«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЙТ, ТИҺӘГЕҘ...
+  - 



Торғонлоҡ тип аталған теге йылдарҙа аҫыл асылынан ситләшә яҙҙы халҡыбыҙ. Хәҙер килеп ниндәй йәшәйеш ҡағиҙәләребеҙгә, йолаларыбыҙға, тәрбиә алымдарына йөҙ борорға кәрәк, тип иҫәпләйһегеҙ?

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, педагог: Беҙҙең төп йәшәйеш ҡағиҙәләребеҙ, халҡыбыҙҙы милләт итеп йәшәтеп килеүсе төп ҡиммәттәребеҙ - милли мираҫыбыҙҙа. Тамырҙары бик тәрәнгә киткән тарихыбыҙ, иңләп ҡолас етмәҫлек йолаларыбыҙ, донъя һоҡланырлыҡ моңобоҙ-йырҙарыбыҙ, һоҡланып туймаҫ шәхестәребеҙ һәм быуаттар буйы быуындан-быуынға тапшырыла килгән тәрбиә ҡанундарыбыҙ тәшкил итә милли мираҫыбыҙҙы.
Башҡорттоң тәрбиә ҡанундары донъя һоҡланырлыҡ "Урал батыр"ҙа тупланған. Халҡыбыҙ ниндәй ауырлыҡтарҙы, ҡырылыуҙарҙы еңеп, үҙен милләт булараҡ һаҡлап ҡалған икән, Урал батыр васыятына тоғролоҡ менән еңгән һәр төрлө ҡыйралыштарҙы. Тимәк, Яҡшылыҡ ҡылыуға ынтылған халҡыбыҙға Хоҙай һәр саҡ ярҙамға килгән. Ошо ҡанундарҙан тайпылмаһаҡ, киләсәк быуынға ошо ерлектә тәрбиә бирә алһаҡ, артабан да милләт булып һаҡланырбыҙ, үҙ телебеҙҙә уҡырбыҙ, йырларбыҙ, үҙ сәнғәтебеҙҙе үҫтерербеҙ, тарихыбыҙҙы өйрәнербеҙ, шәжәрәләребеҙҙе тамырыбыҙға хилаф килтермәй дауам итербеҙ. Рухи байлығыбыҙға эйә булып, донъя кимәленә танытырбыҙ. Йәмғиәткә, халыҡҡа файҙалы кеше булып, эпоста әйтелгәнсә, онотолмаҫ зат булып, үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлап йәшәргә кәрәк. Уның өсөн Урал батыр васыятын үтәйек: ыуҙан ҡотолайыҡ, ил ташлап, сит яҡтарға олағып, башҡаларға олтан булмайыҡ, яҡшылыҡҡа ынтылайыҡ. Саф күңел менән йәшәү, таҙа намыҫлы булыу балалар тәрбиәләүҙә - иң мөһим шарт.
Халҡыбыҙҙың ошоғаса үҙен үҙ итеп һаҡлау серҙәренә төшөнөү маҡсатында байтаҡ ғалимдарҙың хеҙмәттәрен аҡтарҙым, һуңғы илле йыл эсендә генә Ер йөҙөнән юҡ ителгән милләттәрҙең яҙмышына күҙ һалдым һәм башҡорт халҡының тәрбиә ҡанундарын - этнопедагогикаһын өйрәндем. Ошо юҫыҡта Матвей Любавскийҙың фекере иғтибарымды айырыусы йәлеп итте. 1911-1917 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты ректоры булған тарихсы ғалим, билдәле академик репрессия йылдарында Өфөгә һөргөнгә ебәрелә һәм тап шул йылдарҙа Башҡортостан тарихын өйрәнә башлай. Бына ниндәй һығымта яһай ул:
"Рәсәй халыҡтары араһында бер халыҡ та, үҙ боронғолоғон, ер һәм көтөүлектәргә үҙ хоҡуғын, үҙенең милли көнкүрешен яҡлап ҡалыу өсөн, башҡорт халҡы кеүек көс һәм ҡан түкмәне. Тиңһеҙ алышта ул һан яғынан да, матди һәм, һис шикһеҙ, рухи яҡтан да ҙур юғалтыуҙарға дусар булды, әммә үҙенең этник ҡаҡшамаҫлығын асыҡланы, быуындан-быуынға күсә килгән милли мираҫын һаҡлап алып ҡалды..."
Любавскийҙың халҡыбыҙ тураһында әйткән алтын һүҙҙәренең ошо өлөшөнә айырыуса иғтибарҙы йүнәлтәйек: "...үҙенең этник ҡаҡшамаҫлығын асыҡланы, быуындан-быуынға күсә килгән милли мираҫын һаҡлап алып ҡалды". Милли мираҫыбыҙҙы түкмәй-сәсмәй балаларыбыҙға биреп ҡалдырыу - бына беҙҙең бөгөнгө бурысыбыҙ.
Нимә ул милли мираҫ? Милли мираҫ тигән төшөнсәгә бик күп ҡиммәттәрҙе индерергә була. Милләтте милләт итеп туплаусы милли мираҫ ҡиммәттәренән тағы иң һиммәтлеһен - милли ғорурлыҡты телгә алырға кәрәк. Бөгөн беҙ һәр бер ғаиләлә балала милли ғорурлыҡ тәрбиәләргә тейешбеҙ. Мин - башҡорт, тип күкрәк һуғып, өйөңдә балаларың менән башҡа телдә һөйләшеү милли ғорурлыҡҡа инмәй, ә бына баланың кескәй генә йөрәгенә үҙ милләте менән ғорурлыҡ тойғоһо һала белеү - ул ысын патриотлыҡ. Бала, мин ер шарында йәшәгән бөтөн милләттәр кеүек үк тиң хоҡуҡлы милләт вәкилемен, бер кемдән дә артыҡ та, кәм дә түгелмен; туған телем дә, булмышым да, тарихым да, йолаларым да, мәҙәниәтем дә мине донъя кимәленә сығарырлыҡ һәм һоҡланырлыҡ, тип үҫергә тейеш.
Баланың буйын үҫтергән саҡта уйын да ошо юҫыҡта үҫтереү мотлаҡ. Иң мөһиме - туған телеңде белмәй тороп, туған халҡыңдың рухи хазинаһына эйә булып булмағанын бала күңеленә бәләкәй саҡтан һеңдерә барырға кәрәк.
Ә был тәрбиәне фәҡәт ғаилә генә бирә. Өйҙә туған тел, туған моң яңғырап торһон, урындағы телевидение үҙәктәрендә балалар өсөн балалар ҡатнашлығында башҡортса тапшырыуҙар күрһәтелһен, һәр районда йәй көндәре балалар өсөн "Йәйләү" программаһы буйынса ял итеү үҙәктәре ойошторолһон һәм, әлбиттә, этнопедагогиканы төп нигеҙе итеп яҙылған "Башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте" программаһы буйынса уҡытыу һис кисекмәҫтән яңынан тергеҙелһен.

Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ, "Любизар" Беренсе башҡорт атлы полкы"хәрби-тарихи клубының идара рәйесе, Республика дан музейы ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Борон башҡорт балаһын атлай башларҙан алда атҡа атландырған, һыбай йөрөргә, сабышырға өйрәткән. Ә бөгөнгө шарттарҙа хатта ауыл ерҙәрендә лә ат янына яҡын килергә ҡурҡып тора бала-саға, сөнки атаһы йә ҡартатаһы ат аҫрамай икән, бала уның менән аралаша алмай, ат күрмәйенсә тиерлек үҫә. Бындай шарттарҙа, әлбиттә, ата-бабаларҙың боронғо шөғөлө, йола-традициялары онотола бара, быуындар бәйләнеше юғалыуға дусар ителә. Шуға бәйле, теге йәки был быуын аңында милли рух тигән нәмәнең дә эҙе лә ҡалмауы ихтимал. Бына шуныһы хәүефле. Шуға күрә лә милли рухыбыҙ менән бәйле йолаларыбыҙҙы, боронғо шөғөл, һөнәр төрҙәрен йәш быуынға күрһәтеү, көндәлек тормошта ҡулланыу, танытыу кәрәк, тигән уйҙамын. Бына минең үҙемә, мәҫәлән, бәләкәй саҡтан "ат ене" ҡағылды, сөнки Ширияздан ҡартатайым ғүмер буйы йылҡы аҫраған. Кемдеңдер ата-олатаһы, әйтәйек, умарта тота, бал ҡорто аҫрай. Тимәк, был ғаиләлә үҫкән балалар башҡортта ҡортсолоҡтоң ни икәнен, әһәмиәтен, һөнәр серҙәрен кескәйҙән белеп, үҙләштереп үҫә. Дөрөҫ, бөгөн ауылдарҙа ла хатта һәр бер ғаилә малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә лә алмай (ә кәрәк ине), уның ҡарауы, балаларға милли йола-традицияларыбыҙҙы, боронғо кәсеп төрҙәрен мәктәптәрҙә өйрәтеү мөмкинлеге бар, тип уйлайым. Ҡалаларҙа ла, райондарҙа ла беҙҙең башҡорт гимназиялары бар бит! Үкенескә, һуңғы осор улар үҙ йөҙҙәрен, йүнәлештәрен юғалта бара һымаҡ миңә. Уларҙың бит башҡа мәктәптәрҙән айырмаһы туған тел өйрәнеү менән генә сикләнергә тейеш түгел.
Башҡорт мәктәбе икән ул, тимәк, балаларыбыҙ унда милли рух һәм мәҙәниәтебеҙ өлгөләрендә тәрбиәләнергә, белем алырға тейеш. Мәҫәлән, ниңә әле ошондай мәктәптәрҙә һыбай йөрөү дәрестәре (ул факультатив йә ҡыҙыҡһыныу буйынса түңәрәк булыуы ла ихтимал) үткәрмәҫкә?
Бының икеләтә файҙаһын күрәсәк балалар, сөнки һыбай йөрөү - үҙе гимнастика. Ул арҡаны, һынды тура тоторға өйрәтә, йөҙөү мәлендәге һымаҡ уҡ, мускулдарға ял да, көсөргәнеш тә бирә, ҡан тамырҙарын киңәйтә, массаж һөҙөмтәһен бирә. Үҫмерҙәр өсөн был айырыуса файҙалы. Элек шуға ла халҡыбыҙ үрсемле, һауһаҡ, талымһыҙ булған.
Республикабыҙ Мәғариф министрлығы башҡорт мәктәптәрендәге уҡытыу-тәрбиә эшенә һыбай йөрөү нигеҙҙәрен йәки ҡортсолоҡ менән шөғөлдөң башланғыс нигеҙҙәрен өйрәнеү программаһын индерһен ине.
Был эште йылҡы аҫраусы хужалыҡтар, умартасылар менән килешеүҙәр төҙөү аша ла хәл итеп була бит.
Бынан тыш, ат өҫтөндә йәйәнән уҡ атыу, сәкән һуғыу кеүек милли уйындарыбыҙҙы ла өйрәтергә мөмкин булыр ине. Был да проблема түгел: бөгөн бына тигән егеттәребеҙ халҡыбыҙҙың уҡ атыу шөғөлөн тергеҙеп ебәрҙе.
"Мәргән уҡсы" фестивален тамаша ҡылып, балалар үҙҙәре лә ана шул уҡсылар сафын тулыландырасаҡ әле, тип ышанам, сөнки был иҫ киткес мауыҡтырғыс спорт төрө.

Асия ҒӘЙНУЛЛИНА, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы "Урал батыр" ҡобайыр үҙәге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Бөгөнгө көндә ил буйынса ҡайһы бер уҡыу йорттары ҡыҫҡартылып, ябылыуға дусар ителгән бер мәлдә беҙҙең Сибай сәнғәт колледжының, киреһенсә, яңы бүлек асылып, этнохудожество ижад йүнәлеше буйынса тағы ла киңәйеүе күңелдә ҡыуаныс ҡына тыуҙыра. Тимәк, беҙгә ҡолас ташлап эшләргә юл асыла. Хәйер, был йүнәлештә беҙ эште әллә ҡасандан уҡ башлағайныҡ инде. Үткәргән һәр бер сарабыҙҙың иң башында тап ана шул тәрбиә мәсьәләһе ята ла. Сәсәндәр мәктәбе булдырып, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса конкурстар ғына ла күпме талантлы балаларыбыҙ барлығын асыҡларға ярҙам итте, күпме телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләне!
Ә һуңғы ваҡыттағы башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеү буйынса дәррәү эштәр ҙә шул уҡ тәрбиә мәсьәләһен күҙҙә тота түгелме ни? Һәр бала үҙ телен, халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен һәм йолаларыбыҙҙы биш бармағылай белгән кеүек, шул уҡ башҡорт кейеме, башҡорт ризыҡтары, башҡорт аты, уҡ-һаҙағы, балы-башҡаһы хаҡында ла яҡшы белеп үҫергә тейеш.
Мин алып барған "Ете ҡыҙ" этностудияһына, мәҫәлән, ҡыҙҙар матурлыҡта ярышам, тип түгел, ә иң беренсе башҡорт ҡатын-ҡыҙының түшелдерек һәм селтәр-ҡашмауҙарын, күлдәк-камзулдарын үҙ ҡулдары менән эшләп, тегеп кейеү теләге менән янып килә. Тимәк, милли кейем һәм боронғо биҙәүестәр улар өсөн мәртәбә, ғорурлыҡ! Был шөғөл айҙар буйына һуҙылып, уларҙан бик ҙур түҙемлек, белем, ижад ҡомары талап итәсәген дә белеп киләләр. Әйткәндәй, унда ҡыҙҙар өлкән йәштәге ағинәйҙәр менән бергә шөғөлләнә. Был әлеге халыҡ йолалары өлгөһөндә тәрбиәүи мәсьәләләрҙе лә хәл итеүгә бик яҡшы ярҙам булып тора ла инде. Дөрөҫөн әйткәндә, баланы рухи мираҫыбыҙ өлгөләрендә тәрбиәләү сабый әсә ҡарынында, унан бишектә ятҡанда уҡ башланырға тейеш. Мин бында халҡыбыҙҙың көйләп, бала бәүетеү йолаһын күҙҙә тотоп әйтәм. Уның ябай ғына көй һәм интонация теҙмәһе түгеллегенә үҙем инанғанмын:
бала бәүетеп көйләүҙең беҙ аңлап бөтмәгән тылсымы бар. Ул туранан-тура баланың аң ҡеүәһенә тәьҫир итеп, уның психик халәтен көйләй, тынысландыра, ҡурсылай.
Был хаҡта әйткәнем дә бар. 2003 йылда ЮНЕСКО тарафынан Бүрәт республикаһында булып үткән "Донъя бишек йырҙары" халыҡ-ара конкурсындағы сығышым менән япондар бик ҡыҙыҡһынған һәм улар минең бишек йырын күсереп алып, уны релакс-диск составына индереп тә ебәргәндәр.
Йә булмаһа, әкиәттәребеҙҙе алып ҡарайыҡ. Башҡорт халыҡ әкиәттәренең һәр береһе кешене изгелеккә, яҡшылыҡ хаҡына батырлыҡҡа өндәй, иллә мәгәр беҙҙең әкиәттәрҙә яуызлыҡ, хәйлә, алдаҡ юл менән кемделер төп башына ултыртыу ("һиңә - шалҡандың һабағы, миңә - тамыры" һымаҡ) тигән нәмә юҡ.
Был да үҙенә күрә бик ҙур тәрбиә мәктәбе. Балаларығыҙға әкиәттәрҙе күберәк уҡығыҙ!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.03.17 | Ҡаралған: 1011

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru