарҙы прокатҡа алмай, был бөгөнгө көндә ҙур проблема. Беҙ сифатлы кино, әйтәйек, хатта шул уҡ "Форсаж"ды төшөрһәк тә, кинотеатрға эләгә алмаясаҡбыҙ, сөнки прокат эшмәкәрлеге беҙгә буйһонмай. Республика кинотеатрҙарының расписаниеһын Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург төҙөй, ә улар иһә Голливуд фильмдарына өҫтөнлөк бирә. Урындағы кинотеатрҙар беҙҙең киноны алырға теләһә лә, ала алмаясаҡ, сөнки прокат Голливуд фильмдары менән тулған. Икенсенән, тамашасы ла әлегә милли киноларға ышанмай. Башҡорт киноһы тураһында ғына һүҙ бармай бында, Рәсәйҙә төшөрөлгән һәр кино насар тигән фекерҙә күптәр. Был ҡараш менән дә яйлап көрәшергә, күберәк тамашасыларҙы милли кино менән таныштырырға кәрәк. Яйлап был хәлдән сығырбыҙ, тием, һәм тамашасылар урында төшөрөлгән яңы картиналарҙы һағынып көтөп ала башлар. Был фильмдың яҙмышына килгәндә, Өфөнөң 5 кинотеатрында ул 13 апрелдән күрһәтелә башлай, шулай уҡ республиканың 3-4 ҙур кинотеатрында, шулай уҡ район үҙәктәрендә урынлашҡан һәм кино күрһәтеү ҡоролмалары булған мәҙәниәт һарайҙарында уны ҡарау мөмкинлеге булыр, моғайын. Тиҙҙән Ҡаҙанға "Яңы кино" форумына барасаҡбыҙ, бәлки, күрше республикала ла уны прокатҡа сығарып булыр, әлегә Татарстандың бер кинотеатры менән килешеү бар.

Шулай итеп...
Башҡорт киноһының яҙмышы - һеҙҙең ҡулығыҙҙа, тип өндәшәбеҙ тағы бер тапҡыр тамашасыларға. Башҡорт кинематографияһы юҡ ул, тип өйҙә ултырғансы, бер тапҡыр барып ҡарау яҡшыраҡ икәнен үҙегеҙ ҙә аңлап тораһығыҙҙыр. Сөнки "Өфөнән һөйөү менән!" фильмы ул Өфө генә түгел, һеҙҙең һәм беҙҙең турала ла!

Ләйсән НАФИҠОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.17 | Ҡаралған: 1045

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru