«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БҮРЕНӘН ҠУРҠҠАН УРМАНҒА БАРМАЙ, ТИҺӘЛӘР ҘӘ
+  - 

Үҙ ғүмерендә урманда йәшәүсе йәнлектәр менән осрашмайынса ҡалған Бөрйән кешеһен, моғайын да, бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр. Ҡайһы берәүҙәр өлөшөнә хатта йыртҡыстар менән күҙмә-күҙ осрашырға ла тура килгеләй.

"Шүлгәнташ" ҡурсаулығына эшкә урынлашҡас, яҙҙан көҙгәсә аҙнаһына өс тапҡыр фенологик маршрутҡа сығыу минең төп бурыстарымдың береһенә әйләнде. Ботаникалағы фенологик күҙәтеүҙәр - ул үҫемлектәрҙең үҫеш фазаһын сезон буйына билдәләп барып, аҙаҡ шул яҙмалар буйынса һығымталар яһау. Был яҙмалар "Тәбиғәт йылъяҙмаһы" ("Летопись природы") отчет-китабында айырым бүлек булараҡ теркәлеп бара. Барлыҡ ҡурсаулыҡтар ҙа ошо йылъяҙманы йыл һайын эшләп, тапшырырға бурыслы. Шулай итеп, үҙемсә бик кәрәкле эш башҡарып йөрөгән булам. Ямғыр ҙа, әсе ел дә, аяуһыҙ ҡыҙҙырыусы ҡояш та мине был бурысымдан азат итә алмай. Дәртләнеп, Ырғыҙлы-Ғәҙелгәрәй юлынан алыҫ түгел урынлашҡан маршрутым буйынса йөрөй бирәм. Маршрутҡа күберәк Шүлгәнгә эш буйынса барыусы ҡурсаулыҡ машиналарына ултырып сығам. Мәрәкәсел шоферҙар һәр ваҡыттағыса: "Аңғарып йөрө, бында айыу төйәге!" - тиеп, уйынлы-ысынлы шомландырырға тырыша. Ә мин уларға: "Айыуҙар Бөрйән ҡыҙҙарына теймәй ул", - тип шаяртып яуаплайым. Шулай ҙа ҡурҡырға һәм һаҡланырға кәрәклеген иҫкәртеп, кире ҡайтҡан саҡта алып ҡайтырға һүҙ биреп, коллегаларым ары китә. Шулай итеп, эшләүемдең беренсе йылы һәүетемсә, һиҙелмәйсә генә үтеп тә китте.
Ә икенсе яҙға аяҡ баҫҡас ошондай бер ваҡиға булды. Маршруттың аҙаҡҡы майҙансығы юл буйында - Бала Туғай тип йөрөтөлгән урында. Эшемде тамамлағас, йәйәүләп ҡайтырға сығам: кире әйләнеп киләсәк ҡурсаулыҡ машинаһын көтөп ултырып торорға һис кенә лә түҙемлегем етмәй. Ҡайһы берҙә юлда мәрхәмәтле кешеләр ултыртып ала. Бер нисә тапҡыр юлдаш ағайҙар бер үҙемә йөрөмәҫкә кәңәш итте итеүгә. Баҡһаң, бында бер бүре йөрөй икән. Бүреләр ҡартайһа, өйөрөнән айырылып, яңғыҙ көн итергә мәжбүр була, тигәндәрен ишеткәнем бар, шундай мәхлүктер, күрәһең. Ысынлап та, бер иртәлә ҡалын булып түшәлгән юл саңында бүре эҙен күрҙем. Артыҡ иҫем китмәй генә ҡуйын дәфтәремә эҙҙең ҙурлығын төшөрөп, үлсәмдәрен билдәләнем дә, юлымды ары дауам итем. Бесән ваҡыты. Майҙансыҡта яҙмаларымды теркәп торам, юл буйы яғынан үтеп киткән трактор тауышы алыҫлашҡандан-алыҫлашты. Бер аҙ ваҡыт үткәс, юлға сығып, тауҙан төшә башланым. Боролоштан ҡаршыма ҙур ғына эт килә. Бесәнселәрҙең ҡарт, әммә тоғро эте хужаларын юллап китеп баралыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, ҙур эттәрҙән мин бер аҙ шөрләйем. Арабыҙ 20 метр тирәһе ҡалды. Юҡ, был эт бигерәк эре ҡылана - күҙгә ҡараған да, боҙҙай һалҡын ҡараштарын алырға ла уйламай. Киҫкен хәл тыуа ҡалһа, унан һаҡланырлыҡ бар ҡоралым - ручка һәм блокнот. Юлда, исмаһам, берәй таяҡ-фәлән дә күренмәй, эреле-ваҡлы таштар ғына. Шуларҙың бәләкәсерәк бер нисәүһен алдым да, барлыҡ батырлығымды йыйып, эткә ҡаршы барыуымды дауам иттем. Арабыҙ бер нисә метр ҡалғас, аптырап туҡтаным. Ул да туҡтаны. Бер-беребеҙгә ҡарашып торабыҙ. Эт күҙ ҡарашын да алмай, китмәй ҙә. Шул ваҡыт ҡасандыр әсәйем һөйләгән ваҡиға "ҡылт" итеп иҫемә килеп төштө...
Ғәҙелгәрәй ауылында клуб мөдире һәм китапханасы итеп тәғәйенләнгән әсәйем бер ялында ауылына - Яңы Усманға ҡайтып килергә була. Ҡыҫҡа көнлө ҡыштың кисләй башлаған сағында ҡаршыһына килгән эт күренә. Юлсыларҙан бер үҙем түгел икәнмен, тип уйлай. Ә эт күҙенә туп-тура ҡарап килеүен дауам итә. Аралар яҡынайып, икеһе лә туҡтап ҡалғас та эт ҡарашын алмай. Шул ваҡыт йәш ҡыҙ был хайуандың бүре икәненә төшөнә. Сетерекле хәл тыуғанда ваҡыт туҡтап ҡалғандай була бит. Күпме ваҡыт торғандарҙыр күҙгә-күҙ ҡарашып, әсәйем яҡында ятҡан ағас ботағын йәшен тиҙлегендә эләктереп алып, йыртҡысҡа киҙәнә. Әммә йыртҡыс урынынан ҡымшанмай тора бирә. Ни эшләптер, бер аҙ тора биргәс кенә, бүре ситкә һикереп, юлдан аҫҡа төшөп китә...
Өнһөҙ тотҡон булып торғо ла килмәй, кемдер килеп сығыуы ла икеле. Ҡысҡырыу фәтүәһеҙ, бының хайуанды, киреһенсә, асыуландырыуы ла бар бит әле. Ҡурҡып та өлгөрмәнем, бәлки, ул саҡта уның ысынлап та йыртҡыс булыуына ышанып та етмәгәнмендер. Теге таштарымды ташлап, бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Киҙәнеүем булды, бүре юл ситенән ағастар араһына ырғып, күҙҙән юғалды. Белгестәр бындай киҫкен осраҡта тыныслыҡ һаҡларға, ҡурҡмаҫҡа, боролмайынса ғына артҡа сигенеп, ағасҡа менергә кәңәш итә. Ҡасыу файҙаһыҙ, барыбер ҡыуып етәсәк, тағы ла шуныһы - һунар инстинктын ҡабыҙып ебәреүегеҙ бар. Йыртҡыстың ҡоторған булыу ихтималлығын да бер кем инҡар итмәй. Бындай хайуан агрессив була.
Беҙҙең төбәктәге барлыҡ эре хайуандар менән дә осрашырға тура килде, тиһәң дә була. Айыу, ғәҙәттә, тауыш сығарып, биләмә хужаһы ул икәнен иҫкәртә. Балалы хайуандар ситкә китергә, күренмәҫкә тырыша. Әммә бүре генә араны бик яҡын ҡалдырырға баҙнат итә, һаҡһыҙ ҡылана, кешенән ҡурҡмай, тигән һығымтаға килдем. Бәлки, кемдер икенсе төрлөрәк уйлайҙыр?..

Ләлә ХӘЙБУЛЛИНА,
"Шүлгәнташ" ҡурсаулығы хеҙмәткәре.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.17 | Ҡаралған: 900

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru