«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЫҒАРЫЛЫШ УҠЫУСЫҺЫНЫҢ МАҠСАТЛЫ САҒЫЛЫШЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн "Яҙғы бал - 2017" сараһы ойошторолдо. "Уфанет" компанияһы тарафынан алтынсы тапҡыр үткәрелгән был сарала белем усаҡтарының биш меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашты. Сығарылыш уҡыусыларын Федерация Советының комитет рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Өфө ҡалаһы округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, БР Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән Республика Хөкүмәтенең эске сәйәсәт буйынса етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов тәбрикләне. Улар уҡыусыларға Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп, республикаға һәм баш ҡалаға кәрәкле белгестәр булып ҡайтыуын теләне.

Өфөләге "Яҙғы бал" байрамы Ленин, Пушкин урамдары буйлап урынлашҡан ете майҙансыҡта төрлө бейеү коллективтарының концерт номерҙарынан башланып китте. Был майҙансыҡтарҙа халыҡ бейеүҙәре, брейк-данс, бал бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы уҡыусылар сығыш яһаны. Пушкин һәм Ленин урамдары буйлап теҙелгән "Сығарылыш уҡыусылары аллеяһы - 2017" бөтәһе өсөн дә ҡыҙыҡлы күргәҙмә булып сыҡты. Унда баш ҡаланың белем усаҡтарында уҡыған балаларҙың фотолары аҫтында һәр кемдең киләсәктә үҙләштерәсәк һөнәре тураһында мәғлүмәт бирелгәйне. Ойоштороусылар ҙур плакаттарҙа статистик мәғлүмәттәр ҙә килтерергә онотмаған. Шулай итеп, баш ҡала сығарылыш уҡыусылары араһында 257 кеше - инженер, 171 кеше - табиб, 166 кеше - программист, 101 кеше юрист булырға хыяллана икән. Тағы ла киләсәктә Башҡортостанда 69 космонавт, 87 архитектор, 11 тату оҫтаһы, 10 министр, 7 биоинженер һәм генетик, 6 продюсер, иретеп йәбештереүсе һәм һалым инспекторы, 5 шағир һәм утын ҡырҡыусы һөнәрле йәштәр үҫеп етеүе бар. Һөнәрҙәр исемлеге менән танышҡанда балаларҙың күбеһе үҙ киләсәген аныҡ күҙ алдына килтерә, маҡсатлы икәненә инанаһың. Сөнки ҡайһы берәүҙәр хатта ҡайһы ойошмала, ниндәй вазифала эшләйәсәгенә тиклем билдәләгән. Әлбиттә, беҙҙең балалар аҡыллы ғына түгел, уғата шаян да һәм араларында инквизиция судьяһы, кардинал йә күрәҙәсе булам тип яуап биреүселәре лә бар ине. Синыф менән төшкән фотолар конкурсына ла ошо "Яҙғы бал" байрамы үткәрелгән көндә йомғаҡ яһалды. Унда Өфө ҡалаһы 23-сө һанлы мәктәбенең 11 "А" синыфы уҡыусылары беренсе урын алды. Күргәҙмәлә был конкурста ҡатнашыусы синыфтарҙың үҙенсәлекле, сағыу һәм күңелле фотолары ла бар ине.
"Яҙғы бал" байрамының иң күркәм өлөшө - аҡ алъяпҡыслы ҡыҙҙар һәм бөхтә костюмдар кейгән егеттәрҙең парлашып вальс бейеүе иҫ киткес бер күренеш булды. Уны ситтән күҙәтеүсе оло йәштәрҙәге тамашасылар "Эх, беҙҙең "Һуңғы ҡыңғырау" шулай үткәрелгән булһа!" - тип һоҡланып, бер аҙ көнләшеп тә баҡһа, өлкән ағай-апайҙарын күрергә килгән балалар киләсәктә ошо майҙанда үҙе бейеп йөрөйәсәген күҙ алдына килтереп торҙо. Ә быйыл Совет майҙанында үткәрелгән байрамдың уртаһында ҡайнап йөрөгән сығарылыш уҡыусылары иң шатлыҡлы минуттарының береһен кисерҙе. Республика инженерҙар лицей-интернатының ун беренсе синыф уҡыусыһы Сыңғыҙ Нәҙерғолов әйтеүенсә, ғүмерҙә бер тапҡыр ғына була торған был сарала ҡатнашыу мәңгелеккә иҫтә ҡаласаҡ. Уның синыфташы Азат Хоҙайғолов: "Өфөләге бөтә ун беренсе синыф уҡыусыларын берләштергән "Яҙғы бал" сараһы меңләгән кешене бергә йыйыуы менән генә түгел, бейеү флешмобында төрлө халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу һәм вальс бейеү менән хәтерҙә ҡаласаҡ", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Яҙғы бал" сараһы сығарылыш синыф уҡыусыларының ғына түгел, ата-әсәләр һәм педагогтарҙың да яратҡан байрамына әүерелде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, былтыр ни бары һигеҙ уҡытыусы ғына вальс бейеһә, быйыл һикһәнгә яҡын педагог һәм ата-әсәләр балалар менән бергә майҙанға сыҡҡан.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 979

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru