«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына килгән хаттарҙы барлауҙы дауам итәбеҙ. Һеҙ ҙә башҡорт әҙәбиәтендә һәр быуын кешеһенең иғтибарына лайыҡ әҫәрҙәрҙе/китаптарҙы тәҡдим итеүҙән туҡтамағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!

57. Иҙрис Ноғомановтың "Һаҡмарбаш" китабы. "Китап" нәшриәтендә 2013 йылда сыҡҡан был китапҡа авторҙың "Һаҡмарбаш" һәм "Башҡорт" романдары, "Һуңғы бөркөт", "Ҡон" исемле хикәйәләре индерелгән. Китаптың күпселек өлөшөн биләгән романда һүҙ 1774 йылда батша ғәскәренә ярҙамға ебәрелгән язалаусылар отряды тарафынан яндырылып, икенсе урынға күсерелгән Һаҡмарбаш (хәҙерге Әхмәт) ауылы тураһында бара. Был төпкөл ауылдың фажиғәле тарихы, халыҡтың аяныслы яҙмышы мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнә. Хикәйәләрҙә лә тыуған яҡҡа һөйөү, уның тарихына һаҡсыл ҡараш кәрәклеге бәйән ителә. Китапты тетрәнмәйенсә уҡып булмай", - тип яҙа Тәнзилә Ҡунафина исемле гәзит уҡыусы.

58. Әмир Әминевтың "Ҡытайгород" повесы. "Мин Әмир Әминевтың "Ҡытайгород" повесын "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә индерергә тәҡдим итәм. Һәр ижадсының - шағир булһынмы, яҙыусы йә йырсы булһынмы - үҙенең аудиторияһы була. Әмир Әминевтың иһә, повесть-хикәйәләрен барыһы ла яратып уҡый, сөнки уның яҙған әҫәрҙәре бөгөнгө замандаштарҙың проблемаһын сағылдыра. Әҫәр Тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе ҡурсалау, рухыбыҙҙы һаҡлау, ата-бабалар васыятына тоғро булыу, айыҡ тормош алып барыу, ауыл йәшәйеше менән ҡала араһындағы айырмалыҡтар, йәштәргә эш табыу, халыҡты ҡайғырта белеүсе етәкселәр мәсьәләһе кеүек ҡырҡыу проблемаларҙы күтәргән. Был әҫәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Повесть фантасмагорик жанрҙа ижад ителгән, повестың сюжеты: "Кешем, абай бул! Халҡым, уяу бул!" - тигән кеүек", - тип яҙа Өфө ҡалаһынан Гөлсөм Монасипова.

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып, үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Рубриканы Сәриә ҒАРИПОВА алып бара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.05.17 | Ҡаралған: 1186

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru