«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

48. Рәйес Түләк һәм Әхмәр Үтәбайҙың "Буранбайҙың яҙған хатын уҡып…" китабы. "Һәр башҡорт уҡып сығырға тейеш китаптар исемлегенә Рәйес Түләк һәм Әхмәр Үтәбайҙың поэмалары һәм шиғырҙарынан торған "Буранбайҙың яҙған хатын уҡып..." тип аталған китабын тәҡдим итәм. Был китапты башҡортмон тигән кеше тулҡынланыуһыҙ, хатта күҙ йәштәрһеҙ уҡый алмайҙыр, тип уйлайым. Рәйес Түләктең "Яныу" поэмаһы, Үтәбайҙың "Уяныу" шиғыры, "Мин - Буранбай" поэмалары менән башланып киткән был китап милләтенә һәм диненә, тыуған еренә, туған теленә битараф булған күптәрҙе "йоҡоһанан уятырлыҡ".
"...Минең яфа сиккән себерҙәрҙән
Ҡайтарығыҙ анау уландарҙы.
Үҙебеҙҙә күпме байлыҡ ята,
Ер ярата белә уңғандарҙы", - тигән әрнеүле шиғыр юлдары Әхмәрҙеке булһа, киләһе үҙәк өҙөрлөк һүҙҙәрҙе Рәйес Түләк яҙа:
"...Типһә, тимер өҙөр төҫлө ине,
Бер бәһлеүән ине торғаны.
Майҙанда ал бирмәҫ көслө ине,
Араҡының булды ҡорбаны".
Ниндәйҙер бер тәмле нәмә хаҡында күпме генә һөйләһәң дә, үҙең татып ҡарамайынса, уның хаҡында тулыһынса белеп еткереп булмаған кеүек, был китапты ҡабаланмай ғына, тәмләп кенә уҡып сығыу кәрәк. Шундай тетрәткес әҫәрҙәрҙе уҡымаған кеше күп нәмәнән мәхрүмдер. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған, ифрат та ҡыйыу яҙылған был йыйынтыҡ йәштәребеҙҙе патриотик тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнар, тигән ышаныс бар. Бергә уйнап үҫкән ауылдаш был ике шағирҙың ошо китабындағы күп кенә әҫәрҙәрен өлкән йәштәге мәктәп уҡыусылары өсөн синыфтан тыш уҡыу дәреслектәренә лә индерерлек", - ти яҙыусы Хәлил Һөйөндөков хатында.

49. Әмир Әминев "Ҡытайгород". "Заман әҙәбиәте өлгөләренән мин Әмир Әминевтың "Ҡытайгород" повесын тәҡдим итәм. Һәр ижадсының - шағир булһынмы, яҙыусы йә йырсы булһынмы - үҙенең уҡыусылары була. Әмир Әминевтың повесть-хикәйәләрен иһә, барыһы ла яратып уҡый. Сөнки уның яҙған әҫәрҙәре беҙҙең замандаштарҙың проблемаһын сағылдыра. Әҫәр тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе ҡурсалау, рухыбыҙҙы һаҡлау, ата-бабалар васыятына тоғро булыу, айыҡ тормош алып барыу, ауыл йәшәйеше менән ҡала араһындағы айырмалыҡтар, йәштәргә эш табыу, халыҡты ҡайғырта белеүсе етәкселәр мәсьәләһе кеүек ҡырҡыу проблемаларҙы күтәргән. Был әҫәр бер кемде ле лә битараф ҡалдырмай. Бына шундай әҫәрҙе тыуҙырғаны өсөн дә Әмир Әминев Рәсәйҙең бик дәрәжәле Ҙур әҙәби премияһына лайыҡ булды. Әҫәр фантасмогорик жанрҙа ижад ителгән, шулай ҙа повестың сюжеты: "Кешем, абай бул! Халҡым, уяу бул!" - тигән кеүек", - тип яҙа Гөлсөм Монасипова.

50. Шакир Янбаев "Зәңгәр сатыр". "Бик оҫта хикәйәсе ине Шакир Янбаев. Һуғыш йылдарында шофер булып хеҙмәт итеп, ҡайтҡас ижад итә башлап, бик үҙенсәлекле проза әҫәрҙәре яҙҙы ул. 1976 йылда донъя күргән "Зәңгәр сатыр" тигән романы геологтарҙың ауыр хеҙмәте, коллективтағы мөнәсәбәттәр тураһында. Һис шикһеҙ, әҫәр "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә инергә тейеш", - тип яҙа Ғәлиә Шәмсетдинова.

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА алып бара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 1122

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru