«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИМСЕЛЕК БУЙҘАҠЛЫҠТАН ҠОТҠАРЫР БЕР САРА
+  - 

Бөгөн егеттәрҙең буйҙаҡлығы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе, хатта ғаиләләрҙең баш бәләһе булып тора. Уның сәбәптәрен төпсөнә башлаһаң, һыныҡҡа һылтау табыла инде ул. Күптәр ата-әсәләренең елкәһендә икәүләп йәшәүҙе хуплап еткермәй, йәиһә, йәшәргә йорт, ҡулға эш юҡ, һәм башҡа шуның кеүек сәбәптәрҙән ары үтмәйҙәр. Минең фекеремсә, хәҙерге егеттәргә этеп-төртөп йөрөтөүсе еңгә-еҙнәләр мәктәбе һәм тәүәккәллек, ныҡышмаллыҡ етмәй.

Ошоға бәйле йәш саҡтағы хәтирәләрҙе яңыртмаҡсымын. 1972 йылда Сибай педучилищеһын тамамлағас, мин үҙемдең районыма эшкә ҡайттым. Мине Сораман ауылы мәктәбенә эшкә тәғәйенләнеләр. Ошо хаҡта ишеткәс, атай, ул ауылдың ҡыҙҙар урлау менән даны сыҡҡан, тип, күңелемә шик-шөбһә һалды. Ләкин нишләйһең инде, ҡулға бойороҡ алынғас, минең өсөн артҡа юл юҡ. Иҫән-аман бер йыл уҡытҡас та, был ауылдан китермен, тигән уй менән эшкә тотондом. Тәүге ярты йыл самаһы ваҡыт фатир менән мәктәп араһындағы юлды тапап үтте. Тиҙҙән йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнау, асыҡ йөҙлө халыҡтың уҡытыусыларҙы хөрмәт итеп тороуҙары, айырыуса уҡымышлы кешеләргә ҡарата булған йылы мөғәмәләләре күңелгә оялап өлгөргән шиктәрҙе елгә осорҙо. Шулай ҙа уяулыҡты юғалтмайым: "Ҡаран" фермаһында "Боевой листок" сығарыу өсөн аҙна һайын иптәш ҡыҙ менән бергә генә барабыҙ. Киноға ла хужабикә оҙатыуында ғына барып ҡайтам. Үҙемсә, һаҡланғандың - һағы ятыр, тигән фекерҙәмен.
Шулай бер саҡ кис фатирҙа хужабикәм менән икебеҙ генә ултырабыҙ. Мин иртәнге дәрескә әҙерләнәм. Тыңлайһыңмы, юҡмы, апайҙың унда эше юҡ, ул хәбәрен сурыта бирә. Иғтибар йөҙөнән ара-тирә уға һорауҙар ҙа биргеләйем. Һүҙ йомғағы кәләш алыу темаһына барып терәлгәс, һүҙҙе үҙемә күптән тынғы бирмәгән ҡыҙ урлау тураһындағы темаға борам. Хужабикәм, артыҡ иҫе китмәй, илтифатһыҙ ғына һөйләй башланы:
- Ике йәш йөрәктең ризалығы менән ғаилә ҡорғанда "Ҡыҙ урлау" йолаһы беҙҙең тарафтарҙа борон-борондан атҡарыла килә. Ундай-бындай яуаплылыҡҡа тарттырыу кеүек ваҡиғалар булғаны юҡ. Бала-сағалы булып, барыһы ла гөлдәй итеп йәшәйҙәр. Уйлап ҡараһаң, һәр ата-әсә, буй еткереп килгән ҡыҙын кейәүгә биреү, йәиһә, армиянан ҡайтҡан улын башлы-күҙле итеү яйын ҡарай. Был мөһим мәсьәләне, йәш кеше үтә аҡылланып китмәҫтән алда, йәғни, 20-25 йәшкә етмәҫ борон, аҙып-туҙып, төрлө һылтауҙар тапмаҫтан алда эшләргә тырышалар. Шул йәһәттән, был яуаплы эштәрҙе үҙҙәренең араһындағы, йә шул төбәктәге абруйлы, һүҙе үткән димсе килене йә кейәүенә йөкмәтәләр. Ә еңгә-еҙнәләр балдыҙҙары, тәнәйҙәре менән туранан-тура һөйләшергә әүәҫ. Ике яҡтың тел төбөн тартҡыслағас, димсе еңгәләр әүҙемләшә, хатта дөбөрө батмаған тәнәйенә ярҙамсы булып үҙе лә ҡыҙ яғына бара. Һөҙөмтәлә, егет һөйгәнен етәкләп, йортона ала ла ҡайта.
Егеттәрҙең тәүәккәлдәре бындай эште үҙҙәре лә атҡарып ҡуя: ауылға медпунктҡа, мәктәпкә эшкә килгән ҡыҙҙар менән тәүҙә танышалар. Әгәр йәш йөрәктәр бер-беренә битараф түгел икән, ләкин ҡыҙ әлегә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирмәһә, оҙаҡ уйлап тороу юҡ, хәтәр аҙымға ла баралар. Ғәҙәттә, медик ҡыҙҙарҙы, берәйһе ауырый, тип, алдап-йолдап, фатирынан саҡырып сығаралар. Электән яратышып йөрөгәндәргә был бик тә ҡулай: улар йәшәп ала ла китәләр. Ләкин яңғыҙаҡ егеттәр араһында ла төрлөләр бар. Хәйбулла районынан килеп, беҙҙә эшләгән ҡыҙҙы шулай урланылар. Үҙен яратмағанды белә тороп, егет кеше көслөк менән ҡыҙҙы үҙенеке итергә теләй. Сая ҡыҙ, өйҙөң тәҙрәһен ярып, шунан сығып ҡаса. Ни хәл итәһең, көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ. Күрше ауылдарҙан да, мәҫәлән, ҡыҙ урлап килтереү осраҡтары булғыланы. Урланыуҙы үҙ башынан кисергән еңгәбеҙ миңә үҙе бәйән итте. Сираттағы отпускыһын алғас, ул әсәһе яғынан зат-зәүерен күреү теләге менән юлға сыға. Һәм юлда Сораман ауылы егете менән танышалар. Бер күреүҙә һылыуҙы оҡшатҡан егет уға шунда уҡ үҙенә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ләкин һылыуҙың әлегә кейәүгә сығыу тураһындағы һүҙҙе ишеткеһе лә килмәй. Унан һуң, ниндәй генә ҡыҙ белмәгән-күрмәгән егеткә шунда уҡ кейәүгә сығырға ризалығын бирһен. Ауылдаш егеттәрҙән күрмәксе, егеткә ҡыҙ урлау йолаһын үтәүҙән башҡа сара ҡалмай. Йөрәгендә ғишыҡ уты дөрләп ҡабынған егет эште оҙаҡҡа һуҙырға теләмәй. Күршелә генә йәшәгән еңгәһе менән бер төптән килешеп, ҡыҙ йәшәгән Көҙөй ауылына ат ҡыуалар. Был ваҡытта сибәркәй клубта концерт ҡарап ултырған була. Әлбиттә, еңгәһе ярҙамында егеткә ҡыҙҙы саҡырып сығарыу ҡыйын булмай. Ә теге, уны-быны аңғармай, хәйләкәр юлаусыларҙы йортона алып ҡайтып, хатта уларға сәй ҙә эсереп сығара. Рәхмәт әйтеп, хужабикә менән хушлашҡас, бер ни һиҙмәгән ҡыҙ саҡырылмаған ҡунаҡтарын оҙатырға сыға. Бына ошо уңайлы форсатты егет ҡулдан ысҡындырмай: буласаҡ кәләше аңғармай ҙа ҡала - тегене толопҡа төрөп, санаға ултырта һала... Был ҡырағай йола менән кәләш алыу 1964 йылдың 24 февралендә була. Ундай-бында яуаплылыҡҡа тарттырыу кеүек нәмәләр булмай. Бала-сағалы булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, гөлдәй итеп йәшәп яталар...
Ошо көндән башлап хужабикәм, Ғәлиә апай, ҡыҙ үҙе риза булмаһа ла егеттәр тарафынан бөгөнгө көндәрҙә лә урланыу ихтималлығы хаҡында һүҙҙе йыш сурыта башланы. "Уҡытыусы ҡыҙҙарҙы ла урлайҙар беҙҙә", тип, мәғәнәле генә йылмайып та ҡуя. Ә мин уның хәбәрен тыныс ҡабул итәм. Уның өсөн закон бар, тип кенә ҡуям. Әмәлгә ҡалғандай, шул яҙғы төндәрҙең береһендә Сораман ауылы егетенең Муса ауылына барып, яратҡан ҡыҙы менән осрашҡандан аҙаҡ, уны арбанан төшөрмәй, үҙе менән алып ҡайтыуы тураһында хәбәр таралды. Ошо турала ишеткәс, шулай ҙа шикләнеңкерәнем. Һаҡланыу, ысынлап та, ярҙам итте. Бер төндә ишек шаҡып, ҡыҙҙар урлатыуҙа даны сыҡҡан еңгә тейешле кеше аша берәү мине урамға сығарыуҙы һораған. Хужабикә апай ҡырт киҫкән: тигенгә түгел был, тип, үҙалдына һөйләнгәнен йоҡо аралаш ҡына ишетә биреп ҡалдым. Һуңынан беленеүенсә, ул төндө ысынлап тороп мине саҡырып сығарып, урламаҡсы булғандар. Ләкин әлеге еңгә ролен башҡарыусыға ире, уҡытыусы ҡыҙға йоғоноп ҡына ҡара, башың китәр, тип йоҙроҡ күрһәткәне хаҡында аҙаҡ үҙемә һөйләнеләр …
Түҙгәнгә - түш ите, тип халыҡ бушҡа әйтмәгән икән. Ниһайәт, мин дә буласаҡ ғүмерлек ишемде осраттым. 23 февраль көндө, клубта Совет Армияһы көнө тантанаһын билдәләгәс, иптәш ҡыҙым ҡунаҡҡа саҡырҙы. Унда ике егет, әхирәтемдең класташтары ла саҡырылғайны. Йәштәштәре араһында арыуҙарҙан һаналған егеттәр икәнен белә инем уларҙың. Береһен йыш ҡына гармунда уйнауын үтенеп, мәктәптәге кластан тыш сараларға, концерттарға саҡыра инек. Бына шул егеттәр менән байрамды билдәләнек. Ул заманда эске-фәлән юҡ тиерлек. Егеттәр ҙә сама беләләр ине. Шул табындан аҙаҡ егеттәрҙең береһе мине башлап оҙата килде. Уның менән теүәл 2 ай ҙа 18 көн дуҫлашып өлгөрҙөк. Был ваҡытта икенсе ауыл мәктәбенә күсереүҙәрен һорап, роноға ғариза биреүем барыһына ла мәғлүм ине. Ләкин әҙәм балаһы уйлаһа ла, Аллаһы Тәғәлә нимә тип бойора бит әле. 11 май, йәғни шәмбе көнө, Иҫтамғолға ҡайтып килергә тейеш инем. Дәрестән һуң фатирға ҡайтыуыма бер аҙ ҡыҙып алған апай хәтәр яңылыҡ-хәбәр һала: "Һине бөгөн юлда урлаясаҡтар… Мин һине элек-электән иҫкәртеп килдем бит. Тик дуҫлашып йөрөгән егетең түгел, ә үҙеңде оҡшатып йөрөгәне…"
Иҫем-һушым китеп, ултыра төштөм. Хужабикәмде һыйлағастар, хәбәр хаҡ булырға оҡшай. Ахырҙа, юлға сыҡмаҫҡа ҡарар иттем. Аңҡы-тиңке хәлдә, әхирәтем йәшәгән фатирға йүнәлдем. Хәлде ҡыҫҡаса ғына аңғарттым. Шул мәл, ҡара янып, дуҫлашып йөрөгән егетем килеп инде. Һөйгәнен урлаясаҡтары хаҡында уны еҙнәһе иҫкәртеп өлгөргән икән. Буласаҡ ирем, киҫкен тауыш менән, өҙә һуҡты: йыйын, һине өйөбөҙгә алып ҡайтам. Ғәҙәттәге ҡырыҫлығыма баш була алмай: "Ниңә улай ҡапыл, уйларға ваҡыт бир", - тип ҡаршылашам. Күрше бүлмәлә беҙҙең һөйләшкәнгә ҡолаҡ һалып торған йорт хужабикәһе ярҙамға килде: "Тәүге тапҡыр һинең ҡулыңды һораған егет фәрештә кеүек була, тигән әйтем бар. Яҡшы егеткә барырға риза бул", - тине. Бер аҙ уйлап алдым да… тәүәккәлләнем. Тыуған ауылыма барып, яҡындарымдың фатихаһын алыу шарты менән буласаҡ тормош иптәшемә кейәүгә сығырға ризалығымды бирҙем… Шул рәүешле, сит-яттар тарафынан урланыуҙан ҡотолоп ҡалдым…
Хәҙер үҙебеҙҙең малайҙарҙы нисек өйләндереү хаҡында бер нисә һүҙ. Оло малайҙы еҙнәһенә тапшырҙыҡ. Уның өгөт-нәсихәтенән һуң, малай өйләнергә ҡарар итте. Уртансы улыбыҙ - 23, кинйәһе 21 йәштә кәләш алдылар. Шөкөр, бөгөнгө көндәрҙә өс ейән, өс ейәнсәребеҙ үҫә. Йәнә үҙем, еңгә булараҡ, бер тәнәйемде кәләшле иттем. Бының өсөн тәүҙә ике рәҡәғәт хәжәт намаҙы уҡыным. Шунан буйҙаҡ тәнәйгә көн һайын атака яһарға тотондом. Минән ҡаса башлағас, һәр көн иртәнсәк йоҡонан уянғанын көтөп тә ултырырға тура килде. Тәки тегене күндерҙем. Ике балалары үҫә.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтмәксемен: боронғоларҙың еңгә-еҙнәләр, димселек мәктәбен тергеҙергә, буйҙаҡлыҡҡа ҡаршы шул юл менән көрәшергә кәрәк беҙгә. Һөҙөмтәһе булмай ҡалмаҫ.

Зөбәйҙә ҠӘЛӘМОВА.
Учалы районы Сораман ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.04.17 | Ҡаралған: 1051

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru