«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУРИСТ КАРТАЛАРЫНДА АТАМАЛАР ДӨРӨҪ ЯҘЫЛҺЫН!
+  - 

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туризмды үҫтереү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Әммә турист маршруттары төҙөгәндә яуаплы ойошмалар һәм кешеләр ныҡ иғтибарлы булһындар, халҡыбыҙҙың тарихына, ер-һыу атамаларыбыҙға хилафлыҡ эшләмәһендәр ине, тигән теләк бар. Ә был теләк юҡтан ғына тыуманы, уның күҙгә күренеп торған сәбәптәре бар.

Ошо арала интернеттағы "Башҡорт Уралы" биосфера резерваты" сайтындағы: "Есть места, до которых трудно добираться и откуда уезжать-то не хочется... Тем, кто выбирает маршрут для сплава, советуем обратить внимание на интересное предложение национального парка "Башкирия" - сплав по Нугушу от Галиакберова или Бритяка до Сергеевки. Путь пролегает через кордон Кашаля, где созданы все условия для туристов", - тип яҙылған мәғлүмәттәр миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Берҙән, Ғәлиәкбәр - үҙемдең тыуған ауылым, икенсенән, әсәйем Кәшәләлә тыуып үҫкән. Кәшәлә киләсәкһеҙ ауылдар исемлегенә индерелгәс, халҡы Бөрйән районының Үрге Нөгөш (Ямаш), Мәҡсүт, Ғәлиәкбәр ауылдарына таралып ултырған. Маршруттағы ауылдарҙы картанан барларға тотондом. Ә бына Сергеевкаһы ниндәй ауыл икән һуң? Атайым менән әсәйем һалға сыҡҡанда бер ҙә ул ауыл тураһында һөйләмәй торғайны бит, тип, интернеттан Мәләүез районының бөтә ауылдарын байҡап сыҡтым. Ә унда шулай тип яҙылған: "На правом берегу р. Белой на карте 1786 г. показана деревня Ташево, которая позже была названа Сергеевка (Сергушкино). Название - от антропонима, по имени основателя деревни - Cаргая (правильнее было бы назвать ее по-русски Саргаево). Возникла в середине XVIII в. Это одна из деревень, переведенных из ведомства Оренбургского в Стерлитамакский уезд. Известны сыновья основателя деревни Саргая. Это 1739 года рождения Янсура (его сын Алтынса), Табулды (его дети Аллаберды, Ярмакай) Саргаевы. Был и хутор под названием Саргаево с 4 дворами, где жили 17 человек".
Был юлдарҙы уҡып, өнһөҙ ҡалдым. "Правильнее было бы ее назвать по-русски Саргаево", тип, йәйә эсенә яҙып ҡуйғандар ҙаһа. Нимә ҡамасаулаған һуң Һәргәйҙе русса Сергеевка түгел, ә Саргаево тип яҙырға? Алтаҡталарҙағы хаталарҙы фотоға төшөрөп, әленән-әле матбуғат биттәрендә күрһәтеп, төҙәтеп торалар. Ә бында хәреф хатаһы ғына түгел, ауылдың халҡына, тарихына ҡарата ҙур хилафлыҡ, дошмансылыҡ ҡылынған. Әсәйем яғынан минең ата-бабаларымдың тыуған төйәге, башҡорт ауылы Һәргәй ҡасандан алып Сергеевка булып киткән?
Ауылдарҙың исемен урыҫсаға үҙгәртеп, өнһөҙ-тынһыҙ ғына ерҙәребеҙҙе, халҡыбыҙҙың үткәнен, тарихын, рухи байлығыбыҙҙы һатабыҙ түгелме? Ата-бабаларыбыҙ ошо ерҙәребеҙ өсөн быуаттар буйына көрәшеп ҡан ҡойған, ә беҙ ер-һыуҙарыбыҙҙың атамаларын да һаҡлай алмайбыҙ. Ошонан да ҙур гонаһ юҡтыр ул донъяла.
Башҡортостаныбыҙҙа турист маршруттары асыла, карталар төҙөлә - бер яҡтан, был ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Ләкин бер ерҙә лә бер кем дә үҙ белдегенә ер-һыу атамаларын үҙгәртеп, урыҫса исемдәр менән яҙырға тейеш түгел. Һәр тауыбыҙ, яландарыбыҙ, урмандарыбыҙ, шишмәләребеҙ, йылға-күлдәребеҙҙең атамаларына бәйле ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға мираҫ итеп ҡалдырылған хәтер, легендаларыбыҙ, риүәйәттәребеҙ бар. Бушҡа ғына башҡорт еренең һәр ташы тарих һөйләй, тимәгәндәр бит. Мине бигерәк тә бөткән ауылдар тирәһендәге ер-һыу атамалары борсолдора. Уларҙы кемдеңдер үҙ белдеге менән үҙгәртәсәге көн кеүек асыҡ. Карта төҙөгәндә, бәлки, ярҙамым тейер, тип, ялан яғынан Кәшәләгә килгән арала ошондай ер-һыу атамаларын әсәйемдән һорашып яҙып алғайным: Үткәл яланы, Һәкәшле тауы, Үрек йылғаһы, Яғаҫ тауы (таштары теленмә, ҡырҡты), Күперле тигән ер, Нөгөш буйында Оҙон туғай, Тохой туғайы, Икебаш тауы, Сана уй, Уҫаҡлы туғай, Ҡырын бит, тағы ла бөткән Сауҡа ауылы эргәһендә Аҡтамаҡ тигән ер, Ҡыҙбикә тауы бар. Кәшәләнең эргәһендә Төҙуй, Йыуалы тау, Бөркөт ҡаяһы, Масаҡ, Ерекле тауҙары күренеп тора, Сауҡа яғынан килгәндә, Кәшәләнең эргәһендә Тайғаҡташ тигән ер бар. Тағы ла Нәҙершин Ғәбдин олатайымдың солоҡтары ултырған ерҙәрҙең атамаларын да һанап китте әсәйем, бына улар: Күжә, Ваҙраш, Буҫа, Сәтләүек йылғалары буйы, Кәшәлә башы, Сырпылы, Үтәмеш тау.
Маршруттарҙың карталарын төҙөрҙән алда ауыл хакимиәттәре тарафынан ер-һыу атамаларыбыҙҙы яҡшы белгән кешеләрҙән комиссия төҙөргә кәрәктер. Атамаларҙы оло кешеләрҙән һорашып яҙып алырға була, урман ҡарауылсыларыбыҙ һәр береһе үҙенең биләмәһен яҡшы белә бит. Нисек кенә булмаһын, карталарҙа ер-һыу атамаларыбыҙҙы дөрөҫ итеп яҙырға кәрәк. Ил ҡәҙерен белгәндең башы ҡәҙерле булыр, ти. Ғәмһеҙлектән сыға алмаһаҡ, легендаларға бай, данлыҡлы Мәсем тауыбыҙҙың да, Шүлгәнташ мәмерйәһе "Капауай"ға әйләнгән кеүек, Максим тауы булып китеүе бик ихтимал. "Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла", ти халҡым мәҡәле. Бөрйән, Мәләүез районының ер-һыу атамалары тураһында яҙһам да, республикабыҙҙың башҡа райондарында ла был мәсьәләгә бик етди ҡараһындар ине. Карталарҙа ер-һыу атамаларыбыҙҙың дөрөҫ яҙылышы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының да иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, тип уйлайым.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА. Учалы районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 1079

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru