«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХЫН БЕЛГӘНДӘР КӨС МЕНӘН ТҮГЕЛ, ҒИЛЕМЕ МЕНӘН БАШҠАЛАРҘЫ ЙЫҒА
+  - 

Башҡорттоң Табын ҡәбиләһе вәкилдәре бөгөн Учалы районының көньяғынан башлап, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Ауырғазы, Салауат, Дәүләкән, Балтас, Тәтешле, Яңауыл райондарында, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында йәшәй. Табындарҙың ағасы - ҡарағас, ҡошо - ҡарағош, ораны - Салауат, тамғаһы тип һепертке иҫәпләнә. Быйыл Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата төрлө саралар ойошторола башланы һәм ошо уңайҙан ҡасандыр гөрләп күтәрелеп, бөгөн туҡталып ҡалған ырыуҙар хәрәкәте йыйындарын ҡабат уҙғарыуға тап Табын ҡәбиләһе башҡорттары юл асты. Бөгөн табындарҙың ҡор башы Нияз СӘЛИМОВ һәм яҙыусы, тарихсы Спартак ИЛЬЯСОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында арҙаҡлы ил ағаһы Булат Рафиҡов ырыуҙар хәрәкәтен башлап ебәреп, был сара ул заманда милли рух күтәрелеше булғайны. Ләкин хәрәкәт артабан тулҡын рәүешендә килде: бер күтәрелде, бер тынды һәм бына тағы ла ырыуҙар хәрәкәтенең осҡоно баҙлай башланы. Был ихтыяж бөгөн нилектән килеп тыуҙы?

Нияз СӘЛИМОВ Н. Сәлимов:
Ысынлап та, хәрәкәт башында абруйлы яҙыусыбыҙ, аҡыл эйәһе булараҡ, милли асылыбыҙға бары тик ырыуҙар хәрәкәтен йәйелдереп кенә ҡайта алыуыбыҙҙы тәрән аңлаған шәхес Булат Рафиҡов тора һәм был хаҡта беҙ оноторға тейеш түгел. Шанлы 90-сы йылдарҙа ул "Ағиҙел" журналында баш мөхәррир булып эшләй ине, редакцияға төрлө ырыу вәкилдәрен, зыялыларын йыйып алды. Шунда барыбыҙға ла ни өсөн ырыуҙар хәрәкәтен йәнләндерергә кәрәк икәнен төшөндөрҙө. Был эш, минеңсә, ул осор өсөн иң һөҙөмтәле ысул булды. Башҡорт халҡы - ул төрлө ҡәбилә һәм ырыуҙар ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән тәрән тамырлы этнос. Халҡыбыҙҙың бай тарихын төплөрәк белеү өсөн һәр ҡәбилә-ырыуҙың тамырҙарын барларға тейешбеҙ. Үткәнен белмәгән милләттең киләсәге юҡ, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Совет осоронда үҙ тарихыбыҙҙы өйрәнеүҙән мәхрүм иттеләр түгелме ни? Боронғо Рим, Греция һәм башҡа әллә күпме дәүләттәрҙең тарихын өйрәндек, ә үҙебеҙҙекен белмәй йәшәнек. Был хәл менән артабан килешеү мөмкин түгел ине. Ниһайәт, быуа йырылды - Башҡортостанда ырыуҙар хәрәкәте тыуҙы.
Спартак ИЛЬЯСОВ С. Ильясов: Ул ваҡытта совхоз директоры булып эшләй инем. Районда әүҙем милләттәштәрҙән тупланып, бер ҡорға төйнәлеп йөрөгөн ир-егеттәр бар ине инде. Иң әүәл шуларҙы йыйып алдым һәм, башҡалар туплана, беҙгә лә тик ятырға ярамай, тип, ойоштороу комитеты булдырҙыҡ. Һуңынан инде райондың Әүеш күл буйына бөтөн район вәкилдәрен йыйырға ҡарар иттек. Учалы районы Башҡортостанда 100 проценты менән табындар йәшәгән үҙенсәлекле берҙән-бер район. Шуғалыр ҙа, хакимиәткә ошо хаҡта белдергәс, улар беҙгә ҡаршы килә алманы һәм Әүеш күле буйында йыйын ойошторҙоҡ. Хатта Силәбе өлкәһенең Уй, Сыбаркүл райондарынан казактар килде. Улар: "Беҙ һеҙҙең менән!" - тине. Шунда мин халыҡтарҙың ниндәйҙер ҡоршауҙан сығып, үҙаллы булыуына ныҡлы инандым.

Тормош раҫлауынса, эште системалы алып барғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Ырыуҙар хәрәкәте даими эшләүсе хәрәкәт булһын өсөн ул ниндәй системаға һалынырға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Н. Сәлимов:
Тарихты беҙ үҙебеҙ яҙабыҙ. Ҙур шәхесме ул, бәләкәйме, урындағымы, энтузиастмы - илен, телен, ерен һөйә, халҡының проблемаларына битараф түгел икән, ул эшләйәсәк. Йыйындарҙа үҙебеҙҙең көстәребеҙҙе барлайбыҙ, йәштәребеҙҙә, балаларыбыҙҙа ата-бабаларыбыҙҙың данлы тарихына һөйөү тәрбиәләйбеҙ, шәжәрәләрҙе, тамырҙарҙы өйрәнеүгә этәргес, халҡыбыҙҙың рухиәтен, милли үҙаңын үҫтереүгә икенсе һулыш бирәбеҙ. Был йәһәттән, әлбиттә, система булырға тейешлеге менән тулыһынса килешәм. Табын ҡәбиләһенең йыйынын ойошторғанда шундай идея килде: ырыуҙар эстафетаһы вымпелын булдырырға һәм уны артабан тапшырырға. Әлбиттә, был эште Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты башланғысында алып барыу фарыз. Маҡсатҡа өлгәштек, тип уйлайым: Ҡоролтай етәкселеге менән һөйләшеп, килешеп, тәҡдим хуплау тапҡас, эстафетаны юрматыларға тапшырҙыҡ.
Ҡоролтайҙың Башҡарма комитетына Ырыуҙар советын йәки Ырыу башлыҡтары ҡорон төҙөү тураһында ла фекеребеҙҙе еткерҙек, сайттарында ырыуҙар хәрәкәте хаҡында бүлек булдырырға тигән тәҡдим дә булды. Шул саҡта ғына эш даими нигеҙҙә алып барыласаҡ. Юҡһа, ниндәйҙер юбилей алдынан күтәрелеп алабыҙ ҙа, һуңынан икенсе юбилей сараһы еткәнсе онотабыҙ. Беҙҙең өсөн һәр йыл, һәр ай, һәр көн ҡәҙерле, сөнки халҡыбыҙҙың, туған телебеҙҙең яҙмышы хәл ителә. Шуны оноторға тейеш түгелбеҙ: ЮНЕСКО документтарында башҡорт теле хәүеф аҫтында ҡалған телдәр рәтендә тора, 2020 йылда сираттағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы үтәсәк. Бына ни өсөн беҙгә бөгөн айырыуса төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли асылына иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Беҙ уларҙың, башҡорт булып та татар булып йөрөргә мәжбүр ителгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең, тауышын ишетергә тейеш.

Бөгөн йәмәғәт ойошмалары шул тиклем күп, күҙәтеп йөрөһәң, уларҙың барыһында ла бер үк кешеләр...

Н. Сәлимов:
Быны мин насар күренеш тип уйламайым, ойошмалар күп булһын, бер маҡсатҡа эшләһендәр, тарҡаулыҡ булмаһын. Ә инде бер үк кешеләргә килгәндә, был, ысынлап та, проблема, "штатлы" кешеләр туйҙырҙы. Табындарҙың IV йыйынын үткәреү концепцияһын әҙерләгәндә, урындағы ойоштороу комитеттарына, район йыйындарына бәләкәй ауылдарҙан да делегаттар мотлаҡ һайланһын, тигән үтенесебеҙҙе еткерҙек. Юғиһә, әле күп ойошмаларҙа бер үк кешеләр: ҡоролтай рәйестәре лә улар, делегат та, депутат та һ.б. Беҙгә йәмәғәт эшенә беренсе сиратта йәштәрҙе ылыҡтырырға, уларҙы үҫтерергә кәрәк

Табындар йыйынынан һуң күп кешенән: "Бына, исмаһам, Спартак ағай сығыш яһаны!" - тигән һоҡланыулы фекерҙәр ишетелде. Фекерҙәрегеҙҙе гәзит уҡыусылар менән дә бүлешһәгеҙ ине.

С. Ильясов:
Минең фекерем тарихсылар яҙып ҡалдырған стереотип менән тап килмәй, тарихи мәғлүмәттәрҙе мин бала саҡтан алып беҙҙең көнгә тиклем халыҡтың телдән-телгә тапшырылған тарихын һаҡлаусыларҙан, улар үҙҙәре тере саҡта йыйып, ишетеп ҡалған хәл-ваҡиғалар, хәтирәләр нигеҙендә туплағанмын. Мин, Рычков шулай тип яҙған, Нефедов былай тигән, Карамзин тегеләй күрһәткән, бургомистр тегендә йөрөп сыҡҡан, тигән кеүек сит милләттәрҙең яҙған тарихына нигеҙләнмәйем тиерлек. Ә беҙҙең тарихсылар милли тарихҡа урыҫ нимә әйтә, шуны шылдырып керетеп ултыртып ҡуйғандар ҙа, бөгөн берәй тарихи әйбер яҙһаң, ә сығанағың бармы, тип һорайҙар. Мин уларҙың үҙҙәренә һорау ҡуям: Карамзиндың 20 йыл яҙған тарихының сығанағы ҡайҙа? 10 йыл яҙған да, уның яҙғанын юҡҡа сығарғандар, сөнки ул дәүләт алып барған сәйәсәткә тура килмәгән. Ҡабат яҙҙырғандар - тағы ла 9 йыл яҙған. Шул тарихты бөгөн "История государства Российского", тип йөрөтәләр. Әммә хәҙер барлыҡ аҡ таптар өҫкә сыға, сөнки ысынбарлыҡ асыҡлана, сәйәсәт һәм рухиәт өлкәһендә башҡа халыҡтар менән бәйләнешкә инеүебеҙ һөҙөмтәһендә фекеребеҙ ҙә, офоҡтарыбыҙ ҙа киңәйә. Ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар, башҡа төрки халыҡтары менән бәйләнеш бар һәм күҙҙәребеҙ байтаҡҡа асылды. Элек был юлдар ябыҡ булды, архивтарға ла индермәйҙәр ине.
Мин ҡурҡмайынса шуны белдерәм: беҙгә милли тарихтың байтаҡ өлөшөн яңынан яҙырға кәрәк. Бына, мәҫәлән, бик ҙур иттереп, күккә күтәреп сөйөп Дмитрий Донскойҙы ҙурлайҙар. Ә ул Туҡтамыш хандың атлылары ярҙамы менән еңеүгә өлгәшә һәм шул нигеҙҙә икенсе халыҡ тарихында ҙур дан ҡаҙана. Әммә икенсе йыл уҡ Мәскәүҙе ҡалдырып, ғаиләһен алып ситкә ҡаса. Был тарихҡа билдәле факт һәм ҡайҙа ул данлы Тын (Дон) буйындағы батыр? Йәки бына тарихта төҙәтелергә тейешле тағы бер факт. Ермакты Себерҙе асыусы, тиҙәр. Себер (Ибер) бер ваҡытта ла асыуға мохтаж булмаған. Иберҙә дәүләттәр, ханлыҡтар, ҡағанлыҡтар меңәр йыл йәшәгән. Ә уны беҙгә Себерҙе асҡан кеше тип күрһәтәләр. Шуны уҡыйбыҙ һәм ул ғына ла түгел, уға бер 4 йыл элек Свердловск өлкәһе кешеләре урыҫса булһын, ҡыҫҡа булһын, матур булһын, тип, Оленин тигән фамилия бирҙеләр. Атаһына ла Тимофей исеме биргәндәр. Ермак - ул Йәрмәк, Йәрмөхәмәт, Йәркә, ҡараит (меркет) ырыуы вәкиле. Иберҙә Мөхәммәт Тайбуға хан менән Шайбан хан араһында ҙур көрәштәр, һуғыштар бара. Сөнки Мөхәммәт Тайбуғаның вариҫтары Волга яғына барып, несториан йүнәлешендәге христианлыҡ динен ҡабул итеп ҡайта, ә шайбандар - Ислам тәғлимәтен ҡабул итеп алған кешеләр. Шул нигеҙҙә Мөхәммәт Тайбуғаның кешеләрен Иберҙән ҡыуалар. Улар Тубылдың (Тобол) башына етеп, унан Яйыҡҡа күсәләр, Яйыҡ буйлап барып, Ырымбур өлкәһенең хәҙерге Переволоцкий районында Һамар йылғаһына кәмәләрен һөйрәп килтерәләр, Һамарҙан - Волгаға, Волганан Сулманға (Кама) төшөп, Каманан өҫкә күтәрелеп, Строгановтар тигән уғыр ерҙәренә барып эләгеп, Алтынай (Серебрянка) тигән йылғанан Тураға төшөп, Тура буйлап кире үҙҙәренең ерҙәренә ҡайталар. Урыҫ тарихында был ерҙәр Иҫке Ер (Искер) тип атала бөгөн ул Тобольск ҡалаһы.
Тарихсылар тағы бер нәмәне белмәй: Табын ҡәбиләһенең төп атрибуты Сыңға. Уның мәғәнәһе - бергә тотоу, бәлки, табын исеме лә шунан сыҡҡандыр - бергә, бер ҡор, бер табын булып ултырыу. Төптәнерәк уйлап ҡараһаҡ, бөгөнгө Төмәндең - Төмән ҡағандың баш ҡалаһының боронғо исеме Сыңға-Тура. Һәм барлыҡ хандарҙың исеме Тура исемен йөрөтә. Быларҙы нимә өсөн ентекләп һөйләнем, сөнки ошо тарих Табын ҡәбиләһенә һәм ҡағанатына ҡағыла. Әммә тарихсылар һаман да элекке стереотиптан арына алмай, рустар яҙып ҡалдырғанға ышана, ә үҙең белгәнеңде һөйләһәң, ул инде ҙур шик тыуҙыра, көлөмһөрәп ҡарайҙар. Әммә киләсәктә һөйләйәсәктәрем күп әле.

Табын ҡәбиләһенең йыйынында тетрәндергән, күңелгә үтеп ингән, күҙҙән йәштәр сығарған ниндәй мәл күҙ алдығыҙҙа тора?

Н. Сәлимов:
Тәтешле районы делегаты Бәхтегәрәй Арманшиндың сығышы йыйындың кульминацияһы булды тиер инем. Ул башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләне. Бәхтигәрәй Сәлимгәрәй улы әйтеүенсә, күренекле мәғрифәтселәр аталы-уллы Ғәли Соҡорой һәм Ғарифулла Кейеков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев, уның бер туған һеңлеһе, мәшһүр актриса Зинира Атнабаева, Татарстандың халыҡ артистары Салауат Фәтхетдинов менән Хәниә Фәрхи ҙә - барыһы ла Табын башҡорттары. "Татарстанға барһаҡ, беҙҙе башҡорт тиҙәр. Өфөгә килһәк, татар тиҙәр. Ҡасанға тиклем беҙҙе ошолай ике арала йөрөтрҙәр икән?" - тип әсенеп һөйләне ул. Сығышы аҙағында: "Беҙ - Табын башҡорттары!" - тип асыҡтан-асыҡ белдергән Б. Арманшинды бөтөн халыҡ аяғөҫтө баҫып алҡышланы. Уның һәм Ғәли Соҡоройҙоң 700 кешелек шәжәрәһен бәйән иткән Венер Ғилимшиндың сығыштары йыйын делегаттарына һәм ҡунаҡтарына бик көслө тәьҫир итте, тарихи асылыбыҙҙы ап-асыҡ күрһәтте. Йыйындың төп маҡсаттарының береһе тап ошо ине.
С. Ильясов: Бында мин тағы бер миҫал килтерер инем. Батша заманында уҡ башҡортто айырыу, араһына шына ҡағыу сәйәсәте алып барылған, бының өсөн төрлө юлдар эҙләнгән. Шуларҙың береһе - ҙур яһаҡ һалыу, ерҙәрен талап алыу. 1736 йылдың 11 февралендәге ҡарар менән булған 12-13 яһаҡҡа өҫтәп, тағы ла 20 яһаҡ индергәндәр. Шунда тәүге пунктта уҡ "бунтовщичьи земли отбирать" тип яҙылған. Бунтовщичье - халыҡ бөгөн типтәр тип атаған ҡатлам. Уларҙың араһынан беҙҙең тирәнән 1682-1686 йылдарҙағы һуғыштар (Һары Мәргән, Көсөк батыр), 1730 йылдарҙағы ихтилалдар етәкселәре, тарихҡа инмәгән, әммә яҙа-йоҙа ғына телгә алынған Йосоп батыр Арыҡов, Аҡҡужа батыр Ҡоломбәтов, Юлдаш мулла Һөйәрембәтов, көрәш тәғлимәтсеһе-идеолог Бәпәнә абыҙ Төрөпбирҙин була. Былар тураһында тарихта мәғлүмәттәр юҡ кимәлендә. Шул баш күтәреүҙәрҙән һуң башҡорт халҡының ерҙәрен тартып алалар ҙа, уларҙы ерһеҙ ҡалдырып, дәүләт крепостнойы итәләр. Уларҙы көсләп суҡындырырға теләһәләр ҙә, суҡынмайҙар, "Тип тәрене!" - тип, тәрене тибәләр. Шунан килеп сыҡҡан ул типтәр тигән атама. Типтәр ҡарттарының: "Батша беҙҙең ерҙәрҙе тартып алды ла, 1917 йылда кире ҡайтарҙылар, коллективлаштырыу йылдарында ҡабат тартып алдылар", - тип һөйләгәне бар. Беҙ әлегә ҡәҙәре ерһеҙбеҙ, ти Ураҙ һәм башҡа ауылдарҙың ололары. Дөрөҫ әйтәләр. Беҙ уларҙы типтәр тибеҙ, ә улар хатта телдәрен үҙгәртергә мәжбүр булған башҡорттар. Типтәрҙәрҙе ситкә типмәҫкә кәрәк, улар барыһы ла беҙҙең халыҡ. Араларында рухлы егет-ҡыҙҙар туп-тулы, иншаллаһ.

I Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында уҡ ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе Башҡортостанға ҡайтарыу программаһын эшләү мәсьәләһе күтәрелгәйне, әммә ул һүҙ генә булып ҡалды... Бәлки, ырыуҙар хәрәкәте ошо онотолған эште ҡабат тергеҙер?

Н. Сәлимов:
Ысынлап та, был - ҙур проблема. Сит тарафтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең бер өлөшө уҙған быуат аҙаҡтарында Башҡортостанға ҡайтты ҡайтыуын, әммә уларҙы бөтмәҫ ҡаршылыҡтар ҡаршы алды. Аптырағас, кемдәрҙер ҡабат йәшәгән төйәгенә кире китергә мәжбүр булды. Был мәсьәләне нисек хәл итергә һуң? Минеңсә, ырыу ойошмалары урындағы ҡоролтайҙар, ағинәйҙәр ҡоро менән берлектә һәр районда, һәр ауылда буш торған йорттарҙың исемлеген төҙөп, уларҙың хужаларын табырға тейеш. Тыуып үҫкән еренә ҡайтырға теләгән кешеләргә, шул-шул ауылда буш өй бар, хужаһы шул, шунса хаҡ һорай, телефон номеры ошо, тип хәбәр итергә генә ҡала. Райондарҙағы барлыҡ ижтимағи ойошмалар - бәйләнеш булдыра торған звено. Әгәр бөгөн ошо йүнәлештә аныҡ эшкә тотонмайбыҙ икән, 10-20 йылдан һуң да бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаясаҡ. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ сит тарафтарҙа мәрхүм булып ҡаласаҡ. Ә бит ололарҙың, тыуған яғына ҡайтып, ғәзиз тупрағына ятҡыһы килә. Был - бер. Икенсенән, уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтыр, милләтебеҙгә иш янына ҡуш булыр, мәктәптәребеҙҙә уҡыусылар һаны ла бермә-бер артыр ине.
С. Ильясов: Бөтөн нәмәне кеше эшләй. Әммә беҙ дәүләттә йәшәйбеҙ һәм дәүләт, власть вертикале структураһындағы етәкселәр шул рухта булмаһа, халыҡ өсөн янмаһа, халыҡ мәнфәғәтендә эшләмәһә, барлыҡ изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуы йә мөмкин түгел, йә бик ауыр буласаҡ.
Өҫтәүенә, һуңғы ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ябалар имеш, тигән борсоулы хәбәрҙәр йыш ишетелә. Шулай була ҡалһа, был халыҡ үҙенең тарихын бөтөнләй белмәһен өсөн алып барылған сәйәсәт буласаҡ. Тағы нимә әйтергә теләйем: урындағы етәкселәр башҡорт милләтенән һайланырға тейеш, сөнки беҙ Башҡортостан Республикаһында йәшәйбеҙ, Рәсәйҙә лайыҡлы урын алып торабыҙ. Рәсәй Федерацияһына беҙ, башҡорттар, нигеҙ һалғанбыҙ.

Ҡабаттан йыйынға урап ҡайтһаҡ, унда башҡа йылдарҙан айырмалы, ниндәй үҙенсәлектәр булды, ниндәй башланғысҡа нигеҙ һалынды?

Н. Сәлимов:
Беренсе тапҡыр "Табын ҡәбиләһенең арҙаҡлы шәхесе" тигән исем булдырып, уны дүрт кешегә тапшырҙыҡ. Был исемгә быйыл үҙенең 75 йәшен тултырған яҙыусы, тарихсы Спартак Ильясов, 2011 йылда Красноусол шифаханаһы биләмәһендә Табын ҡәбиләһе башлығы Күрпәс бейгә стела эшләтеүҙә финанс ярҙамы күрһәткән "Иммунопрепарат" производство берекмәһенең элекке генераль директоры Мөхәммәт Алсынбаев, Ҡырмыҫҡалы районында бер йылда дүрт һәйкәл - генерал Шайморатовҡа (Шайморатов ауылы), Фәрит Иҫәнғоловҡа (Иҫке Бәпес), Ҡәнзәфәр Усаевҡа (Боҙаяҙ) һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға комплекс ҡуйыуға өлгәшкән хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, ғүмер буйы йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусы, мәғрифәтсе, Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, дин әһеле Ғиндулла Шәйәхмәтов лайыҡ булды.
БАССР-ҙың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа тыуған яғында яҡташтары һәйкәл ҡуйырға ниәт иткән. Уларға афарин тип әйтергә генә ҡала - бына кемдәрҙән үрнәк алырға кәрәк! Ҡор эше барышында ошо маҡсатта аҡса йыйыу ойошторолдо. Был үҙе үк - аныҡ эш күрһәткесе.
Быйыл Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты 100 шәхес исемен асыҡлаһа, беҙ уны һан менән сикләмәҫкә булдыҡ. Ошо ҡорҙа "Табын ҡәбиләһенең арҙаҡлы шәхестәре" тигән акцияға старт бирҙек. Үҙ районының билдәле шәхестәрен асыҡлау буйынса эҙләнеү эше алып барыу тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн генә түгел, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн дә ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла буласаҡ. Алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар, мәктәп директорҙары ошоға баҫым яһап, был эшкә тиҙ арала ҡушылыр, тип өмөтләнәм. Исемлеккә индерелергә лайыҡлы тип табылған кешеләрҙе абруйлы комиссия аныҡ критерийҙар буйынса һайлап аласаҡ. Аҙаҡ иһә "Табындарҙың арҙаҡлы шәхестәре" исемле брошюра нәшер итеү күҙҙә тотола.
С. Ильясов: Һәйкәлдәр һәм шәхестәр тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтеп китәйем. Шакирйән Мөхәмәтйәновты башҡаларға эйәреп һаман Александр Матросов тип атайбыҙ. Был тарихты арҙаҡлы журналисыбыҙ Рәүеф Насиров та аңлатып, эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһен китап итеп яҙып сыҡты бит инде. Бына әле учалылар йыйынға Шакирйәндең шәжәрәһен алып килде. Мин бар халыҡ алдында ошо турала матур итеп һөйләнем. Тағы шундай тәҡдим индерҙем - Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә башҡорт милли-азатлыҡ көрәшенең етәкселәренә һәм башҡа батырҙарға бағышлап, ике яғынан "Батырҙар аллеяһы" эшләргә. Бына был бик ҙур эш булыр ине.
Н. Сәлимов: Шуны ла өҫтәргә кәрәк, резолюцияға баш ҡалала М. Өмөтбаевҡа, М. Буранғоловҡа, М. Мортазинға һәйкәл ҡуйыу тураһында пункт индерҙек. Ғөмүмән, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү буйынса һәр ҡалала һәм районда эш алып барырға кәрәк. Был йәһәттән ижтимағи ойошмалар ныҡышмалылыҡ күрһәтергә тейеш

Ырыуҙар хәрәкәте эшенә йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк, тигән фекер булды. Ысынлап та, киләсәкте бөгөнгө йәштәргә бәйләйбеҙ икән, уларға милли рухты, башҡортлоҡтоң асылын бала, үҫмер саҡтан, йәшлек ваҡытынан тәрбиәләргә кәрәк һәм йәштәргә ышаныс күрһәтеүҙән, уларға яуаплы эштәр йөкмәтеүҙән дә ҡурҡырға ярамайҙыр...

Н. Сәлимов:
Был проблеманы күҙ уңында тотоп, йыйында йәйгеһен Табын ҡәбиләһе йәштәренең һабантуйын һәм шәжәрә байрамын үткәрергә ҡарар иттек. Бындай сараларға халыҡ былай ҙа бара, әммә ҡатнашыусыларҙың 70 проценты студенттар, йәштәр, хатта мәктәп уҡыусылары булырға тейеш. Ошо йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барһаҡ ҡына үҙ бурысыбыҙҙы үтәнек һәм ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған васыятты үҙ балаларыбыҙға еткерҙек, тип әйтә аласаҡбыҙ.
С. Ильясов: Йәштәрҙе үҙебеҙҙең тарих аша тәрбиәләргә кәрәк. Сөнки ошо нигеҙҙә тәрбиәләнгән бала ғына үҫеп еткәс үҙенең кем икәнен аңлай башлай. Тарихын белгән кеше генә үҙенең кемлеген белеп, үҙен көслө хис итә. Әгәр кеше үҙен был донъяла үткенсе кеүек кенә итеп тойһа, ул зәғиф күңелле була. Ә бында һин - ил хужаһы. Бында һин күкрәгеңде киреп тораһың. Көрәшеү, һикереү, әлбиттә, һәйбәт, әммә тарихында бешеп үҫкән йәштәр халҡына ла, иленә лә, еренә лә тоғро була, көс ҡулланмайынса, ғилеме менән башҡаларҙы йыға.

Шулай итеп...
"Ете ырыу ете яҡтан
Уға ҡарап тупланған.
Табындарҙың берҙәмлеге
Заман менән хупланған", - тип юҡҡа ғына яҙмаған Ирек Кинйәбулатов. Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ ырыуҙары Табын ҡәбиләһенә өмөт менән баҡҡан һәм уларҙың йыйынынан һуң аныҡ ғәмәлдәр, милләт өсөн файҙалы башланғыстар, асылыбыҙҙың иң төбөндә ғәфләт йоҡоһона сумаған Рух ҡошон уятырлыҡ эштәр көтә.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.17 | Ҡаралған: 1242

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru