«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЖУРНАЛИСТАР МЕНӘН БУЛАСАҠ ЖУРНАЛИСТАР ОСРАШТЫ
+  - 

Фестивалде асыу тантанаһында журналистика кафедраһы мөдире Рәшиҙә Мәһәҙиева белдереүенсә, Матбуғат фестивале Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә белем алған студенттарҙы киң мәғлүмәт сараларында эшләгән билдәле шәхестәр менән осраштырып, оҫталыҡ дәрестәре һәм фекер алышыу майҙансыҡтарында тәжрибә уртаҡлаштырыу маҡсатында ойошторолдо.

- Журналистика бүлеген тамамлаған студенттар араһында уңышҡа өлгәшкән билдәле шәхестәребеҙ бар, шулай ҙа бындағы уҡытыу кимәле менән бөтәһе лә ҡәнәғәт булмауы тураһында ишетеп беләбеҙ, - тине Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы. - Эш биреүселәр бөгөн йәш белгестәргә ниндәй талаптар ҡуйыуын асыҡларға, Рәсәйҙең бөтә юғары уҡыу йорттары өсөн дә актуаль булған уҡытыу кимәленә ҡағылышлы мәсьәләләргә лә иғтибар йүнәлтергә тейешбеҙ.
Быға тиклем матбуғат, радио, телевидение өлкәһендә эшләүсе тәжрибәле журналистар вуздың кадрҙар әҙерләү системаһына бер аҙ яңылыҡтар индереү кәрәклеге тураһында үҙ-ара ғына һөйләшһә, ниһайәт, мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән фекер алышырға мөмкинлек тыуҙы. Матбуғат фестивале студенттарға ла, уларҙы киләсәктә эшкә саҡырасаҡ ойошмалар өсөн дә бик файҙалы майҙансыҡҡа әүерелде. Фестивалдең тәүге көнөндә "Заман журналисының портреты: мифтар һәм ысынбарлыҡ" темаһына "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев һәм "Молодежная газета"ның баш мөхәррире Ярослава Голобородько етәкселегендә ике фекер алышыу майҙансығы эшләне. Милли матбуғатта эшләргә теләүсе студенттар яҙыусы Марсель Сәлимов, "Шоңҡар" журналы баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, БДУ уҡытыусылары Рәшиҙә Мәһәҙиева, Фәнил Күзбәков һәм Тимерғәле Килмөхәмәтов, "Өмөт" гәзите баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов, "Йәшлек" гәзите баш мөхәррире Артур Дәүләтбәковҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, бәхәсләште. Милли матбуғат тураһында һүҙ сыҡҡас, гәзит-журналдарҙың тиражы артмауы, йәштәрҙе гәзит уҡыуға йәлеп итеүе ауыр булыуы, улар интернет селтәре аша ғына яңылыҡтар менән танышыуҙы хуп күреүе хаҡында тәнҡит һүҙе әйтелде. Быға яуап итеп студенттар: "Заман үҙгәргәс, ни өсөн гәзит-журналдар ҙа үҙгәрмәй?" - тигән һорау менән ҡаршы сыҡты. "Гәзит уҡыусыларҙың талаптары үҙгәрә икән, баҫмалар шуға яраҡлашырға, тап килергә тырышырға тейеш. Йәштәр социаль селтәрҙәр аша күп аралаша, шундағы яңылыҡтарҙы даими рәүештә ҡарап бара. Тимәк, гәзит-журналдарға ла шуның менән файҙаланып, үҙҙәренә иғтибар йәлеп итер өсөн социаль селтәрҙәрҙә әүҙемерәк эшләргә кәрәк", - тигән фекерҙә өсөнсө курс студенты Лилиә Ишмуллина. Фекер алышыу аҙағында Азамат Юлдашбаев үҙенең "Журналист тигән һөнәр бармы?" тигән һорауына яуап итеп: "Журналист разведчикка оҡшаған, ә разведчиктарҙы нисек шартлатырға өйрәтмәйҙәр. Уларға шартлатып, тере әйләнеп ҡайтһын өсөн кәрәкле белем биреп, оҫталығын арттырып, әҙерләп сығаралар. Журналист һөнәренә лә шулай уҡыталар, бында һеҙгә тик белем бирелә, артабан ваҡытҡа, ситуацияға ҡарап эш итергә кәрәк", - тигән һығымта яһаны. Ысынлап та, бөгөн Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә уҡыған студенттарға нисек мәҡәлә яҙырға, интервью алырға, камераға нисек төшөрөргә өйрәтмәйҙәр. Уларҙың алдына дөйөм белем кимәлен күтәреү, киң ҡарашлы шәхес, төрлө һөнәр кешеләре менән уртаҡ тел таба алырлыҡ, кешелекле итеп тәрбиәләү маҡсаты ҡуйылған.
Матбуғат фестивале программаһы буйынса фекер алышыу майҙансыҡтарында эш тамамланғас, студенттар оҫталыҡ дәрестәренә йүнәлде. Беренсе курс студенттары "Башҡортостан", "Ҡызыл таң", "Республика Башкортостан" гәзиттәре вәкилдәре менән осрашты. Икенсе курс студенттары "Радио России - Башкортостан", "Спутник FM" радиоканалдары етәкселәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә алды. Өсөнсө курста белем алған йәштәр Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Вся Уфа", "Россия-Башкортостан" телеканалдары вәкилдәре менән, дүртенсе курстар "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы һәм төрлө ойошмаларҙың матбуғат үҙәктәренән килгән хеҙмәткәрҙәр менән осрашты. Студенттарға оҡшаған тағы бер сара - вуз ректоры Николай Морозкин менән әңгәмәләшеү булды. Шулай уҡ "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, "Өмөт" гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин үткәргән оҫталыҡ дәрестәре, БР Журналистар Союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков менән ойошманың эше тураһында һөйләшеү ҙә бик һөҙөмтәле килеп сыҡты. Өсөнсө курс студенты Заһит Ғүмәров әйтеүенсә, тәүге тапҡыр ғына үткәрелгән Матбуғат фестивале һәр кемгә оҡшаған. "Был сарала киләсәген журналистика менән бәйләргә теләгән, һөнәри үҫешкә ынтылған маҡсатлы йәштәштәрем генә ҡатнашты. Кемдәр һөнәр һайлағанда икеләнеп килгән, диплом алыу өсөн генә уҡып йөрөй - улар бында булманы", - тип тә өҫтәне ул.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Вуз менән төрлө ойошмалар араһында файҙалы хеҙмәттәшлек булырға тейеш. Беҙ теоретик белем бирһәк, улар йәштәргә тәжрибә тупларға ярҙам итә. Республикаға кәрәкле йәш кадрҙарҙы уртаҡ көстәр менән әҙерләү мөһим булыуына тағы бер инандыҡ", - тигәйне БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты журналистика кафедраһы мөдире Рәшиҙә Мәһәҙиева. Ысынлап та, Матбуғат фестивале оло быуын һәм йәштәр араһында тәжрибә уртаҡлашыр, фекер алышыр өсөн уңайлы майҙансыҡ булып сыҡты. Был күркәм сара киләсәктә юғары уҡыу йортоноң матур бер йолаһына әүерелер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.05.17 | Ҡаралған: 929

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru