«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЛКӘНДӘРГӘ ҠАРАҒАНДА ЙӘШТӘРЕБЕҘ ОЙОШҠАНЫРАҠ
+  - 

Бөгөн баш ҡалала ғына түгел, хатта ауылдарҙа ла балаларҙың русса һөйләшеүе бер кемгә лә сер түгел. Күптәр быны телевизор, интернет бәләһе итеп күрә. Шул уҡ ваҡытта, баш ҡалала тыуып, туған теленә, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә тоғро ҡалған замандаштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Шуларҙың береһе - журналист, музыка белгесе, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара премияһы лауреаты Ләйлә АРАЛБАЕВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Әхмәр Үтәбай заманында ҡалалар тураһында "Милләттәрҙән яһай винегреттар" тип яҙғайны. Ошондай шарттарҙа нисек итеп башҡорт рухын, башҡорт телен һаҡлап ҡала алдығыҙ, ул ғына ла түгел, ике телдә лә таҙа һөйләшәһегеҙ, мәҡәләләр яҙаһығыҙ...

- Мин Клара Ғүмәр ҡыҙы менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаевтар ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Баш ҡаланың М. Горький исемендәге 3-сө, Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәптәрендә уҡыным. Русса ғына уҡыһам да, өйҙә бала саҡтан башҡортса һөйләштек, китаптар уҡый торғайныҡ. Атайымдың яңы яҙылған шиғырҙарының беренсе тыңлаусылары булдыҡ. Әсәйем өй эштәрен эшләгәндә башҡорт халыҡ йырҙарын йырлай торғайны. Студент саҡта милли рухты үҫтергән сараларға - "Аҡ тирмә" клубы концерттарына, байрамдарға - Башҡорт йәштәре көндәре, "Һылыуҡай" конкурсы, "Йәшлек-шоу", "Урал моңо" фестивалдәренә даими йөрөнөк.
Башҡорт әҙәби телен яҡшыраҡ өйрәнеү маҡсатынан сәнғәт училищеһында, сәнғәт институтында белем алғанда күберәк башҡортса китаптар уҡырға тырыштым, 1997 йылда музыкаль терминдар һүҙлеген башҡортсаға тәржемә иттем. Студент саҡтан уҡ "Башҡортостан", "Йәшлек" гәзиттәре, "Башҡортостан ҡыҙы", "Шоңҡар", "Тамаша" журналдары менән хеҙмәттәшлек иттем, уларҙа мәҡәләләрем баҫыла башланы. БСТ телеканалында "Музыка" бүлегендә эшләгән осорҙа ике телдә тапшырыуҙар әҙерләнем. Башҡорт телендә "Мәҙәниәт баҡсаһы", "Моңъяҙма", "Династиялар" проекттары, билдәле шәхестәр - композиторҙар Нур Даутов, Тәлғәт Шәрипов, Мөфтәдин Ғиләжев, йырсылар Асия Смакова, Вәкил Йәләлетдинов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Флүрә Ноғоманова һ.б. тураһында телепортреттар эфирға сыҡты. Әле "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында мәҙәниәт бүлегендә эшләйем, республикалағы мәҙәни, сәнғәт, әҙәби сараларҙың уртаһында ҡайнайым, сәнғәтебеҙҙең мәшһүр шәхестәре менән аралашам.

Өфө башҡорто: уның төп сифаттары, башҡа башҡорттарҙан айырылып торған һыҙаттары нимәлә?
- Өфө башҡорттарының уңған, тырыш, мәҙәниәтле кешеләр булыуын, балаларына белем бирергә, яҡшы кешеләр итеп үҫтерегә тырышыуҙарын билдәләгем килә. Тик беҙҙең халыҡҡа берҙәмлек, ойошҡанлыҡ етеңкерәмәй кеүек. Беҙ үҙебеҙ башҡорт яҙыусыларының, сәнғәт әһелдәренең балалары менән дуҫбыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ.
Тағы бер нәмәне әйтеп үткем килә. Яңыраҡ ике тапҡыр Ҡаҙағстанда йөрөп ҡайтырға тура килде. Унда йәшәүсе кешеләрҙең маҡсатлыраҡ, амбициялары юғарыраҡ икәненә иғтибар иттем. Улар алдарына "бөйөк" пландар, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй, ә беҙҙекеләрҙең амбициялары әлегә уянып бөтмәгән кеүек. Рухлы башҡорттар араһында техник белемле белгестәр, бизнес менән шөғөлләнеүселәр әҙерәк.

Башҡортостан Республикаһы - уға исем биргән халыҡтың тыуған ере, берҙән-бер аҫаба төйәге. Уның баш ҡалаһы ла берәү генә һәм унда ла милли рух, милли үҙенсәлек күҙгә салынып торһон өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- Баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт халҡының мәшһүр шәхестәренә, халҡыбыҙҙың тарихи ваҡиғаларына бәйле ял итеү урындары, туристик объекттар күберәк булһын ине. Ҡыҙҙарым менән урамға һауа һуларға сыҡҡан саҡта бер юлы уларға халҡыбыҙҙың данлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында һөйләргә яратам. Мәҫәлән, ҡала үҙәгендәге башҡорт легендаһына нигеҙләнгән "Ете ҡыҙ" фонтанына йөрөргә яратабыҙ. Шундай матур урындарҙы күберәк булдырып, Башҡортостандың баш ҡалаһына арналған яңы туристик атлас эшләргә кәрәк.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры репертуарында - башҡорт опера һәм балеттары, кинотеатрҙарҙа - башҡорт фильмдары, симфоник оркестрҙа башҡорт әҫәрҙәре даими күрһәтелергә, яңғырарға тейеш. Был йүнәлештә эш алып барылмай түгел, алып барыла. Опера театрында "Салауат Юлаев операһы", "Сыңрау торна балеты"ның яңыртылған версиялары репертуарҙың сағыу биҙәге булып тора. Әле бына бер юлы ике башҡорт режиссеры Булат Йосопов менән Айнур Асҡаровтың яңы фильмдарын ҡарап, ҡайһылай кинәндек. Бигерәк тә "Бабич" киноһы тарихыбыҙҙы, әҙәбиәтебеҙҙе өйрәнергә, рухлы балалар тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург һәм сит ил вуздарында йәштәрҙе уҡытыу тәжрибәһен артабан да дауам итергә кәрәк. Заманында Мәскәү консерваторияһында уҡып сыҡҡан Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов кеүек композиторҙар, Рәми Ғарипов кеүек шағирҙар үҫеп сығыуға булышлыҡ итер ине был.
Ҡала башҡорттарының үҙ телендә әҙ һөйләшеүе йәки бөтөнләй һөйләшмәүе борсой. Өфөгә ауылдарҙан килеп төпләнгән башҡорттарҙың балалары телде белһә лә, ейәндәре онота башлай. Минең ҡыҙым әле рус мәктәбендә уҡый, өйҙә башҡортса һөйләшергә, башҡортса китаптар уҡырға тырышабыҙ.

Бөгөн ҡала башҡорт мәҙәниәте ниндәй кимәлдә?

- Ҡалала башҡорт мәҙәниәте бигүк юғары кимәлдә түгел. Башҡорт концерттарына, башҡорт фильмдарына халыҡ әҙ йөрөй. Милли баҫмаларҙы әҙ уҡыйҙар.
Урта быуын кешеләренә ҡарағанда йәштәр ойошҡаныраҡ күренә. Йәш йырсыларҙың, диджейҙарҙың концерттарына ҡыҙҙар-егеттәр әүҙем йыйыла. Йәштәр милли сәйәсәте бик яуаплы эш, улар беҙҙең киләсәгебеҙ, уларҙың тыңлаған йырҙарына, уҡыған китаптарына иғтибар итергә кәрәк. Йәштәр араһында башҡорт лидерҙарын, башҡорт телендә яҙыусы блоггерҙарҙы үҫтереүгә баҫым яһау зарур. Ҡараш офоҡтарын киңәйтеү өсөн йәштәрҙе күберәк халыҡ-ара форумдарға, конференцияларға делегат итеп йөрөтөргә, ҙур ваҡиғаларҙы ойоштороу эшен ышанып тапшырырға кәрәк.

Өфө башҡорттарында милли үҙаң үҫтереүҙә интернет-ресурстарҙың әһәмиәтен нисек баһалайһығыҙ?

- Интернет-ресурстарының әһәмиәте бөгөнгө көндә ҙур, әлбиттә. Тиҙ арала социаль селтәрҙәрҙә барлыҡҡа килгән "Сит ил башҡорттары" интернет-проекты популярлыҡ яуланы, уға башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә ҡушылды. Ошондай проекттарҙы төрлө өлкәләрҙә эшләргә, уларға әүҙем йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Элекке заманда идеология яҙыусылар ҡулында булһа, бөгөнгө көндә идеология - социаль селтәрҙәрҙә, иң мөһим идеяларҙы улар аша таратыу мотлаҡ.

Шәрифә САЛАУАТОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 861

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru