«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҺЫНАН КЕМ БАШ ТАРТА?
+  - 

Өфө ҡала округы хакимиәтенең Опека һәм попечителлек идаралығы эшмәкәрлеге йыл һайын тиерлек Рәсәй кимәлендә юғары баһаларға лайыҡ була, уның тәжрибәһе Рәсәй кимәлендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү алымы Рәсәй ҡалалары союзының иң яҡшы муниципаль тәжрибәләре исемлегенә индерелгән. Был - ойошманың етемлекте булдырмау буйынса маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле эш алып барыу һөҙөмтәһе. Былтыр ҙа баш ҡала илдең төрлө төбәгенән 176 ҡала ҡатнашҡан "Балалар ҡалаһы - ғаиләләр ҡалаһы" конкурсында беренсе урын яуланы. Конкурс шарттары буйынса, ҡатнашыусылар ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләрҙе иртә асыҡлау, һәр ғаиләгә шәхси ярҙам маршруты эшләү, ғаиләләрҙең эске ҡеүәтен асыу, ата-әсәләрҙә әүҙем тормош позицияһы булдырыу буйынса саралар планын тәҡдим итә. Тимәк, Өфөлә лә бындай саралар даими үткәрелә. Ошо ҡыҙыҡһыныуыбыҙ идаралыҡ начальнигы Татьяна КВАСНИКОВАға алып килде.

Бөгөн социаль етемлек республика өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн көн үҙәгендә торған проблемаларҙың береһелер, моғайын. Бының, әлбиттә, төрлө сәбәптәре бар, ләкин сәбәптәрҙе эҙләмәйенсә, ошо күренеште булдырмау өсөн ниндәй эшмәкәрлек алып барылыуы менән таныштырһағыҙ ине.
- Беҙҙең идаралыҡ эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше - ул етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу. Ун йыллыҡ эш дәүерендә баш ҡалала 6 мең самаһы бала ғаилә йылыһын тапты. Әммә иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ - балалар йортондағы балалар һанының ике тапҡырҙан күберәккә кәмеүе һәм ике Балалар йорто, бер Сабыйҙар йортоноң филиалы ябылыуы. Ә инде 2013 йылдан баш ҡалала ғаиләлә имен булмаған хәл-торошто, социаль етемлекте, яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү, баланы үҙ ғаиләһендә ҡалдырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барған берҙәм система барлыҡҡа килде. Уны беҙҙең идаралыҡ көйләй. Шул уҡ йылда ҡала хакимиәте һәм Социаль етемлекте иҫкәртеү хәйриә фонды менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Бөгөн иһә баш ҡалала балаларҙың хоҡуҡтарын һәм уларҙың ҡануниәт буйынса нығытылған ихтыяжын яҡлау буйынса дүрт социаль-психологик үҙәк ("Ғаилә", "Торнаҡай", "Саторис", "Үҫеш"), балиғ булмағандар өсөн социаль приюттар, балалар йорттары һәм сабыйҙар йорто, ҡала райондарының һәр береһендә опека һәм попечителлек бүлектәре эшләй.

Бөгөн опека органдарында нисә бала иҫәптә тора һәм уларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?

- Йыл аҙағындағы, йәғни 31 декабрҙәге мәғлүмәттәргә ярашлы, иҫәптә 2165 бала тора. Уларҙың күпселеге - 87 проценты уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алынған, икенсе ғаиләлә йәшәй йәки опекунлыҡта. Балалар йорттарында, приюттарҙа 203 бала иҫәпләнһә, уҡыу йорттарында уҡыусылар - 93. Уларҙың һәр береһен ғаиләләргә урынлаштырыу өсөн йәмәғәтселектең иғтибарын ошо проблемаға йүнәлтергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, бер нисә бала тәрбиәләгән, бында мотлаҡ үҙ балалары түгел, тәрбиәгә, опекунлыҡҡа алынған балалы ғаиләләр миҫалында ғаилә ҡиммәттәрен алға әйҙәгән мәғлүмәт-реклама кампаниялары үткәрәбеҙ. Эшмәкәрлегебеҙҙең һөҙөмтәләре бар тип әйтә алам, сөнки былтыр ғына Өфөлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 430 бала ғаилә йылыһын тапты, уларҙың 153-ө уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алынһа, ҡалғандары опекунлыҡҡа бирелде.

Халҡы миллиондан ашҡан ҡалала яңы тыуған балаларынан баш тартыусылар күпме һәм нисбәт буйынса ҡарағанда был күренеш кәмеүгә табан барамы, әллә, киреһенсә, артамы?

- Былтыр Өфөлә шундай 39 осраҡ теркәлде. Ләкин табиптар, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре алып барған һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә уларҙың 26-һы тәүге уйынан кире дүнде, ә бына 13-өн был ҡылығының дөрөҫ булмауына ышандырып булманы. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, был барыбер насар түгел. Сөнки 2013 йылда Өфөлә 85 ҡатын-ҡыҙ балаһынан баш тартыу тураһында белдереп, белгестәрҙең ҡатнашлығынан һуң 23 ҡатын-ҡыҙ кире уйланы һәм балаһын үҙендә ҡалдырҙы. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан "Өфө ҡалаһында яңы тыуған балаларынан баш тартҡан ҡатындарҙың социаль-демографик портреты" төҙөлгән. Улар репродуктив (18-ҙән алып 40 йәшкә тиклемге) йәштәге, даими партнеры булмаған йәки гражданлыҡ никахы менән йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ. Йыш ҡына никахтағы ҡатындарҙың балаларынан баш тартыу сәбәбе булып башҡа ирҙәрҙән ауырға ҡалыуы тора. Һәм әгәр ҙә ҡатын үҙенең законлы ире менән артабан йәшәргә уйлаһа, тыуасаҡ бала, улар фекеренсә, ҡылынған хыянатты һәр саҡ иҫкә төшөрәсәк. Был осраҡта ҡатындарҙы кире дүндереүе бик ауыр.
Социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса күп ҡатындар ауыр матди хәлдә йәшәй, уларҙың торлаҡтары юҡ, аҡсалата бурыстары бар, төбәктә йәки Өфөлә теркәлмәгәндәр. Шул уҡ ваҡытта күпселек ҡатындар өсөн ярлылыҡ баланан баш тартыуға төп сәбәп булып тормай.
Тағы ла ҡатындарҙың беренсе һәм артабанғы балалар табыу араһындағы йәше һәм уның белем кимәле бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән: юғары белемлеләр аҙыраҡ бала таба, үҙ сабыйҙарынан баш тартыусыларҙың белем кимәле күпкә түбәнерәк. Мәшғүллек йәки эш урыны буйынса ҡарағанда, был портретҡа эләгеүселәрҙең күпселеге эшләмәй (56 проценты), 6 проценты уҡып йөрөй. Йәғни улар кемдеңдер ҡарамағында, тәрбиәһендә йәшәй. Эшләп йөрөүселәрҙең күбеһе эшкә рәсми урынлашмаған, тимәк, баланы ҡарау буйынса түләүле ял да ала алмай.
Күп балалы ғаиләләрҙә баланан баш тартыу осраҡтары юҡ, ундай әсәләр ғаиләләге балалар һанына әһәмиәт бирмәй.

Балаһынан баш тартҡандан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙың сабыйҙарын кире алырға килгән осраҡтары бармы?

- Әлбиттә, бар, "абынмаҫ ат булмаҫ, яңылышмаҫ кеше булмаҫ" тигән мәҡәлдәге һымаҡ, һуңғы сиктә тәүбәләренә килеп, әсәлек тойғолары уянып, балалары артынан киләләр. Шулай Өфө ҡалаһында 2014 йылда 9 әсә ҡалдырып киткән балаһын кире килеп алһа, 2015 йылда - 6, 2016 йылда 3 осраҡ теркәлде.

Балаларынан баш тартҡан ҡатын-ҡыҙ өсөн ниндәйҙер яза ҡаралғанмы, әллә улар артабан да һин дә мин йәшәй бирәме?

- Ата-әсә хоҡуҡтарынан һәм бурыстарынан баш тартыу ябай ғына ғәмәл түгел. Әгәр ҙә атайлыҡ һәм әсәйлек рәсмиләштерелгән булһа, улар баланы тәрбиәләргә һәм ҡарап үҫтерергә тейеш. Улар ошо бурыстарынан баш тартҡанда, баланы ҡарап үҫтереү мөмкинлеге ҡалдырылып, ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителә (Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 69-сы статьяһы, 71-статьяһының 2-се пункты). Йәғни бер сәбәпһеҙ балаһын бала табыу йортонан, тәрбиә биреү учреждениеһынан һәм башҡа шундай ойошмаларҙан алмау ата-әсә бурыстарын туҡтатыу түгел, ә ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителеү, тигәнде аңлата (Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 69-сы статьяһы). Ә инде бурыстарын тейешле үтәмәүсе ата-әсәләрҙе Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 1-се бүлек 5.35 статьяһына ярашлы яуапҡа тарттырыу ҡаралған.
Үкенескә күрә, йәмғиәттә закон боҙоусылар, йәмғиәт ҡанундарына ҡаршы йәшәү рәүеше алып барыусылар, шулай уҡ ауыр тормош һынауҙары алдында тороп ҡалыусылар бар. Уларҙың балиғ булмаған балалары бар икән, әлбиттә, бындай ғаиләләр менән эшләйбеҙ, ғаиләләргә төрлө, шул иҫәптән хоҡуҡи һәм психологик ярҙам күрһәтәбеҙ. Бик йыш имен булмаған ғаиләләр - ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы арттырыусылар. Илдә 90 процент етемдең ата-әсәһе бар. Шуға күрә беҙ үҙ эшмәкәрлегебеҙҙә балаларҙы үҙ ғаиләһенә ҡайтарырға, һәр балаға "Әсәй" тип әйтеү бәхетен бүләк итергә тырышабыҙ.

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.17 | Ҡаралған: 1077

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru