«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИБАЙҘА БАШҠОРТ КЕЙЕМЕ ТАНТАНАҺЫ
+  - 

Сибай ҡалаһының шул төбәк башҡорттары өсөн бәләкәй баш ҡала ролен үтәүе яңылыҡ түгелдер. Үҙенә күрә мәҙәни үҙәк тә, рухи тупланыш урыны ла һәм шул төшөнсәләрҙе йәшәтеүсе һәм үҫтереүсе шәхестәр төйәге лә ул. Шунлыҡтан, башҡорт кейеме көндәренең дә башлап сибайҙар тарафынан үткәрелеүе берәүҙе лә хайран итмәҫ. Быйыл ул бында икенсе тапҡыр уҙғарылды.

Әлеге яҙҙың көйһөҙ холҡо был көнгә мәрхәмәтле булды. Иртәнсәктән ҡояш көлдө, иркә ел яңы асылып күҙен асҡан ыуыҙ япраҡтарҙы тирбәтте, күк йөҙө салт булып, кәйефтәрҙе күтәрҙе. Беҙ килеп еткәндә ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан сәнғәт колледжы алдында аллы-гөллө балитәкле ҡатын-ҡыҙ ҡайнаша ине инде. Уртаға киң урындыҡтар ҡуйып, үҙҙәре шулар тирәләй теҙелешеп ултырышып, ҡатын-ҡыҙҙар селтәр (йәки яға, түшелдерек, күкрәксә тиергә була) яһау бәйгеһенә тотонғандар. Ололар ҙа, йәштәр ҙә бар. Кем иң беренсе булып өлгөнө мәрйендәр менән ҡамап биҙәй - шул еңеүсе. Оҫтабикәләрҙең ҡулына күҙ эйәрмәй. Үҙҙәре хәбәрләшеп, көлөшөп ултыралар, йырлап-таҡмаҡлап та ебәрәләр, бармаҡтары төҫлө мәрйендәрҙе энә күҙе аша үткәреп, нағышҡа теҙә бара. Оҙаҡ ҡына күҙәтеп тороп, был эштең үтә лә мәшәҡәтле, ваҡ, нескә икәнен төшөндөм. Күҙ көсө лә, ҡулдар тилберлеге лә, сабырлыҡ та, хатта математик һәләт тә кәрәк икән.
Артабан колледж залына оҫталыҡ дәресенә йыйылдыҡ. Уны сәсәниә, әйткәндәй, ошо сараның һәм тағы ла башҡа бихисап данлы-шаулы сараларҙың идея хужабикәһе Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина үткәрҙе. "Үткәрҙе" тип кенә әйтеү үтә лә ябай булыр ине. Ул беҙҙе мәғлүмәтле итте. Бығаса "башҡорт кейеме, башҡорт кейеме" тип йөрөп тә, бөтөн ошо биҙәүестәрҙе бары матурлыҡ билдәһе итеп кенә күрһәк, бары әле килеп биҙәүестәрҙең ысын тәғәйенләнешен, серҙәрен, хатта кодтарын төшөндөк. Һәр биҙәүескә ҡарата ҙур булмаған характеристика бирҙе фольклор белгесе:
- Селтәр дүрт өлөштән тора. Селтәр, тәңкәләр ҡаҙалған өлөшө, унан өҫкө яғы. Аҫта бер буй, ике буй селтәр менән суғы эшләнә. Өҫкө яҡтағы йәйғор, ҡояш кеүек итеп эшләнгән һыҙмалар ябай ғына биҙәк түгел. Улар үҙҙәре бер күренеш. Мәҫәлән, улар ир-егеттәрҙең йәки ҡатын-ҡыҙҙарҙың билдәләрен йөрөтөргә мөмкин. Ир-егеттәрҙең нуры - ай нуры. Ул туп-тура ғына һуҙылып төшә һәм уның осонда - орлоҡ. Был символ кешеләргә лә, үҫемлектәр донъяһына ла ҡағыла. Орлоҡ - йәшәү, тереклек билдәһе. Ҡатын ҡыҙҙың нуры - ҡояш (көн) нуры, сәселеп тора. Күрәһегеҙ, бында һәр билдә, һәр символ бер мәғлүмәт менән ингән, бер нәмә лә артыҡ йәки бушҡа түгел. Шунлыҡтан, ҡайһы берәүҙәрҙең селтәргә ҡурай, сәскә кеүек уйлап табылған биҙәктәр индереүе дөрөҫ түгел, - тигән кәңәш тә булды Асия Солтан ҡыҙынан. Шулай итеп, милли кейемдәребеҙҙә бер нәмә лә юҡтан бар ителмәгән, уларҙың һәр береһе үҙ урынында файҙалы икәненә бик яҡшылап төшөнөлдө..
Төштән һуң байрамдың иң тантаналы өлөшө - милли кейемдәрҙә ҡала урамынан үтеү ойошторолдо. Бында мәктәп һәм балалар баҡсалары балалары ла ҡатнашты. Халыҡтың ҙур ғорурлыҡ менән милли кейемдәрҙә ҡала урамдары буйлап атлауы күңелдәрҙе нескәртерҙәй, әллә ниндәй хистәргә һалырҙай бер һоҡланғыс күренеш булды. Артабан төркөмләп тә, айырым-айырым да оҫталар хеҙмәт емештәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Бәйгегә ярашлы, әлбиттә, урындар ҙа билдәләнде, бүләктәр тапшырылды, әммә байрамдың төп маҡсаты еңеү һәм еңелеүҙә түгел, ә ошо мөхитте, милли үҙаң уятырлыҡ тойғоларҙы тыуҙырыуҙа ине. Һәм был маҡсат моратына барып етте. Бына ни тине ҡатнашыусылар үҙҙәре:

Әнүзә Исхаҡова, Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһы: Магнитогорск ҡалаһының Дуҫлыҡ йортонда башҡорт мәҙәниәте бүлеген етәкләйем. Бында "Яйыҡбикә" этно-музыкаль төркөмө менән килдек.
Байрамға үҙенсәлекле өлгө алып килдек - гәләпүш. Был баш кейемен ҡаҙаҡтыҡы тип уйлай күптәр. Тик улай түгел, был беҙҙең халыҡтың боронғо фотоларында ла бар. Беҙ уны Палластың, Янгужиндың китабынан ҡарап тектек, тейешле булғанса итеп биҙәнек. Башлыҡ бик үҙенсәлекле, күрәһегеҙ. Ул түбәлә тигеҙ ултырһын өсөн дә тегеү формаһын боҙмаҫҡа кәрәк, юғиһә, түбәһе артҡа йә алға ауышасаҡ. Бөгөн беҙгә күптәр иғтибар итте, киләсәктә был баш кейеме лә популярлыҡ яулар, тип уйлайбыҙ.

Зәлиә Ишморатова, Сибай ҡалаһы: Байрамға ололар, үҫмерҙәр һәм бәләкәй ҡыҙҙар кейемдәре тегеп алып килдем. Ике ҡыҙым менән ҡатнашабыҙ. Ҡыҙҙарҙың һәм үҙемдең өҫтәге барлыҡ биҙәүестәрҙе лә, селтәр-ҡашмау, елән һәм башҡаларын үҙ ҡулдарым менән эшләнем. Мәҙәниәт өлкәһенә артыҡ ҡатнашлығым булмаһа ла, милли кейемдәр менән йәштән ҡыҙыҡһынам, хәҙер инде ҡыҙҙарыма өйрәтәм был оҫталыҡты. Бөгөн хатта беҙгә урыҫтар иғтибар итеп, ҡайһылай матур икән милли биҙәүестәрегеҙ, тип һоҡланды. Был үҙе күп нәмә хаҡында һөйләй. Үҙем диндәмен һәм милли кейемде ошо юҫыҡта ла тегергә кәрәк тигән пландар ҡороп торам әле.

Миләүшә Моратова, Йылайыр районы Юлдыбай ауылы: Беҙ Юлдыбай ағинәйҙәренән туғыҙ кеше килдек. Милли күлдәк һәм биҙәүестәр беҙҙең барыбыҙҙа ла бар. Беҙ хәҙер селтәр-ҡашмауҙар эшләргә башҡаларҙы ла өйрәтәбеҙ. Башта, әлбиттә, был кәсепкә сәйерһенеберәк ҡаранылар. Ул хәҙер кемгә кәрәк, тип әйтеүселәр ҙә булды. Әммә аңлаусылар ҙа, белергә теләүселәр ҙә күберәк. Үҙем дә, бындай биҙәүестәр һәр башҡорт ҡыҙында, хатта ҡыҙсығында булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Шуға ҡыҙыма ла, хатта, Алла бирер әле, тигән өмөт менән буласаҡ ейәнсәрҙәргә лә эшләп һалдым уларҙы.

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.17 | Ҡаралған: 882

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru