«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШИҒРИӘТЕБЕҘ ҮҘ АСЫЛЫНА ҠАЙТА
+  - 

Үткән йомала М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле шағир, прозаик, тәржемәсе, йыраусы Мәүлит Ямалетдиндың "Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма" китабының исем туйына арналған "Рухи хазина" исемле кисә булып үтте. Кисәне Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты театр коллективы менән берлектә ойошторҙо. Тамашаның режиссеры - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев.

Кисә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты вәкиле Әхмәт Әхмәровтың сәләмләү һүҙе һәм фатихаһы менән башланып китте. Артабан драма театры актерҙары берәмләп, икешәрләп, дүртәүләшеп сәхнәгә сығып, Мәүлит Ямалетдиндың Ҡөрьән сүрәләренә яҙған шиғри аңлатмаларынан өҙөктәр һөйләне. Һәр сығыштың аҙағынан дин, Аллаһы Тәғәлә тураһында йырҙар, темаға ярашлы концерт номерҙары яңғыраны.
Ҡөрьәндең төрлө йөкмәткеләге һәм формалағы аңлатмалары, тәфсирҙәре бихисап. Ә бына Изге китабыбыҙ был рәүешендәге аңлатмала тәүге тапҡыр яңғыраны һәм, әйтергә кәрәк, тамашасының күңеленә хуш килде. Ул аңлатма китапҡа һалынған дөйөм йөкмәткенең меңдән, миллиондан бер өлөшөн тәшкил иткән хәлдә лә, уның сикһеҙлеген асырға ынтылыу әсбабы булараҡ әһәмиәтле. Тап шуның өсөн дә Мәүлит Ямалетдин был хеҙмәтен "Ҡөрьәндең тәржемәһе" тип түгел, ә "аңлатмаһы" тип атаған да инде. Әгәр ҙә башҡорт уҡыусыһы Изге китаптың үҙ телендәге ошондай шиғри аңлатмаһын тыңлап хушлана, һөҙөмтәлә дин юлына килә икән, тәржемәсе үҙ маҡсатына өлгәште тигән һүҙ. Кисәгә килеүселәрҙең өс сәғәт һуҙымында шиғри аңлатмаларҙы тын да алмай тыңлауы һөҙөмтәнең тап шулай булырына шик ҡалдырмай.
Әгәр ҙә кешегә шағир һәләте бирелһә, был мотлаҡ Хоҙайҙың ғына хикмәтле бүләге һәм был һәләткә эйә булыусы иң беренсе нәүбәттә шул һәләтен Уға бағышларға, йәғни Аллаһҡа дан йырларға бурыслы. Тап шуның өсөн дә беҙҙең халыҡта шағирлыҡ менән диндарлыҡ икеһе бер бөтөн төшөнсә итеп ҡабул ителгән. Бының аныҡ миҫалы - күп һандағы суфый шағирҙарҙың булыуы. Бер Аҡмулла үҙе генә лә ни тора. Шуға күрә лә Мәүлит Ямалетдиндың шиғри аңлатмалары барлыҡҡа килеүен башҡорт шиғриәтенең үҙ асылына ҡайта башлауының гүзәл бер өлгөһө итеп нарыҡларға тейешбеҙ. Быға тиклем халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың хәҙистәрҙе шиғри юлға һалыуы ла тап шул күренеш тип аталырға хаҡлы.
Йәш быуын вәкилдәре Мәүлит Ямалетдиндың Ҡөрьәнгә шиғри аңлатмаһын уҡығанда китапты Ҡөрьәндең үҙе тип түгел, фәҡәт аңлатмаһы тип ҡабул итеүе мөһим. Мин иһә аңлатмаларҙы уҡығас, шундай һығымталарға килдем:
Беренсенән. Әгәр ҙә донъялағы барлыҡ ағастарҙы ҡырҡып, уларҙан ҡәләм яһап, барлыҡ һыуҙарҙы ҡара итеп манып яҙһаң да, Ҡөрьәндең йөкмәткеһен асып бөтөп булмаясаҡ, тип әйтелә бер ғилми китапта. Әгәр ҙә туған телебеҙ ошондай сикһеҙ мәғәнәгә һыйған йөкмәткене асыуға булышлыҡ итә икән, был башҡорт теленең һәм уны ижад иткән халыҡтың меңәр-меңәр йылдар һуҙылған тарихи тәжрибәһе барлығын, телебеҙҙә һәм халҡыбыҙҙа сикһеҙлеккә тиң мәғәнәүи көс булыуын аңлата. Беҙ Ҡөрьәндең туранан-тура тәржемәләрен уҡыған саҡта китапҡа һалынған тулы йөкмәткене күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Был Изге китаптың образлы теленән, һүҙҙәрҙең, һүҙбәйләнештәрҙең, һөйләмдәрҙең, ваҡиғаларҙың күп мәғәнәләргә эйә булыуынан да килә торғандыр. Аңлайышлыраҡ булһын өсөн "баҫма" һүҙен генә алайыҡ. Уның нигеҙендә бойороҡ һөйкәлешендәге "баҫ" тамыры ята. Әгәр ҙә беҙ ошо тамырҙан барлыҡҡа килгән исемде, йәғни йылға аша һалынған "баҫма"ны һәм матбуғат "баҫма"һы мәғәнәләрен тикшерә башлаһаҡ, был һүҙҙәр этимологияһының һәм шул һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләшкән халыҡтың меңәр йыллыҡ тарихына шаһит булабыҙ.
Икенсенән. Халыҡтың тарихын аңлар өсөн иң тәүҙә уның туған телен өйрән, тиҙәр. Мәүлит Ямалетдиндың Ҡөрьәнгә был шиғри аңлатмаһы бер үк ваҡытта телебеҙҙең барлыҡҡа килеүе, уның бай йөкмәткеле стилистикаһының формалашыуы тураһындағы ғилми хеҙмәт тә булып тора. Унда быуаттар һуҙымында еребеҙҙе, динебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап изге яуға күтәрелгән атай-олатайҙарыбыҙҙың ораны ла, аттар кешнәүе лә, сабыйҙар илауы ла, ҡатын-ҡыҙҙар сеңләүе лә, сәсәндәр һамағы ла, ҡурай моңо ла ишетелә. Ул тауыштар, ул моңдар кисәлә лә ишетелде.
Өсөнсөнән. Үҙ тәғлимәтен аңлатыуға, таратыуға һалған фиҙаҡәрлеге өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙенең сикһеҙ ҡөҙрәте менән башҡорт теленә, уны ижад иткән халыҡҡа мәңгелек ғүмер һәм мәрхәмәт итеп сауабын ҡайтарыр. Быйыл үҙенең елле юбилейын билдәләгән күренекле шағирыбыҙ, сәсәнебеҙ Мәүлит Ямалетдин да шундай уҡ сауапҡа эйә. Иншалла!
Шулай уҡ ошо китапты донъяға сығарыуҙа оло фиҙаҡәрлек күрһәткән Ҡадурий һәм Минзәлә Фазлетдиновтарға ла был сауап. Иншалла! Мин уларға ошо шиғырымды бағышланым:

Һеҙгә ҡарап ҡына белеү мөһим
Үтер ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен.
Егәрле лә еңгәйебеҙ менән
Мәшһүр ағайыбыҙ Ҡадурий.
Матур эштәр эшләнә ул, беләм,
Күңелдәрҙә тыуһа матур уй.
Матурҙарҙан-матур Минзәлә лә,
Батырҙарҙан-батыр Ҡадурий.
Йә, әйтегеҙ, ерҙә мәсеттән дә,
Күркәм йорттар бармы, матур өй?
Хоҙайға өй һалып, сауап алған
Минзәлә лә менән Ҡадурий.
Илебеҙҙә әле күпме ирҙәр
Эшһеҙлектән йонсоп "ауырый"...
Күпме йәнде эшле-ашлы иткән
Минзәлә лә менән Ҡадурий.
Әлдә барһың әле, Аллам, тиеп
Яҙыр ине мәгәр Ғафури.
"Ететау"ҙа күрһә йөрөгәнен
Минзәлә лә менән Ҡадурий.
Был уларға мәдхиә лә түгел
Һәм түгел дә мәгәр попурри.
Исемдәре - халыҡ йөрәгендә:
Минзәлә лә менән Ҡадурий.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Кисәнең аҙағында быйыл 70 йәшен тултырған күренекле шағирыбыҙ, шиғри аңлатмалар авторы Мәүлит Ямалетдинды тәбрикләү һүҙҙәре әйтелде. Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, яҡташтары исеменән Мансур хәҙрәт Әлтәпов ҡотлау һүҙҙәре әйтте. Әхмәт хәҙрәт Әхмәров Рәсәй мосолмандары Диниә назараты баш мөфтөйө исеменән ҡотлап, юбилярға "Әбү Бәкер раҙыяллаһу әнһү" дәрәжәһендәге "Әл-Иғтисам"-"Берҙәмлек" миҙалы тапшырҙы. Китапты сығарыуҙа, мәсеттәр төҙөүҙә фиҙаҡәрлек күрһәткән Ҡадурий менән Минзәлә Фазлетдиновтар ҙа шундай уҡ миҙалға лайыҡ булды. Театр актерҙарына, кисәнең режиссерҙарына "Ҡөрьән-Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма" китабы бүләк ителде.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 1086

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru