«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АРҘАҠЛЫ ҒАЛИМ ДА ЯҘЫУСЫ, ЙӘМӘҒӘТ ЭШМӘКӘРЕ ЛӘ, АҒАЙЫБЫҘ ҘА
+  - 

Башҡортлоҡ тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ гелән милләтебеҙҙең ҡайһы бер абруйлы шәхестәре менән бер рәттән Рәшит Шәкүрҙе лә күҙ алдына баҫтырабыҙ.

Ысынлап та, быйыл үҙенең оло ғүмер байрамын - 80 йәшен байрам иткән аҡһаҡал ошо йылдар эсендә халҡыбыҙ өсөн күпме изге эштәр башҡарҙы, киләсәк быуынға күпме белем һәм ғилем сәсте икән? Уның шым, әҙәпле, тауыш күтәрмәй генә башҡарған ғәмәлдәрен барлай башлаһаң, ысынлап та, Рәшит Закир улының күп ҡырлы шәхес икәненә шаһит булаһың: тел ғилеменә башҡорт телендә ике түгел, өс диалект, 12 һөйләш түгел, 16 һөйләш булыуын раҫлап, диалекттар һәм һөйләштәр классификацияһын тулыландырыусы ла, арҙаҡлы башҡорттар тураһында мәғлүмәтте бер баҫмаға туплаусы ла, "Башҡортостан энциклопедияһы"на нигеҙ һалыусы ла, ғалим да, яҙыусы ла, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында республикаға суверенитет яулау сафының иң алдында булған "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенең рәйесе лә, Ырымбурҙа башҡорттарҙың аҡсаһына һалынған Каруанһарай мәсетен кире ҡайтарыу мәсьәләһен өлкә депутаттарына "өҫтәл төйөп" аңлатыусы ла, шағир ҙа, публицист та... Исемлекте, шулай уҡ уның исем-дәрәжәләрен әллә күпме яҙырға һәм дауам итергә мөмкин булыр ине, әлбиттә. Әммә уның быға мохтажлығы юҡ һәм беҙ уны ябай, алсаҡ, кешелекле һәм кеселекле Рәшит ағай итеп беләбеҙ. Шундай шәхестәребеҙ тураһында йәш быуынға күберәк мәғлүмәт биреү өсөн беҙ улар хаҡында йышыраҡ һөйләргә, улар менән таныштырырға тейешбеҙ. Был йәһәттән Рәшит Закир улы оҙаҡ йылдар эшләгән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уны үҙенсәлекле тәбрикләне - коллегалары эшмәкәрлегенең бер йүнәлешен - топонимика мәсьәләләрен алып, "Башҡортостан топонимикаһы проблемалары" темаһына түңәрәк ҡор үткәрҙе.
Рәшит Шәкүр үҙе әйтеүенсә, 1986 йылда 2000 дана ғына баҫылған һәм шунда уҡ таралып бөткән "По следам географических названий" баҫмаһында ул тарихи Башҡортостан ерлегендәге Геродот заманында уҡ теркәп ҡалдырылған топонимика атамаларын бөгөнгө көндәргә тиклем өйрәнә. Башҡа сығыш яһаусылар билдәләүенсә, был баҫма - Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә аналогы булмаған китап, сөнки уға тиклем топонимиканы классификациялау тигән күренеш булмай, артабан инде 35 төрки тел ғалимдары үҙ телендәге топонимдарҙы Р. Шәкүр классификацияһы нигеҙендә башҡара. Бында филология фәндәре докторы Гөлнур Бохарованың Мәскәүҙә "Башҡорт топонимияһында һинд-иран субстраты" тигән темаға диссертация яҡларға барғанында баш ҡала ғалимдарының: "Башҡортостанда ысын мәғәнәһендә топонимика мәктәбе эшләй", - тиеүе лә Рәшит Закир улының хеҙмәтенә оло баһа ул.
"Тарихи Башҡортостан топонимияһын теркәп, уны картаға индереп, мин хеҙмәтем менән ошо ерҙәрҙең башҡорттарҙыҡы булыуын, уларҙың аҫабалығын нығытып ҡуйырға тырыштым", - ти юбиляр үҙе. Уның был фекере философия фәндәре кандидаты Айһылыу Хөсәйенованың фекере менән ауаздаш. "Донъялағы төрлө халыҡтар үҙҙәренә донъя үҙәген билдәләй. Кем өсөндөр ул театр, пирамидалар һ.б. булһа, башҡорттар өсөн донъя үҙәге - Урал тауы, Урал һырттары. Ул беҙҙең өсөн арҡа һөйәге булып тора. Арҡайым да арҡа һүҙе менән бәйле. Хатта шундай фараздар йөрөй, климат йылынып, донъяны һыу баҫҡанда ла, Урал тауҙары, Урал һырттары ғына ҡоро ер булып ҡаласаҡ һәм башҡа ҡитғаларҙан ҡотола алыусылар Уралға һыйынасаҡ. Шул ваҡытта беҙ үҙебеҙҙең атамаларыбыҙҙы, аҫабалығыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалырбыҙмы? Ә бит Башҡорт топонимияһында кешелектең бик боронғо, беҙ асылына ла төшөнөп етә алмаған сер ята. Шуға ла топонимия менән философия - улар бер-береһен тулыландырып торорға, топонимия философия күҙлегенән сығып тикшерелергә тейеш. Был йәһәттән беҙгә берлектә эшләйһе эштәр күп әле", - тип юҡҡа ғына билдәләмәне Айһылыу Хәмзә ҡыҙы. Философия менән топонимия берлеген күҙаллағанда, был йәһәттән Рәшит Шәкүрҙең эшмәкәрлеге тап ошо йүнәлештә бара ла инде: "Йәштән үк филологияны (әҙәбиәтте, телде) философия күҙлегенән сығып тикшерергә теләгәйнем. Шуға тәүҙә философия факультетына документтар тапшырғайным, һуңынан филологияға инергә булып киттем", - ти ул. Шулай ҙа, уның тикшеренеүҙәрендә философия барыбер ҙә үҙенең тәрән эҙен һала.
Башҡорт дәүләт университеты Сибай филиалының башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Наилә Ласынова иһә башҡорт топонимдарының рус теленә боҙоп тәржемә ителеүенә әсенеү белдерҙе. Күпме йылдар һөйләнелһә лә, ошо төбәктәге Төйәләҫ йылғаһы хәҙер башҡорттар араһында ла Худолазға әйләнеп бара, ә Ҡылтабан күле Табанка булып йөрөй. Үҙенең сығышында Наилә Азамат ҡыҙы бихисап миҫалдар килтерҙе.
Был түңәрәк ҡор Рәшит Шәкүрҙең топонимия мәктәбендә быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек дауам итеүен дә раҫланы. Бөгөн дә студенттар курс эштәре, диплом эштәре итеп топонимия темаһын алһа, артабан туплаған белемдәрен мәктәптә уҡыусыларға тапшыра. Был йәһәттән М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның 3-сө курс студенты Изалия Хәлимованың Башҡортостандың геотопонимдары темаһы буйынса әҙерләгән сығышы топонимия буйынса төрлө өлкәләрҙә тикшеренеүҙәр алып барыу мөмкинлеген һәм зарурлығын раҫланы. Башҡортостан - ҡаҙылма байлыҡтар төбәге. Был төрлө объекттарға бирелгән атамаларҙа ла сағылыш таба. Мәҫәлән, Баҡыртау, Алтын йылға һ.б. шундай топонимдар был урында ниндәй ҡаҙылма байлыҡ булыуы тураһында һөйләй.
Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның 9-сы синыф уҡыусыһы Ғәлиә Имамова Иҫке Күктау ауылы топонимдары менән таныштырҙы. Ошо хеҙмәте менән ул БДПУ-ның уҡыусылар араһында үткәргән топонимия буйынса конкурсында ла ҡатнаша.
Мәҡәлә башында Рәшит Закир улы Шәкүровтың күп ҡырлы шәхес булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынғайны. Был уның эшмәкәрлегендә лә сағылыш таба. Ошо киң ҡырлы хеҙмәттең бер генә йүнәлеше булған топонимикаға арналған түңәрәк ҡор иһә был өлкәлә бөгөн дә проблемалар барлығын, ошо тема буйынса китаптарҙы ҡабаттан нәшер итеү һәм Хөкүмәт кимәлендә Терминология комиссияһы эшмәкәрлеген ҡабаттан тергеҙеү зарурлығы булыуын асыҡланы. Ҡасандыр был өлкәлә эшләүселәр бармаҡ менән һанарлыҡ булһа, бөгөн топонимиканы төрлө күҙлектән сығып тикшереүселәр - Рәшит Закир улының шәкерттәре байтаҡ.
Мәҡәләне оло ғалимды оло юбилейы менән үҙенсәлекле итеп тәбрикләүсе М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты коллективына ҡушылып, Рәшит ағайға, уның үҙе яҙған:
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Тәрән аҡыл кәрәк, хис кәрәк,
Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөн
Ҡайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк, - тигән юлдарына өҫтәп, шулай тип тамамлағы килә: аҡылығыҙ ҙа, хиc-тойғоларығыҙ ҙа ташып торһон, алдығыҙға алған эштәрегеҙҙең осона сығырға Аллаһы Тәғәлә көс бирһен, йөрәгегеҙ йөҙгә еткәнсе ҡайнар булһын, Рәшит ағайыбыҙ!

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.05.17 | Ҡаралған: 901

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru