«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢДЕ СИТТӘН КҮРГЕҢ КИЛҺӘ ӨЙӨҢДӘН СЫҠ
+  - 

Бынан бер нисә йыл элек оҙон юлда йөрөп ҡайтҡандан һуң тап шундай фекергә килгәйнем. Был бәләкәй генә хәҡиҡәттең бөгөн булһа әһәмиәтле булыуына иғтибар итәм. Әлбиттә, яңы юл йә сәфәр һәр кемдә яңы ҡараштар уята, үҙебеҙҙең көнитмештән ары донъя һулышын тойорға мөмкинлек бирә.

Күптән түгел республикала киң башланғыс алған традицион уҡ атыу буйынса йүнәлештең әүҙем ағзалары Юлай Ғәлиуллин, Азамат Юлдашбаев, Рушан Хәсәнов, Артур Батыршин, Фидан Сәғитовтар Пермь ҡалаһында үткән А.И.С.Т. традицион уҡ атыу турнирына барып үҙ мәргәнлектәрен һынап ҡайтты. Мәғлүм, ятып ҡалғансы, атып ҡалыуҙы хуп күргән башҡорт мәргәндәре, быға хәтлем ил эсендә үткәрелгән бәйгеләрҙән тыш, Ҡырғыҙстанда төрки халыҡтарының милли уйындарында ҡатнашып ҡайтҡайны. Белгән юлда тигәндәй, йөрөй-йөрөй белем-оҫталыҡ та арталыр, моғайын. Иллә-мәгәр үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап түгел, күрше-күлән менән аралашып, яңы таныштар менән күрешеп, фекер-тәжрибә туплана. Икенсе яҡтан, башҡа төбәктә йәшәгән ҡәрҙәш халыҡтарҙың йәиһә икенсе милләт мәргәндәренең дә һулышын тойоу әҙерлек-оҫталығыбыҙҙы самаларға, мәҙәни кимәлебеҙҙе тойорға ярҙам итә. Бәйгеләрҙең төрлө төбәктә үткәрелеүе һәм мөмкинлек булғанда уларҙа ҡатнашыу ҙа үрҙә әйтелгәндәр менән әһәмиәтле.
Ә яңы ойошторолған бәйгегә килгәндә, уны Пермь ҡалаһының тарихи үткәндәр менән ҡыҙыҡһынған "Урал тейендәре" тарихи клубы йыл һайын апрель айында уҙғара икән. Был юлы бәйгелә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөлләнгән алты команда ҡатнашты. Мәргәндәр ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар - шәхси беренселектә һәм шулай уҡ командалар араһында көс һынашты. Ҡабул ителгән дөйөм ҡағиҙәләрҙән тыш, турнирға ҡуйылған төп талап - бәйгелә ҡатнашыусылар 12 йәштән өлкән булып, тарихи милли кейемдәрҙә һәм үҙ ҡоралдары менән сығыш яһау. Командалар араһында Башҡортостандан "Мәргән уҡсы" командаһы өсөнсө урын яуланы.
Батырлыҡ яуҙа беленһә, мәргәнлек ауҙа беленер тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Төрлө милли бәйгеләрҙә үҙ көстәрен һынап өлгөргән Өфө мәргәндәре бер йыл ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, ата-олаталарының мираҫын ҡәҙерләп, был эште тергеҙергә ярҙам итә. Шундай егеттәрҙең береһе Артур Батыршиндан Пермдәге бәйге тураһында бер нисә һүҙ әйтеүен үтендек.

Беҙҙең республикала үткән ярыштарҙан айырыламы бәйге? Нимәһе менән?

- Башҡортостанда бәйгеләр башланғыс алып яңы күтәрелеп килә. Пермдә традицион уҡ атыу ярыштары даими үткәрелә. Был сараға ҙур реклама ла эшләмәй 40-ҡа яҡын ҡатнашыусыны йыйҙылар. Бөтәһе лә, бәйге шарттарына ярашлы, XIX быуатҡа тиклемге осорҙарҙағы уҡсыларҙың милли кейемдәрендә ине. Бер ниндәй ҙә аңлашылмаусылыҡ юҡ, ойоштороу бик юғары кимәлдә булды. Алып барыусы хөкөмдар һәр бер этап буйынса тейешенсә аңлата, һөҙөмтәләрҙе сәркәтип яҙып бара, техник ярҙамсылар айырым билдәләнгән.

Ә бәйге һынауҙарына килгәндә...

- Ярыш этаптарында ла айырма ҙур - һынауҙар бик ҡыҙыҡ, төрлө, биатлон һымаҡтары ла булды, кеше манекендарына ла аттыҡ, өйрөлөп торған бәләкәй сәптәргә лә тейҙерергә маташтыҡ, тиҙлеккә ярышҡанда өс төрлө мәрәй иҫәбе буйынса билдәләнгән сәптәргә һайлап атыу мөмкинлеге бирелде. Тамашасыларға ла ундай уйындарҙы күҙәтеү бик ҡыҙыҡ. Ә беҙҙә әлегә ябай олимпик сәптәргә генә атыу ғәҙәткә ингән. Ҡомар әҙерәк, ә мәргән булғас, ул төрлө үҙенсәлекле һынауҙарҙы оҫта үтергә тейеш. Беҙҙә үткән бәйгеләрҙә ябай атыш, шуға ла тамашасыға кем мәргәнерәк икәнен аңлауы ҡыйын.

Ҡайҙан килгәйнеләр бәйгегә һәм командаларҙың әҙерлек кимәлдәре ниндәй ине?

- Өфөнөң "Мәргән уҡсы"ларынан тыш, Пермь, Ижевск, Киров, Глазов, Березники ҡалаларынан, Көньяҡ Кама ҡасабаһынан хәрби-патриотик һәм тарихи клуб командалары һәм шәхси беренселектә спорт мәктәптәренән егеттәр булды. Командалар ныҡлы әҙерләнгән, көнө-төнө күнекмәләрҙә булғандыр тип әйтеп булмай. Унда барыһы ла атыуҙан кинәнес ала, уға ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле бер сәнғәт төрө йәки яратҡан шөғөл итеп ҡарай. Спорттан айырмалы рәүештә, бында еңеү иң мөһим маҡсат түгел. Бәйгелә булыу, аралашыу, кейемдәрҙе ҡарау, танышыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу мөһимерәк. Әйткәндәй, команда уйындары ла бик ҡыҙыҡ ойошторолған ине, оҡшаны. Үҙебеҙҙә үткән "Мәргән уҡсы" фестивалендә ҡулланып ҡарау өсөн тәжрибә лә булды.

Турнирҙан һуң, Өфө командаһы булараҡ, үҙегеҙ өсөн ниндәй һығымта яһанығыҙ?

- Ни тиклем ярыштарға күберәк йөрөйһөң, шул хәтлем һине, берҙәм команда аша һинең халҡыңды уҡсы халыҡ, мәргәндәр тип таный башлайҙар. Ә һин шәхсән үҙеңдең оҫталығыңды арттыраһың, башҡа уҡсылар менән тәжрибәңде бүлешәһең. Беҙгә күнекмәләрҙә нығыраҡ шөғөлләнергә, һынауҙарҙың төрлөлөгөн арттырырға, шул иҫәптән һыбай килеш атыу оҫталығын камиллаштырыу мотлаҡ, тигән фекерҙәмен.

Эйе, тамырҙарыбыҙ менән көслө халыҡ беҙ. Даныбыҙ - тарихыбыҙҙа, бөйөклөгөбөҙ ҙә - тарихтан. Үткәндәребеҙ менән бергә бөгөнгөнөң дә, киләсәктең дә яйлы бәйләнеше булырға тейештер, моғайын. Һәр хәлдә ил алдында ла, үҙ намыҫың алдында ла лайыҡлы булыр өсөн һынау юлдары үтергә, тәжрибә туплап, үҙеңдекеләр менән бүлешергә, һәр көн бирелгән мөмкинлектәреңдән яҡшы ниәттән файҙаланырға кәрәктер, моғайын. Шул саҡта беҙгә кеше булараҡ та, халыҡ булараҡ та бер нәмә лә ҡамасауламаҫ. Маҡсат итеп ҡуйған үҙ сәбеңә төбәп ат ҡына...

Розалия МӨҘӘРИСОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.04.17 | Ҡаралған: 914

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru