«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒЫ БАРҘЫҢ - ТУҒЫ БАР, ЙӘКИ, ҺӨТТӨҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛЕҮСЕЛӘР ТУРАҺЫНДА
+  - 

Ошо көндәрҙә Инйәр ҡасабаһы мәҙәниәт йортонда "Ағы барҙың - туғы бар" тип исемләнгән һөт байрамы үтте. Инйәр ағинәйҙәре ойошторған сарала Йөйәк, Уҫманғәле, Межгорье ағинәйҙәре лә ҡатнашты һәм үҙ оҫталыҡтарын сағылдырған күргәҙмәләрен ҡуйҙы. Яҡташтарының байрамын йәмләргә Өфөнән килеп еткән шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡова ла шиғри күстәнәстәре менән уртаҡлашты, сараға мәртәбә өҫтәне.

Инйәр ағинәйҙәре етәксеһе, үҙ ғүмеренең 49 йылын балалар уҡытыуға арнаған Шәрғиә Яҡшыдәүләтова байрамды асып: "Иң төп маҡсатыбыҙ - йәштәребеҙҙе магазин һөтөнән баш тарттырып, ауыл һөтөнә йөҙ борҙороу, уларға, һөт ризыҡтары етештереп, ғаиләңде туйындырырға ла, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, матди файҙа алырға ла мөмкин икәнен күрһәтеү. Бөтә нәмә һөттән башлана: кеше тыуғас та әсә һөтө менән быуынын нығыта, һөт уға ғүмере буйы көс бирә", - тине.
Театрлаштырылған тамашаға ҡоролған сарала Инйәр ағинәйҙәре боронғо рецепттар буйынса әсе һәм сөсө ҡатыҡ, ҡорот, эремсек, ҡыҙыл эремсек, турта әҙерләү оҫталыҡтары менән бүлеште. Уларҙың сығыштарын урындағы музыка мәктәбе уҡыусыларының йыр-бейеүе тағы ла йәнлерәк итте. Ғөмүмән, сәхнәнән бик күп аҡыллы, файҙалы кәңәштәр яңғыраны. Һөттән башлап, һөт ҡушып эшләнгән башҡа ризыҡтарға тиклем йәнең теләгән рецептты яҙып алыу мөмкинлегенә эйә булды сараға килеүселәр. Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы боронғоларҙың һыуытҡысһыҙ ҙа май һаҡлау серҙәре менән уртаҡлашып, әсәһенең нисек итеп ҙур тәпәнгә аҡ май йыйып, агент килгәнсе һаҡлауы тураһында һөйләне: "Әсәйем иҫкертмәй, оҙаҡлатмай ғына майҙы бешә лә, тәпәнгә, эсендә һауаһы ҡалмаҫлыҡ итеп баҫып ҡуя. Һауа үтһә, май иҫкерә, күгәрә башлай. Тәпән тулғас, ауыҙын ағас япма менән ныҡ итеп яба, һауа инмәһен өсөн тәпәндең ситтәренә балауыҙ йәбештерә. Ауылға май йыйыусы килһә, тәпәндәге аҡ майҙы иретә лә, килеп сыҡҡан һары майҙың таҙаһын, юғары сортлыһын ғына тапшыра торғайны. Бөтөн май шулай дәүләткә китә. Әсәйем 3 һыйыр тотҡас, беҙгә майы-ҡаймағы, ҡатығы ла артып ҡала ине. Бер һыйыр аҫыраған ғаиләләр иһә май күрмәй, ҡатыҡ күрмәй, ойотҡан менән генә йәшәне. Беҙ ул яҡтан бәхетлерәк булдыҡ".
Йәйәк ауылынан килгән Гөлсирә Ислам ҡыҙы Салауатованан турта тип аталған туҡлыҡлы милли аҙыҡ эшләү серҙәрен яҙып алдыҡ. Туртаны былай эшләйҙәр: һары майҙы ҡыҙған табала эретәләр ҙә, шыйыҡ ҡамыр барлыҡҡа килерлек итеп арыш оно йә 2-се сортлы он һалып, килеп сыҡҡан масса ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе болғатып торалар. Турта әҙер булғас, уға тоҙ һалалар ҙа (теләгән кеше шәкәр ҡомо өҫтәй ала), һалҡын урынға һыуытырға ултырталар. Һыуынған турта ҡата һәм ашарға әҙер була. Гөлсирә Салауатова әйтеүенсә, борон был аҙыҡты эшкә киткән, оҙон юлға сыҡҡан ир-аттарға әҙерләп бирер булғандар. "Туҡлыҡлылығы, оҙаҡ һаҡланыуы арҡаһында был аҙыҡ сәфәргә сыҡҡанда бик уңайлы булған. Мин әле лә уны бешереп алам", - тине Гөлсирә Ислам ҡыҙы. Инйәр ауылы ағинәйе Зәкинә Шәрәфетдин ҡыҙы Ғәлимова сөсө ҡатыҡ әҙерләү серҙәре менән бүлеште. Сөсө ҡатыҡ - ойотмос һалынған, бер көнгә йылыға ултыртып ҡуйылған яп-ябай һөт була икән. "Бөгөн был эсемлекте кибеттә "кефир" тип һаталар, - тине ағинәй. - Сөсө ҡатыҡтан тыш әсе ҡатыҡ та була. Уныһы - шул уҡ рецепт менән әҙерләнеп, аласыҡта йәки көбөлә оҙағыраҡ (3-4 көн) тотолған ойотмосло һөт". Өс тиҫтә йыл Үзбәкстанда йәшәп, башҡорт милли ойошмаһын етәкләп, Уҫманғәле ауылына атай нигеҙенә йәшәргә ҡайтҡан Афина Ғөбәйҙуллина әйтеүенсә: "Ауыл ерендә кемдер бар эштәрҙе башлап йөрөргә тейеш, халҡыбыҙ шундай әйҙәләүҙәргә күнеккән. Беҙҙең ауылда депутаттар эшләй торған, әйҙәләй торған ошо эште хәҙер ағинәйҙәргә - беҙгә ҡушалар... "

Илгизәр БУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.05.17 | Ҡаралған: 1148

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru