«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАУ АҪТЫНАН ДАУ ЭҘЛӘМӘЙЕК...
+  - 

Социаль селтәрҙәрҙә тағы шау-шыу ҡупты: "Бәйләнештә"ге бер төркөм хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда "Рус телле уҡыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комитет" төҙөлгән икән. Унан мәғлүм булыуынса, баш ҡаланың 39-сы гимназияһында белем алыусы уҡыусыларҙың бер төркөм ата-әсәһе бер йыл инде уҡыу планын үҙгәртергә, башҡорт теле дәресе иҫәбенә рус йәки инглиз телен уҡытыуға өлгәшергә тырыша.

"Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында" БР Законына ярашлы, уҡыу пландарын ҡабул итеүҙе ата-әсәләр комитеты һәм мәктәп администрацияһы хәл итә. Мәғлүм булыуынса, бөгөн дүрт төрлө уҡыу планы бар. Әммә милли төбәк булараҡ, Өфө ҡалаһына уның тап икенсеһе тура килә. Сөнки беренсе планда туған телдәр генә бар, дәүләт телдәре юҡ, төбәк компонентына ваҡыт әҙ ҡалдырылған. Шуға ҡала мәғариф идаралығы икенсе планға өҫтөнлөк бирә. Унда дәүләт телдәрен уҡытыу ҙа, туған телдәрҙе уҡытыу ҙа бар, йәғни төбәк компонентына сәғәттәр һаны күберәк бүленгән, тигеҙ шарттар булдырылған.
Бөгөн мәктәптәрҙә телдәрҙе ҡыҫалар (рус теле булһынмы ул, башҡорт теле булһынмы) тигән һүҙ - ул ысын мәғәнәһендә уйҙырма. Ғәмәлдә, телдәр закон тарафынан яҡланған, ә инде һөҙөмтә ата-әсәләрҙең мәктәп менән нисек эшләүенә, закондарҙы белеү-белмәүенә, аңлау-аңламауына һәм башҡорт теленә мөнәсәбәтенә бәйле. Әгәр күпселек ата-әсә ҡала, район өсөн тап килгән уҡыу планын һайлаһа, мәктәп хакимиәте бер нисек тә уларҙың ихтыяжына ҡаршы сыға алмай. Ләкин ата-әсәләр үҙҙәренең шундай ҡеүәтле көскә эйә икәнен беләме икән? Был йәһәттән йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт сараларының эшләп еткермәүе лә, халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәтте аңлайышлы итеп еткермәүе лә үҙ ролен уйнайҙыр, моғайын. Әгәр рус телле ата-әсәләр үҙ телен яҡлау өсөн комитет төҙөгән икән, башҡорттар ҙа быны эшләй ала бит. Ә инде үҙҙәре өсөн быны кемдеңдер килеп эшләп биререн көтөп ултырһалар, әлбиттә, фекер алышыуҙар, кемделер ғәйепләүҙәр, кеҫәнән генә йоҙроҡ төйнәүҙәр менән бер нәмәгә өлгәшеп булмаясаҡ.
Бында тағы шуны ла өҫтәп әйтергә булыр ине: 1 мартта Башҡорт дәүләт университетында "Йәш быуындың милли үҙаңын тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының, ғөрөф-ғәҙәттәренең, традицияларының, диндең, мәҙәниәттең һәм әҙәбиәттең роле" тигән темаға түңәрәк ҡор ойошторолдо. Унда йыйылыусылар алдында шундай мәсьәлә күтәргәйнем: РФ Дәүләт Думаһында Татарстан депутаттарының бер вәкиле Берҙәм дәүләт имтиханын туған телдәрҙә тапшырыу тураһында бик күп мөрәжәғәттәр булыуға бәйле, ошо турала закон ҡабул итеү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Әммә Башҡортостан яғынан был тәҡдимде хуплаған бер ниндәй ым-ишара ла булманы. Ә инде минең һорауға ҡаршы: "Бөгөн 9-сы синыфтар имтихандарҙы башҡорт телендә тапшырыу хоҡуғына эйә булһа ла, былтыр тотош Башҡортостан буйынса ундай теләк белдереүсе табылманы. Ә һин Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында хыялланаһың", - тип яуаплап, "урынға ултыртҡайнылар". Ләкин көн бөгөн менән генә бөтмәй. Бәлки, бер нисә йылдан һуң Берҙәм дәүләт имтиханын башҡорт телендә тапшырырға теләүселәр табылыр, әммә ҡанун булмаҫ. Ул ваҡытта балаларға нимә тип яуапларбыҙ? Икенсе яҡтан, Рәсәйҙә бит бер башҡорттар ғына йәшәмәй, беҙгә ул ҡанун кәрәкмәй икән, башҡа милләттәргә кәрәк. Хәйер, ҡанундың булыуы ла зыян итмәҫ - аҫабалыҡ тураһындағы ҡасанғы грамоталарға нигеҙләнеп, һаман да башҡорттарҙың аҫаба халыҡ булғанына күкрәк ҡағабыҙ бит әле, ә ни өсөн киләсәк быуындарға үҙебеҙҙән һуң да шундай грамота ҡалдырмаҫҡа, имтихандарҙы башҡорт телендә тапшырыу хоҡуғы буйынса булһа ла?.. Ошондай хыялдарға сумдырғайны түңәрәк ҡорҙа мәсьәлә күтәреүем. Бөрйән районына ҡылған сәфәрем иһә күңелгә өмөт осҡоно һалды: былтыр район үҙәгендә урынлашҡан Иҫке Собханғол мәктәбендә 9-сы синыфты тамамлаусы ике бала башҡорт теленән имтихан тапшырһа (ә мине Башҡортостан буйынса тапшырырға теләүселәр юҡ, тип инандырырға тырышалар), быйыл ике кластан барлығы 36 (!) бала башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һайланы, тип белдерҙеләр. Ә республика буйынса бындай балалар һаны күпме булыуы мөмкин? Юҡһа, рус телле балалар башҡорт теле дәрестәрен уҡырға теләмәйҙәр, тип баш ватабыҙ. Беҙгә, киреһенсә, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен имтихан фәне итеп һайлаусыларҙы һәм Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ телендә тапшырырға теләүселәрҙе берәм-бөртөкләп эҙләргә, уларҙы хупларға, күтәрмәләргә кәрәк. Икенсе яҡтан, рус телле балаларҙың ата-әсәләре башҡорт телен уҡытыуҙың ниндәй вариантына ҡаршы сыға? Моғайын да, һүҙ дәүләт теле булараҡ уҡытылған башҡорт теле тураһында баралыр. Әгәр Башҡортостан Республикаһында йәшәйһең икән, уның ҡанундарын үтәргә лә, дәүләт телен һәм символдарын ихтирам итергә лә кәрәк түгелме икән? Ә Башҡортостан закондары Рәсәй Федерацияһы закондарынан бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек. Бары тик ата-әсәләр ҡануниәт буйынса балаларын йәшәгән ерҙәренә яҡын булған мәктәпкә урынлаштыра икән, тимәк, уларҙы мәктәптең башҡорт, татар, рус һ.б. телле мәктәп булыуы ҡыҙыҡһындырмай, тимәк, улар ошо мәктәп ҡағиҙәләрен һәм талаптарын ҡабул итә. Ҡабул итмәһәләр, балаларының ихтыяжына һәм мәнфәғәтенә тура килгән белем усағын һайларҙар ине. Бында мәктәптең алыҫлығы сәбәп булып булып тормай, ана, райондарҙа күпме мәктәптәр ҡыҫҡартылып, балалар көн һайын нисәмә саҡрымдарҙы йә автобуста, йә йәйәү йөрөп уҡый.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ата-әсәләре комитет төҙөгән 39-сы мәктәп ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе булып тора. Мәғлүм булыуынса, ЮНЕСКО ойошмаһы үҙе үк хәүеф аҫтында торған телдәргә ярҙам итергә тырыша һәм ата-әсәләрҙең был ҡылығы халыҡ-ара ойошма проектына ҡушылған мәктәп өсөн ҡара тап булып төшә түгелме? Миҙал бер яҡлы ғына булмай, хатта башҡорттарға, башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, әҙәбиәтенә ҡаршы эшләгән хәл-ваҡиғаларҙы ла үҙебеҙҙең файҙаға бороп ебәрергә мөмкин бит. Ошо мөмкинлек хаҡында уйлашайыҡ әле.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.17 | Ҡаралған: 864

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru