«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СПОРТТА СИТ ҠАРШЫЛЫҠТАР ЮҠ, ҺИН НИ БАРЫ ҮҘЕҢДЕ ГЕНӘ ЕҢЕРГӘ БУРЫСЛЫҺЫҢ
+  - 

Уҡыусыларыбыҙ Илфат Әмировты былтыр гәзитебеҙҙең 25-се һанында баҫылған мәҡәлә аша ла беләлер. Һәр хәлдә, Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы егетенең көрәш майҙандары уртаһына башҡорт еләнен һәм ҡамсат бүркен кейеп сығыуы, рингтарҙа үҙен "Башҡорт" тип таныштырыуҙы талап итеүе хәтерегеҙҙә ҡалғандыр. Юрист һөнәрле, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында аспирантурала уҡыусы, Мәскәүҙә шөғөлләнеүсе спортсы-профессионал - ҡатнаш алыш төрҙәре (ММА) буйынса Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй турнирҙары еңеүсеһе Илфат ӘМИРОВ күптән түгел Ҡытайҙың Чиньжоу ҡалаһында үткән WLF турнирында еңеүсе булып танылғайны. Ошо уңайҙан Өфөгә ҡайтҡанында беҙ тағы ла уның менән әңгәмәләшеп алырға булдыҡ һәм уны редакцияға саҡырҙыҡ. Әйткәндәй, Өфөлә лә күнекмәләр үткәреүгә, ваҡыты бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Илфат беҙҙең редакцияла булырға, журналистар менән аралашырға бик ярата.

Илфат, һеҙ күптән түгел Ҡытайҙа ярыштарҙа ҡатнаштығыҙ. Был илгә барыуығыҙ, унда нисек сығыш яһауығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙсе...

- Турнир Чиньжоу ҡалаһында үтте. Беҙ, минең тренерым һәм секундантым, Ҡытайға саҡырыу буйынса барҙыҡ. Юл сығымдарыбыҙҙы ойоштороусылар үҙҙәре ҡапланы. Һөнәри рингта үҙ ауырлыҡ категориямда (70 кг) Рәсәй исеменән сығыш яһаным. Ҡытай көрәшселәре донъяның төрлө тарафтарынан килгән батырҙар менән алышты. Һәр ҡытай батырына - бер ҡунаҡ батыр тура килде. Мин быға тиклем һөнәри рингта бер тапҡыр ҙа еңелеү кисермәй, гел еңеп килгән Ҡытай спортсыһы менән көс һынашып, еңеүгә өлгәштем. Еңеү ҡыуанысы шул тиклем көслө булғандыр - ул төндә керпек тә ҡаҡманым тиерлек: ҡунаҡхана бүлмәһен буйға аҙымлап үлсәй-үлсәй, таң аттырҙым.
Ҡытайҙар киләһе ярыштарға тағы саҡырһа, ҡыуанып ҡатнашасаҡмын, тип йөрөйөм. Ни өсөн тигәндә, Ҡытай көрәшселәренең даны күптән, күптәргә билдәле. Ҡытай халыҡ республикаһында комплекслы яңғыҙ алыштар дәүләт тарафынан финанслана. Ҡытай дәүләт корпорациялары футболды һәм ҡатнаш алыш төрҙәрен үҫтереүгә мул аҡса бүлә. Шуға ла, ярыштары юғары кимәлдә ойошторола, спортсылары юғары уңыштары менән көйәрмәндәрен һөйөндөрә. Ҡытайҙарҙың тағы бер шәп яғы бар - улар донъялағы иң көслө белгестәрҙе үҙҙәренә ылыҡтырыу юлын эҙләй. Әлеге турнир - шуға дәлил.

Билдәле булыуынса, һеҙ Башҡортостанда Грепплинг федерацияһы булдырғанһығыҙ. Бынан тыш, һеҙ Өфөләге "Тархан" клубында бушлай оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғараһығыҙ, тип беләбеҙ. Әле ниндәй ғәмдәр, ниндәй сәмдәр менән Өфөгә килдегеҙ? Моғайын, тағы берәй ҙур эш атҡарырға уйлайһығыҙҙыр...

- Бер йыл самаһы элек Динар Аҡмырҙин менән Башҡортостанда грепплингтың ADCC төрө федерацияһы булдырҙыҡ. Бының өсөн Мәскәүҙәге федерациянан ризалыҡ алдыҡ. Әлеге көндә шул спорт төрөн үҫтереү хыялы менән янған көнөбөҙ. Беҙҙең бик шәп йәштәребеҙ бар. Улар көслө лә, рухлы ла, тырыш та. Ошо йәштәрҙе үҙем белгән һөнәрҙәргә өйрәтеп, уларҙан үҙем белмәгәнде өйрәнеп, Башҡортостаныма файҙа килтереү - тағы бер маҡсатым. Республикала ММА менән грепплинг спорттары, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, әллә ни үҫешеп китә алмай. Минеңсә, кәрәкле иғтибар булһа, был "ташты" ла урынынан ҡуҙғатып буласаҡ. Ул сағында ил кимәлендә генә түгел, донъя кимәлендә лә тотҡан урыныбыҙ ныҡлы буласаҡ. Күңелде ҡуҙғытып-ҡуҙғытып торған тағы бер проблема - ул ир-егеттәребеҙҙе ысын ир-егеттәр спорты менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Мине тағы сәләмәт тормош темаһы ла борсой. Йәштәштәр алкоголь, тәмәке, наркотик ҡулланыу һымаҡ алама ғәҙәттәрҙе үҙһенмәһен ине, тип теләйем. Был теләгем эшмәкәрлегемдә лә сағылыш табалыр. Балалар, үҫмерҙәр, йәштәштәр өсөн спортта юғары уңышҡа өлгәшкән Венер Ғәлиев, Денис Шафиҡов һымаҡ уҡ өлгө булғым килә.

Балалар, үҫмерҙәр тураһында һүҙ сыҡҡас, әйҙәгеҙ әле, һеҙҙең үҙегеҙҙең балалыҡ йылдары тураһында иҫләп алайыҡ. Һеҙҙе спортҡа илткән тәүге һуҡмаҡтар ҡайһы тарафтарҙан баш ала икән? Тағы, бөгөн барған оло юлығыҙ ҡай тарафҡа тоҫмалланыуы ла ҡыҙыҡлы беҙгә.

- Бала сағым тиҫтерҙәремдең, замандаштарымдың балалыҡ осоронан бер яғы менән дә айырылманы. Шул уҡ ауыл малайымын, йәйҙәрен йылға буйынан ҡайтышманыҡ, "Минск" мотоциклында елдерҙек, ҡайһы саҡта малайҙар менән "эләгешеп" киткән саҡтар ҙа булғыланы. Бала сағым Илкәнәйҙә үтте, унан Күмертау ҡалаһындағы 3-сө башҡорт гимназия-интернатында, 8-се синыфтан 11-сегә тиклем Ишембайҙағы кадет корпусында уҡыным. Мәктәптән һуң Мәскәүҙә Юриспруденция институтында студент һурпаһы "һемерҙем".
Бала саҡтан спорт менән шөғөлләндем: гимназияла ике йыл дзюдо өйрәндем, ҡала беренселегендә призер булдым. Кадет корпусында физкультура урынына ҡул һуғышы секцияһына йөрөү мөмкинлеген файҙаландым. Мәскәүгә күскәс, ҡатнаш алыш төрҙәре (ММА) менән ҡыҙыҡһынып киттем. Өс айҙан ҡатнаш алыштың Тсу Шин Ген төрө буйынса Рәсәй чемпионы титулын яуланым. Унан күп тә тормай, панкратион буйынса Рәсәй чемпионатында призерҙар исемлегенә индем. Шулай яйлап-яйлап шөғөлләнеп, 2011 йылда тәүге һөнәри алышта ҡатнашыу сирҡанысы алдым. Шул көндән алып һөнәри рингтарҙа сығыш яһайым. Ваҡыты-ваҡыты менән һәүәҫкәрҙәр өсөн ойошторолған турнир-чемпионаттарҙа ла ҡатнашам. Былтыр тулы бәйләнешле каратэ буйынса Рәсәй чемпионатында беренселек яуланым.
Ҡытайҙан башҡа сит илдә сығыш яһағаным юҡ ине. Киләсәктә Ҡытайға барып, ошо ойошманың чемпионы исемен яуларға теләйем. Аҙаҡ, берәй мәл, бөтөн уңышлы ҡатнаш алыш төрҙәре көрәшселәре һымаҡ, ММА "мәккәһе"нә - Америкаға барып етермен, шунда шөғөлләнермен, тигән хыялым бар. АҠШ-та донъяның иң яҡшы оҫталары көрәшә. Шуға ла барыһы ла Америкаға ынтыла, сөнки унда ММА спортының иң шәп спотсылары йәшәй. Иң яҡшы промоутерҙар ҙа, иң яҡшы көрәшселәр ҙә АҠШ-та. Бөгөн АҠШ спортсылары менән көс һынашып ҡарамай тороп, үҙеңде иң яҡшы көрәшсе тип атауы ауыр.

Башҡортостан рапирасылары, биатлонсылары, шорт-трексылары менән көслө булһа ла, ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса донъя кимәленә сыҡҡан спортсыларыбыҙ әлегә юҡ шикелле. Венер Ғәлиевты иҫәпләмәгәндә инде...

- Эйе, Венер Ғәлиевыбыҙ бар, әммә ул элекке мәктәп вәкиле. Уға инде 42 йәш. Венер һымаҡтар күберәк булһын ине лә бит. Йәш, өмөтлө егеттәр барлыҡҡа бар ул. "Тархан" спорт клубында байтаҡ егеттәр шөғөлләнә. Тик уларға матди ярҙам да кәрәк. Әйтәйек, йәштәр үҙҙәренең көндәлек мәшәҡәттәренән арынып, махсус рәүештә спорт менән генә шөғөлләнһә, тау аҡтарырҙар ине. Әлегә уларға эш менән ғаилә, ярыш менән көндәлек мәшәҡәттәр араһында өҙгөләнеп йәшәргә тура килә. Минең үҙемә лә ғаилә менән спорт араһында өҙгөләнергә тура килә ул. Мәҫәлән, Мәскәүҙә бер нисә залда Башҡортостан кешеләренә, милләттәштәргә күнекмәләр үткәрәм. Үҙем ныҡлап шөғөлләнер урынға, тренерлыҡҡа ваҡыт бүлмәй булмай. Ғаиләне ҡарар өсөн башҡа килем алыр ер юҡ.

Киләһе һорау яп-ябай яңғырай: һеҙҙең өсөн спорт нимә ул?

- Тормоштоң үҙе... Шулай тиһәм, дөрөҫөрәк тә, анығыраҡ та булыр. Күптәр спортты, йәшәү рәүешем, тип атай. Был фекер менән дә килешәм. Әммә минең өсөн спорт йәшәү рәүеше генә түгел, ә йәшәүҙең үҙе. Булмыш, тигән билдәләмә лә тап киләлер. Кеше хыялдарын тормошҡа ашырыу маҡсаты менән йәшәй. Ул көндән-көн йә теге, йәки был хыялына яҡыная, йә унан алыҫлаша. Шул, минеңсә, - ғүмер итеүҙер. Спорт минең хыялдарымды тормошҡа ашырыусы уңышлы билет та. Әгәр мин спортҡа килмәһәм, бөгөнгө уңыштарыма өлгәшә алыр инемме - юрамайыҡ. Бәлки, өлгәшер ҙә инем. Миңә ҡалһа, спортта үҙеңдең эске мөмкинлектәреңде асыу өсөн шарттар яҡшыраҡ. Һиңә сит ҡаршылыҡтар ҡамасауламай - һин ни бары үҙеңде генә еңергә бурыслыһың. Һин егелеп эшләргә тейешһең. Егелеп эш-ләһәң, ахырҙа, ниндәйҙер һөҙөмтәгә барыбер ирешелә. Спорттың шул яғы миңә айырыуса оҡшай.

Күнекмәләргә күпме ваҡыт бүләһегеҙ?

- Көн һайын икешәр тапҡыр күнекмә үтәм. Һәр күнекмә 2-3 сәғәткә һуҙыла. Бөтөн аспекттар буйынса ла эшләйем: көрәш буйынса ла, бокс, ирекле көрәш, партер, грепплинг, функциональ әҙерлек, кроссфит, ауыр нәмәләр күтәреү һәм башҡалар буйынса. Күнекмә төрҙәре бихисап, шуға күп эшләргә тура килә.

Мәскәүҙә мәҙәни сараларға йөрөргә ваҡыт ҡаламы һуң?

- Ҡала, ҡала! Театрҙарға, мюзиклдарға йөрөргә яратам. Яңыраҡ "Граф Монте-Кристо" мюзиклына барҙыҡ. Быға тиклем китабын уҡығайным. Шуныһы ҡыҙыҡ булды - китап уҡығанда әҫәр геройҙарын бер төрлө күҙ алдына килтерәһең, ә тамашала уларҙы бөтөнләй икенсе яҡтан асаһың. Яңыраҡ Валерий Золотухиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә барҙыҡ. Әсәйем Мәскәүгә килгәндә Джигарханян театрында үткән "Исемһеҙ йондоҙ" пьесаһын кинәнеп ҡараныҡ.

Һеҙ төрлө тән йәрәхәттәре алыуҙан да һаҡланмағанһығыҙ. Өлкәнәйгәс, берәй эҙемтәләре һаулығығыҙ торошона йоғонто яһар, тип ҡурҡмайһығыҙмы?

- 2011 йылда мин һеңерҙәремде өҙҙөрҙөм һәм 8 айға спорттан ситләшергә мәжбүр булдым. Операция өҫтәленә ятырға тура килде. Миңә бер мәҡәл оҡшай: карапҡа портта хәүефһеҙерәк. Әммә карап бит портта ултырыу өсөн төҙөлмәгән. Шуның кеүек, спорт йәрәхәттәрһеҙ булмай. Йәрәхәттәр алғанда ла һыҙлана-һыҙлана шөғөлләнәм. Ҡытайға барырға әҙерләнгән сағымда ҡабырға-ара невралгияһы һөҙөмтәһендә мануаль терапия алдым. Ә һыҙланыу ҡалды. Ауыртынһам да, күнекмә үтергә, алышырға тура килде.
Спортта үҙеңде йәрәхәтләйһең, ә ихтыяр көсөң арта. Кеше һәр ваҡыт зарланырға ярата. Уның берәй ере һыҙланымы - дауаханаға йүгерә. Спортсылар - иреклерәк кешеләр. Уларҙың бөтөн ере лә ауыртырға мөмкин - улар быны күрһәтмәй, белдермәй. Мин йыш ҡына иртәләрен саҡ-саҡ тороп китәм. Ҡайһы бер көндәрҙә кәләшем торорға ярҙамлаша. Һыҙлана-һыҙлана залға барып етәм дә, әҙ-мәҙ атлап, йылынып алһам, барыһы ла урынына ултыра.

Аңды әҙерләү күнекмәләре һеҙҙең әҙерлектең төп өлөшөн тәшкил итә, тигәйнегеҙ...

- Эйе, иң ҡыйыны күнекмә түгел. Иң ҡыйыны - күнекмәгә барып етеү. Минең тәүге күнекмә иртәнге 8-ҙә башлана. Мәскәүҙә 8-гә залға барып етеү өсөн 6-ла йоҡонан торорға кәрәк. Мин етенсе яртыла өйҙән сығам да, сәғәт ярым ваҡытым юлға китә. Өйгә төнгө ун икелә ҡайтып ауам. Ике, өс ауыр күнекмәнән һуң иртәнге 6-ла тороу - иң ҡыйыны. Бына ошондай мәлдә үҙ аңыңды көйләргә кәрәк тә инде. Чемпион булыр өсөн үҙеңде-үҙең еңергә өйрәнергә кәрәк. Күнекмәләр үтер өсөн үҙеңде-үҙең еңә алһаң ғына дәғүәсеңде лә еңә алырлыҡ ихтыяр көсөнә эйә булаһың. Чемпион булғың килә икән - үҙеңде һәр ваҡыт "һындырырға" тейешһең. Һәр иртә үҙеңде-үҙең мәжбүр итергә, һындырырға тура килә.

Һиңә был спорт төрөнән ҡәнәғәтлек ҡасан килде?

- Ҡатнаш алыш төрҙәрендә мине иң ныҡ дәртләндергәне - алыштан һуң ҡулыңды күтәреп, һине еңеүсе тип иғлан итеүҙәре. Был тойғоно һүҙ менән әйтеп, аңлатып булмай. Үҙеңдең ниндәй ҙур эш эшләүеңде, ниндәй ауырлыҡтар аша үтеүеңде белеп еңһәң, минең өсөн төп мотивация - шул. Тәүге тапҡыр ҡулымды күтәргән саҡтарында, "Был бит мин көткән хыял, был минең йондоҙло сәғәтем", тигән аңлауға килдем.

Шулай итеп...
"Һинең өсөн уңышлы заман башҡорто кем ул? Уның сифаттарың һанап кит әле" - әңгәмәбеҙҙең аҙағында ошо һорауҙы төбәнек милләттәшкә. Һәм ошондай яуаптан ҡәнәғәт ҡалдыҡ: "Беҙ ныҡ үҙгәреүсән заманда йәшәйбеҙ. Беҙ ҙә үҙгәрергә тейешбеҙ. Уңышлы башҡорт - үҙгәрештәргә яраҡлаша белгән кеше ул. Хәрәкәтсән дә булырға тейеш бөгөнгө замандың уңышлы кешеһе. Әлбиттә, хәрәкәтсәнлек беҙҙең менталитетта үтә хас нәмә түгел. Башҡорт элек-электән бары тик һуғыштар мәлендә генә хәрәкәтсәнгә әүерелгән. Ләкин беҙгә бөгөн менталитетты үҙгәртеү предметын яңынан ҡарау ҡамасауламаҫ ине. Быны ғалимдар, зыялыларыбыҙ өйрәнергә, халҡыбыҙға ниндәйҙер йәшәйеш йүнәлеше бирергә тейештер, тип уйлайым..."

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.17 | Ҡаралған: 948

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru