«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨЙҺӨҘ ЕРҘӘ ЙӨЙ ЭҘЛӘҮ КӘРӘКМЕ?
+  - 

Беҙҙең ракета дивизияһы полктарының береһенән кискә ҡарай госпиталгә бер һалдатты алып киләләр. Табиптар тикшерә торғас, был егеткә "Ҡорһаҡ тифы" (Брюшной тиф) тигән диагноз ҡуйыла. Әрме мөхитендә бындай сир табылыу осрағы ғәҙәттән тыш хәл булып һанала, әлбиттә. Был сирҙе дауалау - табип-инфекционист эше. Инфекция бүлегендәге махсус изоляторға урынлаштырып, тейешенсә тәғәйенләүҙәр яһағандан һуң, шунда уҡ был табип дивизияның эпидемиологына шылтырата. Эпидемиолог вазифаһын башҡарған медицина майоры И. (әйткәндәй, ул - беҙҙең яҡташ) шунда уҡ, госпиталгә килеп, һалдаттан һорашып, "эпид анамнез" (сирҙең ҡасан һәм ҡайҙан йоҡҡанлығын билдәләү) төҙөй. Иртәгеһен таң менән санитар машинаға ултырып, хәрби ҡаласыҡтан утыҙлап саҡрым арала ятҡан полкка килә һәм подразделениеларҙа әүҙем рәүештә үҙ вазифаһына яраҡлы эш башлай. Тейешенсә дезинфекция, сирле менән контактта булған һалдаттарҙы карантинлау эше һымаҡ саралар ойоштора. Бәхеткә, башҡаса ауырыусылар табылмай. Һалдаттар һәм командирҙар менән "ҡорһаҡ тифы" сире буйынса дәрестәр ҙә үткәрәләр. Бер айҙан һуң карантин режимын туҡтаталар. Минең уйымса, йәғни, ябай табип фекерләүенсә, эш бына ошоноң менән генә тамамланырға тейеш. Әммә оҙаҡламай дивизиялағы әлеге тиф осрағы буйынса часҡа юғарынан фарман килеп төшә: "... Разобраться... Выявить виновного... Наказать... Копию приказа о наказании направить на имя..."
Часта, йәғни госпиталдә өҫтән төшөрөлгән шул бойороҡто үтәү буйынса әүҙем эш башлана. Табиптарҙы (улар һәммәһе лә офицерҙар) "Офицерҙар йыйылышы"на йыялар. Командирҙарҙың нисек тә булһа эпидемиологыбыҙҙан "крайний"ҙы яһарға көйләнгәнлеге көн кеүек асыҡ. Әлеге әйткән яҡташыбыҙ саманан тыш йыуаш, үҙен әллә ни яҡлаша алырлыҡ хәлдә лә түгел. Урыҫ телендә лә бигүк оҫта һөйләшмәй (татар телле мари егете ине). "...Ни өсөн шул көндө үк кис полкка бармай, тик иртәгеһен генә барҙығыҙ, иптәш майор, һәм ни өсөн юғарыға шул көндө кис үк доклад яһаманығыҙ?" - тигәндән башланып киткән һәм башҡа урынлы-урынһыҙ һорауҙар менән күмәләр яҡташыбыҙҙы. "Ни өсөн полк биләмәһендә тәүлектәр буйы булмай, өйөгөҙгә ҡайтып йөрөнөгөҙ... һеҙ - недобросовестный офицер!.." Бына шундайыраҡ фразалар менән был егетте "утлы табала" ҡыҙҙырҙылар, тағы ла ниндәйҙер "гонаһ"тарын иҫләнеләр. Яҡташымды һис бер урынһыҙ ғәйепләргә тырышҡандарға минең әйтер һүҙем бар ине, әлбиттә. Һүҙ алдым. "...Иптәш И. полкка төнгә ҡарай килеү менән шунда уҡ "ҡорһаҡ тифы" сирен барлыҡҡа килтерә торған бактерияларҙы үлтереп бөтөр инеме ни? Иртәгәһен барғас та бөтә эштәрҙе яйға һалған бит ул, сир артабан таралып китеүгә ҡаршы саралар ҙа ваҡытында күрелгән. Икенсенән, һалдат был сирҙе, отпускыла булып, өйөндә йоҡтороп алып килгән..."- тип яҡташымды яңғыҙым яҡлашыуым һис бер файҙа бирмәне. Һөҙөмтәлә, сығырға тейешле бойороҡ барыбер сыҡты: "... наказать майора медицинской службы И..." Һалдаттарҙың сирләп китеү ихтималлығын да тормошта була торған тәбиғи хәл, тип ҡабул итергә кәрәк ине лә бит. Тик ниңәлер бының өсөн кемгәлер мотлаҡ яза биреү мөһим...
Тағы бер хәл. Ниндәйҙер эш боҙғаны өсөн гарнизон гауптвахтаһында ултырған рядовой Б. һаулығына зарлана башлағас, выводной (уны һаҡлап йөрөргә ҡушылған һалдат) уны госпиталь поликлиникаһына табипҡа алып килә. Килгәс тә, рөхсәт һорап, һалдат туалетҡа инә. Әммә ул артыҡ оҙаҡлағас, выводной бәҙрәфтең ишеген ҡаға башлай. Яуап биреүсе булмағас, ишекте ватып инергә мәжбүр булалар. Арестант һыу торбаһына аҫылынған икән. Әле тәне йылы булыуға ҡарамаҫтан, реанимация саралары файҙа бирмәй... Был осраҡта ла кемделер язаға тарттырыу мотлаҡ кәрәк була. Часть командирҙарын, хатта һис бер ғәйепһеҙ поликлиника начальнигын да аяп тормайҙар. Поликлиникалағы барлыҡ бәҙрәфтәрҙең эстән бикләй торған ишек келәләрен дә алып ташланылар хатта. Шулай итеп, һалдат үлеменең "төп сәбәпселәре"н аҡылға ултырттылар... Әммә, минең фекерләүемсә, был фажиғәнең берҙән-бер ғәйеплеһе - яҡты донъянан иртә туйған егет үҙе бит!
Шулай уҡ, ниндәйҙер хәл тыуыуҙа хатта аныҡ ғәйепле кеше билдәле булған хәлдә лә бәғзе осраҡтарҙа башҡаларҙы "крайний" яһау күренеше ғәжәпләндерә ине. Казармала берәй һалдат икенсеһенең күҙен "күгәртә" һуҡты икән, шул һалдаттың взвод командирынан алып рота, батальон, хатта полк командирҙары һәм тәрбиәселәре (элеккесә - замполит) тейешенсә яза ала. Артабан хеҙмәт буйынса үҫеүҙән мәхрүм булыу, шелтә йәиһә башҡа төрлө язанан ҡотола алмай инде командир барыбер. "... За слабую политико-воспитательную работу среди личного состава подразделения..." Иң ҡыҙығы шунда: хеҙмәттәшен ҡыйырһытҡан хулиган һалдат, бер-ике аҙна гауптвахтала ултырғандан һуң, ваҡыты еткәс, "дембельский" кәпәсен ҡырын кейеп, көлә-көлә өйөнә ҡайтып та китә. Ни өсөн шулай булырға тейешлеген аңламайым. Ун һигеҙ йыл буйы насар тәрбиәләгән өсөн ана шул хулигандың ата-әсәһенә берәй нисек тәьҫир итеү сараһы булһа, бәлки, миңә бер аҙ аңлашылыр ҙа ине...
Минең алҡымымдан алырға маташҡан мәлдәр ҙә булманы түгел. Барыбыҙ белеүебеҙсә, "Киҫкен фарингит" тигән ауырыу бөтә ерҙә киң таралған. Бер аҙ һалҡын алдырып, ошо сиргә юлыҡҡан кеше үҙенең һәр тын алышын наждаклы ҡағыҙ менән тамаҡ эсен сыйғылап йөрөткән һымаҡ итеп тоя. Бындай ауырыуҙа, ғәҙәттә, тән температураһы нормаль була. Студент саҡтарҙа, шул сирҙе эләктереп, табипҡа барһаң, "температураң юҡ бит", тип физкультура дәресенә бармаҫҡа справка бирмәйҙәр ине. "Табип булып алһам, үҙемә ана шундай сир менән мөрәжәғәт иткән һәр кешегә "освобождение" бирер инем", тип хыяллана торғайным. Хәрби табип булып алғас та, бына шул хыялым тормошҡа ашты, әлхәмдүлиллаһ. "Гражданка"ла элек-электән "больничный лист"арҙы кешеләргә табип бирә, йәғни, эш кешеһенә ауырыу буйынса ял биреү фәҡәт врач ҡулында икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Ә бына әрмелә табип "... нуждается в освобождении..." тигән справка ғына бирә ине. Йәғни, доктор эштән азат итергә "кәңәш" кенә итә, ә командир шул справкаға таянып, теге йәки был хәрбигә ял бирә. Хатта уны бирмәҫкә лә хоҡуғы бар. Тик, врач кәңәше булғас, ғәҙәттә, бер командир ҙа уның һүҙен йығырға баҙнат итмәй...
- Доктор, - тине мине дивизия штабына саҡыртып алған подполковник дәрәжәһендәге ҙур ғына бер начальник, - офицерҙарға һәм һалдаттарға иң күп "освобождение" биргән табип - һеҙ, тигән сигнал килә часть командирҙарынан...
Ул саҡта мин үҙем дә инде подполковник званиеһында булараҡ, оло начальник алдында ҡапылда "юғалып ҡала" торған йәштә түгел инем.
- Мин бит уларға "освобождение" бирмәйем, ә командирға "рекомендация" ғына бирәм. Әгәр командир теге йәки был хәрбигә күрһәтелгән сир буйынса ял бирмәҫкә баҙнат итә икән - уның хоҡуғында һәм намыҫында. Өҫтәүенә, хәҙер ҡыш көнө, һалдаттар һәм офицерҙар йыш ҡына һалҡын алдыралар. Сөнки командирҙар, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, строевой плацта уларҙы аяҡтарын өшөтөп оҙаҡ тота...
- Һеҙ, доктор, шуның менән башҡалар алдында яҡшы, "добрый" булып күренергә тырышаһығыҙ... Развели тут симулянтов, понимаешь ли, доктора - бездельники!
- Иптәш подполковник, командирҙарҙан айырмалы мин, табип булараҡ, кешеләрҙең тамағын үҙ күҙҙәрем менән күрәм бит. Икенсенән, симулянтты ауырыу кешенән айырыу - минең эш, өсөнсөнән, бөтә кешене лә "симулянт" тип атарға ярамай! Минең менән артабан һөйләшеүҙең файҙаһы булмағанлығын аңлаған начальник:
- Ярай, барығыҙ, доктор... - тиеүҙән башҡаны әйтә алманы. Бына шулай, кешеләрҙең ауырыуында ла табиптарҙы ғәйепләргә әҙер йөрөгән начальниктар була ул. "Гражданка"ла табип булып әллә ни оҙаҡ эшләргә лә тура килмәгәс, бындай мәсьәләләр нисек хәл ителеүе миңә, әлбиттә, мәғлүм түгел.
Бөтә булған хәл-ваҡиғаларға реаль тормош нескәлектәрен иҫәпкә алып, объектив күҙлектән сығып ҡарап өйрәнһәк, кемдер әйтмешләй "ҡалай һәйбәт булыр ине". Элек "коммунизм" ваҡытындағы иғлан ителгән, әммә тормошҡа ашырыла алмаған "Кеше кешегә - дуҫ, иптәш һәм туған!" тигән лозунг хәҙерге ваҡытта ла тап-таман ғына булып ҡалыр ине лә бит... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡәҙерле яҡташтар?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
(Аҙағы. Башы 16-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.05.17 | Ҡаралған: 848

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru