«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИБАЙҘАР ҠОР ЙЫЙҘЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Сибай институтында "Башҡортостан - үҫеш территорияһы: эшҡыуарлыҡ, экология, тел һәм мәҙәниәт" тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.

- Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә үткәрелгән сараларҙа беҙ, беренсе сиратта, тел мәсьәләләренә туҡталабыҙ, - тине Сибай институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов сараның пленар өлөшөн асып. - Бер нисә йыл элек дөйөм белем биреү учреждениеларында әсә телен, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе хәл ителгән кеүек ине. Әммә, Федераль дәүләт белем биреү стандарты үҙгәреүгә һылтанып, күп кенә мәктәптәр башҡорт теле дәрестәренә сәғәттәр бүлмәй башланы. Улайға китһә, юғары белем биреү өлкәһендә лә Федераль дәүләт белем биреү стандарты үҙгәрҙе, шулай ҙа беҙ Сибай институтында эшләп килгән барлыҡ факультеттарҙа ла башҡорт теле дәрестәрен һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Дәрестәрҙә студенттар башҡорт халҡының мәҙәниәте, этнографияһы, арҙаҡлы шәхестәре менән таныша.
Һәм тағы. Үкенескә ҡаршы, бөгөн күп кенә ир-егеттәребеҙ эш юҡлыҡтан сит яҡтарға сығып китергә мәжбүр. Һөҙөмтәлә, балалар атай тәрбиәһе күрмәй үҫә, ғаиләләрҙә атай абруйы төшә. Был ҡайһы саҡ ғаиләләрҙең тарҡалыуына ла килтерә. Тимәк, күп кенә проблемаларҙы хәл итеү өсөн эш урындары булдырыу кәрәк. Бөгөн бөтә ил бәләкәй эшҡыуарлыҡтың отошло булыуын билдәләй. Ошо йәһәттән, беҙ бөгөн туризмды үҫтереүгә айырыуса иғтибар итергә бурыслыбыҙ. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәте һәр кемдә һоҡланыу уята, шифалы, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлегенең баһаһы сикһеҙ. Тимәк, туризмды йәйелдереү - беҙҙең республика өсөн иң ҡулай бизнес. Шул уҡ ваҡытта халыҡты эш менән тәьмин итеү ысулы ла. Шулай уҡ, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, баҡсасылыҡ эшен киң йәйелдереү, дарыу үләндәре әҙерләү һәм һатыуға сығарыу буйынса ла эшләйһе эштәр етерлек…
Зиннур Ғөбәйҙулла улының сығышы конференцияла һөйләнәсәк сығыштарҙың төп темаһына йүнәлеш бирҙе: экология, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй генә эшҡыуарлыҡты үҫтереү, матди хәлебеҙҙе нығытыу, телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өлкәһендәге эштәрҙе әүҙемләштереү.
Артабан һүҙ тотҡан Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов та ошо юҫыҡта дауам итте: "Тирә-яҡ мөхитте, урман-ҡырҙарыбыҙҙы, йылға-күлдәребеҙҙе ҡурсалау - беҙҙең төп бурыс һанала. Экологияны һаҡлау буйынса эшләнек һәм эшләйәсәкбеҙ. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, элек беҙ полиэтилен, пластмасса тигән нәмәне белмәнек. Магазинға ептән үрелгән сетка тотоп барабыҙ ҙа, һатып алған аҙыҡ-түлекте ябай ҡағыҙға төрөп алып ҡайта торғайныҡ. Ҡағыҙҙың нимәһе яҡшы, уны яғып була йәки сүплеккә түкһәң, үҙе ятып серей. Ә хәҙер магазин кәштәләрендә ятҡан һәр тауар полиэтиленға төрөлгән, пластик шешәләрҙең күплеге тураһында әйтерлек тә түгел. Был материалдар экологияға ҙур зыян килтерә. Ә производствоны үҫтереүгә килгәндә, шуны әйтер инем: төбәктә элек-электән ауыл хужалығы менән күпләп шөғөлләнделәр һәм ҡасандыр Сибайҙа гөрләп эшләп торған Һөт-консерва комбинаты, элеватор һәм ит комбинаты ауыл хужалығы продукцияһын ҡабул итеүгә һәм эшкәртеүгә иҫәпләнгән булған. Мәҫәлән, Сибай элеваторы бөгөн 180 мең тонна иген ҡабул итергә әҙер. Тәүлегенә 300 тонна он етештерерлек ҡеүәте бар. Әммә Урал аръяғынан ашлыҡ килтереүселәрҙең һаны 5 процент ҡына тәшкил итә, ҡалғандары Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙән килеүселәр. Урал аръяғы ит комбинаты тәүлегенә 8 тонна колбаса ризыҡтары етештерә. Әммә унда Урал аръяғының ите юҡ. Сеймалдың күпселеген ситтән һатып алалар. Һөт-консерва комбинаты көнөнә 100 тонна һөт ҡабул итһә, эшләр ине. Һөт булмағас, ул ябылыуға дусар булған. Күреүегеҙсә, производство тулы ҡеүәтенә эшләһен өсөн төбәктә ауыл хужалығын үҫтерергә, сеймалды ҡабул итеүҙе ойошторорға кәрәк". Артабанғы сығыш яһаусылар - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов та эшҡыуарлыҡты үҫтереү, экологияны һаҡлау мәсьәләләренә туҡталды, быйыл республикала "Халыҡ-ара бәйләнеш теле булараҡ башҡорт теленең әһәмиәте" темаһы буйынса форум буласағы хаҡында хәбәр итте. "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева башҡорт ғаиләһенең статусын күтәрергә, халҡыбыҙҙың аңын уятырға һәм балаларыбыҙға тарихты өйрәтергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Билдәле ғалимдар Йәлил Һөйөндөков һәм Альфред Мөхәмәтйәровтың Урал аръяғының ҡаҙылма байлыҡтары һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бәйле докладтары бик тә урынлы булды. Филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева халҡыбыҙға мөрәжәғәтен ҡобайыр менән еткерҙе. Социология фәндәре кандидаты Тимур Мөхтәровтың "Башҡорт халҡының тел ассимиляцияһы процестары" темаһына ҡоролған докладында бик етди мәсьәлә күтәрелде. Екатеринбург ҡалаһының Урал дәүләт тау университеты доценты Ләлә Ғәйнулла ҡыҙы Йосопова үҙенең телмәрендә нисек итеп башҡа төбәктә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу тураһында һөйләне. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай төбәк комитеты рәйесе Гөлнар Фазылйән ҡыҙы Ноғоманова Урал аръяғындағы төп экологик проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары менән уртаҡлашты. Артабан конференция эше секцияларҙа дауам итте, һәр күтәрелгән тема ентекләп тикшерелде, улар буйынса резолюция ҡабул ителде.

Альбина ҠОҘАШЕВА.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.17 | Ҡаралған: 902

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru