«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЙӘШЕРЕН ХАЗИНА"НЫҢ ЕРҘӘГЕ БИҘӘГЕ ЗӘЙНУЛЛА РӘСҮЛЕВ ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
+  - 

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын байрам итергә әҙерлек старт алған ағымдағы йылдың башҡорт халҡының рухи батшаһы, мәшһүр дин белгесе, философ, мәғрифәтсе-мөғәллим шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 100 йыл тулыуын билдәләү менән башланып китеүе, йәғни быуатлыҡ ваҡиғаларҙың тап килеүе осраҡлы ғына күренеш түгел. Башҡортостан Диниә назараты ойошторолоуға ла быйыл 100 йыл тула...

Сәбәпһеҙ япраҡ та һелкенмәй...

Һүҙ юҡ, быуатлыҡ ваҡиғалар юҡҡа ғына бөгөн килеп бергә осрашмайҙыр инде. Уларҙың икеһенең, йәғни Башҡортостан Республикаһы менән Диниә назаратының ни өсөн бер үк йылда барлыҡҡа килеүе аңлашыла: фәҡәт автономиялы үҙаллы республика төҙөгәндән һуң ғына уның дини идаралығын төҙөү мөмкин була. Ә инде Зәйнулла Рәсүлевтың баҡыйлыҡҡа күскән 1917 йылдың 2 февраль көнөнә килгәндә инде, Мәүләнә әүлиә шәйех Солтан Мехмет был хәлгә шундай аңлатма бирә: "Дәһрилеккә юл асылған оло фетнә алдынан Аллаһы Тәғәлә һөйөклө заттарының барыһын да үҙенең янына алды, иң һуңынан Зәйнулла ишан Рәсүлевты баҡыйлыҡҡа күсерҙе..."
Ысынлап та, Зәйнулла ишан Рәсүлев вафатынан һуң бер ай үтеүгә, Рәсәй батшаһы Николай Икенсе үҙ тәхетенән баш тарта, 1917 йылдың 2 (15) мартында Дәүләт Думаһы вәкилдәре Александр Гучков менән Василий Шульгинға тәхеттән баш тартыуы тураһында манифест тапшыра. Шул ваҡиғанан алып Рәсәйҙә, һуңынан Советтар Союзында 70 йылдан ашыу ваҡытҡа һуҙылған дәһрилек дәүере башлана.
Эйе, Хаҡ Тәғәләнең ихтыярынан тыш, сәбәпһеҙгә япраҡ та һелкенмәй, ҡош та осмай. Өс ваҡиғаның, өс хәл-күренештең тап килеү миҫалын тарихта һәм хәҙерге заманда тағы ла бик күп килтерергә мөмкин булыр ине. Шуларҙың береһен генә әйтеп үтеү ҙә етәлер. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан ойошторолған 100 арҙаҡлы шәхесте билдәләү сараһында ла Әхмәтзәки Вәлиди, Зәйнулла Рәсүлев, Рәми Ғариповтың иң башта һәм йәнәш тороуы ла шулай уҡ осраҡлы түгел. Был - милли рухыбыҙҙың, милли инаныуыбыҙҙың диндәге иман кеүек ныҡлы булыуын күрһәтә. Интернет аша тауыш биреүҙең был сараһы тағы ла бер тапҡыр халыҡ хәтеренең хәҡиҡәткә тоғролоғон, үҙенең азатлығы өсөн йәнен аямағандарға, фиҙа булғандарға һис ҡасан да һүрелмәҫ мөхәббәтен раҫланы. Ҡалғандары - ваҡытлыса ғына.
Быйыл шәйехтең баҡыйлыҡҡа күсеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы баш ҡалабыҙ Өфөлә "Шәйех Зәйнулла Рәсүлев - күренекле башҡорт фәйләсүфе, мосолман донъяһының дин белгесе һәм мәғрифәтсеһе" тигән темаға фекер алышыу ҡоро ойошторолдо. Артабан саралар Учалы һәм Троицк ҡалаларындағы шәйех исемен йөрөткән мәсеттәрҙә ғилми-ғәмәли конференция, хәтер һәм ҡәҙер кисәһе рәүешендә дауам итте. Ҡасандыр Зәйнулла ишан "Рәсүлиә" мәҙрәсәһенә төрлө халыҡтар вәкилдәренән торған шәкерттәрҙе йыйып һабаҡ бирһә, уның баҡыйлыҡҡа күсеүенең 100 йыллығын үткәреү өсөн башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, ҡырғыҙ, урыҫ, үзбәк, Кавказ халыҡтары вәкилдәре үҙҙәре йыйылды. Ошо миҫалға ғына ҡарап та Зәйнулла ишан Рәсүлев эшмәкәрлегенең тарихи әһәмиәтен билдәләргә була. Милләттәшебеҙ Зәйнулла ишан донъя кимәлендәге әһәмиәткә эйә, тиңдәше булмаған шәхес. Йыйындарҙа Зәйнулла, Ғабдулла, Ғатаулла ишандар, Мөжәүир хәҙрәт һәм башҡалар рухына бағышлап аяттар уҡылды, зекерҙәр әйтелде.

Бәрәкәте Башҡортостанда ҡалды

1974 йылға тиклем Башҡортостан Диниә назараты рәйесе булып торған Шакир Хыялетдинов үҙенең Троицкиҙа Зәйнулла шәйехтә уҡыған йылдары тураһында мәғлүмәт килтереп, остазының 1909 йылда киләсәк замандарҙы күҙаллап әйткән һүҙҙәрен иҫкә ала. Батша Рәсәйендә мосолмандарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың, ғәҙелһеҙлектәргә дусар ителеүенә Зәйнулла ишан Рәсүлев мөнәсәбәтен шулай белдергән: "Инанған динебеҙ кеүек үк, халҡыбыҙҙың түҙемлеге икһеҙ-сикһеҙ. Әммә Аллаһы Тәғәлә ғәҙелдәрҙең-ғәҙеле, һәм ул беҙ күргән яфалар өсөн үҙенең сауабын ҡайтарырға теләр. Мин ул көндәргә тиклем йәшәй алмам, әммә һин, Шакир, хәҡиҡәт нурын һис бер кем дә ҡаплай алмаҫ ваҡытты күрәсәкһең..." "...Хәҡиҡәт нурын һис бер кем дә ҡаплай алмаҫ ваҡытты күрәсәкһең" тигән үҙенең шәкертенә Зәйнулла ишан. Тик шәйех ҡайһы заманды күҙ уңында тотто икән? 1917 йылғы Октябрь инҡилабынан һуң башҡорт халҡының автономия яулау осоронмо? Әллә Сталиндың шәхес культын фашлау йылдарынмы? Әллә элекке Советтар Союзында йәшәүсе халыҡтарҙың тәрән йоҡоһонан уянған 80-се йылдарҙың аҙағы, 90-сы йылдарҙың башынмы? Әллә өсөнсө меңйыллыҡтың, ХХI быуаттың башынмы, йәғни ошо көндәрҙеме?
Әйткәндәй, алдағы йылдың 25 мартында Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуын да иҫкә төшөрһәк, республикабыҙ байрамына әҙерлек барған ваҡытта шәйехтең тағы ла бер хәтер ҡорон үткәреү бурысы беҙҙең алға килеп баҫа. Гүйә Хаҡ Тәғәлә беҙҙе берҙәмлеккә, уяулыҡҡа саҡырып, тарихи ваҡиғаларҙы бер тирәгә ойошторған. Зәйнулла исеменә бәйләп сәбәп ҡылған, мәжлесенә йыйған. Бер сара ойоштороп, таралып та өлгөрмәйбеҙ, икенсеһенә йыйылырға, бының өсөн аныҡ ғәмәлдәр башҡарырға тотонабыҙ. Иншалла!
Ҡасандыр, бынан ике тиҫтә йылдар элек беҙ был хаҡта хыяллана ғына ала инек. 2008 йылда Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тыуыуына 175 йыл тулыуы киң билдәләп үтелде. Милләтебеҙ ҡаһарманы, рухи юлбашсыбыҙ, данлыҡлы ишан Зәйнулла Хәбибулла улы әл-Нәҡшбәндиәнең тарихи сәғәттәре һуҡты. Башҡорт һәм мосолман донъяһында ғына түгел, ғөмүмән, кешелек тарихында мең йылға бер тыуыр олуғ милләттәшебеҙҙең рухи урамына мөбәрәк байрам килде. Беҙ Зәйнулла ишан Рәсүлевтың исеме бар донъяға яңғырар мөҙҙәтте хәҡиҡәткә ышанғандай, иманыбыҙға табынғандай көттөк. Ҡасандыр атаҡлы ишандың Шакир атлы шәкертенә әйткән һүҙҙәренең хаҡлығын тап шул йыйындарҙа таныныҡ та инде. Был датаға арналған сараларҙың әһәмиәтен билдәләр өсөн "Зәйнулла Рәсүлев - атаҡлы башҡорт фекер эйәһе, дин эшмәкәре һәм мосолман донъяһының танылған мәғрифәтсеһе" тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында эшләгән секцияларҙың исемдәрен генә атап үтеү ҙә күпте һөйләр, олуғ шәхесебеҙҙең даирә киңлегенә ишаралар:

- Зәйнулла Рәсүлев һәм фәлсәфәүи фекер, Ислам донъяһында мәҙәни-рухи бәйләнештәр һәм традициялар;
- Зәйнулла Рәсүлев - мәшһүр башҡорт педагог-мәғрифәтсеһе һәм мосолман донъяһының рухи остазы;
- Архив сығанаҡтарында, ҡулъяҙма китаптарҙа, ваҡытлы матбуғатта һәм хәтирәләрҙә Зәйнулла Рәсүлевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге сағылышы;
- Зәйнулла Рәсүлев һәм XIX-XX быуат башында Башҡортостанда ижтимағи сәйәси фекер.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 1031

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru