«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ШАЯНИУМ" ЕЛЛЕ ШАЯРТА!
+  - 

Өфөнөң "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының ойошторолоуына 15 йыл да булып киткән икән. Был юлы уның ҡатнашыусылары һәм көйәрмәндәре бәйгенең юбилейын билдәләне. Ярыш башында бөтәһе ҡырҡ ете команда ҡатнашһа, финал уйынында уларҙың ун бише үҙ-ара көс һынашты. Иң шаян, иң отҡор, иң мәрәкәсел команда Өфө ҡала мәҙәниәт һарайының тамаша залында һайланды.

"Шаяниум" ун биш йыл дауамында йыйылған иң сағыу, иҫтәлекле минуттарҙан торған видеояҙма ҡарау менән башланып китте. Унан һуң, конкурстың финал уйынына килеп еткән командалар сәхнә түренә күтәрелде. Тамашасылар шунда уҡ йыл һайын үткәрелә килгән конкурс "олоғая" барһа ла, ҡатнашыусылары "йәшәрә", быуындар бер туҡтауһыҙ алмашына килеүенә иғтибар итте. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов та уйынсыларҙы һәм тамашасыларҙы тәбрикләгәндә ошо турала телгә алды.
- Бөгөн конкурсты тамаша ҡылырға килгән коллегалар, конкурс йәшәрә, тигән фекер әйтте, - тине Сынтимер Биктимер улы. - Сөнки беҙҙең "Шаяниум" йәштәр өсөн матур йолаға әүерелеп, башҡортса шаяртыу, көләмәс һөйләү оҫталығы быуындан-быуынға күсерелә башланы. Ҡасандыр ошо сәхнәлә сығыш яһаған балалар бөгөн республика, ил кимәлендә билдәле шәхестәр. Бында баҫып торған дәртле, шаян, талантлы балалар уларҙан өлгө алып йәшәһә, беҙҙең киләсәккә ышанысыбыҙ ныҡлы, тигән һүҙ...
Конкурстың финал уйынында бик көслө командалар сығыш яһаны. Уйындың төп темаһы "Ағас тамырына ҡарап үҫә", тип бидәләнгәйне. Һәр команда уны үҙенсә асты. Шуҡ һәм оҫта мәрәкәселәрҙең күҙ уңынан мәғариф, мәҙәниәт, сәйәсәт, иҡтисад, йәмәғәт проблемаларына ҡағылышлы бер актуаль тема ла ситтә ҡалманы. Тамашасылар араһында ултырған оло быуын кешеләре хатта күҙҙәре йәшләнгәнсе ихлас көлдө. Сөнки балаларҙың көләмәстәре улар көн дә күргән, йә үҙҙәрен аптыратҡан ваҡиғалар, ололарҙың ҡылыҡтары, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында ине.
Өфө ҡалаһының 2-се башҡорт лицейы "Тағы ла ике" командаһы "Яҙ, яҙ, яҙ килә, мәктәпкә йөҙөп киләм", - тип йырлаһа, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының "Кендектәр" командаһы спортсылар ҡанында "три-бишбармаҡ-ҡымыҙ-мети-ҡорот-април" матдәһе табып "ярышҡа үткәрмәне". Тик ҡыҙҙар ғына уйнаған уникаль "Сәтәкәй" командаһы, үҙҙәре әйтмешләй, "ҡаты ҡатындарский юмор" алып килгәйне. Уларҙың тамашаһы - төрлө тематикаға арналған мәрәкәле йырҙары ысынлап та бик үҙенсәлекле килеп сыҡты. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелгән мәктәптәрҙең командалары ла конкурсҡа бик етди әҙерләнгәйне: шартлатып башҡортса көләмәстәр һөйләне улар.
Ғөмүмән, һәр команда быға тиклем бер ҡайҙа ла яңғырамаған мәҙәктәр һөйләп, быға тиклем береһе лә иғтибар итмәгән көлкөлө күренештәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте. Быйыл "Ҡырғаяҡтар" командаһынан "Иң яҡшы ир-егет роле"н башҡарыусы Фирҙәүес Арыҫланов, "Һупайлы дәрүиштәре" командаһынан "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле"н уйнаған Аделина Ғәлиәкбәрова бөтәһенең дә иҫендә ҡалғандыр, моғайын. Әлбиттә, "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсында өсөнсө урын яулаған "Башҡорттар.RU" (Республика инженер лицей-интернаты), "Һупайлы дәрүиштәре" (М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), икенсе урынға сыҡҡан "XX централ" (Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы), "InterСпорт" (5-се Спорт профилле республика мәктәп-интернаты) , беренсе урын лауреаты "Ша-шу-ша" (122-се башҡорт лицейы) КВН командалары тамашасыларға онотолмаҫлыҡ күңелле минуттар бүләк итте. Конкурстың төп призын - Гран-прины яулаған 102-се башҡорт гимназияһының "Етегән+1" командаһы, һис шикһеҙ, тиңдәр араһында тиң булды. "Был состав менән беренсе тапҡыр уйнайбыҙ "Шаяниум"да. Конкурс шарттары килгәс тә әҙерләнә башлағайныҡ, тырышлығыбыҙ бушҡа булманы. Еңеү яулауыбыҙға ышанып та бөтә алмайбыҙ, бик шатбыҙ!" - тип тәьҫораттары менән бүлеште "Етегән+1" командаһы уйынсылары.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар конкурсында М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының "Һупайлы дәрүиштәре" командаһы "Шаяниум малай булһа, нәски бүләк итәйек, ҡыҙ булһа - мейе", - тип шаяртҡайны. Нәские нәски, әммә "Шаяниум"ға мейе мотлаҡ кәрәк. Мейе эшләгәндә генә хәтер ныҡлы була. Ә хәтере шәп кеше үҙенең белемендәге, тәжрибәһендәге бар мәғлүмәтте, шулай уҡ халҡының юморын да, үҙе теләгәнсә файҙалана белә. "Шаяниум" да белемле, аҡыллы, аңлы, хәтерле булһын, уға киләсәктә тағы ла олораҡ юбилей кисәләрен үткәрергә, үҙ артынан әллә күпме балаларыбыҙҙы эйәртеп, күңелдәрен үҫтерергә, туған телдә шаяртырға өйрәтергә, дуҫлаштырырға яҙһын!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 943

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru