«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨБӨҘ БАЛАЛАРЫ БАШҠОРТСА ӘКИӘТ ҺӨЙЛӘЙ
+  - 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусыларҙың "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды. Донъя халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын һаҡлау, балаларҙың башҡорт телендә һөйләшеү оҫталығын арттырыу маҡсатында һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән был күркәм сараның ҡатнашыусылары тамашасыларҙы серле әкиәт донъяһына сәйәхәт иттерҙе.

"Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсының һуңғы этабында быйыл район кимәлендә еңеү яулаған балалар баҡсаһынан 21 тәрбиәләнеүсе, урта белем биреү учреждениеларынан 21 уҡыусы, 26 фольклор коллективы ҡатнашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был иң яҡшы сығыш яһаған ҡатнашыусылар 400 яңғыҙ башҡарыусы балалар һәм 83 фольклор коллективы араһынан һайлап алынған. Конкурсанттар яңғыҙ башҡарыусы, әкиәтте сәхнәләштереү, мультипликацион һәм анимацион фильм, ижади эштәр күргәҙмәһе номинациялары буйынса бүләкләнде. Әйткәндәй, был конкурс сиктәрендә донъя халыҡтары әкиәттәре буйынса мультипликацион һәм анимацион фильм төшөрөү, ижади эштәр тәҡдим итеү мөмкинлеге быйыл ғына индерелгән яңылыҡ. Балаларҙың яратҡан әкиәт геройҙарына бағышлаған сағыу ҡул эштәре менән Өфө ҡалаһы район мәғариф бүлектәре ойошторған күргәҙмәләрҙә танышырға була ине.
Баш ҡала конкурсы гала-концертында иң юғары баһа алған кескәй һүҙ оҫталарын Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, мәғариф идараһы етәксеһе Елена Хаффазова, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Альмира Ҡолдәүләтова, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Риф Әхмәҙиев, БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре, ҡаланың белем биреү учреждениелары етәкселәре тәбрикләне. Сынтимер Биктимер улы "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсы ысын мәғәнәһендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телен, мәҙәниәтен һәм ауыҙ-тел ижадын данлаған байрамдарҙың береһенә әйләнеүе тураһында белдерҙе. Бала күңелендә үҙ халҡының рухи ҡомартҡыларына ҡарата иғтибар, туған теленә һөйөү тәр-биәләгән ата-әсәләргә һәм педагогтарға рәхмәтен еткерҙе. Быйыл 166-сы Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Нургиз Ғәлиастанов һәм М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Нурсилә Фазлетдинова конкурстың абсолют еңеүселәре тип табылды. Ә бына әкиәтте сәхнәләштереүселәр араһында "Аҡбуҙат" 75-се башҡорт балалар баҡсаһы һәм 122-се Башҡорт гимназияһы коллективтары Гран-при яуланы. Бөтә ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр, байрам кәйефе бүләк итеү был конкурсҡа хас сифаттарҙың береһе булыуын беләбеҙ. Был юлы ла туған телендә шартлатып әкиәт һөйләгән, сәхнә түрендә үҙен иркен тотоп, актерлыҡ һәләттәрен күрһәткән талантлы бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалманы. Һәр кем үҙенең бүләген алып, киләһе йыл да ҡатнашырға теләк белдереп, ҡанатланып таралышты.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.17 | Ҡаралған: 1291

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru