«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮРМАТЫЛАР - АҠҠОШТАР НӘҪЕЛЕНӘН
+  - 

Билдәле булыуынса, "юрматы" һүҙен иран (сармат) йәиһә, уғыр (дъярмат) этнонимдары менән бәйләргә мөмкин. Әммә ваҡытында күренекле тарихсы-этнограф Раил Ғүмәр улы Кузеев юрматыларҙы төрки сығышлы тип яҙҙы. Уның уйынса, иң иҫке шәжәрәләрендә лә юрматыларҙың уғыр йәиһә башҡа төрки булмаған халыҡтар менән бәйләнештәре тураһында әйтелмәй.

Юрматыларҙың төрки тамырлы булыуын иҫбатлаусы дәлилдәрҙең береһе, беҙҙең уйыбыҙса, уларҙа аҡҡош тураһындағы легенда һаҡланыуы. Уны 1953 йылда Кузеев яҙып алған: "Бер ваҡыт һунарҙа йөрөгәндә Юрмый хандың берҙән-бер улы, аҡҡош атып алайым, тип, уғын тоҫҡаған икән, теге аҡҡош бик сибәр бер ҡыҙға әйләнгән дә ҡуйған. Егет быға өйләнгән. Уларҙан үрсегән нәҫел Юрматы ҡәбиләһе булып ҙурайып киткән". Архивта был легенданың икенсерәк варианттары ла һаҡланған. Унда әйтелеүенсә, юрматыларҙың ханы Юрмый хандың дүрт улы булған. Икенсеһендә: Юрмый хандың бер генә улы булған, уның олатаһы ла иҫән булған әле. Егет ни эшләптер һөйләшмәгән. Олатаһы уны һунарға ебәргән, бәлки, унда һөйләшә башлар, тип өмөтләнгән. Һунарҙа бер ҡаҙ ҡаҡылдаған. Юрмыйҙың улы уны атып алған. Һәм ул әйткән (кем әйткәне аңлашылмай - И. Ш.): "Әгәр ҙә һөйләшмәһәң, тере ҡалырһың, һөйләшһәң, үләсәкһең". Шунан юрматы ырыуы киткән" (Әйтергә кәрәк, был легендаларҙы Кузеев Матрай районы (хәҙерге Йылайыр) Ишбулды ауылы кешеһе Ф. Моратовтан яҙып алған. Ул ауылда "юрмый" тигән ара булған).
Был легендаларҙың боронғо төрөктәрҙең килеп сығышы тураһындағы легендаларға яҡынлығы күҙгә ташлана. Ҡытай сығанаҡтары буйынса, боронғо төрөктәрҙең (ҡытайҙар уларҙы тюкюэ тип йөрөткән) ата-бабаһы һундарҙан төньяҡта Со тигән ерҙә йәшәгән. Уларҙың башлыҡтары Апанбуның 70 (икенсе вариант буйынса, 17) туғаны булған. Ичжинишиду (был һүҙ "бүре улы" тигәнде аңлата) тигәненең дүрт улы булған. Өлкәне Надулу-шад Төрөк тигән исем алған, ә өсөнсө улы аҡҡошҡа әйләнгән. Надулу-шадтың ун ҡатынынан тыуған улдары әсәләренең ырыу исемдәрен йөрөткән. Ҡытай сығанағы ла, башҡорт легендаһы ла борон әсә яғынан күскән туғанлыҡ мөнәсәбәттәре булыуы тураһында һөйләй.
Ике легенданың да бик оҡшаш булыуы (дүрт ул, аҡҡошҡа әйләнеү йәиһә аҡҡошҡа өйләнеү, ырыу исеменең (этнонимдың) әсә яғынан күсә килешлеге), беҙҙеңсә, юрматыларҙың төрки сығышы тураһында һөйләй. Ҡайһы бер матриархаль күренештәр юрматыларҙа әле XVIII-XIX быуаттарҙа күҙәтелгән. Мәҫәлән, был турала Сытырман менән Моҡас ауылдары шәжәрәһен анализлағанда Р.Ғ. Кузеев әйтеп үтте. Был шәжәрәлә 18 ҡатын-ҡыҙ исеме осрай, уларҙың балалары, ейәндәре, тыуалары ла бирелә. Был традиция ырыу ата яғынан булыуына ҡарамай, йәшәп килгән. Бәлки, шәжәрәне төҙөүселәр үҙҙәрен атаһы ырыуына ла, әсәһе ырыуына ла ҡарай алған ваҡытты хәтерҙә тотҡандарҙыр, тип яҙҙы Кузеев. Әйтергә кәрәк, шул уҡ Сытырман менән Моҡас ауылдары шәжәрәһендә Юрматы бейҙең улы Аҡҡусҡарҙың улы Аҡҡош исемле. Был шәжәрә юрматыларҙың ата яғынан аҡҡоштан килеп сығыуҙары тураһында ла һөйләй. Икенсе шәжәрәлә, Юрматы менән Юрмый бейҙең нәҫел-нәсәбе хәҙерге Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарындағы ауылдарҙа йәшәгән, тип әйтелә. Улар юрматыларҙың тәлтем һәм аҙнай ырыуҙарына ҡарағандар. Был ырыуҙарҙың тамырҙары боронғо төрөктәргә барып тоташа булһа кәрәк. Боронғо төрөк телендә "ҡуу", "ҡува", "ҡуғу", "ҡоб" һүҙҙәре аҡҡошты аңлатҡан. Башҡорттоң "ҡыуаҡан", "көҙәй", "күбәләк", "ҡобау" этнонимдары ла ошо аҡҡошты аңлатҡан һүҙҙәр менән бәйле булыуы мөмкин. Билдәле булыуынса, аҡҡошты аңлатыусы алда күрһәтелгән һүҙҙәр хәҙерге башҡорт телендә һаҡланмаған. Был ҡош "аҡҡош" тип кенә атала. Профессор Ф.Ғ. Хисамитдинова яҙыуынса, аҡҡоштың исеме борон табу булған. Шулай уҡ "аҡҡош" һүҙенең килеп сығыуы башҡорт теленең ҡыпсаҡлашыуы менән бәйле булыуы мөмкин. Мәҫәлән, урыҫ йылъяҙмаларында 1190 һәм 1193 йылдарҙа ҡыпсаҡ (половецтар) ханы Аҡоуш (Аҡуш) телгә алына. Телсе ғалимдар билдәләүенсә, был антропонимдар аҡҡошто аңлата.
Әлегә боронғо төрөк легендаһына иғтибар итәйек. Н.А. Аристов аҡҡошҡа әйләнеү сюжетын хәҙерге алтай халҡының бер өлөшө булған "ҡуу-кижи"ләр ("аҡҡош кешеһе") менән бәйләй. Был версия хәҙерге көндә барлыҡ ғалимдар тарафынан да ҡабул ителгән. Алтайҙағы Лебедь (Аҡҡош) йылғаһы буйында йәшәгән "шалҡандар" (йәиһә "аҡҡоштар") үҙҙәрен "ҡуу-кижи" (Аҡҡош йылғаһы буйы кешеләре) тип атағандар. Хәҙерге көндә улар ҡоманды һәм тобалар менән бергә төньяҡ алтай халҡына ҡарайҙар. Шулай уҡ туваларҙа "хуулар" ("ҡуулар") ырыуы һаҡланған.
Боронғо төрөктәр аҡҡошто изгеләштергән, уны тотем һынаған булһа кәрәк. Әлбиттә, аҡҡош культы башҡорттарҙа ла булған. "Аҡҡош"тарҙың көнбайышҡа табан күсенеүе тураһында ҡайһы бер риүәйәттәр һаҡланған. Мәҫәлән, селькуптарҙа борон уларға аҡҡош ырыуы кешеләре һөжүм итеүе тураһында бәйән иткән легендалар һаҡланған. Себер татарҙары йәшәгән хәҙерге Төмән өлкәһенең Аромаш һәм Вагай райондарында Юрим йылғаһы, Юрмый һәм Юрминка ауылдары, Юрминское күле бар. Был топонимдар "юрмый" этнонимы менән бәйләнә.
Юрматы, юрмый - төрөктәрҙең Көньяҡ Уралға килеүен Беренсе Төрки ҡағанаты осорона ҡайтарып ҡалдырырға мөмкин. Был VI быуаттың икенсе яртыһына тура килә.
Билдәле булыуынса, Юрматы ырыуы шәжәрәһендә йылан-аждаһа менән һуғыш сюжеты ҙур ғына урын алып тора. Был турала "Дәфтәр-и Сыңғыҙ-нәмә"лә, Таджетдин Ялсығоловтың китабында, "Бабсаҡ менән Күсәкбей" эпосының боронғо варианттарында ла һүҙ алып барыла. Сыуаштарҙағы шул уҡ легендала әйтелә: аждаһа яңы яу менән килгәс, Хузан ҡалаһының хакимы аҡҡошҡа әйләнеп ҡасырға мәжбүр булған. Күренеүенсә, ҡала исемендә лә боронғо "хуу" ("ҡуу", аҡҡош) һүҙе бар. Йылан-аждаһаларҙың һөжүмен ғалимдар ҡыпсаҡтарҙың (уларҙа "йылан", "ҡай", "уран" тигән ырыуҙар булған, был һүҙҙәр шулай уҡ йыланды аңлата) XI быуатта көнбайышҡа табан башланған күсенеүе менән бәйләйҙәр. Улар уғыҙҙарҙы ҡыуа барғандар. Уғыҙҙар менән бергә "аҡҡош" халҡының ниндәйҙер өлөшө лә көнбайышҡа киткән, буғай. Сөнки, шул уҡ урыҫ йылъяҙмаларында XII быуатта Киев һәм Чернигов кенәзлектәрендә уғыҙҙар менән бергә ҡоуей (коуев) тигән халыҡ та йәшәгән, тиелә. Улар урыҫ кенәздәренә хеҙмәт иткәндәр. Билдәле булыуынса, ҡоуейҙар кенәз Игорь Святославичтың 1185 йылдағы ҡыпсаҡтарға ҡаршы яуында ҡатнашҡан. Ҡоуейҙар тәүҙә айырым ҡәүем булған, һуңыраҡ уғыҙҙар, бәрәндәйҙәр менән ҡушылып, "черные клобуки" тип атала башлағандар. Был ҡоуей этнонимын телселәр "аҡҡош" һүҙе менән бәйләй.
Юрматы шәжәрәһендә уларҙың XIV быуат аҙағы - XV быуат башында Каманың уң яғына күсенеүҙәре тураһында бәйән ителә. Әммә был күсенеүҙең күпкә алдараҡ булыуы ла бик мөмкин. Шулай итеп, юрматыларҙың аҡҡоштан килеп сығыуын сағылдырған легендалары боронғо төрөк легендалары менән бик оҡшаш. Был хәл юрматыларҙың төрки сығышлы икәнен дәлилләй. Әлбиттә, юрматы-юрмый ҡәбиләһе ваҡыты-ваҡыты менән үҙ эсенә башҡа ваҡ, йә иһә еңелгән ырыу вәкилдәрен дә алған булһа кәрәк. Бында "юрматы" һүҙенең килеп сығышына иғтибар итергә кәрәк. Әммә был инде икенсе тема.

Шамил ИҪӘНҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.17 | Ҡаралған: 941

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru