«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ МӨҒЖИЗӘГӘ ҺЫУҺАҒАН, ХАЛЫҠТЫҢ ЫШАНҒЫҺЫ КИЛӘ...
+  - 

Башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле ҡарашы, жанрҙар төрлөлөгө, ҡыҙыҡлы сюжеттары менән айырылып тора Нияз Алсынбаевтың ижады. Әҫәрҙәрендә лә авторҙың тура һүҙле, тапҡыр фекерле, төплө белемле кеше икәнлеге сағыла. Уның яҙғандары шыйғалаҡ фәлсәфәгә генә ҡайтып ҡалмай, ә мотлаҡ фәнни, тарихи, ғилми дәлилдәргә нигеҙләнә. Яҙыусыларға бирелә торған "Өс һорау"ҙа ла уның яуаптары аныҡ һәм тура булды.

Башҡорт әҙәбиәтендә фантастик жанрға урын бирелһә лә, ул ныҡлап үҫешеп китә алмай әле. Ә бит, уйлап ҡараһаң, ошо жанр аша әллә күпме халыҡтарҙың һоҡланғыс мәҙәниәте донъяға билдәле. Хатта әлеге ваҡытта беҙҙең йәштәр һуштары китеп ҡараған, уҡыған "Властелин колец", "Хоббит", "Гарри Поттер" кеүек әҫәрҙәр ҙә фантастика ғына. Ә бит беҙҙең фольклорҙа, ауыҙ-тел ижадында шундай китаптарға нигеҙ булырҙай байлыҡ һанһыҙ һаҡлана. Һеҙ үҙегеҙ ҙә ошо жанрға мөрәжәғәт иткәнегеҙ булды. Нисек уйлайһығыҙ, башҡорт фантастикаһының күтәрелеп китеренә өмөт бармы?

- Башҡорттоң тарихи байлығы иҫ китмәле. Әлегә беҙ, башҡорт яҙыусылары, уның өҫкө ҡатламдарын ғына белә алабыҙ. "Белә алабыҙ", сөнки йә беҙҙең "ҡул теймәй", йә фантазия етмәй. Миҫал өсөн, бөйөк "Урал батыр" эпосын алып ҡарайыҡ. Бында беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе: "тирә-яғын һыу ҡаплаған ҡоро ер"ҙә ғүмер һөргән тәү кешеләр. Йәғни ҡырағай холоҡло әҙәми заттар. Таш менән ҡоралланған, теш менән йәнлек боғаҙын йыртып, ҡан эскән ҡырағай ата-бабаларыбыҙ, Йәнбирҙе менән Йәнбикә. Улар ерле-юҡтан уйлап сығарылмаған. Улар башҡорт тарихының боронғолоғона ишара. 4 мең йыл элек булған тәүтормош йәмғиәте ағзалары. Был инде тарихи әҫәргә бынамын тигән материал! Теләһәң, әйҙә, "Киләсәк тураһында хәтирәләр" тигән һымағыраҡ "кәпәс" аҫтында фантастик роман яҙ! Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорт уйҙырмаһын яҙыу, уны үҫтереү беҙҙән, яҙыусыларҙан тора. Ниндәй генә телдә яҙылһа ла. Фантазияң ғына булһын!
Тарихи фәнтәзи тигәндән, мин бынан 7-8 йыл элек "Серле мосафир" тигән мажаралы повесть яҙғайным. Имеш, Зәки Вәлиди Туған 1962 йылда йәшерен генә иленә ҡайтып киткән... Хатта, имеш, ҡыҙылдар яғына сыҡҡан мәлдә башҡорт тауҙарында йәшереп ҡалдырған алтынын эҙләп йөрөгән... Һәм халыҡ ышанды!
- Һин ысынды яҙғанһың бит, Вәлидиҙең китапта телгә алған көндәлеген күрһәт әле! - тип ҡат-ҡат мөрәжәғәт итеүселәр табылды. Хатта ҙур ғына вазифалы, донъя күргән, етди ағайҙар ҙа ышанған да ҡуйған. Повестың уйлап сығарылғанын аңы менән аңлап, әммә йөрәге менән ҡабул итмәй, һаман да үпкәләп йөрөүселәр бар. Ул ғына ла түгел:
- Башҡорт хөкүмәте ҡаҙнаһын ысынлап та йәшереп ҡалдырған ти бит ул Зәки Вәлиди! Минең олатайҙар шулай тип һөйләй торғайны. Әйтсәле, ҡайҙа йәшергәндәр? Әйҙә, бергәләп эҙләйек, тапһаҡ, яртыһы минеке, яртыһы - һинеке! - тип тимер эҙләүсе ҡулайлама менән килеп етте бер егет. Әммә тиҙ генә байып китергә насип булманы. Ни тиһәң дә, булмаған хазинаны эҙләп табыуы булғанын соҡоп сығарыуҙан күпкә ауырыраҡ.
Мәҙәк тә, ғәжәп тә был хәлдән бер генә һығымта яһарға мөмкин - халыҡ мөғжизәгә һыуһаған, халыҡтың ышанғыһы килә. Һорау бар, тәҡдим юҡ. Улай ярамай, егеттәр. Тимәк, эшләргә, яҙышырға, танһыҡты ҡандырырға кәрәк.

Журналист һөнәре яҙыусылыҡта ҡамасау ул", тип ҡабатларға ярата журналист яҙыусылар. Мин, киреһенсә, үҙеңде үҫтерергә ярҙам итеүсе бер баҫҡыс микән тип уйлайым. Һеҙҙеңсә нисек?

- Ысынлап та, журналист һөнәре яҙыу-һыҙыу шөғөлөнә урын ҡалдырмай тиерлек. Журналистика шулай уҡ яҙыусының һүрәтләү рәүешенә лә йоғонто яһай. Уратып-суратып, семәрләп тасуирлау журналисҡа хас түгел. Ул тураһын ярырға күнеккән. Бәлки, бөгөнгө тиҙлектәр, йәштәр әйтмешләй, "экшн" ("хәрәкәт") заманында был һәйбәттер ҙә. Журналистика тормошто, унда көн иткән әҙәм балаһын, уның уй-хыялдарын, өмөт-ышаныстарын яҡынданыраҡ танып белергә өйрәтә. Уның сәбәптәрен аңларға ярҙам итә. Төп өҫтөнлөгө шунда. Әммә был һөнәр, "идеяларҙы үлтерә, аҡыл һайығыуына килтерә", тигән һүҙҙәр менән килешмәйем. Аҡыл йә бар, йә юҡ. Шуның һымаҡ, талантты ла Хоҙай бирһә - бирә, бирмәһә - юҡ. Яҡшы яҙыусы бик һирәк яҡшы журналист була. Һәм - киреһенсә. Минеңсә, беҙҙең яртылаш яҙыусы, яртылаш журналист замандаштарыбыҙҙың күпселеге ана шул ике һөнәр араһында ярым йәш, ярым ҡарт, ярым "шәп", ярым "әй, яҙған булған инде шунда" статусында ғүмер кисерә. Ике һөнәр араһында өҙгөләнә. Береһе матди нигеҙҙе тотоп тора, икенсеһе рухи ҡиммәттәрҙе үҙ итә. Журналистика ашата, яҙыусылыҡ ошо ашаныуҙы ситтән генә ҡарап тора. Ҡарап ҡына ла тормай, ә, бәлки, "Мине киләсәк быуындар беләсәк!" ти үҙ-үҙен йыуатып тора. Әҫәрҙәре сәхнәлә барған өс-дүрт бөртөк драматургты иҫәпкә алмағанда, әлбиттә.

Мөхәббәттең йәш саҡта булыуы хәйерле, тиҙәр. Тик уның тураһында "Мөхәббәт ул - утлы-йәшен! Ҡарап тормай ҡартын-йәшен!" тип тә яҙалар...

- Был тема мине, нисектер, борсоғаны юҡ, шуға ла аҡыллы фекерҙәр әйтә алмаҫмын, моғайын. Ләкин бәғзе бер күҙәтеүҙәрем менән уртаҡлашырға була. Был күҙәтеүҙәрҙең мәғәнәһе шул: мөхәббәт ул бик мәкерле һәм холоҡһоҙ нәмә. Йәшен-ҡартын айырып тормай, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китеп, теләһә кемде килә лә баҫа. Грипп киҙеүе кеүек. Һәр хәлдә, шундайыраҡ фекер ҡалды ошо бер тарихтан һуң.
Бер мәл, 90-сы йылдар башында, эшселәр ятағында йәшәп алырға тура килде. Бүлмәләшем, уға 40 йәштәр самаһы, "һуғырға" ярата. Исемен Эдик тип алайыҡ. Эдиктың һәр иртәһе стакан төбөндәге араҡыны ғортлатып түңкәреүҙән башланып китә. Төшкө аш мәлендә ҡайтып китә: ул яҡында ғына тракторсы булып йөрөй. Ярты стаканды түңкәрә ҡоя ла йәнә сығып китә. Киске табыны үтә лә бай була. Консерваланған балыҡ, ҡыяр, бер телем икмәк һәм тулы стакан. Шәмбе - көтөп алған байрам. Киске тамаҡтан һуң Эдик һары мыйығын ҡап-ҡара итеп буяй. Ул ашыға, ул тулҡынлана, сөнки ул бөгөн "ҡыҙҙарға бара":
- Кейенеп алайым әле матур ғына итеп!
Матур ғына итеп кейенеүе шунан тора. Һары күлдәк, ялҡынланып торған ҡыҙыл галстук, зәңгәр төҫтәге костюм-салбар. Аяҡта ҡап-ҡара туфлиҙар. Тутыйғош төҫөнә кергән кавалер ҡыйыулыҡ өсөн йәнә берҙе елгәрә лә, тыҡ-тыҡ баҫып сығып олаға. - Ҡыҙҙарға, ҡыҙҙарға!
"Ҡыҙҙар" тигәне Даша тигән ашнаҡсы ханымға ҡайтып ҡала. Әйтеүе буйынса, ул бик сибәр: фигура - во , характеры - во, ә күҙе... ә күҙе - зәңгәр... Шулайҙыр, мин бит уны күргәнем юҡ. Эдиктың холҡо һәйбәт, һис ҡасан да "ҡыҙын" ятаҡҡа алып ҡайтмай, минән тартына, күрәһең. Таң алдынан ҡайтып, мәс килеп йығыла. Үҙе туҡтауһыҙ нимәлер һөйләй, үҙе әрләй, илап та ала. Ята биргәс, тып итеп иҙәнгә йығылып төшә, унан тыптыр-тыптыр килеп ике карауат араһында тәгәрләп йөрөй башлай. Ул ауырый, үҙе әйтмешләй, "эсәктәре янып бара", сөнки ул бөгөн эскән, ул бөгөн һөйөклөһө менән талашҡан. Шуға ла туп һымаҡ ике карауат араһын ҡыҙыра. Ярай әле, бәхетенә, бөгөн ял... Йәкшәмбе көн көс йыя, яраларын ялай, өҫ-башын рәткә килтерә.
Ҡатыны "Йәшел сауҡалыҡ" биҫтәһендә йәшәй, улар рәсми рәүештә айырылмаған. Һирәк-һаяҡ ҡайтҡылап йөрөй, ләкин бергә тормайҙар, бының үҙ сәбәптәре бар. Кистәрен Эдик ғаилә тормошонан ҡот осҡос хәлдәр һөйләй. Уның фекере буйынса, ҡатын-ҡыҙға һин үҙең түгел, ә һинең аша килгән аҡса, бала, фатир һәм "ирле ҡатын" тигән һүҙ генә кәрәк... Ул былар хаҡында бик оҫта итеп, бирелеп китеп, ниндәйҙер ғәжәйеп әртислек менән тасуир итә. Үҙ-үҙен һыйлап ултырырға ла онотмай. Иҫереүе һуңғы нөктәгә барып еткәс, күҙенә йәш алып:
- Ул бит миңә тапочка менән һуҡты! Бала алдында! - тип өҫтәлгә йоҙроғо менән тондора. Маңлай тирәһенә төртөп күрһәтә. Бына ошонда һуҡты! Зарланып ултыра торғас, йәтеш кенә итеп карауатына ауып төшә, тәрән булмаған йоҡоға тала... Унан кинәт һикереп килеп тора. Һәм итәгенә ут ҡапҡандай, "мин кызларга киттем" тип ашығып сығып олаға. Ҡайһы саҡта аҙналап ғәйеп була.
Бер мәл Эдуардты ен, дөрөҫөрәге, фәрештә алыштырғандай булды. Эсеүен ҡырҡа кәметте. Алыҫтан балҡып торған һары күлдәк менән теткеләнә башлаған ҡыҙыл галстук шешәләш дуҫтарына бүләк ителде. Ир күҙ алдында үҙгәрә башланы. Туҡ бесәй һымаҡ, мыйыҡ аҫтынан йылмайып йөрөй. Теш ҡуйҙырҙы. Һүгенеүҙәр кәмей төштө. Зауыҡ менән кейенә башланы: өҫтөндә зәңгәр салбар-пинжәк, аҡ күлдәк, күкһел галстук. Телмәренә "ғәфү итегеҙ, рәхим итегеҙ, зинһар" тигән кеүек ят һүҙҙәр килеп инде. Шик юҡ, минең дуҫҡа ниндәйҙер бик ҡөҙрәтле кеше йоғонто яһай башлағайны. Баҡһаң, Дашаның ниндәйҙер йомошо менән поликлиникаға барғанда бер медсестраға күҙе төшкән, имеш.
- Ул ултыра, мин торам. Ул миңә бер ҡараны, и все! Мин, блин, һоп! Ғашиҡ булдым да ҡуйҙым! Блин! - эсенә һыймаған мөхәббәт хистәрен Эдик шулай хәленән килгәнсе аңлатты. Йөҙө еҙ батмустай ялтырап, балҡып тора. Исеме ул ҡатындың Эльвира. Гардеробсынан белешкән.
Нисек булғандыр, әммә Эдик һөйгәне менән танышҡан. Хатта бер көн эштән көтөп алып (ул тағы ла ҡайҙалыр иҙән йыуа икән), оҙата барған. Сәй эскәндәр. Балаһы бар икән, ун бер йәшлек. Шунан ҡайта алмайынса, ҡышҡы һыуыҡта ике сәғәттән ашыу транспорт көтөп торған. Бер мәл театрға билет алып ҡайтты. Хәҙер ул Эльвира менән һаташа, хатта уға арнап, минән шиғыр яҙҙырып маташты. Ләкин Даша ла йоҡлап ятмай ине. Ул мөхәббәт фронтынан сығып ҡасҡан "дезертирҙы" юллап, бер нисә мәртәбә ятаҡҡа килеп әйләнде. Тәүгеһендә минең дуҫ саҡ ҡасып ҡотолдо. Вахтер әбей алдан иҫкәртелгәйне, теге әрһеҙ ҡатын килеп инеү менән ҡысҡырып һөйләшә башлай:
- Эдик юҡ! Эдик эсеп йөрөй, бер аҙна инде күренгәне юҡ!
Беҙҙең бүлмә вахтаға яҡын, эргәлә генә, был тауышты ишетеү менән ишекте бикләп ҡуябыҙ. Унан Эдик карауат аҫтына боҫа, мин разведкаға китәм. Ханым көтөп ултыра-ултыра ла, әрләй-әрләй ҡайтып китә. Эдиктың "фигура - во" тигән элекке "ҡыҙы" йыуан кәүҙәле, нәҙек иренле, боламыҡ күҙле мәрйә булып сыҡты. Записка ҡалдырып китте. Эдик әйтеүенсә, ауырлы икән, шуны яҙған. Мөхәббәт ҡорбаны уны йәлләп, фатирына бер-икене инеп сыҡты. Әммә үҙенең икенсе ҡатынды яратыуын тәки әйтмәгән:
- Йә бер нәмә эшләп ҡуйыр үҙе менән... Беләһеңме, ул ниндәй ҡыҙыу!
Минең күрше хәҙер Эльвираны әйттереү тураһында хыяллана башланы. Етеп килгән Яңы йылды бергә ҡаршыларға, аҙаҡ никах уҡытырға ниәт иттеләр. Ҡатыны менән рәсми рәүештә айырылды. Эльвира Яңы йыл алдынан килеп, икебеҙҙе лә ҡотлап китте. Артыҡ сибәр булмаһа ла, бик һөйкөмлө, йылы ҡарашлы 30-35 йәштәрҙәге ҡатын ине. Беҙҙе бәлеш менән һыйланы. Тик был икәүҙең бәхете оҙаҡҡа һуҙылманы. Эльвира осрашыуҙан ситләшә башланы, Эдуард иртәле-кисле вахтанан китешмәй, ҡат-ҡат шылтыратып ҡараһа ла, трубканы алманы. Эдик күҙгә күренеп һулыны, йәнә эсә башланы. Минең өгөтләүҙәр менән ризалаша, ләкин үҙе менән бер нәмә лә эшләй алмай ине. Аҙаҡ ҡына һөйләне. Баҡһаң, Даша ҡатындың эшенә барған. Нимә һөйләшкәндәрҙер инде, уныһы ҡараңғы, әммә осрашыуҙар туҡтаны. Бер мәртәбә эшенә эсеп килгән ирҙе ҡыуып сығарған. Оло янъял ҡупҡан, минең дуҫ шунан һуң намыҫланып, шылтыратмай башланы... Шунан мин районға ҡайтып киттем. Йәнә 20 йыл самаһы үткәс, теге ятаҡханаға инеп сыҡтым. Мине белгән ике-өс егет кенә ҡалған. Яңы йөҙҙәр, яңы ғәҙәттәр, яңы еҫтәр. Элекке ҡунаҡсыл ағас ишектәр тимергә алыштырылған. Ҡарт буйҙаҡ Фәнид әйтә ҡалды:
- Эдикмы? Ул һин ҡайтып киткәндән һуң, йәйгә табан, күсеп китте икенсе эшкә. Ул бит өйләнде, Дашаға шикелле...
- Йыуан мәрйәгәме, бында килеп йөрөгән?
- Юҡ, ул йыуан түгел. Акушермы, врачмы шунда, һин күрҙең уны!
- Тимәк, Эльвираға!
- Шуға! Эйе, Эльвира шикелле исеме...
Бына шулай тамамланды ысын тормоштағы бер ваҡиға. Тимәк, мөхәббәт үҙ ваҡытын белә, бер ҡасан да һуңламай һәм бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, үҙ юлын таба. Әгәр ул мөхәббәт булһа. Башҡаса өҫтәрлек һүҙ юҡ, тамам.

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.17 | Ҡаралған: 1348

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru