«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘХЕТЛЕЛӘР КҮБЕРӘК БУЛҺЫН!
+  - 

Автобус туҡталышында ике таныш осрашты. Күрәһең, күптән күрешмәгәндәр - һәр береһе яңылығы менән бүлешергә ашыҡты. Берәүһе быйыл хаҡлы ялға сыҡҡан, икенсеһе күптән түгел генә ҡыҙын кейәүгә биргән.

- Ҡыҙым бик яҡшы ергә төштө. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар уны алтынға күмде, кейәү мәһәргә кәләшенең муйынына бармаҡ ҡалынлыҡ сылбыр элде. Туй Өфөнөң иң затлы ресторандарының береһендә үтте, республиканың билдәле артистары алып барҙы, байрам унда ҡатнашҡандарҙы шаҡ ҡатырҙы... - никахта, туйҙа бирелгән затлы әйберҙәр, теләнгән теләктәр тураһында тәфсирләп һөйләргә ауыҙ асҡан танышының хәбәрен бүлеп, олорағы:
- Бөгөн кешене бай туй менән аптыратып буламы ни ул? Минеңсә, туйҙың бөтәһе лә ҙур тамаша һымаҡ үтә... - тине.
- Эйе шул. Хәҙер кеше бер-береһенән уҙҙырырға, ярышырға тырышып, балаларына туй үткәрә, - күптән түгелге тәьҫораттары менән ихлас бүлешергә йыйынған ҡатын тиҙ генә әңгәмәсеһенең фекерен йөпләне. - Кешене, ысынлап та, әлеге ваҡытта бер нәмә менән дә ғәжәпләндереп булмай. Бына ошо туҡталышта береһе йығылып ятһа, бер кем ярҙам ҡулы һуҙырға, хәлен белешергә ашыҡмаясаҡ. Ошонда ике автомобиль бәрелешһә, ярҙам итеү түгел, шаһитлыҡ ҡылмау өсөн кеше, киреһенсә, ҡасасаҡ ҡына. Иманым камил, һин дә тайыр инең, мин дә күрмәмеш-белмәмеш булыр инем. Хәҙер бөтә кеше вайымһыҙ, айырыуса, йәштәр ғәмһеҙ...
Һәр кемдең үҙ бизмәне тигәндәй, был ханымдың да бөтә нәмәне үҙ үлсәменә, тәрбиәһенә ҡарап үлсәгәне тойола. Бөгөн кеше сит кешенең бәләһенә күҙ йомоп ҡарай, тигәне менән бер ҙә килешкем килмәй. Ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләр бик күп арабыҙҙа. Яңыраҡ ял көнөндә саф һауала йөрөргә сыҡҡан инек. Тротуарға яҡын ғына ағасҡа һөйәлеп, оло йәштәге инәй, уның янында коляска менән йәш әсәй тора. Барып, хәлен һорашҡас, шул асыҡланды: хәле бөтөп йығылып барған инәйҙе күреп, йәш ҡатын ашығыс ярҙам саҡырған да, медицина ярҙамы килгәнен көтөп тора икән. Уның янында торғанда, эргәһендә кеше булыуын күрһәләр ҙә, олоһо ла, кесеһе лә туҡтап, эштең ниҙә икәнлеген һораны. Ун бишләгән үтеп барыусының бер-икеһе генә өндәшмәй үтеп китһә киткәндер, әммә күпселеге үҙ ярҙамын тәҡдим итте.
Бер нисә йыл элек, ысынлап та, кеше мөнәсәбәттәре араһында күрмәгәнгә, ишетмәгәнгә һалышып үтеп китеү күренеше күҙәтелгәндер. Үҙем дә, йәштәр ололарға урын бирмәй тип автобус эсендә ғауға сығарған, бәхәс-низағты күтәреп, хуплап алып китергә әҙер булған кешеләрҙе осратҡаным булды. Һуңғы йылдарҙа иһә автобуста оло кеше инһә, йәш-елкенсәк йәһәт кенә урынынан тора.
Әйткәндәй, үрҙәге ҡатын әйтмешләй, бөгөн кешене бай туй менән аптыратып булмаһа ла, изге эштәр, матур ҡылыҡтар менән ғәжәпләндереп була. Әлеге шул автобуста урын биреү миҫалын ғына алайыҡ. Ҡайһы саҡ береһе тороп, үҙенең урынын тәҡдим итһә, аптыраған кешеләр осрай, буш урынға ултырырға ҡыймай торалар хатта. Урын биреүсегә үҙен нисектер бурыслы итеп тойоп, уның ҡулындағы сумкаһын, төйөнсөгөн алырға, ултырғыстың ситенә генә ултырып, ингән кешегә эргәһенән урын бирергә тырышҡан булалар.
Яңыраҡ тротуар аша сыҡҡанда ҡар һалып бейегәйгән, өҫтәүенә, кеше күп йөрөгәнлектән боҙға әйләнгән урындан сыҡҡанда алда барған үҫмер егет үҙе һикереп кенә сыҡты ла, миңә ҡулын бирҙе. Уның ярҙамы менән был ҡаршылыҡты еңел генә үткәс, артымдан килгән өлкән йәштәге ҡатынға: "Бирегеҙ ҡулығыҙҙы, ярҙам итәйем", - тигәйнем, шул тиклем аптырап ҡараны, шулай ҙа ҡулын һуҙҙы. Артабан юлды бергә дауам иттек. - Таныш булмаған кешенең ярҙам тәҡдим итеүенә өйрәнеп булмай әле, - тине ул көлөмһөрәп. -Хаҡлы ялға сыҡҡансы ҙур ҡалала йәшәнек. Унда һәр кем үҙе өсөн генә йәшәй, шуға өйрәнелгән. Бында ҡайтҡас, йәшерәктәрҙең йәмәғәт транспортында урын биреүенә аптырай инем. Бөгөн йәш егеттең - һеҙгә, һеҙҙең миңә ҡул биреүегеҙ, ысын мәғәнәһендә, ғәжәпкә һалды. Шундай заманда йәшәйбеҙ: таныш түгел кеше ярҙам тәҡдим итһә, нормаль күренеш түгел һымаҡ ҡабул итәбеҙ... Минеңсә, игелек ҡылыу ҙур ҡалаға, бәләкәйенә ҡарамай. Кешенең тәрбиәлелеге, әҙәплелеге генә түгел, уның күңел торошо ла ҙур роль уйнай бында. Психологтар ҙа шуны билдәләй: үҙен бәхетле тойғандар һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, үҙен бәхетһеҙ тойған, күңел төшөнкөлөгө кисергән йәки асыулы, көнсөл кеше үҙенән башҡаны күрмәй.
Ярҙам итергә теләү - ул күңел талабы. Йыш ҡына киң мәғлүмәт сараларынан ауыр сиргә тарыған балаға йәки янғында зыян күргән ғаиләгә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндәр тураһында ишетергә, күрергә тура килә. Бер ниндәй бүләк, аҡса өмөт итмәй, ярҙам иткәндәр йыш ҡына осрай бит. Кеше ҡайғыһына битараф булмағандар бар. Тимәк, бәхетлеләр бар арабыҙҙа һәм улар тағы ла күберәк булһын.

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.17 | Ҡаралған: 1004

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru