«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ҺӘМ ЕЙӘНДӘР ЯУГИР ОЛАТАЙҘАР МЕНӘН БЕР САФТА
+  - 

...Ә командир һаман донъя буйлап…
Һалдаттарын йөрөй таратып...
Еңеү байрамы алдынан Интернет селтәрендә салынып ҡалды был шиғыр юлдары. Авторын, үкенескә күрә, иҫләмәйем, ниндәйҙер төркөмдәге таныш булмаған таныш ине. Ләкин йөкмәткеһе генә түгел, ундағы образдар һаман да күҙ алдында тора: донъя буйлап мәңге йәш, үлемһеҙ булып ҡалған һалдаттар атлай, улар хатта ял итергә лә туҡтамай; был парадты бөгөнгөнән күҙәтеп тороусылар үҙҙәренең хәбәрһеҙ юғалған йәки әлегәсә ерләнгән урыны асыҡланмаған атай-олатайҙарын танып, ошо сафтан алып ҡала бара, алып ҡала бара… Йәш лейтенант инде һигеҙенсе тиҫтә йыл донъя буйлап һалдаттарын өйҙәренә тарата, һуңғы һалдаттың исеме асыҡланып, уны туғандары тапмайынса, һуғыш туҡтамай, дауам итә…

"Үлемһеҙ полк" акцияһы тураһында ине ул шиғыр. Ябай ғына һүҙҙәргә тәрән һәм бөйөк мәғәнә һалынғайны: лейтенант командаһы сафы кәмей барған һайын, беҙҙең сафтарыбыҙ тулылана. Бөгөн инде Рәсәй өсөн генә түгел, танырға теләмәһә лә, донъя өсөн иң әһәмиәтле көндәрҙең береһе булған 9 Май байрамын тереләр менән мәңге йәш һәм вариҫтары күңелендә мәңге тере булып ҡалған һалдаттарҙан тупланған "Үлемһеҙ полк" хәтер маршынан башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай. Был сарала йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта бара. Өфөлә былтыр Еңеү көнөндә тамашасылар менән бергә илле меңдән ашыу кеше ҡатнашһа, быйыл был һан алтмыш меңдән артып китте. Мәскәүҙә иһә "Динамо" метроһы станцияһынан башланған "Үлемһеҙ полк"та һигеҙ йөҙ илле меңдән ашыу кеше тупланды. Илебеҙҙең баш ҡалаһындағы сарала өсөнсө йыл рәттән ил Президенты Владимир Путин шәхсән ҡатнашып, башҡалар менән бер рәттән яугир атаһының портретын тотоп, Еңеү яулаусыларға ихтирамын һәм рәхмәтен белдерә. Башланғанынан алып акция тарихында быйылғыһы үҙенең киң масштаблы булыуы менән дә айырылып торҙо. Владивостоктан алып тотош ил буйлап мәрхүмдәр рухы тереләр менән бер сафҡа баҫты. Рәсәй субъекттарынан тыш, унда донъяның утыҙ иле ҡатнашты. Ҡайһы бер илдәрҙә сара хатта бер нисә көнгә һуҙылды.
Байрам көнөндә БДБ дәүләттәрендә генә түгел, "Үлемһеҙ полк" шулай уҡ Австрияның, Бөйөк Британияның ҡайһы бер ҡалаларында, Сербияның баш ҡалаһы Белградта, Афинала, Минскиҙа, АҠШ-тың алты ҡалаһында, шул иҫәптән бер нисәһендә беренсе тапҡыр үтте. Японияла акция Токиолағы Рәсәй Федерацияһы вәкиллеге территорияһында уҙғарыла. Мадридта "Үлемһеҙ полк" дүрт йөҙ самаһы кешене йыя. Пусанда ул бөтөнләй ғәҙәти булмағанса үтә: ойоштороусылар уны пляжда уҙғара. Шунда уҡ концерт та ҡуйыла. Пекинда хәтер акцияһына бер нисә тиҫтә кеше йыйыла. Монреалдә был сара "Донъяға - тыныслыҡ" лозунгыһы аҫтында ойошторола. Бында Еңеү көнөн Рәсәй флагы ҡаҙалған машиналарҙа автоуҙыш менән башлайҙар. Һуңынан инде халыҡ урамдан колонна менән уҙа.
Страсбургта бер нисә йөҙ кеше туғандарының фотоларын тотоп, урамдан үтә. Был акцияла ҡатнашыусылар элекке СССР-ҙан сығыусылар ғына түгел, хатта француздар ҙа була. Испанияның бик күп ҡалалары урамдарынан, шул иҫәптән Мадрид, Тенерифе, Барселона буйлап "Үлемһеҙ полк" үтә. Германияның тиҫтәләрсә ҡалаһында, шул иҫәптән Берлин урамынан "Үлемһеҙ полк" үтә, Дрезденда һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙарының фотоларын тотҡан ватандаштар осрашыуы уҙғарыла, Гамбургта Бергедорф районының зыяратында сәскәләр һалына.
Ғөмүмән, "Үлемһеҙ полк" географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Хәҙер ул Европа илдәрендә генә түгел, Азия, хатта Африка ҡитғаһына ла барып еткән. Сөнки был рәсми бойороҡтар менән ойошторола йәки рәсми ҡарарҙар менән тыйыла торған сара түгел, ул донъялағы һәр айыҡ аҡыллы кеше күңеленә һәм йөрәгенә ҡан менән, юғалтыуҙар менән яҙылған, һуғыш ипкене ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр, моғайын. Шуның өсөн дә ул даръя кеүек бөтөн донъяға тарала, йылдан-йыл ҙурыраҡ биләмәләрҙе ялмай бара...
...Йәш лейтенант һаман да яугирҙарын донъя буйлап өйҙәренә таратып йөрөй һәм йылдан-йыл сафтары арта барған "Үлемһеҙ полк"тан йәш һалдаттарҙың өнһөҙ ҡарашы һаман беҙҙе тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә саҡырып тора…

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.17 | Ҡаралған: 854

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru