«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ КӘСЕПТӘРҘЕ ТЕРГЕҘЕРГӘ КӘРӘК, ТИНЕМ...
+  - 

Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә, ти халҡыбыҙ. Һәр кем йөрөй-йөрөй, ил-йорт күрә-күрә, ут-һыу кисә-кисә тәжрибә туплай. Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ ҙа Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында эшләп, төрлө халыҡтарҙың көнитмешен өйрәнгәндән һуң, тыуған яғына ҡайтып, халыҡ кәсептәренә нигеҙләнгән кейеҙ-быйма баҫыу цехы аса. 2012 йылда Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа быйма, кейеҙ баҫыу цехы асып ебәреп, һатып алыусыларына киң ассортиментлы тауар тәҡдим итеүгә өлгәшкән Йәмил Рафиҡ улы БАЙМЫРҘИН тураһында бөгөнгө һүҙебеҙ. Ул үҙенең уңыштары, быйма, кейеҙ баҫыу эшенең ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ауырлыҡтары тураһында бәйән итер. Был әңгәмәне уҡығандан һуң уҡыусыбыҙ үҙенә фәнни нигеҙле тәжрибә алыр, тип ышанабыҙ.

Быйма баҫыу эшенең нескәлектәре тураһында аҙымлап һөйләһәгеҙ, шат булыр инек...

- Быйма, кейеҙ баҫыу төрки халыҡтарында киң таралған кәсептәрҙең береһе. Ул башҡорттар өсөн дә хас күренеш. Сөнки халҡыбыҙ элек-электән малсылыҡ менән көн күргән. Башҡорттоң ҡуй көтөүҙәренең иге-сиге күренмәгән. Быйма баҫыу төрки халыҡтарында барлыҡҡа килгән шөғөл, тип әйтергә була, сөнки, тарихтан билдәле булыуынса, төрки халыҡтары аяҡтарына кейеҙ туҡымалар урап йөрөр булған. Минең күҙаллауымса, бөгөн билдәле силғау һымаҡ булғандыр ул боронғо аяҡ кейеме. Славян халыҡтары төркиҙәрҙең был асышын камиллаштырыуға өлгәшкән. Улар уралған кейеҙ аяҡ кейемен һыуға манып, аҙаҡ мейестә ҡыҙҙырып, уңайлы итеп ҡырҡып, быйма рәүешенә килтергән. Шулай итеп, халыҡтарҙың күп йыллыҡ тәжрибәһенән сығып, беҙ бөгөн белгән быйма барлыҡҡа килгән дә инде.
Шөғөлөбөҙ ниҙән ғибәрәтме? Һарыҡ малының йөнөн ҡырҡып алып, уны йыйып, таҙартып, эшкәртәһең дә, тетәһең. Борон өләсәйҙәр уны ҡул менән тетһә, бөгөн цехтарҙа йөн теткес машина ярҙамға килә. Беҙҙең дә ундай машинабыҙ бар. Тетелгән йөндән быйма "һалабыҙ". Быйма "һалып", килеп сыҡҡан нәмәне өйрөлтөп, эҫе һыуҙа йыуып, уға ҡалып кейҙереп, мейескә тығып, эшкәртеп, таҙартып, ҡырҡып, тигеҙләп сығарһаҡ, әҙер быйма барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, йөн ҡырҡҡандан алып мейестән быйма килеп сыҡҡансы биш көн үтеп китә. Бер быймаға биш көнлөк хеҙмәт талап ителә, тимәк. Шуға, быйма баҫыу эше еңелдән түгел ул. Мәшәҡәте күп. Әле мин 5 кенә операцияны һананым. Уларҙың араһында тағы ваҡ әҙерлек эштәре бар.

Йәмил ағай, бындай эште башлар өсөн бик аҡыллы баш кәрәктер. Һеҙ был тиклем аҡылды ҡайҙа тупланығыҙ? Ҡайҙа белем алдығыҙ?

- Беҙ йылдар үткән һайын аҡыллыраҡ булмайбыҙ - тәжрибәлерәк кенә булабыҙ, тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Шул ҡағиҙәнән сығып ҡарағанда, һорауығыҙҙы, бәлки, әлеге уңыштарығыҙға илтер тәжрибәне ҡайҙан алдығыҙ, тигән формала биреү урынлыраҡ булыр. Магнитогорск дәүләт тау-техник университеты энергетика факультетының автоматлаштырыу һәм экология бүлеген 2006 йылда тамамлағас, Свердловск өлкәһенә эшкә юлландым. Ошо сәфәрҙән башланды ла инде минең Рәсәйҙең төрлө ҡалалары буйлап күсеп йөрөүем. Эшем, хеҙмәтем талап ителгән урындарҙа эшләй-эшләй, бик күп ерле халыҡтар менән аралашырға, уларҙың көнкүрешен өйрәнергә, фекерләү үҙенсәлеген тойомларға форсат тыуҙы. Ошо 6 йыл эсендә үҙ халҡыбыҙҙың көнитмеше, уның бөгөнгөһө, милли традициялары, кәсептәренә нигеҙләнеп, заманса, заман талаптарына тап килерлек эш асыу идеяһын күңелемдә йөрөттөм. Үҙебеҙҙең кәсептәрҙе тергеҙергә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Халҡыбыҙ борон-борондан ағас һырлау, тимер сүкеү, күн эшкәртеү, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу һымаҡ көнкүреш тауарҙарына булған ихтыяжын үҙ көсө менән ҡәнәғәтләндергән. Ағас эшендә оҫталыҡ үрҙәренә артылыусы замандаштарыбыҙҙың бихисап булыуын иҫәпкә алып, ә кейеҙ баҫыу, быйма баҫыу өлкәһе әлегә етерлек кимәлдә үҙләштерелмәүенә баҫым яһап, үҙ эшемде ошо йүнәлеш буйынса башларға булдым. Быйма, кейеҙ баҫыу нескәлектәрен үҙ эшенең оҫталарынан өйрәндем. Уларҙың оҫтаханаларына йөрөнөм, эшен күҙәттем. Ҡайһы бер ағай-апайҙарҙы үҙебеҙгә саҡырып, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүенә өлгәштем. Кейеҙ, быйма баҫыуҙың заманса инновациялары интернет селтәренән дә өйрәнелде. Шулай итеп, белемде бөртөкләп йыйҙым. Әле лә өйрәнеүҙән туҡтағаныбыҙ юҡ. Бөгөн дә яңынан-яңы оҫталыҡтар үҙләштереүгә, һөнәребеҙҙе яңы ысулдар менән камиллаштырыуға, эш процесыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ ҡулайлаштырыуға көсөбөҙҙө һәм ваҡытыбыҙҙы йәлләмәйбеҙ. Халыҡтан йөн йыйып, йөндән төрлө-төрлө әйберҙәр: ҡаталар, быймалар, кейеҙҙәр эшләй башланыҡ. Артабан эш күләмебеҙҙе арттырып, кейеҙҙән тирмәләр ҡороуға ла тотоноп киттек. Хәҙер заказға ла эшләйбеҙ тирмәне. Халыҡты юрғандар менән дә тәьмин итәбеҙ. Унан тыш, беҙҙең бик оҫта ҡуллы ҡыҙҙарыбыҙ бар - улар быймаларға матур, күҙ яуын алырлыҡ биҙәктәр сигә, ойоҡбаштар бәйләргә лә өлгөрә. Беҙгә ныҡ ярҙам итә улар. Бергәләп татыу ғына эшләп, халҡыбыҙҙы тауарҙарыбыҙ менән тәьмин итеп, йәшәп ятҡан көнөбөҙ. Эште ҡулайлаштырыуға, оптималләштереүгә һөнәрем буйынса инженер булыуымдың да ярҙамы тейә.

Был эштең ауырлыҡтары ла барҙыр бит, уларҙы һеҙ генә, һеҙҙең һымаҡ оҫталар ғына белә. Ниндәй ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килде?

- Әлбиттә, эшеңде яратып башҡарһаң, уның күп нескәлектәрен өйрәнһәң, уның тураһында сәғәттәр буйы һөйләрлек мәғлүмәткә эйә булаһың инде. Минең һымаҡ уҡ, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең күңелегеҙгә ятҡан өлкәлә эш башлай алаһығыҙ. Бының өсөн нимә кәрәклеген һеҙ минһеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ. Йәғни, был эште башлар өсөн сыҙап торғоһоҙ көслө теләк кенә кәрәк. Ауырлыҡтарға килгәндә, ҡайһы ғына эште алғанда ла, үҙ ауырлығы була инде ул. Беҙҙең эштә күп нәмә ҡул оҫталығыңа, бармаҡтарыңдың етеҙлегенә, һиҙгерлегенә һәм күңелеңдең, кәйефеңдең күтәренке булыуына бәйле. Һуңғыһы барлыҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн дә мөһим талаптыр, минеңсә: кәйефең булмаһа, эшең дә бармай. Ошолар, йәғни, оҫта ҡулың, яҡшы кәйефең, яҡты уйҙарың булған саҡта һәм сыҙап торғоһоҙ теләгең бар икән, оҫталыҡ үрҙәренә артыла башларға тәүәккәлләй алаһың.
Һеҙҙе, моғайын, финанс мәсьәләләре лә ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Уңайҙан файҙаланып, беҙгә үҙ ваҡытында финанс ярҙамы күрһәткән Әбйәлил районы хакимиәтенә оло рәхмәтемде еткерергә теләйем. 2010 йылда йәш эшҡыуарҙарға үҙ эштәрен башлап ебәреү өсөн аҡсалата ярҙам - стартап дәүләт программаһы эшләй башланы. Беҙ ҙә ошо программа сиктәрендә субсидия алдыҡ. Беҙҙән бары тик үҙ эшебеҙҙе башлап ебәреү өсөн кәрәк булған ҡорамалдар исемлеген төҙөү, аҙаҡ, ҡорамалдар һатып алынғас, дәүләткә улар тураһында отчет биреү генә талап ителде. Беҙ, мәҫәлән, был эшкә 100 мең һум һалһаҡ, дәүләт тә шундай уҡ суммала ярҙам итте. Дөйөмләштереп, ябайлаштырып әйткәндә, шулай.

Сеймал тураһында ла әйтеп китеү урынлы булыр...

- Беҙҙең район элек-электән малсылыҡ өҫтөнлөк иткән райондарҙың береһе булды. Шунлыҡтан, әлеге көндә иҡтисади хәлдең, ауыл хужалығының ниндәй хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең районда 30 меңдән ашыу һарыҡ малы иҫәпләнә. Һәр һарыҡтан, яҡынса әйткәндә, 500 граммдан 1 килограммға тиклем йөн ҡырҡып алыу мөмкинлеген иҫәпкә алғанда, йылына беҙҙең районда яҡынса 30 мең килоға яҡын сеймал әҙерләнә, тип әйтергә була. Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙең ҙур булмаған цехыбыҙҙа бөтөн был күләмде үҙләштереп, эшкәртеп өлгөрә алмайбыҙ. Беҙгә уның 4 тоннаһы ла етә. Ҡалған сеймал сит өлкәләргә, сит райондарға тарала. Был районыбыҙҙың етештереү ҡеүәте тураһында һөйләй.

Конкурентлыҡ ҡамасауламаймы эшегеҙгә?

- Кейеҙ, быйма баҫыусылар республикала, илдә беҙ генә түгел икәне һәр кемгә мәғлүм. Беҙҙең районда ла, күрше райондарҙа ла кейеҙ, быйма баҫыусы коллегаларыбыҙ бар. Улар менән беҙ тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм сама менән ярышабыҙ. Хаҡты кәметеп, күршеләрҙе "батырырға" тигән уй башыбыҙға ла инеп сыҡмай. Күмәртәләп алыусыларға ташламалы хаҡ менән тауар оҙатһаҡ та, ваҡлап алыусы клиенттарыбыҙға күршеләребеҙ, коллегаларыбыҙ ҡуйған хаҡ менән һатабыҙ тауарҙы. Конкуренттарҙы "батырайым", үҙ өҫтөнлөгөмдө булдырайым, тигән маҡсат менән эшләгән хәлдә, ундай "эшҡыуарҙар" йыш осраҡта уңышһыҙлыҡҡа дусар була - үҙе "бата". Миңә ҡалһа, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар бер-береһен аяп, коллегалары менән хеҙмәттәшлек итеп эшләргә бурыслы, беҙ шулай эшләйбеҙ ҙә. Мәҫәлән, беребеҙҙең ниндәйҙер ҡорамалы ватылһа, икенсебеҙгә ярҙам һорап барабыҙ бит. Коллегалар Учалы, Баймаҡ, Сибай, Магнитогорск, Силәбе ҡалаларында һәм беҙҙең районда ла бар. Һәр ҡайһыһының үҙенең генә өҫтөнлөк биргән тауары бар. Кемдер, мәҫәлән, быйма баҫыуға махсуслаша, кемдер кейеҙ эшләүгә, ә бәғзе берәү йөн иләп, ойоҡбаштар бәйләп, һатыуға сығара. Йәғни, бер кем дә күршеһенә ҡамасауламай. Беҙ иһә, универсаллеккә йөҙ борғанбыҙ. Әҙ-әҙләп, төрлө тауар етештерәбеҙ.

Шулай итеп...
Йәмил Рафиҡ улы Баймырҙин һымаҡ эшлекле, фекерле, ғәмле, кешелекле замандаштарыбыҙ күберәк булһа ине, тигән теләктә әңгәмәне йомғаҡлайбыҙ. Уҡыусылар үҙҙәренә кәрәкле һығымтаны үҙе яһағандыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.03.17 | Ҡаралған: 987

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru