«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУҒАН ЕРЕНДӘ КЕШЕ КӘРӘГЕРӘК БУЛА
+  - 

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тәҡдиме менән Өфөлә быйыл беренсе тапҡыр Башҡорт ғаиләһе көнө үткәйне. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән матур ғаиләләр ҡатнашты. Бөгөнгө геройҙарыбыҙҙы ла унда тап иткәйнек. Йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ ғаилә тип, бөтөн Башҡортостан танып тора уларҙы. Баймаҡ районы Буранбай ауылынан килгән Аралбаевтарҙың иң өлкән вәкилдәре - Таңһылыу Хәбир ҡыҙы һәм Фәррәх Насип улы менән әңгәмәбеҙ ҙә ғаилә ҡиммәттәре, тәрбиә үҙенсәлектәре тураһында булыр.

Һеҙҙең бергә татыу ғүмер итеүегеҙгә быйыл 60 йыл тулған. Тәүге тапҡыр осрашҡан мәлегеҙҙә тоҡанған хистәр бөгөн дә йөрәкте йылытамы әле?

Фәррәх Насип улы:
Беҙ икебеҙ ҙә Таулыҡай ауылында тыуғанбыҙ. Мин бик иртә, өс йәшемдә генә етем ҡалғанмын. Атайымдың Буранбайҙа йәшәүсе һеңлеһе мине үҙенә тәрбиәгә алған. Апайым менән еҙнәмдең тәрбиәһендә үҫтем мин. Ҙурайып, Таулыҡайға йөрөп эшләй башлағас, апайығыҙҙы күреп ҡалдым. Уларҙың күршеләрендә беҙгә туған тейешле әбей йәшәй ине. Шул туғаныма барған булам да, велосипедым боҙолмаһа ла, шуны йүнәткән булып, ҡойма аша ҡарай ҙа ултыра инем. Үҙең өлкәнәйһәң дә, тойғолар үҙгәрмәй бит ул. Әбейем йәш сағында ла бөгөнгөләй һәйбәт, сибәр ине. Бер үкенесем дә юҡ, һәйбәт йәшәнек, балалар үҫтерҙек.
Таңһылыу Хәбир ҡыҙы: Миңә ул саҡта 16 ғына йәш ине. Ул заманда еңгәйҙәр шәп ине бит. Ағайығыҙҙың да еңгәләре бер йыл буйына мине уға димләп йонсотто. 17 йәш тулғас, октябрь айында әйттерҙеләр. Шулай Буранбайға килен булып төштөм. Ул мәлдә апайы менән еҙнәһе өлкәнәйгәйне, уларҙы ҡараныҡ, һуңғы юлға тәрбиәләп оҙаттыҡ. Улар беренсе балабыҙҙы - ҡыҙыбыҙҙы ғына күреп ҡалдылар. Унан һуң биш улыбыҙ тыуҙы. Донъя көтөп, йәшәп алдыҡ та киттек. Бабай минән ете йәшкә өлкән, быйыл уға - 85 йәш. Бергә йәшәгәнебеҙгә лә 60 йыл тулды. Татыу йәшәнек, бабайым һәйбәт булды.

Аралбаевтар ғаиләһендә бала тәрбиәләүҙә ниндәй алымдар төп урынға ҡуйыла?

Таңһылыу Хәбир ҡыҙы:
Һәр кем үҙенсә тәрбиәләй инде балаһын. Беҙ балаларҙы гел иғтибар үҙәгендә тоттоҡ, бер ҡасан да колхоз эшен дә, донъя мәшәҡәттәрен дә уларҙан өҫтөн ҡуйманыҡ. Бабай үҙе эшлекле булды, йорт-ихаталағы ир-ат эшен үҙе эшләне, малайҙарға ла өйрәтте. Беҙҙең уландар, аталарына оҡшап, нимәгә тотонһа ла, эшләй белә, шөкөр.
Фәррәх Насип улы: Эйе, балалар эштең рәтен белә. Йәй булһа, бесән эшләйбеҙ, мал тотҡас, башҡа мәшәҡәттәр ҙә байтаҡ була. Эшләп үҫкән бала бөтөнләй башҡа инде, ул тормошта үҙ урынын да тиҙ таба. Ҡулына эш тейҙермәй тәрбиәләнгәндәр ҙә бар бит, был дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйем. Бар балаларыбыҙға ла өй һалдыҡ, был эштәрҙе лә бергәләп атҡарҙыҡ.
Таңһылыу Хәбир ҡыҙы: Хәҙер заман еңелләште, элекке кеүек, ҡул менән эшләмәйҙәр. Элек электр бысҡылар булманы, үҙебеҙҙең өйҙө һалғанда төнгө икегә тиклем арҡыры бысҡы менән ишектәр уйғаныбыҙ хәтерҙә һаман да. Хәләл көсөбөҙ менән тапҡанға донъябыҙҙың ҡәҙерен дә беләбеҙ. Фәйезем, бишенсе балам ете айлыҡ ҡына ине ул мәлдә, шулай булһа ла бала ҡосаҡлап ҡына ултырманыҡ беҙ, бар эштә лә ярҙамлашырға тырыша инем. Малайҙарҙы ла эшләттем. Бабай башта колхозда балта оҫтаһы булып йөрөнө, һуңынан 13 йыл Буранбайҙа оператор булды, машина менән һыйыр һауҙырҙы. Балалар күберәк минең ҡарамаҡта булды. Малайбыҙ, тип торманылар, иҙән дә йыуҙылар, мунсаһын да яҡтылар. Ныҡ ышанғанмын инде, эшләгән эштәренә ҡыҫылып йөрөмәнем. "Әсәй, мунса төшөрлөкмө икән, барып ҡара", - тип әйткәс кенә барып ҡарай торғайным. Үҙем шәл бәйләй инем һатыуға, балаларҙы күтәрергә аҡсаһы ла кәрәк бит. Һыйыр ҙа һауҙылар, тик кешегә әйтмә, ти инеләр, ауыл ерендә халыҡ һөйләй һалып бара бит кешене. Көйәнтәләп һыу ҙа ташынылар. Иң мөһиме, аталары менән бер һүҙле булдыҡ. Балалар үҙҙәре лә ғәләмәт ипле булдылар, Аллаға шөкөр, быны бөтөн ауыл күреп тора.

Һеҙҙең балаларығыҙ башлыса үҙегеҙҙең эргәгеҙҙә, бер ауылда йәшәйҙәр, бының да үҙенә күрә берәй әтнәкәһе бармы?

Фәррәх Насип улы:
Буранбайҙа өс улыбыҙ йәшәй: Фәнүр, Фәттәх, Фәрит. Ике улыбыҙ, ҡыҙыбыҙ Шүлкә ауылында мәктәптә уҡытты. Улар уҡып ҡайтҡас та Шүлкәгә эшкә барғайнылар, шунда нигеҙләнделәр, шул мәктәптән хаҡлы ялға сыҡтылар. Таңһылыу Хәбир ҡыҙы: Балаларҙы ситкә ебәрмәнек. Аталары, мал тотоғоҙ, донъя көтөгөҙ, ситкә йөрөмәгеҙ, тине. Фәттәх уҡып сыҡҡас, һөнәре буйынса Баймаҡта интернатта эшләне бер мәл, ҡурайҙан уҡытты. Бер ваҡыт Баймаҡҡа быларҙың йәшәп ятҡан еренә килһәм, өйҙәре һыуыҡ, эштән бушамайҙар, донъя көтөү ҡайғыһы юҡ. Эсем бошоп ҡайттым да, балаларҙы ҡайтарырға кәрәк, тинем бабайға. Эшләгән ерҙәре бар, йөрөһөндәр, тигәйне лә аталары, уның һүҙенә ҡарамай, ҡайтарып алдым ауылыбыҙға. Сумкалап тамаҡ ташып ашау арыумы ни? Өй һалыштыҡ, ситкә ебәрмәнек береһен дә.
Фәррәх Насип улы: Тыуған ерендә кеше кәрәгерәк була. Күҙ алдындалар, ғаиләләрендәге тын алышты ла һиҙеп тораһың, кәрәк саҡта кәңәш итәһең. Балаларҙы өйләндереп сығарып ебәреү менән эш бөтмәй, уларға гел терәк булырға кәрәк. Биш улыбыҙ ҙа әрмелә хеҙмәт итте, бөтәһе лә уҡыу йорттары тамамланы. Үҙебеҙ уҡый алмағас, уҡыттыҡ, икәүһе техникум, дүртәүһе университет бөттө. Тик йәшәргә үҙ ерҙәренә ҡайттылар.
Таңһылыу Хәбир ҡыҙы: Килендәр ҙә һәйбәт, берәүһе - Силәбе өлкәһенән, берәүһе - Күгәрсен, береһе - Ауырғазы, икәүһе Баймаҡ районынан. Аллаға шөкөр, бер ниндәй тауыш-тын сығармай, матур йәшәйҙәр. Килендәрҙе үҙ ҡыҙыңдай, хатта унан да яҡыныраҡ күрергә кәрәк. Егеттең ата-әсәһе - ҡайны менән ҡәйнә киленде тартып торһа, дөрөҫө шул була. Әйткәнде тыңлайҙар, ҡайным-ҡәйнәм тип кенә торалар. Тыңлағанға ла шулай һәйбәттәр.

Ғаиләлә ир һәм ҡатын-ҡыҙҙың урыны нисек бүленә, тип уйлайһығыҙ?

Таңһылыу Хәбир ҡыҙы: Ҡатын-ҡыҙ иң тәүҙә сабыр, унан һуң аҡыллы булырға тейеш. Ғаиләнең усағы ҡатын ҡулында, утын һүндермәй тотоу уның бурысы. Ир кеше лә үҙенең ғаилә башлығы икәнен белеп торһон. Бына минең бабайым кеүек. Аҡса тапты, кеше шикелле эсеп йөрөмәне, эшләне. Балаларға яҡшы тәрбиә бирә белде. Эштән арып ҡайтһа ла, атай, ҡурай уйна, тип торған балаларҙың теләгенә ҡаршы килмәй ине. Уларҙы ҡурай уйнарға ла өйрәтте. Үҙем уларҙы бейеттем, йырлаттым. Яңы йыл байрамына өйгә шыршы ҡуябыҙ. Балалар менән уның тирәләй йырлап өйөрөләбеҙ, һинән оялалар, тип, аталарын да бергә төшөрәм. Байрам һайын йырлатып, маҡтап, күңелдәрен үҫтерә инем. Өлкән малай фото төшөрөү менән мауыҡты. Фәнүрҙе бәләкәй сағында Артекка ебәрҙек. Аҡса наҡыҫ, шулай ҙа күңелен һүрмәнек баланың.
Ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә ҡараштым. Фәттәхтәр Германия менән Италияға гастролдәр менән барҙы, уларҙың 8 айлыҡ ҡына сабыйҙарын алып ҡалдым. Ике өйҙөң һыйырын һауып, 20 көн көттөм шул баланы. Бер йылы йәй 12 баланы алып ҡалып, үҙҙәрен Шүлгәнгә ебәрҙем. 2 көн йөрөп килделәр ял итеп. Икенсе йылына беҙ үҙебеҙ йөрөп килдек.

Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә тип тә беләбеҙ һеҙҙе. Был һәләт балаларға кемдән күскән?

Таңһылыу Хәбир ҡыҙы:
Мин үҙем яңғыҙ бейеүҙәр башҡара инем. Бабай инде тотош ил буйлап ҡурай уйнап йөрөнө, йырланы ла. Мин 6 бала менән донъя көтөп ҡалам, ул тәүҙә 1 ай буйына Өфөлә әҙерләнеп ята, һуңынан 1-әр айға Ленинградҡа, Мәскәүгә китәләр ине.
Фәррәх Насип улы: 1969 йылда Ленинградҡа, унан һуң Кронштадҡа барҙыҡ, Мәскәүҙә лә булдыҡ. Күршелә бер бабай булды, ул Буранбай сәсәндең нигеҙендә йәшәне. Ҡурайсы ине, атаһы ла ҡурайсы булған. Бергә эшкә йөрөй инек. Кис етһә, усаҡ яғып ебәрәбеҙ ҙә, бабайҙар кем уҙарҙан ҡурай уйнай инеләр. Беҙ тыңлап ултырабыҙ. Шулай ҡурай уйнарға өйрәнеп киттем. Бер мәл, БАССР-ҙың 50 йыллығына Мәскәүҙән Үҙәк Комитеттан Кириенко тигән кеше килгәйне, шул ваҡытта ҡурай моңон оҡшатҡан һәм ҡурайсыларҙы Ленинградҡа саҡырып ҡайтты. Арыҫлан Мөбәрәков, Хөсәйен Әхмәтов кеүек билдәле шәхестәр, Хеҙмәт, Советтар Союзы Геройҙары, әртистәр тотош бер эшалон булып барҙыҡ. Тәртип көслө ине, ай-һай! Финляндия менән сиктәр асыҡ, гәзиттәрҙә яҙылғандарҙан тыш, башҡа бер нәмә лә һөйләргә ярамай, тип төндәр буйы өйрәтеп сығалар ине. Хатта, тәрилкәгеҙҙе ҡырып ултырмағыҙ, төбөндә ике ҡалаҡ аш ҡалһын, тип, этикетҡа ла өйрәтә инеләр. Әүәле дәүләт концерттары Башҡорт опера һәм балет театрында үтер ине, пропуск менән генә, ер аҫтынан алып барып индерәләр ине. Бөгөн был театрҙа ейәнебеҙ Иҙел Аралбаев эшләп йөрөй. Бына бит ул быуындар бәйләнеше нисек!
Таңһылыу Хәбир ҡыҙы: Ата-әсәһе булмағас, бала сағында бер нәмә лә күрмәгән, тип, бер үҙемә донъя көтөүе ауыр булһа ла, бабайҙы ҡайҙа саҡырһалар ҙа ебәрә инем. Туғандарым, атай-әсәйем ярҙам итте.

Бөгөн сәхнәгә ғаиләгеҙҙән бер юлы нисә кеше сығара алаһығыҙ икән, һанағанығыҙ юҡмы?

Таңһылыу Хәбир ҡыҙы:
Балаларым бөтәһе лә әртис, аяҡҡа баҫҡанынан, имгәкләп йөрөгәненә тиклем. Бәләкәстән өйрәтеп, башҡортса йырлатып-бейетеп үҫтерәбеҙ бит беҙ уларҙы. Икебеҙ ҙә дәртле булдыҡ, ҡандан да күсәлер. Баланы иҫһеҙ сағында өйрәтеп ҡалырға кәрәк, иҫ инһә, сәхнәгә сығырға ояла бит ул.
Фәррәх Насип улы: 18 ейән-ейәнсәребеҙ бар - 9 ҡыҙ, 9 малай. Бөтәһе лә эшкинде, кәләш алып, кейәүгә бирергә ге-нә кәрәк. 5-һе Өфөлә әртис булып йөрөй. Әртис һөнәр түгел ул, тимәйбеҙ. Үҙҙәренең бәхете булһа, намыҫлы булһалар, юғалып ҡалмаҫтар. Иң тәүҙә тәртип кәрәк. Уҡыуға киткәндәрендә, тәртипле йөрөгөҙ, сәңгелдәк күтәреп ҡайтып ҡуймағыҙ, тип әйтеп ебәрә инем. Тәптипле булдылар, шөкөр.
Таңһылыу Хәбир ҡыҙы: Баланы тыйыу кәрәк. Ейәндәргә гел ҡабатлап ултырам, буласаҡ килендәрҙе һайлап ҡына алығыҙ, уларҙы мотлаҡ беҙгә килтереп күрһәтегеҙ, тип. Ҡартаталары ла шуны уҡ ҡабатлай. Ҡыҫылмағыҙ, тимәйҙәр, тыңларҙар, тип ышанам. Ейәндәрем сер йәшермәй минән. Башҡа милләттән килен ала күрмәгеҙ, ҡара башҡорттан алығыҙ, тием. Һау саҡта быны ныҡлап әйтеп ҡалырға кәрәк. Башҡа милләткә барырһығыҙ ҙа, үкенерһегеҙ, ғүмер буйы иларһығыҙ, тип ныҡ итеп әйтәм. Кешене ҡәҙер итегеҙ, фатиха, рәхмәт алып йөрөгөҙ, ярҙамсыл булығыҙ, тип тә тыҡыйым. Бәпәйҙәрем тыңлай беҙҙе. Нисекһегеҙ, тип йүгереп килеп етәләр. Өфөгә китергә булһалар, һөрлөгөшөп килеп инеп, хушлашып китәләр.

Заман да, ата-әсәләр ҙә үҙгәрә, тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһа, шул еткән, тигән фекерҙә булыусылар ҙа, балаларына ҡырыҫыраҡ булғандар ҙа бар. Һеҙ был йәһәттән ниндәй ҡарашта?

Таңһылыу Хәбир ҡыҙы:
Мин наҙ йәлләмәйем, ҙурҙарын да арҡаһынан шапылдатып һөйөп, битенән үбеп алам. Береһен дә ситкә типмәйем. Бер юлы дүртәүләп килеп инәләр икән, ҡайһыныһын башлап ҡосаҡлап һөйөргә белмәйем. Хәҙер инде мал көтмәйбеҙ, балаларыбыҙ эргәбеҙҙә генә. Аҡтан өҙмәйҙәр. Ауылда халыҡ шул мал көтөп йән аҫырай инде. Эш эҙләп, Себер киткәндәре лә бар, бына был насар хәл, тип иҫәпләйем. Сөнки ир ҡулы теймәгәнлектән, донъя туҙа, ялына ҡайтҡас, аҡсаһын эсеп бөтөп, кире китергә кешенән юллыҡ аҡса һораусылар ҙа юҡ түгел. Атай кеше баланың эргәһендә булырға тейеш. Бала атайҙан үрнәк тә, аҡыл да ала...

Шулай итеп...
Бына шулай халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына һәм ҡиммәттәренә таянып йәшәй Аралбаевтарҙың ғаиләһе. Бигерәк тә уларҙың, кеше тыуған еренә кәрәк, тигән аҡылы күптәргә фәһем булһын ине. Төпкөл тигән төшөнсә юҡ ул, теләк булғанда, ҡайҙа ла гөрләтеп донъя көтөргә була. Аралбаевтарҙың күркәм ғаиләһе бының асыҡ миҫалы.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 875

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru